Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 март 29—31 бб.
  • Йәһүә «амин» тигән һүҙегеҙҙе ҡәҙерләй

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә «амин» тигән һүҙегеҙҙе ҡәҙерләй
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • БӨТӘ ХАЛЫҠ «АМИН!» ТИЕР
  • БӨТӘ ХАЛЫҠ «АМИН!» ТИЕП ЙӘҺҮӘНЕ МАҠТАҒАН
  • НИ ӨСӨН «АМИН» ТИП ӘЙТЕҮ МӨҺИМ?
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 март 29—31 бб.
Ҡәрҙәштәр йыйылышта доға яңғырағанда баштарын эйгән

Йәһүә «амин» тигән һүҙегеҙҙе ҡәҙерләй

ЙӘҺҮӘ үҙенә ғибәҙәт ҡылған кешеләрҙе бик ҡәҙерләй. Ул үҙенең хеҙмәтселәрен иғтибар менән тыңлай (Мал. 3:16). Йәһүәне данлар өсөн эшләгән һәр эшебеҙ, хатта бәләкәй эштәребеҙ ҙә уның иғтибарынан ситтә ҡалмай. Мәҫәлән, беҙ «амин» тигән һүҙҙе иҫәпһеҙ күп тапҡыр әйтәбеҙ. Йәһүә был ябай ғына һүҙебеҙҙе ҡәҙерләйме? Һис шикһеҙ, ҡәҙерләй! Быға инаныр өсөн, әйҙәгеҙ, был һүҙҙең нимә аңлатҡанын һәм уның Изге Яҙмала нисек ҡулланылғанын ҡарап сығайыҡ.

БӨТӘ ХАЛЫҠ «АМИН!» ТИЕР

«Амин» тигән һүҙ «шулай булһын» йә «тап шулай» тигәнде аңлата. Ул «тоғро, ышаныслы булыу» тигән мәғәнә йөрөткән еврей һүҙенән барлыҡҡа килгән. Ҡайһы ваҡыт ул юридик һорауҙарҙа ҡулланылған. «Амин» тиеп, ант биргән кеше үҙ һүҙҙәренең хаҡ булыуын иҫбатлаған һәм антты боҙоу килтергән эҙемтәләр менән риза булыуын белдергән (Һан. 5:22). Башҡалар алдында «амин» тип әйткән кешенең үҙ вәғәҙәһен үтәр өсөн сәбәптәре күберәк булған (Ниҡ. 5:13).

«Амин» һүҙенең нисек итеп ҡулланылғаны Ҡанун китабының 27-се бүлегендә сағыу итеп һүрәтләнә. Вәғәҙә ителгән ергә кергәс, израилдәр, Ҡанунды тыңлар өсөн, Эвал һәм Гәризим тауҙары араһында йыйылған. Әммә уларға унда тыңларға ғына түгел, ә шулай уҡ Ҡанунды ҡабул итеүҙәрен күрһәтергә лә кәрәк булған. Тыңламаусанлыҡтың ниндәй эҙемтәләргә килтерәсәге хаҡында уҡылғанда, улар яуап итеп «амин» тигән (Ҡан. 27:15—26). Меңләгән ирҙәр, ҡатындар һәм балаларҙың ҡысҡырып яуап биргәнен күҙ алдына килтерегеҙ! (Еш. 8:30—35). Шик тә юҡ, улар шул көндө әйткән һүҙен бер ҡасан да онотмаған. Һәм улар вәғәҙәләрен үтәгән, сөнки Изге Яҙмала былай тиелгән: «Израиль Ешуа йәшәгән бөтә көндәрҙә лә, шулай уҡ Ешуанан оҙағыраҡ йәшәгән һәм Йәһүәнең Израиль хаҡына ҡылған бар эштәрен белгән өлкәндәрҙең бөтә көндәрендә лә Йәһүәгә хеҙмәт итте» (Еш. 24:31).

Ғайса Мәсих тә үҙ һүҙҙәренең ышанысҡа лайыҡ булғанын күрһәтер өсөн «амин» тигән һүҙҙе ҡулланған (башҡорт теленә «хаҡ һүҙ» тип тәржемә ителгән), ләкин ул быны үҙенсәлекле итеп эшләгән. Ғайса «амин» тигән һүҙҙе нимәгәлер яуап итеп түгел, ә үҙе нимәлер әйтер алдынан ҡулланған һәм шуның менән үҙ һүҙҙәренең хаҡ булыуын күрһәткән. Ҡайһы саҡта ул «амин» тигән һүҙҙе хатта ике тапҡыр ҡабатлаған (Матф. 5:18; Яхъя 1:51). Шулай итеп ул тыңлаусыларына һүҙҙәренең дөрөҫ булыуын күрһәткән. Ғайсаның быға хоҡуғы булған, сөнки Алла уны үҙ вәғәҙәләрен үтәр өсөн билдәләгән (2 Кор. 1:20; Асыл. 3:14).

БӨТӘ ХАЛЫҠ «АМИН!» ТИЕП ЙӘҺҮӘНЕ МАҠТАҒАН

Израилдәр шулай уҡ «амин» тигән һүҙҙе Йәһүәне данлағанда һәм доға ҡылғанда ҡулланған (Ниҡ. 8:6; Зәб. 41:13). «Амин» тиеп, израилдәр доғала әйтелгән һүҙҙәр менән риза булыуын күрһәткән һәм ғибәҙәттә шулай итеп ҡатнаша алыуына шатланған. Мәҫәлән, Йәһүәнең килешеү һандығын Иерусалимға күсергәндә, Дауыт батша ҙур байрам ойошторған һәм йыр рәүешендә эскерһеҙ доға әйткән. Был доға 1 Йылъяҙма 16:8—36-ла яҙылған. Йыйылған бөтә халыҡ бик илһамланған һәм «амин» тиеп Йәһүәне маҡтаған. Йәһүәгә бергә ғибәҙәт ҡылыу шул байрамды тағы ла шатлыҡлыраҡ иткән.

Беренсе быуаттағы мәсихселәр ҙә «амин» тигән һүҙҙе Йәһүәне данлағанда ҡулланған. Был һүҙ Изге Яҙманың өлөшө булып киткән хаттарҙа йыш осрай (Рим. 1:25; 16:27; 1 Пет. 4:11). Асылыш китабында хатта: «Амин! Раббыны маҡтағыҙ!» — тиеп Йәһүәне данлаған рухи заттар тасуирлана (Асыл. 19:1, 4). Беренсе мәсихселәр, ғәҙәттә, осрашыуҙарҙа бергә доға ҡылғандан һуң «амин» тип әйткән (1 Кор. 14:16). Әммә улар был һүҙҙе ғәҙәт буйынса ғына түгел, ә аңлы рәүештә әйткән.

НИ ӨСӨН «АМИН» ТИП ӘЙТЕҮ МӨҺИМ?

Алла хеҙмәтселәренең тарих дауамында «амин» тигән һүҙҙе нисек ҡулланғанын белгәс, беҙ ни өсөн доғаны был һүҙ менән тамамлау мөһим икәнен аңлайбыҙ. Шәхси доғабыҙҙың аҙағында «амин» тиеп, беҙ һүҙҙәребеҙҙең эскерһеҙлеген күрһәтәбеҙ. Ә башҡалар менән доға ҡылғанда, хатта эстән генә булһа ла «амин» тиеп, беҙ доғала әйтелгән фекерҙәр менән риза булыуыбыҙҙы күрһәтәбеҙ. «Амин» тип әйтер өсөн тағы ниндәй сәбәптәр бар?

Беҙ ғибәҙәт менән бәйле бөтә нәмәгә етди ҡарайбыҙ. Доға ҡылғанда нимә әйтеүебеҙ генә түгел, ә үҙебеҙҙе нисек тотоуыбыҙ ҙа мөһим. Доғаның аҙағында ысын күңелдән «амин» тип әйтер өсөн, доғаға етди ҡарарға һәм уны иғтибар менән тыңларға кәрәк.

Бергә доға ҡылыу беҙҙе берләштерә. Йыйылыш осрашыуында доға яңғырағанда, бөтәһе лә уны тыңлай (Ғәм. 1:14; 12:5). Ҡәрҙәштәр менән бер тауыштан «амин» тип әйтеү беҙҙе тағы ла нығыраҡ берләштерә. Был һүҙҙе ҡысҡырып йә эстән генә әйтеүебеҙ Йәһүә өсөн үтенесебеҙҙе үтәргә тағы бер сәбәп булып тора.

Йыйылыш осрашыуын телефон аша тыңлап ултырған апай-ҡәрҙәш доға яңғырағанда башын эйгән

«Амин» тиеп, беҙ Йәһүәне данлайбыҙ

Беҙ Йәһүәне данлайбыҙ. Йәһүә ғибәҙәттә ҡатнашыр өсөн эшләгән һәр эшебеҙҙе, хатта бәләкәй эштәребеҙҙе лә ҡәҙерләй (Лука 21:2, 3). Ул этәргес ниәттәребеҙҙе лә, йөрәгебеҙҙе лә күрә. Хатта беҙгә осрашыуҙы телефон аша тыңларға тура килһә лә, Йәһүәнең «амин» тигән һүҙебеҙҙе ишетеүенә һис тә шикләнмәҫкә була. «Амин» тиеп, беҙ осрашыуҙа булған ҡәрҙәштәребеҙгә Йәһүәне данлауҙа ҡушылабыҙ.

«Амин» тигән һүҙебеҙ әһәмиәтһеҙ булып күренә алһа ла, был улай түгел. «Изге Яҙманы аңлау» энциклопедияһында әйтелгәнсә, был ябай ғына һүҙҙе әйтеп, Алла хеҙмәтсеһе «үҙ ышанысын, ризалығын һәм йөрәгендәге өмөтөн белдерә ала». «Амин» тигән һүҙебеҙ һәр ваҡыт Йәһүәнең күңеленә хуш килһен! (Зәб. 19:14).

Һәр ваҡытта ла «амин» тип әйтергә кәрәкме?

Беҙ «амин» тигән һүҙгә еңел ҡарарға тейеш түгел. Әммә доға ҡылған ҡәрҙәш ниндәйҙер фекерҙе дөрөҫ әйтмәһә, нимә эшләргә? Иң тәүҙә шуны иҫтә тоторға кәрәк: Йәһүә бөтәбеҙҙең дә нимәнелер яңылыш әйтә алыуыбыҙҙы белә һәм шундай хаталарға ҙур иғтибар бирмәй. Шуға күрә, сиктән тыш тәнҡитсел булмаһаҡ, ә иғтибарыбыҙҙы ҡәрҙәштең нимә әйтергә теләүенә туплаһаҡ, «амин» тип әйтә алырбыҙ.

Икенсе яҡтан, хәҡиҡәттә булмаған кеше доға ҡылһа, беҙ ҡысҡырып та, эстән дә «амин» тип әйтмәйбеҙ. Шундай хәлгә эләкһәк, үҙебеҙҙе нисек тоторға? Мәҫәлән, беҙ Йәһүәгә ышанмаған кешеләр араһында булғанда, берәй кешенән доға ҡылыуын һорайҙар, ти. Йәки ғаиләбеҙ рухи яҡтан бүленгән, һәм хәҡиҡәттә булмаған ғаилә башлығы доға ҡылырға теләй. Ундай осраҡтарҙа нимә эшләргә?

Шуға оҡшаш осраҡтарҙа беҙ «амин» тип әйтмәйбеҙ һәм үҙебеҙҙе ихтирамлы тотабыҙ. Доғанан һуң ике ҡуллап бит һыпырыу ҙа дөрөҫ булмаҫ, сөнки был доғаға ҡушылыу тип һаналыр ине. Беҙ үҙебеҙ эстән генә доға ҡыла алабыҙ, әммә беҙ барыбер «амин» тигән һүҙҙе башҡаларға ишеттереп әйтмәҫбеҙ, сөнки был уларҙың доғаһына ҡушылыуыбыҙҙы күрһәтер ине. Әгәр барыһы ла тороп доға ҡылһа, беҙ ултырырғамы, тороп баҫырғамы икәнен үҙебеҙ ҡарар итә алабыҙ. Тороп баҫыу йә баш эйеү уларҙың ғибәҙәтендә ҡатнашыуҙы аңлатмай әле. Һәр мәсихсе шундай осраҡтарҙа нисек эш итергә икәнен үҙе хәл итә, һәм бер кем дә уны хөкөм итергә тейеш түгел.

Был осраҡтар Йәһүәнең «амин» тигән һүҙебеҙҙе ысынлап та ҡәҙерләүен күрһәтә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу