Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • wp22 № 1 10—11 бб.
  • 3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • 3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Изге Яҙманан принцип:
  • Был нимәне аңлата?
  • Нисек ҡулланырға?
  • Нәфрәт әйләнешен нисек туҡтатырға?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәтте еңеп була!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт нисек тыуа?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
  • Нәфрәт мәңгегә юҡ буласаҡ!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2022
wp22 № 1 10—11 бб.
Бер ир икенсе раса кешеһенең ҡулын ҡыҫҡанын күҙ алдына килтерә. Ә күләгәләрендә улар протест белдергән плакаттар тотоп тора һәм бер-береһе менән бәхәсләшә.

НӘФРӘТ ӘЙЛӘНЕШЕН НИСЕК ТУҠТАТЫРҒА?

3 | Фекер йөрөтөүегеҙҙе үҙгәртегеҙ

Изге Яҙманан принцип:

«Зиһенегеҙҙе яңыртып, уй-фекерегеҙҙе үҙгәртегеҙ. Шулай итеп һеҙ Алланың ихтыярын — нимәнең яҡшы, яраҡлы һәм камил икәнлеген асыҡлай алырһығыҙ» (РИМДАРҒА 12:2).

Был нимәне аңлата?

Беҙҙең нимә тураһында уйлауыбыҙ Аллаға барыбер түгел (Иремия 17:10). Нәфрәт әйләнеше уйҙарҙан башлана. Бына ни өсөн һүҙҙәребеҙҙе һәм эштәребеҙҙе күҙәтеп тороу ғына етмәй. Тәрәнерәк үҙгәреш кәрәк: беҙ нәфрәт хисен аҡылыбыҙҙан һәм йөрәгебеҙҙән тамыры менән йолҡоп ташларға тейеш. Фәҡәт шулай итеп кенә ысынлап үҙгәрергә һәм нәфрәт әйләнешен туҡтатырға була.

Нисек ҡулланырға?

Башҡаларға, бигерәк тә башҡа раса һәм милләт кешеләренә нисек ҡарауығыҙ тураһында намыҫлы итеп уйланығыҙ. Үҙегеҙҙән былай тип һорағыҙ: «Мин улар тураһында нимә уйлайым? Минең ҡарашым улар тураһында белгәндәремә нигеҙләнәме йәки алдан уҡ тупланған кире фекергәме?» Нәфрәт һәм көс ҡулланыуҙы пропагандалаған фильмдар, социаль селтәрҙәге материалдар һәм башҡа күңел асыу төрҙәренән һаҡланығыҙ.

Алла Һүҙе аҡылыбыҙҙан һәм йөрәгебеҙҙән нәфрәтте алып ташларға ярҙам итә ала

Үҙ уйҙарыбыҙ һәм хистәребеҙгә ғәҙел баһа биреү еңел түгел. Әммә Алла Һүҙе беҙгә был йәһәттән ярҙам итә, сөнки ул «күңелдәребеҙҙәге уй-фекерҙәрҙе, ниәттәрҙе хөкөм итә» (Еврейҙарға 4:12). Шуға күрә артабан да Изге Яҙманы тикшерегеҙ. Үҙ фекерҙәрегеҙҙе Изге Яҙма ҡарашы менән сағыштырығыҙ. Фекерләү рәүешегеҙҙе Алланыҡына тура килтерер өсөн барыһын да эшләгеҙ. Алла Һүҙе хатта аҡылыбыҙҙа һәм йөрәгебеҙҙә тәрән тамыр йәйгән нәфрәтте алып ташларға ярҙам итә ала (2 Коринфтарға 10:4, 5).

Тормошта булған осраҡ. СТИВЕН

Фекер йөрөтөүен үҙгәрткән

Стивен.

Бала сағынан Стивен аҡ тәнлеләрҙең үҙенә һәм туғандарына ҡарата тиҫкәре мөнәсәбәтен тойоп үҫкән. Һөҙөмтәлә ул ҡара тәнлеләрҙең хоҡуҡтары өсөн көс ҡулланып көрәшкән бер сәйәси партияға ҡушылған. Стивен былай ти: «Бер ваҡыт беҙ дуҫтарым менән Африка ҡолдарының Ҡушма Штаттарҙа ғазап сигеүе тураһында фильм ҡараныҡ. Беҙҙең шул тиклем асыу ҡабарҙы, хатта кинотеатрҙа уҡ аҡ тәнле егеттәргә ташландыҡ. Шунан тағы берәйһен туҡмар өсөн аҡ тәнлеләр йәшәгән күрше районға киттек».

Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙма өйрәнә башлағас, Стивендың ҡараштары тулыһынса үҙгәргән. Ул былай тип иҫенә төшөрә: «Мин башҡа раса кешеләренә тиҫкәре мөнәсәбәттә инем, шуға Йәһүә шаһиттары араһындағы мөнәсәбәттәргә иҫем китте. Мәҫәлән, бер аҡ тәнле Йәһүә шаһитына сит илгә китергә кәрәк булғас, ул үҙенең балаларын ҡара тәнле ғаиләгә ҡалдырып китте. Ә ҡара тәнле егеттең йәшәргә урыны булмағанда, аҡ тәнле ғаилә уны үҙҙәренә йәшәргә алды». Стивен Йәһүә шаһиттарының, Ғайсаның Яхъя 13:35-тәге әмеренә буйһоноп, ысынлап та бер-береһен ҡәрҙәштәр кеүек яратҡанына ышанған.

Стивенға һуғышсан холҡон еңергә нимә ярҙам иткән? Римдарға 12:2-ләге һүҙҙәр. Ул былай тип һөйләй: «Мин фекер йөрөтөүемде үҙгәртергә кәрәклеген аңланым. Миңә үҙемде тыныс итеп тоторға ғына түгел, ә аҡылымды яңыртып, тыныслыҡҡа ынтылыусы кеше булып китергә кәрәк ине». Бына инде 40 йыл Стивен нәфрәттән азат тормош алып бара.

Стивендың биографияһын, jw.org сайтына инеп, 2015 йылдың 1 июлендә сыҡҡан «Күҙәтеү манараһының» 10—11-се биттәрендә уҡып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу