БИОГРАФИЯ
Йәһүә һуҡмаҡтарымды тура итте
«ҺИНЕҢ иң яратҡан аятың ниндәй?» — тип һораны минән бер йәш ағай-ҡәрҙәш. Мин шунда уҡ, Ғибрәтле һүҙҙәр 3-сө бүлек 5-се һәм 6-сы аяттар, тип әйттем. Унда былай тиелгән: «Бөтә йөрәгең менән Йәһүәгә таян, үҙеңдең аңлау һәләтеңә таянма. Бар юлдарыңда ла уны күҙ уңында тот, һәм ул һуҡмаҡтарыңды тура итер». Эйе, ысынлап та, Йәһүә минең юлдарымды тура итте. Әйҙәгеҙ, һеҙгә шул хаҡта һөйләп бирәйем.
АТАЙ-ӘСӘЙЕМ МИҢӘ ТУРА ЮЛҒА БАҪЫРҒА ЯРҘАМ ИТӘ
Атай-әсәйем 1920-се йылдарҙа хәҡиҡәт менән танышҡан. Ул ваҡытта улар әле өйләнмәгән булған. Мин 1939 йылда тыуғанмын. Беҙ Англияла йәшәнек. Бала саҡтан мин атай-әсәйем менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөнөм. Ә һуңыраҡ Теократик хеҙмәт мәктәбенә яҙылдым. Беренсе сығышымды бик яҡшы хәтерләйем. Пюпитр артынан башҡаларҙы күрер өсөн мин йәшниккә үрмәләп мендем. Ул ваҡытта миңә 6 ғына йәш ине. Һәм мин залдағы ағай- һәм апай-ҡәрҙәштәргә ҡарап бик тулҡынландым.
Атай-әсәйем менән урамда вәғәзләйем
Атайым миңә инеш һүҙҙәр менән карточкалар эшләп бирҙе, һәм мин уларҙы вәғәздә ҡулландым. Беренсе тапҡыр бер үҙем вәғәзләгәндә, миңә 8 йәш ине. Өйҙөң хужаһы мин биргән карточканы уҡыны ла «Алла хаҡ» тигән китапты алырға ризалашты. Мин быға шул тиклем ҡыуандым, хатта атайыма бының турала һөйләр өсөн янына йүгереп барҙым. Ул шул урамда вәғәзләп йөрөй ине. Хеҙмәт һәм йыйылыш осрашыуҙары миңә ҙур шатлыҡ килтерә ине, һәм был мине тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға дәртләндерҙе.
Атай мине лә «Күҙәтеү манараһына» яҙҙыртҡас, мин хәҡиҡәтте тағы ла нығыраҡ ҡәҙерләй башланым. Яңы журнал килеү менән мин уны шунда уҡ уҡып сыға торғайным. Был миңә Йәһүәгә тағы ла нығыраҡ таянырға ярҙам итте һәм үҙ тормошомдо уға бағышларға дәртләндерҙе.
1950 йылда беҙ ғаиләбеҙ менән Нью-Йорк ҡалаһына «Теократия үҫеше» тип исемләнгән конгресҡа барҙыҡ. Мин 3 август, кесаҙна көнө һыуға сумдырылдым. Ул көндө Кэри Барбер ҡәрҙәш (һуңыраҡ ул Етәксе кәңәшмәлә хеҙмәт итте) һыуға сумдырылыу телмәре менән сығыш яһаны. Телмәренең аҙағында ул һыуға сумдырылырға теләгәндәргә ике һорау бирҙе. Мин тороп баҫтым да «эйе» тип яуапланым. Ул ваҡытта миңә ни бары 11 йәш ине, әммә мин был аҙымдың ни тиклем мөһим икәнен аңлай инем. Йөҙә белмәгәнгә, мин һыуға инергә ҡурҡа инем. Бабайым мине бассейнға тиклем оҙатты ла, барыһы ла яҡшы булыр, тип әйтте. Һәм, ысынлап та, барыһы ла бик тиҙ үтте. Хатта минең аяғым бассейн төбөнә теймәне лә. Ағай-ҡәрҙәштәр мине бер-береһенә тапшырҙылар. Береһе мине һыуға сумдырҙы, икенсеһе бассейндан сығарҙы. Шул мөһим көндән алып Йәһүә минең юлдарымды тура итә.
ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫРҒА ҠАРАР ИТӘМ
Мәктәпте тамамлағас, мин пионер хеҙмәтен башларға теләнем. Әммә уҡытыусыларым миңә, юғары белем алырға өндәп, баҫым яһаны. Уларҙың баҫымына бирелеп, мин университетҡа уҡырға керҙем. Әммә тиҙҙән мин шуны аңланым: тырышып уҡыу һәм шул уҡ ваҡытта рухи яҡтан көслө булып ҡалыу мөмкин түгел. Шуға күрә мин университетты ташларға булдым. Мин Йәһүәгә доғала барыһын да һөйләп бирҙем һәм уҡытыусыларға йыл аҙағында китергә йыйынғаным тураһында хат яҙҙым. Мин тулыһынса Йәһүәгә таяндым да пионер хеҙмәтен башланым.
1957 йылдың июль айында Уэллингборо ҡалаһында мин тулы ваҡытлы хеҙмәтемде башланым. Мин, Лондондағы Вефилгә мөрәжәғәт итеп, үҙемә тәжрибәле хеҙмәттәш табырға ярҙам итеүҙәрен һораным. Шулай итеп мин Берт Вейзи исемле ағай-ҡәрҙәш менән бергә хеҙмәт итә башланым. Ул вәғәз эше менән янып тора ине. Ул мине күп нәмәгә өйрәтте. Мәҫәлән, мин унан хеҙмәтемде планлаштырырға өйрәндем. Беҙҙең йыйылышта ни бары 8 вәғәзсе генә ине — 6 оло апай-ҡәрҙәш һәм беҙ Вейзи менән. Мин бөтә осрашыуҙарға әҙерләнә инем һәм уларҙа ҡатнаша торғайным. Был минең Йәһүәгә ышанысымды нығытты һәм иманым хаҡында һөйләргә күп мөмкинлек бирҙе.
Хәрби хеҙмәттән баш тартҡанға, мине ҡыҫҡа ваҡытҡа төрмәгә ултырттылар. Төрмәнән сыҡҡас, мин махсус пионер булып хеҙмәт иткән Барбара исемле апай-ҡәрҙәш менән таныштым. 1959 йылда беҙ өйләнештек, һәм беҙҙе ҡайҙа ебәрһәләр ҙә, шунда хеҙмәт итербеҙ тип ҡарар иттек. Тәүҙә беҙҙе Англияның төньяҡ-көнбайышына Ланкаширға ебәрҙеләр. Һуңыраҡ 1961 йылдың ғинуарында мине Лондондағы Вефилгә Изге хеҙмәт мәктәбенә бер айға уҡырға саҡырҙылар. Уҡып бөткәс, мине район күҙәтеүсеһе итеп билдәләнеләр. Мин быға бик ғәжәпләндем. Ике аҙна дауамында мине Бермингем ҡалаһында бер тәжрибәле район күҙәтеүсеһе өйрәтте. Барбараға ла минең менән булырға рөхсәт иттеләр. Унан һуң беҙ үҙебеҙ билдәләнгән районға — Ланкашир һәм Чешир графлыҡтарына юлландыҡ.
ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫП ЙӘШӘҮ — ИҢ ЯҠШЫ ЮЛ
1962 йылдың август айында отпускыла булған саҡта беҙ филиалдан хат алдыҡ. Ул хатта шулай уҡ Гилеад мәктәбенә ғаризалар бар ине! Беҙ Барбара менән был хаҡта күп доға ҡылдыҡ һәм ғаризаларҙы тултырҙыҡ та филиалға шунда уҡ ебәрҙек. Инде 5 айҙан һуң беҙ Гилеад мәктәбенең 38-се синыфына 10 айлыҡ курс үтер өсөн Бруклинға (Нью-Йорк) киттек.
Гилеадта уҡып, беҙ Йәһүәнең Һүҙе һәм уның ойошмаһы тураһында ғына түгел, ә шулай уҡ бөтә донъялағы ҡәрҙәштәр нисек хеҙмәт иткәндәре тураһында ла күп белдек. Беҙгә 25 йәш тә юҡ ине һәм беҙ синыфыбыҙҙа уҡыған ҡәрҙәштәрҙән бик күп нәмәгә өйрәндек. Уҡытыусыларыбыҙҙың береһе Фред Раск булды. Уның менән көн дә бергә Вефилдә эшләү минең өсөн хөрмәт ине. Мин унан бер мөһим нәмәгә өйрәндем: кәңәш бирергә булһаң, ул Изге Яҙмаға нигеҙләнгән булырға тейеш. Беҙ уҡығанда, Нейтан Норр, Фредерик Френц һәм Карл Клейн һымаҡ тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәр телмәр менән сығыш яһаны. Баҫалҡы Александр Макмиллан да беҙҙе күп нәмәгә өйрәтте. Үҙенең телмәрендә ул Йәһүәнең үҙ халҡына 1914—1919 йылдарҙа һынауҙар ваҡытында нисек ярҙам иткәне тураһында һөйләне.
ЯҢЫ БИЛДӘЛӘНЕҮ
Уҡыуыбыҙ тамамланып килгәндә, Норр ҡәрҙәш, һеҙҙе Африкаға Бурунди иленә билдәләнеләр, тип әйтте. Беҙ Барбара менән ул илдә күпме вәғәзсе икәнен ҡарарға теләп, шунда уҡ Вефиль китапханаһына йүгерҙек. Ләкин «Йыллыҡ баҫмаһын» асып ҡарағас, Бурунди иле буйынса отчеттар юҡ икәнен күреп бик ғәжәпләндек. Эйе, беҙ вәғәзсе аяғы баҫмаған территорияға барырға тейеш инек. Өҫтәүенә, Африка континенты тураһында беҙ бер нәмә лә белмәй инек тиерлек. Беҙ бик тулҡынланып киттек, әммә ҡайнар доға беҙгә тынысланырға ярҙам итте.
Бурундиҙа барыһы ла башҡа төрлө ине: климат, мәҙәниәт һәм тел. Беҙгә француз телен өйрәнергә тура килде. Бынан тыш, йәшәү урыны табыуы бик ауыр ине. Килеүебеҙгә ике көн булғас, беҙгә Гилеад мәктәбендәге синыфташыбыҙ Харри Арнотт кереп сыҡты. Ул Замбияға китеп бара ине, сөнки унда миссионер булып хеҙмәт итә ине. Харри беҙгә фатир табырға ярҙам итте. Ул фатир беҙҙең беренсе миссионер өйөбөҙ булып китте. Әммә күп тә үтмәҫтән, беҙ урындағы хөкүмәттең ҡаршылыҡтарына дусар булдыҡ. Улар Йәһүә шаһиттары тураһында бер нәмә лә белмәй ине. Бындағы хеҙмәт беҙгә шатлыҡ килтерә башланы тигәндә, хөкүмәт вәкилдәре беҙгә, илдә эшләргә рәсми рөхсәтегеҙ булмағас, һеҙ бында ҡала алмайһығыҙ, тип әйтте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙгә Бурундиҙан Угандаға күсеп китергә тура килде. Һәм беҙгә тағы ла яңы шарттарға эйәләшергә кәрәк ине.
Беҙҙең Угандаға барырға визабыҙ юҡ ине. Шуға күрә беҙ бик борсолдоҡ. Әммә беҙ Йәһүәгә таяндыҡ, һәм ул беҙҙең ҡурҡыуҙарыбыҙҙы таратты. Канаданан Угандаға хеҙмәт итергә күскән бер ағай-ҡәрҙәш границалағы офицерға беҙҙең хәлебеҙҙе аңлатып бирҙе. Һәм беҙгә виза алғанға тиклем илдә бер нисә айға ҡалырға рөхсәт иттеләр. Барыһы ла бик яҡшы килеп сыҡты. Һис шикһеҙ, был Йәһүәнең ярҙамы булды.
Вәғәз яғынан Уганда Бурундиҙан ныҡ айырылып тора ине. Илдә 28 генә Йәһүә шаһиты булһа ла, вәғәз эше инде яйға һалынған ине. Хеҙмәттә беҙ йыш ҡына инглиз телендә һөйләшкән кешеләрҙе осрата торғайныҡ. Әммә тиҙҙән беҙ шуны аңланыҡ: ҡыҙыҡһынған кешеләргә рухи яҡтан үҫергә ярҙам итер өсөн беҙгә урындағы телдәрҙең береһен булһа ла белергә кәрәк ине. Беҙ Кампала ҡалаһында һәм уның тирә-яҡтарында вәғәзләй башланыҡ. Унда күп кешеләр луганда телендә һөйләшә ине. Шуға күрә беҙ ул телде өйрәнергә булдыҡ. Беҙ луганда телендә яҡшы итеп һөйләшә башлағансы, бер нисә йыл үтте. Бынан һуң хеҙмәтебеҙ ҙә бик үҙгәрҙе. Хәҙер инде беҙ өйрәнеүселәребеҙҙең рухи ихтыяждарын күпкә яҡшыраҡ аңлай инек. Ә улар, үҙ сиратында, беҙгә күберәк ышана һәм үҙ хистәре менән бүлешә башланы.
МАХСУС ЭКСПЕДИЦИЯЛАР
Махсус экспедицияла (Уганда)
Кешеләргә хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итеү беҙгә күп шатлыҡ килтерә ине. Әммә күсеп йөрөү хеҙмәтенә тотонғас, беҙ тағы ла күберәк шатлыҡ кисерҙек. Беҙҙең территориябыҙға бөтә ил керә ине. Махсус пионерҙарға күберәк ихтыяж булған ерҙәрҙе табыр өсөн, Кения филиалы беҙҙе был экспедицияларға ебәрҙе. Йәһүә шаһиттары менән бер ҡасан да осрашмаған кешеләр беҙгә күп тапҡыр ғәжәп ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Улар беҙҙе ихлас итеп ҡаршы алды һәм хатта һыйлай торғайны.
Унан һуң минең башҡа төрлө экспедиция булды. Кампала ҡалаһынан мин ике көн поезда Кениялағы Момбаса портына тиклем барҙым. Унан һуң карапта Һинд океанында урынлашҡан Сейшел утрауҙарына тиклем карапта йөҙҙөм. Һуңыраҡ Барбара ла миңә ҡушылды, һәм беҙ уның менән 1965 йылдан алып 1972 йылға тиклем даими рәүештә Сейшел утрауҙарына барып йөрөнөк. Шул ваҡыт эсендә ике вәғәзсенән — төркөм, ә төркөмдән ҙур йыйылыш ойошторолдо. Башҡа экспедициялар ваҡытында мин Судан, Эритрея һәм Эфиопиялағы ҡәрҙәштәр менән осраша торғайным.
Угандала хәрби переворот булғас, сәйәси хәл ныҡ үҙгәрҙе. Илдә террор башланды, һәм шул йылдарҙа мин Ғайсаның «ҡайсарҙыҡын — ҡайсарға... бирегеҙ» тигән һүҙҙәренең хаҡлығына күп тапҡыр инандым (Марк 12:17). Бер ваҡыт илдә йәшәгән бөтә сит ил кешеләренә, яҡындағы полиция участкаһына барып, теркәлергә ҡуштылар. Беҙ быны шунда уҡ оҙаҡҡа һуҙмайынса эшләнек. Бер нисә көндән һуң беҙҙе бер миссионер ағай-ҡәрҙәш менән Кампала ҡалаһында йәшерен полиция туҡтатты. Беҙ бик ныҡ ҡурҡтыҡ. Беҙҙе шпионажда ғәйепләнеләр ҙә, полицияның үҙәк отделениеһына алып киттеләр. Беҙ миссионерҙар икәнебеҙҙе аңлаттыҡ һәм полицияла теркәлгәнебеҙ тураһында әйттек, әммә беҙҙе бер кем дә тыңларға теләмәне. Беҙҙе өйөбөҙгә яҡын булған участкаға конвой менән алып киттеләр. Ундағы дежурный беҙҙе танып ҡалды ла ебәрергә ҡушты. Беҙ быға шул тиклем ныҡ шатландыҡ!
Шул ваҡыттарҙа блокпосттар аша үтеүе бик ҡурҡыныс ине. Айырыуса беҙҙе лаяҡыл иҫерек һалдаттар туҡтатҡанда, беҙ ҙур стресс кисерә инек. Блокпостты үтмәҫ борон беҙ һәр ваҡыт доға ҡыла инек, ә уны үткәс, еңел һулап ҡуя инек. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 1973 йылда бөтә миссионерҙарға Уганданан китергә ҡуштылар.
Мимеографта «Беҙҙең изге хеҙмәттебеҙҙе» баҫтырам (Абиджан, Кот-д’Ивуар филиалы)
Беҙ ҡабат яңы билдәләнеү алдыҡ. Был юлы беҙ Көнбайыш Африкаға Кот-д’Ивуарға күсендек һәм барыһын яңынан башланыҡ. Беҙгә бөтөнләй яңы мәҙәниәт менән танышырға, яңынан француз телендә һөйләшергә һәм төрлө илдәрҙән килгән миссионерҙар менән бергә йәшәргә тура килде. Әммә бөтә был үҙгәрештәрҙә беҙ Йәһүәнең ярҙамын күрҙек, сөнки баҫалҡы кешеләр һөйөнөслө хәбәрҙе шатланып ҡабул итте. Беҙ Йәһүәгә таяндыҡ, һәм ул беҙҙең һуҡмаҡтарҙы тура итте.
ҠАБАТ БАРЫҺЫ ЛА ҮҘГӘРӘ
Көтөлмәгәндә Барбарала рак ауырыуы таптылар. Сит илгә барып дауаланһаҡ та, 1983 йылда беҙ Африкала бүтән хеҙмәт итә алмағаныбыҙҙы аңланыҡ. Был беҙҙең икебеҙҙе лә бик көйөндөрҙө.
Беҙ хеҙмәтебеҙҙе Лондондағы Вефилдә дауам иттек. Барбараның сире көсәйә барҙы, һәм ахыр сиктә ул үлеп китте. Вефиль ғаиләһе минең өсөн ҙур таяныс булды. Айырыуса миңә бер пар ярҙам итте. Уларҙың ярҙамы менән мин юғалтыуҙы кисереп сыға алдым һәм артабан да Йәһүәгә таяндым. Һуңыраҡ мин элек махсус пионер булып хеҙмәт иткән, ә хәҙер Вефилдә ярҙам иткән Энн исемле апай-ҡәрҙәш менән таныштым. Мин уның рухи кеше булғанына һәм Йәһүәне яратҡанына иғтибар иттем. Беҙ 1989 йылда өйләнештек һәм шул ваҡыттан бирле бергәләп Вефилдә хеҙмәт итәбеҙ.
Энн менән яңы Британ филиалында
1995 йылдан алып 2018 йылға тиклем мин, баш идаралығыбыҙҙың вәкиле булараҡ, яҡынса 60 төрлө илдә булдым (элек был хеҙмәтселәр зональ күҙәтеүселәр тип атала ине). Был илдәрҙә булғанда, мин үҙ күҙҙәрем менән Йәһүәнең, бер нигә ҡарамаҫтан, үҙ халҡын фатихалағанын күрҙем.
2017 йылда филиалдарға килеп киткәндә, мин яңынан Африканы күрҙем. Мин шатланып ҡатынымды Бурунди менән таныштырҙым. Ул илдә күпме кешенең хәҡиҡәтте ҡабул иткәнен күреү беҙҙе бик ғәжәпләндерҙе! Мин 1964 йылда вәғәзләгән урамда хәҙер матур Вефиль тора. Ул илдә 15 000-дән ашыу вәғәзселәрҙең эшмәкәрлеген күҙәтә.
2018 йылға килеп китеү графигын күргәс, мин бик ҡыуандым! Мин бара торған илдәр араһында Кот-д’Ивуар бар ине. Беҙ Кот-д’Ивуарҙың иң ҙур ҡалаһына Абиджанға килеп еткәс, мин үҙемде өйөмә ҡайтҡандай тойҙом. Вефилдә мин тиҙ генә телефон справочнигын ҡарап сыҡтым. Һәм күрше бүлмәлә Соссу исемле ағай-ҡәрҙәштең йәшәгәненә иғтибар иттем. Мин, тап был ҡәрҙәш бит Абиджанда ҡала күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итте, тип уйлап ҡуйҙым. Әммә мин хаталандым, был Соссуның улы булып сыҡты.
Йәһүә үҙ вәғәҙәләрен һәр ваҡыт үтәй. Күп ауырлыҡтар аша үтеп, мин шуға инандым: Йәһүәгә таянһаң, ул һинең һуҡмаҡтарыңды тура итер. Мин артабан да мәңгелек тормошҡа алып барған яҡты юлдан барырға теләйем (Ғиб. һүҙ. 4:18).