АЛЛА ҺҮҘЕНДӘГЕ ХАЗИНАЛАР | БАШЛАНМЫШ 9—11
«Бөтә донъяла бер тел... ине»
11:1—4, 6—9
Вавилонда Йәһүә, телдәрен бутап, фетнәсел кешеләр араһындағы бәйләнештәрҙе өҙгән. Бөгөнгө көндә ул «һәр халыҡтан һәм телдән сыҡҡан» бихисап күп халыҡты йыя һәм, «Йәһүә исемен саҡырһын өсөн һәм уға иңгә-иң терәп хеҙмәт итһен өсөн, саф телгә» өйрәтә (Сф 3:9; Ас 7:9). «Саф тел» — ул Йәһүә һәм уның ниәттәре хаҡында Изге Яҙмала яҙылған хәҡиҡәт.
Телде өйрәнеү кешенең фекер йөрөтөү рәүешенә тәьҫир итә, сөнки ул яңы һүҙҙәр ятлап ҡына ҡалмай, яңыса уйларға ла өйрәнә. Саф хәҡиҡәт теле менән дә шулай уҡ. Саф телдә һөйләшергә өйрәнгән һайын фекер йөрөтөүебеҙ ҙә үҙгәрә бара (Рм 12:2). Был даими процесс. Алланың һәр хеҙмәтсеһе лә хәҡиҡәт телендә һөйләшергә өйрәнә, шуға күрә лә Йәһүә халҡы шундай берҙәм (1Кр 1:10).