Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp22 № 1 14—15 бб.
  • Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АЛЛА НӘФРӘТТЕҢ ТӨП СӘБӘПТӘРЕН ЮҠ ИТӘСӘК
  • ДОНЪЯЛА НӘФРӘТ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ БУЛМАЯСАҠ
  • Нәфрәт нисек тыуа?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәтте еңеп була!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Инеш һүҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
wp22 № 1 14—15 бб.

Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ!

Нәфрәтте үҙ йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташлаһаҡ та, беҙ башҡаларҙың тәртибен һәм ҡараштарын контроль аҫтында тота алмайбыҙ. Һөҙөмтәлә күп ғәйепһеҙ кешеләр нәфрәт ҡорбаны булып китә. Кем дә булһа был проблеманы тулыһынса хәл итә аламы?

Бары тик Йәһүә Алла ғына нәфрәт әйләнешен тулыһынса һәм мәңгегә туҡтата ала. Ул Изге Яҙмала тап ошоно вәғәҙә итә лә (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:22).

АЛЛА НӘФРӘТТЕҢ ТӨП СӘБӘПТӘРЕН ЮҠ ИТӘСӘК

  1. 1. ШАЙТАН ИБЛИС. Бөгөн донъяның нәфрәткә батыуына фетнәсел фәрештә Шайтан ғәйепле. Алла Шайтанды һәм уның йоғонтоһона бирелгәндәрҙең бөтәһен дә юҡ итәсәк (Зәбур 37:38; Римдарға 16:20).

  2. 2. ШАЙТАНДЫҢ НӘФРӘТ ТУЛЫ ДОНЪЯҺЫ. Алла был донъяның бөтә боҙоҡ структураларын, шул иҫәптән коррупцияға бирелгән намыҫһыҙ политиктарҙы һәм нәфрәт ҡуҙғатыусы дин етәкселәрен юҡ итәсәк. Алла шулай уҡ коррупцияға бирелгән һәм ябай кешеләр иҫәбенә байыған ҡомһоҙ коммерция системаһын да юҡҡа сығарасаҡ (2 Петр 3:13).

  3. 3. КЕШЕЛӘРҘЕҢ КАМИЛҺЫҘЛЫҒЫ. Изге Яҙма аңлатҡанса, бөтә кешеләрҙең дә тыумыштан килгән кәмселеге бар, атап әйткәндә, дөрөҫ булмаған уйҙарға, теләктәргә һәм эштәргә бирелеүсәнлек (Римдарға 5:12). Мәҫәлән, был кешеләрҙең бер-береһен нәфрәт итеүенән күренә. Алла кешеләргә бөтә кире һыҙаттарҙан арынырға, шул иҫәптән нәфрәтте лә еңергә ярҙам итәсәк (Ишағыя 54:13).

ДОНЪЯЛА НӘФРӘТ ҺӘМ ДОШМАНЛЫҠ БУЛМАЯСАҠ

  1. 1. ҒӘҘЕЛҺЕҘЛЕК БӨТӘСӘК. Ер менән Алла Батшалығы — күктәге ғәҙел хөкүмәт идара итәсәк (Данил 2:44). Уның идараһы аҫтында алдан тупланған тиҫкәре ҡараштар һәм түҙмәүсәнлек булмаясаҡ. Алла беҙ кисергән һәр ғәҙелһеҙлекте ҡаплаясаҡ (Лука 18:7).

  2. 2. ТЫНЫСЛЫҠ УРЫНЛАШАСАҠ. Башҡаса берәү ҙә һуғыш, көс ҡулланыу һәм мәрхәмәтһеҙлектән ғазап сикмәйәсәк (Зәбур 46:9). Ер хәүефһеҙ урынға әйләнәсәк, сөнки унда йәшәгән бөтә кешеләр тыныслыҡ яҡлы буласаҡ (Зәбур 72:7).

  3. 3. ИДЕАЛЬ ШАРТТАРҘА МӘҢГЕ ЙӘШӘҮ. Бөтә кешеләр ҙә бер-береһен яратасаҡ (Матфей 22:39). Беҙгә бер нәмә лә — хатта тиҫкәре уйҙар йәки үткәндәр хаҡындағы ауыр хәтирәләр ауыртыу килтермәҫ (Ишағыя 65:17). Кешеләрҙең йөрәктәрендә бүтән нәфрәт булмаясаҡ, һәм улар «сикһеҙ тыныслыҡтан ҙур рәхәтлек табасаҡ» (Зәбур 37:11).

Һеҙ шундай донъяны үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрергә теләр инегеҙме? Инде бөгөн үк күп кешеләр Изге Яҙма принциптары ярҙамында нәфрәттән ҡотола (Зәбур 37:8). Бөтә ер шары буйынса йәшәгән миллионлаған Йәһүә шаһиттары тураһында шулай тип әйтеп була. Культура, сығыш һәм тәрбиәләре төрлө булһа ла, уларҙы туғандарса яратыу һәм берҙәмлек ептәре берләштерә (Ишағыя 2:2—4).

Ғәҙелһеҙлек һәм дискриминацияға нисек дөрөҫ ҡарарға? Йәһүә шаһиттары быға ҡағылышлы белем менән теләп уртаҡлашыр. Был белем һеҙгә йөрәгегеҙҙән нәфрәтте ҡыҫырыҡлап сығарырға һәм уны яратыу менән алмаштырырға ярҙам итер. Һеҙ бөтә кешеләр — хатта изгелектең ҡәҙерен белмәгән һәм нәфрәт сағылдырған кешеләр менән дә яҡшы мөғәмәлә итергә өйрәнерһегеҙ. Һөҙөмтәлә һеҙ күпкә бәхетлерәк булып китерһегеҙ һәм башҡалар менән мөнәсәбәттәрегеҙ яҡшырыр. Өҫтәүенә, һеҙ нәфрәтте мәңгегә юҡ итәсәк Алла Батшалығы идараһы аҫтында йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен белерһегеҙ (Зәбур 37:29).

Йәһүә шаһиттары менән бушлай Изге Яҙманы өйрәнә башлағыҙ йә, jw.org сайтына инеп, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән брошюранан күберәк белегеҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу