Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • mwb18 май 8 б.
  • «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын»

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын»
  • Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Никахҡа хөрмәт менән ҡарағыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2018
mwb18 май 8 б.
Ир менән ҡатын етәкләшкән

МӘСИХСЕ ТОРМОШОБОҘ

«Алла ҡушҡанды кеше айырмаһын»

Муса Ҡануны буйынса айырылышырға йыйынған ирҙән рәсми ҡағыҙ әҙерләү талап ителгән. Был талап ғаиләләрҙе ҡабалан айырылышыуҙан һаҡлап торған. Әммә Ғайса ваҡытында дин әһелдәре айырылышыуҙы еңел булдырырлыҡ иткән. Ир кеше ҡатыны менән теләһә ниндәй сәбәп арҡаһында айырылыша алған (nwtsty-TAT, Мк 10:4, 11-гә ҡағылышлы тикшеренеү өсөн материал). Фарисейҙар менән һөйләшкәндә Ғайса никахҡа Йәһүә үҙе нигеҙ һалған тигән фекергә иғтибар иткән (Мк 10:2—12). Алланың ниәте буйынса ир менән ҡатын мәңгелек союзда «бер тән» булып китергә тейеш булған. Матфей бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙә яҙылған Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, «зина ҡылыу» йә енси әхлаҡһыҙлыҡ ҡына айырылышыу өсөн Изге Яҙмаға нигеҙләнгән берҙән-бер сәбәп булып тора (Мт 19:9).

Бөгөн күп кешеләр никахҡа Ғайса кеүек түгел, ә фарисейҙар кеүек ҡарай. Ауырлыҡтар тыуғанда, кешеләр айырылышырға ашыға. Мәсихсе парҙар, киреһенсә, никах антына етди ҡарай һәм ауырлыҡтарҙы, Изге Яҙмалағы принциптарҙы ҡулланып, еңеп сығырға тырыша. «Яратыу һәм хөрмәт итеү ғаиләләрҙе берләштерә» тигән видеояҙманы ҡара һәм ошо һорауҙарға яуап бир:

  • Изге Яҙманы уҡыу; ир ҡатындың хистәрен менән бүлешкәнен тыңлай; йыртылған туй фотоһы

    Ғибрәтле һүҙҙәр 15:1-ҙәге кәңәште никахта нисек ҡулланып була һәм ни өсөн был мөһим?

  • Ғибрәтле һүҙҙәр 19:11-ҙәге кәңәште ҡулланыу нисек ауырлыҡтарҙан ҡасырға ярҙам итә?

  • Никахығыҙ тарҡалырға торһа, айырылышырғамы, юҡмы, тип уйлар урынына, ниндәй һорауҙар өҫтөндә уйланырға кәрәк?

  • Матфей 7:12-ләге принцип, нисек һиңә яҡшыраҡ ир йә ҡатын булырға ярҙам итер?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу