Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp20 № 3 4—5 бб.
  • Барлыҡҡа килтереүсе кешеләрҙе ярата

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Барлыҡҡа килтереүсе кешеләрҙе ярата
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. ҠОЯШ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘГЕ
  • 2. ЯМҒЫР — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘГЕ
  • 3. РИЗЫҠ ҺӘМ КЕЙЕМ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘКТӘРЕ
  • Матди байлыҡҡа ынтылып түгел, ә Батшалыҡты эҙләп йәшәгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Бөтә нәмәне Барлыҡҡа килтереүсе
    Бөйөк Остаздан өйрән
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2020
wp20 № 3 4—5 бб.
Тауҙар артынан ҡояш ҡалҡа.

Барлыҡҡа килтереүсе кешеләрҙе ярата

1. ҠОЯШ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘГЕ

Ерҙәге тормошто ҡояшһыҙ күҙ алдына килтереп булмай. Ҡояш нурҙары ағастарға энергия бирә, һәм һөҙөмтәлә уларҙа япраҡ, сәскә, емеш, сәтләүек һәм орлоҡтар барлыҡҡа килә. Ҡояш энергияһы ярҙамында ағастар, тамырҙары аша тупраҡтан һыу һурып алып, уны һәр япраҡҡа алып барып еткерә. Шунан һуң ҡояш тәьҫире аҫтында һыу парға әйләнә лә атмосфераға кире ҡайта.

Тау битләүендә урынлашҡан, сәскә атып ултырған сәй плантацияһының өҫтән күренеше.

2. ЯМҒЫР — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘГЕ

Ямғыр яумаһа, ер кешелекте туйындыра алмаҫ ине. Аллаһы Тәғәлә, күктән ямғыр яуҙырып, мул уңыш бирә, шулай итеп ул беҙҙе ризыҡ менән тәьмин итә һәм йөрәктәребеҙҙе ҡыуандыра.

Ботаҡта ултырған ҡош өҫтән төшөп килгән еләкте тотоп алырға маташа.

3. РИЗЫҠ ҺӘМ КЕЙЕМ — АЛЛАҺЫ ТӘҒӘЛӘНЕҢ БҮЛӘКТӘРЕ

Күп ата-әсәләр балаларын ашатыр һәм кейендерер өсөн көнө-төнө эшләй. Иғтибар итегеҙ, Инжилдә нимә әйтелә: «Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы... [Аллаһы Тәғәлә] туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?» (Матфей 6:25, 26).

Инжилдә тағы былай тиелә: «Яландағы ләләләрҙең нисек үҫкәнен ҡарағыҙ... Сөләймән батша, үҙенең бөтә мөһабәтлелегенә ҡарамаҫтан, сәскәләрҙең береһе кеүек тә кейенмәгән. ...Үләнде Алла шулай кейендерә икән, һеҙҙе бигерәк тә кейендермәҫме ни?» (Матфей 6:28—30).

Барлыҡҡа килтереүсе беҙҙе ризыҡ һәм кейем менән тәьмин итә ала икән, тимәк, ул беҙгә кәрәк булған башҡа нәмәләр тураһында ла ҡайғырта ала. Әгәр Алла ҡушҡанды эшләргә тырышһаҡ, ул йәшелсә-емеш үҫтерергә йәки, кәрәк нәмәләрҙе һатып алырға аҡсабыҙ булһын өсөн, эш табырға ярҙам итәсәк (Матфей 6:32, 33).

Ысынлап та, ҡояш, ямғыр, ҡоштар һәм сәскәләр тураһында уйлаһаҡ, Аллаһы Тәғәләгә рәхмәтле булыр өсөн сәбәптәребеҙ күп икәнен аңлайбыҙ. Киләһе мәҡәләнән Барлыҡҡа килтереүсебеҙҙең кешеләр менән нисек аралашҡанын белерһегеҙ.

Барлыҡҡа килтереүсебеҙ «Үҙенең ҡояшын... ҡалҡыта һәм ямғырын... яуҙыра» (МАТФЕЙ 5:45)

Яратҡан ата-әсәләр үҙ балаларын хәстәрләгән кеүек, ҡайғыртыусан Аллабыҙ беҙгә кәрәк булғандың барыһын да бирә. Изге Яҙмала, ул бик йомарт һәм «һеҙ һорағанға тиклем үк... һеҙҙең нимәгә мохтаж икәнлегегеҙҙе белә», тип әйтелгән (Матфей 6:8).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу