Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 июль 31 б.
  • Һеҙ белә инегеҙме?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һеҙ белә инегеҙме?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Улар баш эймәгән
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 июль 31 б.

Һеҙ белә инегеҙме?

Боронғо Вавилондың емереклектәрендә табылған кирбестәрҙең һуғыу ысулдары Изге Яҙманың теүәл икәнлеген нисек иҫбатлай?

БОРОНҒО Вавилондың емереклектәрендә ҡаҙыу эштәре барышында археологтар бик күп яндырылған кирбес тапҡан. Элек ундай кирбесте ҡала төҙөлөшөндә ҡулланғандар. Археолог Ро́берт Ко́льдевейҙың әйтеүенсә, «ундай кирбесте ҡала ситендә урынлашҡан мейестә яндырып эшләгәндәр, сөнки унда, яҡшы балсыҡ булған, һәм яғыр өсөн күп ҡыуаҡлыҡ үҫкән».

Боронғо яҙыуҙарҙан күренеүенсә, Вавилондағы ҙур дәрәжәле кешеләр мейестәрҙе яуыз эштәр ҡылыр өсөн дә ҡулланған. Торонто университетының ассириология профессоры Поль-Але́н Больё былай тип яҙған: «Ҡайһы бер Вавилон сығанаҡтарында... фетнә күтәреүҙә ғәйепле булған һәм изге нәмәләрҙе хурлаған кешеләрҙе батшаның бойороғо буйынса мейестә яндырғандары тураһында яҙыуҙар бар». Мәҫәлән, Набуҡаднизар батша йәшәгән ваҡыттарҙағы бер яҙмала ошондай бойороҡ бар: «Юҡ итегеҙ уларҙы, яндырығыҙ, мейестә... ҡыҙҙырығыҙ уларҙы... төтөндәре күккә күтәрелһен, утта, ярһыу ялҡында юҡҡа сыҡһындар».

Был һүҙҙәр Данил китабының өсөнсө бүлегендә яҙылған ваҡиғаларҙы иҫебеҙгә төшөрә. Унда, Набуҡаднизар батша Вавилон ҡалаһы эргәһендә Дәир тигеҙлегендә ҙур алтын һын урынлаштырған, тип яҙылған. Өс йәш еврей Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх һынға табыныуҙан баш тартҡас, Набуҡаднизар батшаның асыуы ҡабарған. Шунда батша «мейесте ғәҙәттәгенән ете тапҡырға ҡыҙыуыраҡ яғырға» бойорған һәм Алланың был хеҙмәтселәрен «ялҡынлы мейескә ташларға» ҡушҡан. Әммә Алланың ҡөҙрәтле фәрештәһе уларҙы үлемдән ҡотҡарған (Дан. 3:1—6, 19—28).

© The Trustees of the British Museum. Licensed under CC BY-NC-SA 4.0. Source

Набуҡаднизарҙың исеме яҙылған яндырылған кирбес

Вавилонда табылған кирбестәрҙә яҙылған яҙыуҙар ҙа Изге Яҙманың теүәллеген иҫбатлай. Уларҙың күбеһендә батшаны данлаған яҙыуҙар бар. Мәҫәлән, береһендә: «Набуҡаднизар, Вавилон батшаһы... Мин бөйөк батша был һарайҙы төҙөнөм... [...] Минең тоҡомдарым унда мәңге идара итһен...» Был һүҙҙәр Данил 4:30-ҙа Набуҡаднизарҙың маҡтанып әйткән һүҙҙәренә оҡшаш: «Ниндәй бөйөк Вавилон ҡалаһы! Мин уны үҙ даным һәм бөйөклөгөм хаҡына батша йорто өсөн үҙ көсөм һәм ҡеүәтем менән төҙөнөм!»

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу