Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w18 июль 27—29 бб.
  • Бөтә кешегә лә шәфҡәтле булығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бөтә кешегә лә шәфҡәтле булығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘНӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
  • ҒАЙСА МӘСИХТӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
  • ИЛСЕ ПАВЕЛДАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ
  • «ЯМАНЛЫҠТЫ ЯҠШЫЛЫҠ МЕНӘН ЕҢ»
  • Йәһүәнән өлгө алып, кешеләрҙе ҡыҙған
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Ә һеҙ бөйөк афәткә әҙерме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Тормоштан осраҡ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Ғайсаның шәфҡәтлелеген өлгө итеп алығыҙ
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
w18 июль 27—29 бб.
Бер ир Йәһүә шаһиттарына ишек аса ла иғтибар менән тыңлай

Бөтә кешегә лә шәфҡәтле булығыҙ

ШӘКЕРТТӘРЕН вәғәзләргә өйрәткәндә, Ғайса Мәсих ҡайһы бер кешеләрҙең һөйөнөслө хәбәрҙе тыңларға теләмәйәсәге хаҡында киҫәткән (Лука 10:3, 5, 6). Был киҫәтеү беҙҙең хеҙмәткә лә ҡағыла. Беҙгә осраған ҡайһы бер кешеләр тупаҫ йә хатта уҫал булырға мөмкин. Шундай саҡтарҙа уларға теләп вәғәзләү һәм шәфҡәтлелек сағылдырыу ауыр булыуы ихтимал.

Шәфҡәтле кеше башҡаларҙың ихтыяждарын һәм ауырлыҡтарын күрә, уларҙы йәлләй һәм ярҙам итергә теләй. Әммә беҙгә вәғәздә осраған кешеләргә ҡарата шәфҡәтлелек сағылдырыуы ауыр була башлаһа, был нимәгә килтерер? Хеҙмәттә ашҡыныуыбыҙ һүрелер, һәм беҙ, кешеләргә вәғәзләргә теләмәгәнгә, уларға ярҙам итә алмаҫбыҙ. Ашҡыныу тойғоһон ут менән сағыштырып була. Ут сағыу балҡып янһын өсөн, күп кислород кәрәк. Шуның шикелле, хеҙмәттә ашҡынып торор өсөн, беҙгә кешеләрҙе ҡыҙғанырға кәрәк! (1 Фес. 5:19).

Кешеләрҙе ҡыҙғаныу ауыр булған саҡтарҙа ла шәфҡәтлелек сағылдырыуҙа нисек яҡшырып була? Әйҙәгеҙ, был йәһәттән яҡшы өлгө күрһәткән өс шәхестең — Йәһүә, Ғайса Мәсих һәм илсе Павелдың миҫалдарын ҡарап сығайыҡ.

ЙӘҺҮӘНӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Меңәрләгән йылдар буйы кешеләр Йәһүә тураһында ялған һөйләй. Әммә ул «яҡшылыҡтың ҡәҙерен белмәгәндәргә лә, яуыздарға ла миһырбанлы» булып ҡала (Лука 6:35). Алла нисек игелек сағылдыра? Ул һәр кешегә түҙемле. Йәһүә «бөтөн кешеләрҙең дә ҡотолоуын» теләй (1 Тим. 2:3, 4). Яуызлыҡты күрә алмаһа ла, ул кешеләрҙе бик ҡәҙерләй һәм бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй (2 Пет. 3:9).

Йәһүә шуны белә: Шайтан кешеләрҙе бик оҫта итеп ялғанға ышандыра (2 Кор. 4:3, 4). Күп кешеләргә бала саҡтан Алла тураһында ялған һөйләйҙәр. Шуға күрә уларға үҙҙәренең фекер йөрөтөү рәүеше һәм хистәре арҡаһында хәҡиҡәтте ҡабул итеүе ауыр булырға мөмкин. Әммә Йәһүә уларға ярҙам итергә теләй. Беҙ быны ҡайҙан беләбеҙ?

Мәҫәлән, Йәһүә Ниневия ҡалаһында йәшәгән кешеләргә нисек ҡараған? Улар ҡаты бәғерле булһа ла, Йәһүә Юнысҡа былай тигән: «Мин дә бөйөк ҡаланы — Ниневияны ҡыҙғанырға тейеш түгелме ни?! Унда бит яҡшылыҡты яманлыҡтан айыра белмәгән 120 000-дән ашыу кеше йәшәй» (Юныс 4:11). Йәһүә үҙе тураһында белмәгән шул кешеләрҙе йәлләгән, шуға күрә Юнысты уларҙы киҫәтергә ебәргән.

Йәһүә кеүек, беҙ ҙә кешеләрҙе ҡәҙерләйбеҙ. Хатта улар хәҡиҡәтте ҡабул итмәҫ һымаҡ тойолһа ла, беҙ, Йәһүәнән өлгө алып, уларға ярҙам итергә тырышабыҙ.

ҒАЙСА МӘСИХТӘН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Атаһы кеүек, Ғайса кешеләрҙе йәлләгән, «сөнки улар көтөүсеһеҙ ҡалған һарыҡтар һымаҡ йонсоу һәм ярҙамға мохтаж» булған (Матф. 9:36). Ул уларҙың ни өсөн шундай хәлдә булыуын аңлаған. Дини етәкселәр улар менән насар мөғәмәлә иткән һәм ялғанға өйрәткән. Ғайса тыңлаусыларының күбеһе төрлө сәбәптәр арҡаһында шәкерттәр булып китмәйәсәген белгән, шулай ҙа уларҙы күп нәмәләргә өйрәткән (Марк 4:1—9).

Бер ир ишек шаҡыған ике апай-ҡәрҙәшкә тупаҫ яуап ҡайтара

Берәйһе тыңламаһа, бойоҡмағыҙ

Бер ир, тормошондағы үҙгәрештәр арҡаһында бойоҡҡанға, Йәһүә шаһиттарына ишек асмай

Тормош шарттары үҙгәрһә, кеше хәҡиҡәткә башҡаса ҡарай башларға мөмкин

Кешеләр хәбәребеҙҙе тыңларға теләмәгәндә, беҙгә уларҙың ни өсөн шундай ҡарашта торғанын аңларға тырышырға кәрәк. Бәлки, улар, үҙҙәрен мәсихселәр тип атаған ҡайһы бер кешеләрҙең насар эштәр ҡылыуын күргәнгә, Изге Яҙма һәм мәсихселәр тураһында насар уйлайҙыр. Башҡаларҙың ышаныуҙарыбыҙ тураһында ялған мәғлүмәт ишетеүе ихтимал. Ә кемдер, Йәһүә шаһиттары менән һөйләшһәм, туғандар йә таныштар минән көлөр, тип ҡурҡырға мөмкин.

Ҡайһы бер кешеләрҙең тормошонда ҡот осҡос ваҡиғалар булған, һәм был ваҡиғалар уларҙың күңелендә тәрән эҙ ҡалдырған. Ким исемле миссионер апай-ҡәрҙәш, мин хеҙмәт иткән территорияла күптәр һуғыш кисергән һәм бар мөлкәтен юғалтҡан, тип әйтә. Уларҙың бер ниндәй өмөтө юҡ. Улар төшөнкөлөккә бирелгән һәм бер кемгә лә ышанмай. Был территорияла кешеләр йыш ҡына Йәһүә шаһиттарын вәғәзләүҙән туҡтатырға тырыша. Бер тапҡыр вәғәзләгән сағында Кимға хатта һөжүм иткәндәр.

Кешеләрҙең насар мөғәмәлә итеүенә ҡарамаҫтан, Кимға уларҙы артабан да ҡыҙғанырға нимә ярҙам итә? Ул һәр ваҡыт Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11-ҙәге һүҙҙәрҙе иҫтә тоторға тырыша. Унда былай тиелгән: «Төшөнә белеү кешенең асыуын баҫа, үпкә тотмау уны күркәм итә». Шул кешеләрҙең нимә аша үткәне тураһында уйлау Кимға уларҙы ҡыҙғанырға ярҙам итә. Өҫтәүенә, уға осраған бөтә кешеләр ҙә үҙҙәрен дошмандарса тотмай. Шул уҡ территорияла Ким хәҡиҡәт менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы осрата.

Үҙ-үҙебеҙгә бындай һорау бирергә була: «Хәҡиҡәтте белмәгән булһам, һәм Йәһүә шаһиттары миңә вәғәзләһә, мин быға нисек ҡарар инем?» Ә әгәр улар тураһында күп ялған мәғлүмәт ишеткән булһаҡ? Бәлки, беҙ ҙә тыңларға теләмәҫ инек һәм вәғәзселәрҙең шәфҡәтлелегенә мохтаж булыр инек. Ғайса Мәсих, кешеләрҙең һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә уларға шуны эшләгеҙ, тигән. Шуға күрә, хатта ауыр булһа ла, беҙ башҡаларҙың хистәрен аңларға һәм уларға ҡарата түҙемле булырға тырышырға тейеш (Матф. 7:12).

ИЛСЕ ПАВЕЛДАН ӨЛГӨ АЛЫҒЫҘ

Илсе Павел вәғәзләгәндә, ҡайһы бер кешеләр уның менән үҙҙәрен аяуһыҙ тотҡан. Шулай ҙа ул шундай кешеләргә ҡарата ла ҡыҙғаныусан булған. Ни өсөн? Сөнки ул ҡасандыр үҙенең дә шундай булғанын иҫендә тотҡан. Ул былай тигән: «Элек көфөр һөйләп йөрөгән, иман тотоусыларҙы эҙәрлекләгән тәкәббер кеше булһам да... Миңә шәфҡәт күрһәтелде, сөнки былар белемһеҙлегемдән һәм иманлы булмауымдан килә ине» (1 Тим. 1:12, 13). Павел шуны белгән: Йәһүә һәм Ғайса уға ҙур шәфҡәтлелек күрһәткән. Ул үҙен вәғәзләүҙән туҡтатырға тырышҡан кешеләрҙе аңлай алған, сөнки элек үҙе лә уларҙыҡына оҡшаш хистәр кисергән.

Ҡайһы саҡта Павел ялған тәғлимәттәргә ныҡ ышанған кешеләрҙе осратҡан. Был Павелда ниндәй хистәр тыуҙырған? Ғәмәлдәр 17:16-ла әйтелгәнсә, Павел Афинала булғанда, «был ҡалала һындарҙың күп булыуын күреп» бик ныҡ әсенгән. Һындарҙың күп булыуына асыуланһа ла, ул быны ундағы кешеләрҙе өйрәтер өсөн ҡулланған (Ғәм. 17:22, 23). Павел, кешеһенә ҡарап, вәғәзләү ысулын үҙгәрткән. Шуның ярҙамында ул, «һис юғы бер нисәүһен ҡотҡарыу өсөн, ...бөтәһе өсөн барыһына» әйләнгән (1 Кор. 9:20—23).

Эшмәкәрлегебеҙгә тиҫкәре ҡарашта торған йә ялған тәғлимәттәргә ышанған кешеләргә вәғәзләгәндә, беҙ Павел кеүек эш итә алабыҙ. Кешеләргә «яҡшыраҡ нәмә тураһында һөйөнөслө хәбәрҙе» вәғәзләгәндә, беҙгә уларҙың нимәгә ышаныуын иҫәпкә алырға кәрәк (Ишағ. 52:7). Дороти исемле апай-ҡәрҙәш былай ти: «Беҙҙең территорияла күптәрҙе, Алла мәрхәмәтһеҙ һәм тәнҡитсел, тип өйрәткәндәр. Мин ундай кешеләрҙе Аллаға ныҡ ышанғандары өсөн маҡтайым һәм, Изге Яҙмаға иғтибар итеп, Йәһүәнең ҡайғыртыусан икәнен күрһәтәм һәм уның яҡты киләсәк вәғәҙә иткәне хаҡында һөйләйем».

«ЯМАНЛЫҠТЫ ЯҠШЫЛЫҠ МЕНӘН ЕҢ»

Был донъяның ахыры яҡынлашҡан һайын, беҙ вәғәздә «уҫалланғандан-уҫаллана» барған кешеләрҙе осратырбыҙ (2 Тим. 3:1, 13). Әммә беҙ бының арҡаһында шәфҡәтлегебеҙҙе һәм шатлығыбыҙҙы юғалтырға тейеш түгел. Йәһүә беҙгә «яманлыҡты яҡшылыҡ менән» еңер өсөн көс бирә ала (Рим. 12:21). Джессика исемле пионер апай-ҡәрҙәш, мин ғорур кешеләрҙе, шулай уҡ беҙҙән һәм хәбәребеҙҙән мыҫҡыллап көлгән кешеләрҙе йыш осратам, ти. Ул былай тип өҫтәй: «Был йәнгә тейергә мөмкин. Берәйһе менән һөйләшеү башлағандан һуң, мин эстән генә доға ҡылам һәм Йәһүәнән, кешегә һин ҡараған кеүек ҡарарға ярҙам ит, тип һорайым». Был Джессикаға, иғтибарын үҙ хистәренә туплау урынына, кешегә нисек ярҙам итеп булғаны хаҡында уйларға ярҙам итә.

Бер ир Йәһүә шаһиттарына ишек асмай

Беҙ эскерһеҙ кешеләрҙе эҙләүебеҙҙе дауам итәбеҙ

Бер ир Йәһүә шаһиттарына ишек аса ла иғтибар менән тыңлай

Ваҡыт уҙыу менән ҡайһы берәүҙәр рухи ярҙамды ҡабул итә

Бынан тыш, вәғәздә беҙ ҡәрҙәштәрҙе нығытырға тырышырға тейеш. Джессика, вәғәздә хеҙмәттәшем тупаҫлыҡ менән осрашһа, иғтибарҙы быға тупламаҫҡа тырышам, ти. Бының урынына, ул ыңғай нәмәләр хаҡында, мәҫәлән, ҡайһы бер кешеләрҙең тиҫкәре мөнәсәбәтенә ҡарамаҫтан, вәғәз эшебеҙ килтергән яҡшы емештәр тураһында һөйләй.

Йәһүә беҙгә ҡайһы саҡта вәғәзләүе ауыр икәнен яҡшы белә. Әммә беҙ уның шәфҡәтлелегенән өлгө алғанда, ул бик шатлана! (Лука 6:36). Әлбиттә, Йәһүә был донъялағы кешеләргә ҡарата мәңге шәфҡәтлелек һәм сабырлыҡ сағылдырмаясаҡ. Йәһүәнең был донъяны ҡасан юҡ итергә кәрәклеген яҡшы белеүенә һис тә шикләнмәҫкә була. Донъяның ахыры килеп еткәнгә тиклем вәғәз эше бик ашығыс булып ҡала (2 Тим. 4:2). Шуға күрә, әйҙәгеҙ, артабан да ашҡынып вәғәзләйек һәм бөтә кешегә лә шәфҡәтле булайыҡ!

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу