Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w22 июнь 26—28 бб.
  • «Игелек ҡануны» буйынса эш итегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • «Игелек ҡануны» буйынса эш итегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ҺҮҘҘӘРЕГЕҘҘӘ «ИГЕЛЕК ҠАНУНЫ» БУЛҺЫН
  • ИГЕЛЕКЛЕ ЭШТӘР ҘУР КӨСКӘ ЭЙӘ
  • АЛЛА КЕҮЕК, ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘНЕГЕҘ
  • КЕМГӘ ҠАРАТА ИГЕЛЕК САҒЫЛДЫРЫРҒА?
  • Игелек. Һүҙҙә һәм эштә сағылған сифат
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2018
  • Алланың йомарт игелеге өсөн рәхмәтле булығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Алланың йомарт игелеге тураһында һөйөнөслө хәбәр таратығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
w22 июнь 26—28 бб.
Рәсемдәр: 1) йәш ағай-ҡәрҙәш оло йәштәге ҡәрҙәшкә аҙыҡ-түлек алып килгән; 2) бер пар күсенергә йыйынған ғаиләгә әйберҙәрен йыйырға ярҙам итә; 3) бер йәш ғаилә оло йәштәге апай-ҡәрҙәшкә ишек алдын йыйыштырырға ярҙам итә.

«Игелек ҡануны» буйынса эш итегеҙ

ЛАЙЗАa Йәһүә шаһиттары менән беренсе тапҡыр танышыуы тураһында былай тип һөйләй: «Улар үҙҙәренең игелеге менән мине ҡояштай йылытты!» Шундай уҡ хистәр кисергән Анна былай ти: «Миңә Изге Яҙмалағы тәғлимәттәргә ҡарағанда, мәсихселәрҙең игелеге нығыраҡ тәьҫир итте». Әлбиттә, был апай-ҡәрҙәштәргә хәҙер Изге Яҙманы уҡыу һәм уның өҫтөндә уйланыу шатлыҡ килтерә. Әммә иң тәүҙә уларҙы хәҡиҡәткә игелек йәлеп иткән.

Беҙ игелекле булыуыбыҙ менән башҡаларҙың күңелдәрен йылытырға теләйбеҙ. Әйҙәгеҙ, һүҙҙәребеҙ һәм эштәребеҙ менән нисек игелек күрһәтеп булғанын ҡарап сығайыҡ, ә шулай уҡ кемгә ҡарата беҙ игелекле булырға тейеш икәнен беләйек.

ҺҮҘҘӘРЕГЕҘҘӘ «ИГЕЛЕК ҠАНУНЫ» БУЛҺЫН

Ғибрәтле һүҙҙәр 31:26-ла яҡшы ҡатын тураһында былай тип яҙылған: «Уның телендә игелек ҡануны». Был ҡанун уның нимә әйткәненә, шулай уҡ нисек әйткәненә тәьҫир итә. Әлбиттә, «игелек ҡануны» атайҙарҙың да телендә булырға тейеш. Күпселек ата-әсәләр ҡаты һәм ҡырыҫ итеп әйтелгән һүҙҙәрҙең балаға насар йоғонто яһай алғанын яҡшы белә. Әгәр атай йә әсәй балаһын кәмһетһә йә ҡаты һөйләшһә, улар, моғайын, уртаҡ тел таба алмаҫтар. Балаларға йомшаҡ һәм тыныс һөйләшкән ата-әсәләрен тыңлауы күпкә еңелерәк.

Балаларыбыҙ бармы, юҡмы, беҙ бөтәһе менән дә игелекле итеп һөйләшергә тейеш. Быға нисек өйрәнергә? Ғибрәтле һүҙҙәр китабының 31-се бүлегендә 26-сы аяттың беренсе өлөшөндә былай тип әйтелә: «Уның ауыҙынан зирәк һүҙҙәр сыға». Тимәк, әйтер һүҙҙәребеҙҙе ентекләп һайларға һәм ниндәй тауыш менән әйткәнебеҙгә иғтибар итергә кәрәк. Мәҫәлән, үҙебеҙҙән былай тип һорай алабыҙ: «Әйткән һүҙҙәрем хәлде яйға һалырмы йәки утҡа май һиберме?» (Ғиб. һүҙ. 15:1). Эйе, нимәлер әйтер алдынан яҡшылап уйларға кәрәк.

Ғибрәтле һүҙҙәрҙең башҡа бер аятында бындай һүҙҙәр яҙылған: «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай» (Ғиб. һүҙ. 12:18). Һүҙҙәребеҙ һәм ниндәй тауыш менән әйткәнебеҙ башҡа кешегә нисек тәьҫир иткәне тураһында уйланһаҡ, беҙгә телебеҙҙе контролдә тотоуы еңелерәк булыр. Ысынлап та, әгәр телебеҙҙә «игелек ҡануны» булһа, беҙ ҡаты һүҙҙәр әйтмәҫбеҙ һәм ҡырыҫ һөйләшмәҫбеҙ (Ефес. 4:31, 32). Һүҙҙәребеҙ һәр ваҡыт ыңғай булһын һәм тауышыбыҙҙа йылылыҡ һиҙелһен. Был яҡтан беҙ Йәһүәнән күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Мәҫәлән, ҡурҡҡан Ильяс пәйғәмбәрҙе нисек нығытҡанын иҫебеҙгә төшөрәйек. Йәһүәнең фәрештәһе уға «тыныс, әкрен тауыш» менән өндәшкән (1 Бат. 19:12). Әммә игелекле кешеләрҙең игелеге һүҙҙәрендә генә түгел, ә эштәрендә лә сағыла.

ИГЕЛЕКЛЕ ЭШТӘР ҘУР КӨСКӘ ЭЙӘ

Әгәр беҙ Йәһүәнән өлгө алһаҡ, игелек һүҙҙәребеҙҙә генә түгел, эштәребеҙҙә лә күренер (Ефес. 4:32; 5:1, 2). Лайза былай тип иҫенә төшөрә: «Ғаиләбеҙгә ҡапыл ғына күсенергә тура килгәс, йыйылыштан ике пар әйберҙәребеҙҙе йыйырға ярҙам итер өсөн эштән һорап киткән. Ул ваҡытта мин әле Изге Яҙманы өйрәнмәй инем дә!» Йәһүә шаһиттарының игелекле эштәре Лайзаны Изге Яҙма тураһында күберәк белергә дәртләндергән.

Анна ла Йәһүә шаһиттарының игелеге өсөн бик рәхмәтле. Ул былай тип бүлешә: «Миңә был күңел өшөткөс донъяла кешеләргә ышаныуы ауыр ине. Шуға күрә тәүҙә Йәһүә шаһиттары менән мин үҙемде һаҡ тоттом. Ни өсөн улар минең менән ҡыҙыҡһына икән, тип уйланым. Әммә минең менән Изге Яҙманы өйрәнгән апай-ҡәрҙәш бик эскерһеҙ һәм игелекле ине, шуға күрә мин уға ышана башланым». Артабан нимә булған? Анна былай тип дауам итә: «Һуңыраҡ мин Изге Яҙманан алған белемдәремә иғтибарлыраҡ була башланым».

Иғтибар иттегеҙме: Лайза менән Аннаға ҡәрҙәштәрҙең игелекле эштәре ныҡ тәьҫир иткән. Шуға күрә лә был ике ҡатын Изге Яҙманы тырышып өйрәнә башлаған. Күрһәтелгән игелек Лайза менән Аннаға Йәһүәгә һәм уның хеҙмәтселәренә ышанырға ярҙам иткән.

АЛЛА КЕҮЕК, ИГЕЛЕКЛЕ БУЛЫРҒА ӨЙРӘНЕГЕҘ

Ҡайһы бер кешеләр тыумыштан игелекле һәм алсаҡ күңелле. Әлбиттә, холҡо йә тәрбиәһе арҡаһында кеше үҙен әҙәпле һәм дуҫтарса тотһа, был яҡшы. Әммә Алла кеүек игелек сағылдырыу үҙ эсенә күберәкте ала. (Ғәмәлдәр 28:2 менән сағыштырығыҙ.)

Ысын игелек — изге рух емешенең өлөшө (Гал. 5:22, 23). Тимәк, был сифат кешелә үҫһен өсөн уның уйҙарына һәм эштәренә Алла рухы тәьҫир итергә тейеш. Ысын игелек сағылдырып, беҙ Йәһүәнән һәм Ғайса Мәсихтән өлгө алабыҙ. Был Йәһүәне яратҡаныбыҙҙы күрһәтә. Ғайсанан өлгө алып, беҙ кешеләр менән эскерһеҙ ҡыҙыҡһынабыҙ, ә был уларҙы яратҡаныбыҙҙы күрһәтә. Шулай итеп, Йәһүәгә һәм башҡаларға ҡарата яратыу беҙҙе игелек сағылдырырға дәртләндерә. Һөҙөмтәлә игелек беҙҙе башҡалар хаҡында ҡайғыртырға дәртләндергән ҡеүәтле көс булып китә.

КЕМГӘ ҠАРАТА ИГЕЛЕК САҒЫЛДЫРЫРҒА?

Беҙгә йә яҡындарыбыҙға ҡарата игелек күрһәткән кешеләргә беҙ ҙә шатланып игелек күрһәтәбеҙ (2 Сам. 2:6). Мәҫәлән, улар беҙгә нимәлер эшләһә, беҙ рәхмәтле (Кол. 3:15). Әммә берәй кеше игелегебеҙгә лайыҡ түгел тип уйлаһаҡ, нимә эшләргә?

Шундай саҡта Йәһүәнең миҫалын иҫегеҙгә төшөрөгөҙ. Уның нисек йомарт игелек сағылдырғаны тураһында уйланығыҙ. Мәсихсе Грек Яҙмаларында «йомарт игелек» тигән һүҙбәйләнеш күп тапҡыр осрай. Алла беҙгә ҡарата был сифатты нисек сағылдыра?

Йәһүә, миллиардлаған кешеләргә йәшәр өсөн бар кәрәклеһен биреп, уларға игелеген күрһәтә (Матф. 5:45). Ысынында, ул беҙгә ҡарата үҙ игелеген беҙ әле уны белмәгәндә үк сағылдырған (Ефес. 2:4, 5, 8). Мәҫәлән, ул кешелек өсөн үҙендә булғандың иң ҡәҙерлеһен — үҙенең берҙән-бер Улын ҡорбан иткән. Илсе Павел, Йәһүә йолом түләп «сикһеҙ мәрхәмәтен күрһәтте», тип яҙған (Ефес. 1:7). Бынан тыш, беҙ гонаһ ҡылһаҡ та һәм күктәге Атабыҙҙы күңелһеҙләндерһәк тә, ул беҙҙе артабан да етәкләй һәм өйрәтә. Уның өгөт-нәсихәттәре «тыныс ҡына яуған» ямғыр кеүек (Ҡан. 32:2). Әлбиттә, беҙ Йәһүәгә бөтә игелеге өсөн тулыһынса ҡайтара алмайбыҙ. Әгәр ул «йомарт игелеген» күрһәтмәгән булһа, беҙҙең киләсәккә өмөтөбөҙ булмаҫ ине. (1 Петр 1:13 менән сағыштырығыҙ).

Һис шикһеҙ, Йәһүәнең игелеге йөрәгебеҙҙе йылыта һәм беҙҙе башҡалар менән игелекле булырға дәртләндерә. Беҙҙең алдыбыҙҙа кемгә игелекле булырға, ә кемгә юҡ, тигән һайлау тормай. Беҙ бөтә кешеләргә игелекле булырға теләйбеҙ. Беҙ Йәһүәгә оҡшарға тырышабыҙ һәм был сифаттың беҙҙең өсөн тәбиғи булып китеүен теләйбеҙ (1 Фес. 5:15). Игелекле кеше һыуыҡ көндә йылы усаҡ һымаҡ. Ул туғандарын, ҡәрҙәштәрен, синыфташтарын, хеҙмәттәштәрен һәм күршеләрен йылыта.

Игелекле һүҙҙәрегеҙ һәм эштәрегеҙ кемгә көс өҫтәй алғаны хаҡында уйлап алығыҙ. Мәҫәлән, туғанығыҙға йә ҡәрҙәшегеҙгә өйҙә йә баҡсала ярҙам итергә булалыр. Ә, бәлки, апай-ҡәрҙәшкә ваҡыт-ваҡыт магазиндан аҙыҡ-түлек алып килтерергә кәрәктер. Әгәр хеҙмәттә һеҙгә ярҙамға мохтаж кеше осраһа, һеҙ уның өсөн берәй нәмә эшләрһегеҙме?

Әйҙәгеҙ, һәр ваҡыт Йәһүәнән өлгө алайыҡ һәм «игелек ҡануны» буйынса йәшәйек.

a Исемдәр үҙгәртелгән.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу