Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 февраль 8—13 бб.
  • Изге Яҙманы уҡыуҙан файҙа алығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Изге Яҙманы уҡыуҙан файҙа алығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • УҠЫҒАНЫҒЫҘҒА ТӨШӨНӨГӨҘ
  • УҠЫҒАНДА РУХИ ХАЗИНАЛАР ТАБЫРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ
  • УҠЫУЫҒЫҘ ҺЕҘҘЕ ҮҘГӘРТҺЕН
  • БӘХЕТ КИЛТЕРГӘН УҠЫУ
  • Алла Һүҙен үтәп йәшәгеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Изге Яҙманы уҡыу күберәк файҙа килтерһен өсөн, нимә эшләргә?
    Һин мәңге йәшәй алаһың! Изге Яҙманы өйрәнеү курсы
  • «Алла һүҙе... ҡеүәтле»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 февраль 8—13 бб.

7-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

Изге Яҙманы уҡыуҙан файҙа алығыҙ

«Уҡығаныңды аңлайһыңмы һуң?» (ҒӘМ. 8:30).

97-СЕ ЙЫР Йәһүә әйткән һүҙ менән йәшәйбеҙ

БЫЛ МӘҠӘЛӘЛӘa

1. Яҙмаларҙың Ғайсаның тормошонда мөһим урында булғанын ҡайҙан беләбеҙ?

ҒАЙСАНЫҢ өйрәтеүен тыңлап тороуығыҙҙы күҙ алдына килтерегеҙ. Ул йыш Яҙмаларға һылтана һәм ундағы һүҙҙәрҙе яттан әйтеп бирә. Был ни тиклем рухландырғыс булған! Шуныһы ҡыҙыҡ, Ғайсаның һыуға сумдырылғандан һуң әйткән беренсе һүҙҙәре һәм үлеме алдынан әйткән һуңғы һүҙҙәре был Яҙмаларҙағы өҙөктәр булған (Ҡан. 8:3; Зәб. 31:5; Лука 4:4; 23:46)b. Ошо ике ваҡиға араһындағы өс йыл ярым ваҡытта Ғайса йыш ҡына Яҙмаларҙы башҡалар өсөн уҡыған, шулай уҡ өҙөмтәләр килтереп уларҙы аңлатҡан (Матф. 5:17, 18, 21, 22, 27, 28; Лука 4:16—20).

Рәсемдәрҙә: 1) Ғайса бәләкәй сағында ата-әсәһен тыңлай; 2) Ғайса үҫмер сағында ата-әсәһе менән синагогала Яҙмаларҙың уҡылғанын тыңлай; 3) Ғайса төргәктән нимәлер уҡый.

Ғүмере дауамында Ғайса Яҙмаларҙы яратҡан һәм улар буйынса йәшәгән. (2-се абзацты ҡарағыҙ.)

2. Ғайсаға Яҙмалар менән яҡшы танышырға нимә ярҙам иткән? (Тышлыҡтағы рәсемде ҡарағыҙ.)

2 Бала саҡтан уҡ Ғайса Алла Һүҙен уҡып, тыңлап үҫкән. Әлбиттә, ул өйҙә ата-әсәһенең Алла Һүҙен көн дә иҫкә алыуҙарын ишеткән (Ҡан. 6:6, 7)c. Шулай уҡ Ғайса һәр шәмбе ата-әсәһе менән бергә синагогаға йөрөгән (Лука 4:16). Ул унда Яҙмаларҙың уҡылғанын, моғайын, иғтибар менән тыңлағандыр. Ваҡыт уҙғас, ул уларҙы үҙе уҡый алған. Һөҙөмтәлә ул Яҙмаларҙы яҡшы белеп кенә ҡалмаған, ә уларҙы яратып киткән һәм тормошонда ҡулланған. Мәҫәлән, Ғайсаға 12 йәш булғанда ғибәҙәтханала булған осраҡты иҫкә төшөрәйек. Муса ҡанунын яҡшы белгән уҡытыусылар Ғайсаның «аҡыллы яуаптарына хайран ҡалған» (Лука 2:46, 47, 52).

3. Был мәҡәләлә нимә ҡаралыр?

3 Беҙ ҙә Алла Һүҙен даими уҡыһаҡ, уны яҡшы белербеҙ һәм ярата башларбыҙ. Әммә уҡығаныбыҙ беҙгә күберәк файҙа килтерһен өсөн нимә эшләргә кәрәк? Әйҙәгеҙ, Ғайсаның Яҙмаларҙы яҡшы белгән кешеләргә, шул иҫәптән фарисейҙарға һәм саддукейҙарға нимә әйткәненә иғтибар итәйек. Улар Яҙмаларҙы йыш уҡыһа ла, уҡығанынан файҙа алмаған, сөнки Ғайса әйткән өс яҡты иҫәпкә алмаған. Ғайсаның әйткәндәре беҙгә лә файҙа килтерә ала. Әгәр уларға ҡолаҡ һалһаҡ: 1) уҡығаныбыҙҙы яҡшыраҡ аңларбыҙ, 2) күберәк рухи хазиналар табырға өйрәнербеҙ һәм 3) Алла Һүҙенә үҙебеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйырбыҙ.

УҠЫҒАНЫҒЫҘҒА ТӨШӨНӨГӨҘ

4. Лука 10:25—29-ҙағы һүҙҙәр буйынса, Алла Һүҙен ниндәй маҡсат менән уҡырға кәрәк?

4 Алла Һүҙе файҙа килтерһен өсөн беҙгә уҡығаныбыҙҙың мәғәнәһен аңлау мөһим. Мәҫәлән, Ғайсаның бер ҡанун белгесе менән һөйләшеүен иҫкә төшөрөгөҙ. (Лука 10:25—29-ҙы уҡығыҙ.) Ул ир кеше Ғайсанан мәңгелек тормош алыр өсөн нимә эшләргә кәрәклеге тураһында һорағас, Ғайса Алла Һүҙенә иғтибар итеп: «Ҡанунда нимә тип яҙылған? Һин унан нимә уҡыйһың?» — тип һораған. Теге ир, Алланы һәм яҡын кешене яратырға кәрәк тип, Яҙмаларҙан дөрөҫ яуап биргән (Лев. 19:18; Ҡан. 6:5). Шунан һуң ул: «Ә минең яҡыным кем?» — тип һораған. Тимәк, ул уҡығанының асылын аңламаған, шуға ла был аяттарҙы тормошонда нисек ҡулланырға кәрәклеген белмәгән.

Беҙ уҡығаныбыҙҙы аңларға өйрәнә алабыҙ

5. Доға һәм ашыҡмай уҡыу беҙгә уҡығаныбыҙҙы яҡшыраҡ аңларға нисек ярҙам итер?

5 Алла Һүҙен яҡшыраҡ аңлар өсөн уҡыу ғәҙәттәрен үҫтерергә кәрәк. Уҡыр алдынан доға ҡылығыҙ. Изге Яҙманы аңлар өсөн Йәһүәнең ярҙамы кәрәк. Шуға күрә иғтибарығыҙҙы уҡығанға туплар өсөн изге рух һорағыҙ. Ашыҡмайынса уҡыу һеҙгә материалды үҙләштерергә ярҙам итер. Бәлки, һеҙгә ҡысҡырып уҡыу йә аудиояҙмаларҙы тыңлағанда Изге Яҙманан күҙәтеп барыу оҡшар. Шулай эшләп, һеҙ күреү һәләттәрен генә түгел, шулай уҡ ишетеү һәләттәрен дә ҡулланырһығыҙ. Шул саҡта Алла Һүҙе аңығыҙға һәм йөрәгегеҙгә уйылып ҡалыр (Еш. 1:8). Ә уҡып бөткәндән һуң тағы ла доға ҡылығыҙ. Йәһүәгә уның бүләге — Изге Яҙма өсөн рәхмәттәр әйтегеҙ һәм уҡығанығыҙҙы тормошта ҡулланыр өсөн ярҙам һорағыҙ.

Фотоһүрәттәрҙә: 1) апай-ҡәрҙәш Изге Яҙмаға йәбештерер өсөн ҡағыҙға комментарий яҙа; 2) ағай-ҡәрҙәш үҙенең планшетында өйрәнгән мәҡәләгә комментарий яһар өсөн тексты буяп ҡуя; 3) апай-ҡәрҙәш JW Library ҡушымтаһын ҡулланып, Изге Яҙмаға комментарий яһар өсөн тексты буяп ҡуя.

Ҡыҫҡа яҙыуҙар һеҙгә уҡығанығыҙҙы аңларға һәм иҫтә ҡалдырырға нисек ярҙам итер? (6-сы абзацты ҡарағыҙ.)

6. Изге Яҙманы уҡығанда үҙегеҙгә һорауҙар биреү һәм ҡыҫҡа яҙыуҙар яһау нисек ярҙам итә ала? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

6 Бына тағы ике кәңәш. Изге Яҙманы уҡығанда үҙегеҙгә һорауҙар бирегеҙ. Мәҫәлән, ошондай: «Төп персонаждар кемдәр? Кем һөйләй? Ул кем менән һөйләшә һәм ни өсөн? Ваҡиғалар ҡайҙа һәм ҡасан бара?» Шундай һорауҙар һеҙгә төп фекерҙәрҙе һәм улар бер-береһе менән нисек бәйле икәнен күрергә ярҙам итер. Шулай уҡ уҡығанда ҡыҫҡа яҙыуҙар яһағыҙ. Фекерҙәрегеҙҙе ҡағыҙға һалығыҙ. Был һеҙгә аныҡ фекер йөрөтөргә һәм уҡығанды иҫтә ҡалдырырға ярҙам итер. Һорауҙарҙы, тикшереүҙәрҙең һөҙөмтәләрен, төп фекерҙәрҙе, хис-тойғоларығыҙҙы һәм уҡығандарҙы нисек ҡулланып булғанын яҙып ҡуйырға була. Шундай яҙыуҙар һеҙгә Изге Яҙмаға Йәһүәнең шәхсән һеҙгә яҙған хатына кеүек ҡарарға ярҙам итер.

7. Изге Яҙманы уҡығанда ниндәй сифат кәрәк һәм ни өсөн? (Еврейҙарға 5:14).

7 Изге Яҙманы аңларға теләһәк, беҙгә үтә күреүсәнлек сифаты кәрәк. (Еврейҙарға 5:14-те уҡығыҙ.) Был сифат ярҙамында беҙ фекерҙәрҙең үҙ-ара нисек бәйле икәнен, улар бер-береһенән нимә менән айырылып торғанын һәм асыҡ күренмәгән нәмәләрҙе күрә алабыҙ. Бынан тыш, Изге Яҙмалағы пәйғәмбәрлектәрҙең ниндәй ваҡиғаларҙа сағылғанын күрер өсөн үтә күреүсәнлек кәрәк. Шулай уҡ был сифат беҙгә уҡығаныбыҙҙан тулы файҙа алырға ярҙам итер.

8. Уҡығанда нисек үтә күреүсән булырға?

8 Үтә күреү сифатын Йәһүә бирә. Шуға күрә уға доғала мөрәжәғәт итегеҙ һәм был сифатты үҫтерергә ярҙам һорағыҙ (Ғиб. һүҙ. 2:6). Доғалар буйынса нисек эш итергә? Уҡығанда уйланығыҙ һәм уҡығанығыҙ таныш булған мәғлүмәт менән нисек бәйле икәнен билдәләгеҙ. Шулай уҡ Изге Яҙманы тикшерер өсөн «Йәһүә шаһиттарының баҫмалары буйынса белешмә» кеүек ҡоралдарҙы ҡулланығыҙ. Был белешмә материалдар һеҙгә уҡыған аяттарҙың мәғәнәһен аңларға һәм тормошоғоҙҙа уларҙы нисек ҡулланып булғанын күрергә ярҙам итер (Евр. 5:14). Үтә күреүсәнлек һеҙгә Изге Яҙманы тәрәнерәк аңларға ярҙам итер.

УҠЫҒАНДА РУХИ ХАЗИНАЛАР ТАБЫРҒА ТЫРЫШЫҒЫҘ

9. Саддукейҙар Яҙмаларҙағы ниндәй мөһим хәҡиҡәтте күҙҙән ысҡындырған?

9 Саддукейҙар Еврей Яҙмаларының тәүге биш китабын яҡшы белһә лә, унда яҙылған мөһим хәҡиҡәттәрҙе күҙҙән ысҡындырған. Мәҫәлән, улар терелтеү тураһында Ғайсаға сетерекле һорау биргәндә, уның нисек яуап биргәненә иғтибар итәйек. Ул уларҙан былай тип һораған: «Муса китабының янып торған күгән ҡыуағы тураһындағы өҙөгөндә Алланың уға: „Мин — Ибраһим Аллаһы, Исхаҡ Аллаһы һәм Яҡуб Аллаһы“, тигәнен уҡыманығыҙмы ни?» (Марк 12:18, 26). Саддукейҙар был өҙөктө күп тапҡыр уҡыһа ла, Ғайсаның һорауы уларҙың Яҙмаларҙағы терелтеү тураһындағы мөһим хәҡиҡәтте аңламағанын асыҡлаған (Марк 12:27; Лука 20:38)d.

10. Изге Яҙманы уҡығанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

10 Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Уҡығанда беҙгә Изге Яҙманың аятынан йә өҙөгөнән алынған һәр һабаҡҡа иғтибарлы булыу мөһим. Шулай уҡ өҫтә ятҡан хәҡиҡәттәрҙе генә түгел, хазина кеүек тәрән ятҡан хәҡиҡәттәрҙе һәм принциптарҙы ла күрергә кәрәк.

11. 2 Тимофейға 3:16, 17-лә яҙылған һүҙҙәр Изге Яҙманан рухи хазиналарҙы табырға нисек ярҙам итә?

11 Изге Яҙманы уҡығанда нисек рухи хазиналар табырға? 2 Тимофейға 3:16, 17-лә (уҡығыҙ) нимә әйтелгәнен ҡарап сығайыҡ. Иғтибар итегеҙ, унда: «Изге Яҙма тотош... файҙалы», — тип әйтелә. Ул беҙҙе: 1) өйрәтә, 2) фашлай, 3) төҙәтә һәм 4) тәрбиәләй. Был шулай уҡ Изге Яҙманың беҙ һирәк ҡулланған китаптарына ла ҡағыла. Изге Яҙманы уҡығанда, ошондай һорауҙар өҫтөндә уйланығыҙ: «Был өҙөк мине Йәһүә һәм уның ниәттәре тураһында нимәгә өйрәтә? Унда ниндәй принциптар бар? Ул мине нисек фаш итә? Был аяттар миңә насар һыҙаттарҙы асыҡларға һәм Йәһүәгә тоғро ҡалырға нисек ярҙам итә? Хеҙмәттә осратҡан кешеләрҙең дөрөҫ булмаған ҡараштарын төҙәтер өсөн был аяттарҙы нисек ҡулланып була?» Шулай уҡ был аяттарҙа тәрбиәләү эҙләгеҙ. Улар һеҙгә Йәһүә кеүек уйларға ярҙам итер. Әгәр һеҙ ошо дүрт кәңәште иҫтә тотһағыҙ, Изге Яҙманы уҡыуҙы байытҡан рухи хазиналар табырһығыҙ.

УҠЫУЫҒЫҘ ҺЕҘҘЕ ҮҘГӘРТҺЕН

12. Ни өсөн Ғайса фарисейҙарға «Уҡыманығыҙмы ни?» тигән һорау биргән?

12 Ғайса, фарисейҙарға ла «Уҡыманығыҙмы ни?» тигән һорау биреп, уларҙың Яҙмаларҙы дөрөҫ аңлатмағанын күрһәткән (Матф. 12:1—7)e. Шул осраҡта фарисейҙар Ғайсаның шәкерттәрен Шәмбе ҡанунын боҙоуҙа ғәйепләгән. Яуап итеп Ғайса Яҙмаларҙан ике миҫал килтергән һәм Осия пәйғәмбәрҙең һүҙҙәренә һылтанған. Шулай итеп Ғайса фарисейҙарҙың Шәмбе ҡанунын аңламағанын һәм шунлыҡтан шәфҡәтлек сағылдырмағанын күрһәткән. Ни өсөн Алла Һүҙе уларҙы үҙгәртмәгән һуң? Сөнки улар ғорур булған һәм уҡығанын үҙҙәренә ҡарата ҡулланырға теләмәгән. Шундай кире ҡараш уларға уҡығандарының мәғәнәһенә төшөнөргә ҡамасаулаған (Матф. 23:23; Яхъя 5:39, 40).

13. Изге Яҙманы ниндәй ҡараш менән уҡырға кәрәк һәм ни өсөн?

13 Ғайсаның һүҙҙәре беҙҙе Изге Яҙманы дөрөҫ ҡараш менән уҡырға өйрәтә. Фарисейҙарҙан айырмалы булараҡ, беҙ баҫалҡы һәм өйрәнергә әҙер булырға тейеш. «Алла Һүҙен баҫалҡылыҡ менән» ҡабул итергә кәрәк (Яҡ. 1:21). Шул саҡта беҙ уға йөрәгебеҙҙә тамырланырға мөмкинлек бирербеҙ. Тәнҡитсел һәм ғорур ҡараштарҙы кире ҡаҡһаҡ, Изге Яҙмалағы шәфҡәтлек, мәрхәмәтлек һәм мөхәббәт тураһындағы һабаҡтар беҙҙе үҙгәртер.

Алла Һүҙе беҙҙе үҙгәртәме-юҡмы икәнен нисек аңлап була? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)f

14. Изге Яҙмаға үҙебеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуябыҙмы-юҡмы икәнен нисек белеп була? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙҙән Изге Яҙмаға үҙебеҙгә тәьҫир итергә юл ҡуябыҙмы-юҡмы икәнен белеп була. Әгәр фарисейҙар Алла Һүҙенә йөрәктәренә үтеп инергә мөмкинлек бирһә, «ғәйепһеҙҙәрҙе хөкөм итмәҫ» ине (Матф. 12:7). Шундай хәл беҙҙең менән дә булырға мөмкин. Изге Яҙма беҙҙе үҙгәртәме-юҡмы икәне беҙҙең башҡалар менән нисек мөғәмәлә итеүебеҙҙән күренә. Мәҫәлән, беҙ нимә тураһында һөйләргә яратабыҙ: башҡаларҙың күркәм сифаттары тураһындамы, әллә уларҙың етешһеҙлектәре тураһындамы? Беҙ мәрхәмәтлек күрһәтеп ғәфү итәбеҙме, әллә тәнҡитселме һәм үпкә һаҡлап йөрөйбөҙмө? Ундай тикшереү уҡыған өҙөктөң уйҙарыбыҙға, хистәребеҙгә һәм эштәребеҙгә тәьҫир итәме-юҡмы икәнен күрергә ярҙам итә (1 Тим. 4:12, 15; Евр. 4:12).

БӘХЕТ КИЛТЕРГӘН УҠЫУ

15. Ғайса Яҙмаларға нисек ҡараған?

15 Ғайса Яҙмаларҙы яратҡан. Уның хис-тойғолары тураһында Зәбур 40:8-ҙә инде күптән яҙылған булған: «Һинең ихтыярыңды үтәү, эй Раббым, миңә рәхәтлек килтерә, һинең ҡануның йөрәгем түрендә». Яҙмаларҙы яратҡанға, ул бәхетле һәм уңышлы булған. Алла Һүҙен уҡыһаҡ һәм уны яратһаҡ, беҙ ҙә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙә бәхетле һәм уңышлы булырбыҙ (Зәб. 1:1—3).

16. Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алыр өсөн һеҙ нимә эшләргә йыйынаһығыҙ? («Ғайсаның әйткәндәре уҡығанығыҙҙы аңларға ярҙам итә» тигән рамканы ҡарағыҙ.)

16 Ғайсаның һүҙҙәре һәм үрнәге беҙгә Изге Яҙманы уҡыу ғәҙәттәрен яҡшыртырға ярҙам итә. Әгәр беҙ Алла Һүҙен доға ҡылып ашыҡмайынса уҡыһаҡ, үҙебеҙгә һорауҙар бирһәк һәм ҡыҫҡа ғына яҙыуҙар яһаһаҡ, беҙ уны яҡшыраҡ аңлай алырбыҙ. Изге Яҙманы үҙ аллы уҡыу һәм уны әҙәбиәттәребеҙ ярҙамында тикшереү беҙҙең үтә күреүсән булыуыбыҙҙы күрһәтә. Изге Яҙманы һәм һирәк ҡулланған аяттарҙы яҡшыраҡ ҡулланырға теләһәк, беҙгә тикшереүҙәр үткәрергә һәм уларҙан рухи хазиналар табырға кәрәк. Өҫтәүенә, Алла Һүҙен дөрөҫ ҡараш менән уҡыһаҡ, уға үҙебеҙҙе үҙгәртергә юл ҡуйырбыҙ. Әйҙәгеҙ, был мәҡәләләге кәңәштәрҙе ҡулланайыҡ. Шул саҡта Изге Яҙма беҙгә тағы ла күберәк файҙа килтерер һәм беҙ Йәһүәгә тағы ла яҡыныраҡ булып китербеҙ (Зәб. 119:17, 18; Яҡ. 4:8).

Ғайсаның әйткәндәре уҡығанығыҙҙы аңларға ярҙам итә

  • Уҡығанығыҙҙы аңларға тырышығыҙ һәм белгәнегеҙҙе ҡулланыр өсөн үтә күреүсәнлек үҫтерегеҙ (Лука 10:25—37; Евр. 5:14).

  • Рухи хазиналар табыр өсөн Изге Яҙманы иғтибар менән тикшерегеҙ (Марк 12:18—27).

  • Алла Һүҙе һеҙҙе үҙгәртһен һәм башҡалар менән яҡшы мөғәмәлә итергә өйрәтһен (Матф. 12:1—8).

ИЗГЕ ЯҘМА УҠЫҒАНДА...

  • уҡығанығыҙҙы аңларға нимә ярҙам итер?

  • рухи хазиналар табырға нимә ярҙам итер?

  • ул һеҙҙе үҙгәртһен өсөн нимә эшләргә кәрәк?

95-СЕ ЙЫР Хәҡиҡәт яҡтыһы яҡтырғандан-яҡтыра бара

a Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәре уның Һүҙен көн һайын уҡырға тырыша. Изге Яҙманы башҡа күп кешеләр ҙә уҡый, әммә улар уны яҡшы аңлай, тип әйтеп булмай. Ғайса көндәрендә лә шундай уҡ хәл булған. Алла Һүҙен уҡыған замандаштарына Ғайсаның нимә әйткәненә иғтибар итәйек. Был беҙгә Изге Яҙманы уҡыуҙан күберәк файҙа алырға ярҙам итер.

b Һыуға сумдырылғанда Ғайса Алланың изге рухы менән майланған булған. Күрәһең, изге рух уға ергә килгәнгә тиклем күктәге тормошон иҫенә төшөрөргә ярҙам иткәндер (Матф. 3:16).

c Мәрйәм Яҙмаларҙы яҡшы белгән һәм уларға йыш һылтанған (Лука 1:46—55). Моғайын, Йософ менән Мәрйәмдең Яҙмаларҙың күсермәләрен һатып алыр өсөн аҡсалары булмағандыр. Шуға күрә синагогала Алла Һүҙе уҡылғанда, улар уны иғтибар менән тыңларға һәм иҫтә ҡалдырырға тырышҡандыр.

d «Күҙәтеү манараһының» 2013 йылдың 1 февраль сығарылышында «Ул... тереләрҙең Аллаһы» (тат.) тигән мәҡәләне ҡарағыҙ.

e Шулай уҡ Матфей 19:4—6-лағы һүҙҙәргә лә иғтибар итегеҙ. Унда ла Ғайса фарисейҙарға «Уҡыманығыҙмы ни?» тигән һорау бирә. Фарисейҙар барлыҡҡа килтереү тураһындағы хәбәрҙе белһәләр ҙә, унда Алланың никахҡа ҡарата ҡарашы нисек сағылғанын күрмәгән.

f ФОТОҺҮРӘТ: Батшалыҡ залында осрашыу ваҡытында аудиоаппаратура артында ултырған ағай-ҡәрҙәш бер нисә тапҡыр хата яһай. Шуға ҡарамаҫтан осрашыуҙан һуң ҡәрҙәштәр уның хаталарына иғтибар итмәйенсә тырышлыҡтары өсөн маҡтай.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу