Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 61 дәрес 146 б.—147 б. 3 абз.
  • Улар баш эймәгән

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Улар баш эймәгән
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Кем һинең Аллаң?
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Мәңге торасаҡ батшалыҡ
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • 10-сы бүлеккә инеш һүҙ
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Һеҙ белә инегеҙме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 61 дәрес 146 б.—147 б. 3 абз.
Сидрах Мисах һәм Әбдинәх алтын һынға баш эймәй

61-СЕ ДӘРЕС

Улар баш эймәгән

Бер ни тиклем ваҡыт үтә. Набуҡадниза́р батша алтындан ҙур һын яһарға була. Батша уны Дәи́р тигеҙлегендә урынлаштыра һәм батшалыҡтағы иң күренекле кешеләрҙе саҡыра. Улар араһында Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинә́х тә була. Батша былай тип бойора: «Борғо, арфа, һорнай тауышын ишетеү менән һеҙ һынға баш эйергә тейешһегеҙ! Кем дә кем баш эймәй, шул янып торған мейескә ырғытыласаҡ». Өс йәһүд һынға баш эйерме, әллә Йәһүәгә тоғро ҡалырмы?

Батша музыка уйнарға бойора. Бар кеше лә тубыҡланып һынға табына. Ә Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинә́х иһә баҫҡан килеш ҡала. Ҡайһы бер кешеләр быны күреп, батшаға: «Теге йәһүдтәр һинең алтын һыныңа баш эймәне», — ти. Набуҡадниза́р уларҙы саҡырырға ҡуша. Ул былай ти: «Һеҙгә тағы бер мөмкинлек бирәм. Мин ҡуйған һынға табынығыҙ. Әгәр ҙә табынмаһағыҙ, мин һеҙҙе утлы мейескә ырғытам! Минең ҡулымдан һеҙҙе бер ниндәй алла ла ҡотҡара алмаясаҡ!» Улар иһә батшаға былай ти: «Беҙ табынмаясаҡбыҙ. Аллабыҙ беҙҙе ҡотҡара ала. Хатта ҡотҡармаһа ла, эй батша, беҙ һынға баш эймәйәсәкбеҙ».

Набуҡаднизарҙы́ң йәне көйөп китә. Ул хеҙмәтселәренә: «Мейесте ете тапҡырға ҡыҙыуыраҡ яғығыҙ!» — тип ҡысҡыра. Шунан һуң һалдаттарына: «Был егеттәрҙе бәйләп, мейескә ырғытығыҙ!» — тип бойора. Мейес шул тиклем ныҡ ҡыҙған, хатта был өс йәһүдте ырғытҡан һалдаттар ялҡындан шунда уҡ янып үлә. Өс егет мейес эсенә килеп төшә. Набуҡадниза́р мейес эсенә ҡараһа, унда өс кеше урынына дүрт кеше йөрөп ята! Батша ҡурҡып: «Беҙ өс егетте утҡа ырғыттыҡ түгелме? Мин дүрт кешене күрәм, береһе фәрештәгә оҡшаған!» — ти.

Набуҡадниза́р мейескә яҡынлашып былай ти: «Хоҙай Тәғәләнең хеҙмәтселәре! Сығығыҙ!» Шул саҡ Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинә́х мейестән сыға. Улар бер ниндәй зыян да күрмәгән! Быны күреп, халыҡтың иҫе китә. Тәндәре лә, сәстәре лә, кейемдәре лә көймәгән. Уларҙан хатта төтөн еҫе лә сыҡмай.

Набуҡадниза́р былай ти: «Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинәхте́ң Аллаһы бөйөк! Фәрештәһен ебәреп, уларҙы ҡотҡарҙы. Уның кеүек ҡотҡара алған алла юҡ».

Ә һин, ошо өс йәһүд кеүек, бер нигә ҡарамай Йәһүәгә тоғро ҡалырһыңмы?

Набуҡаднизар батша Сидрах, Мисах һәм Әбдинәх уттан зыян-зарарһыҙ сығыуына аптырап ҡарай

«Раббы Аллаңа табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит» (Матфей 4:10)

Һорауҙар. Сидра́х, Миса́х һәм Әбдинә́х нимәнән баш тартҡан? Йәһүә уларҙы нисек ҡотҡарған?

Данил 3:1—30.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу