Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w23 ноябрь 26—30 бб.
  • Йәһүә менән мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүә менән мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым!
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫРҒА ӨЙРӘНӘМ
  • ҺУҒЫШ ВАҠЫТЫНДА ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНАМ
  • НИГЕРҘА БУЛҒАН ЭҘӘРЛӘҮҘӘР
  • «ГВИНЕЯЛА БАТШАЛЫҠ ЭШТӘРЕНЕҢ НИСЕК БАРҒАНЫН БЕҘ ТЕҮӘЛ БЕЛМӘЙБЕҘ»
  • БЕРГӘЛӘП ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНАБЫҘ
  • ЙӘҺҮӘ — ЫШЫҠ УРЫН
  • Бай рухи мираҫ ярҙамында сәскә атам
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Мин тоғроларҙың рухи яҡтан сәскә атҡанын күрҙем
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
w23 ноябрь 26—30 бб.
Израэль Итаджоби.

БИОГРАФИЯ

Йәһүә менән мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым!

ИЗРАЭЛЬ ИТАДЖОБИ ҺӨЙЛӘНЕ

МИНӘН үҙем турала һөйләргә һораһалар, мин йыш ҡына: «Мин Йәһүәнең ҡулындағы сумаҙан!» — тип яуап бирәм. Сумаҙан бит ҡайҙа барырға икәнен үҙе ҡарар итә алмай. Быны уның хужаһы ҡарар итә. Тап шулай уҡ мин дә Йәһүәнең һәм уның ойошмаһының мине ҡайҙа кәрәк, шунда ебәреүҙәрен теләйем. Ғүмерем дауамында минең күп төрлө йөкләмәләрем булды. Уларҙың ҡайһы берҙәре ауыр һәм хатта ҡурҡыныс булды. Ләкин мин, Йәһүәгә таянам икән, тимәк, бер нәмәнән дә ҡурҡырға кәрәкмәй икәнен аңланым.

ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНЫРҒА ӨЙРӘНӘМ

Мин 1948 йылда Нигерияның көньяҡ-көнбайышында урынлашҡан бер ауылда тыуғанмын. Шул ваҡыттарҙа атайымдың ҡустыһы Мустафа́ ағайым һәм бер туған ағайым Ваха́би Йәһүә шаһиты булып китте. Миңә туғыҙ йәш булғанда атайым үлеп китте һәм минең бөтә өмөттәрем селпәрәмә килде. Ләкин Вахаби ағайым, атайыбыҙ терелгәс беҙ уны яңынан күрә алабыҙ, тине. Был хаҡта белгәс, мин Изге Яҙманы өйрәнергә теләнем. Мин 1963 йылда һыуға сумдырылдым. Тиҙҙән тағы өс ағайым Йәһүә шаһиты булып китте.

1965 йылда мин Ла́госта йәшәгән Уи́лсон исемле ағайыма килдем. Унда «Игбо́би» тигән йыйылышта пионерҙар менән дуҫлаштым. Уларҙың шатланып һәм ашҡынып хеҙмәт итеүҙәре бик йоғошло ине. Шуға күрә мин дә, 1968 йылдың ғинуар айында, пионер булып хеҙмәт итә башланым.

Вефилдә хеҙмәт иткән А́льберт Олубе́йби исемле ағай-ҡәрҙәш йәштәр өсөн махсус осрашыу ойошторҙо. Ул унда Нигерияның төньяғында махсус пионерҙарға ихтыяж булыуы хаҡында әйтте. Мин уның: «Һеҙ йәш. Һеҙҙең ваҡытығыҙ һәм көсөгөҙ бар. Уларҙы Йәһүә өсөн ҡулланығыҙ. Һеҙҙе күп эш көтә!» — тигән дәртләндергес һүҙҙәрен һаман да иҫләйем. Мин, Ишағыя пәйғәмбәр кеүек, Алла ҡайҙа ебәрә, шунда барырға әҙер инем (Ишағ. 6:8). Шуға күрә махсус пионер булып хеҙмәт итер өсөн ғариза тултырҙым.

1968 йылдың май айында мине Нигерияның төньяғында Ка́но тигән ҡалаға махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ул ваҡытта Нигерияла граждандар һуғышы бара ине (1967—1970 йй.). Һуғыш һуңыраҡ илдең көнсығыш яғына күсте, ә әлегә төньяҡта тыныс түгел ине. Бер ағай-ҡәрҙәш, яҡшы ниәттән сығып, мине унда бармаҫҡа өндәне. Мин уға: «Минең хаҡта борсолғаның өсөн рәхмәт. Ләкин Йәһүә минең унда хеҙмәт итеүемде теләй икән, уның минең турала ҡайғыртасағына бер ҙә шикләнмәйем», — тинем.

Көнбайыш Африканың картаһы. Унда Израэль Итаджоби ҡәрҙәш йәшәгән һәм хеҙмәт иткән урындар күрһәтелгән: Конакри (Гвинея); Сьерра-Леоне; Ниамей (Нигер); Кано, Орисунбаре һәм Лагос (Нигерия).

ҺУҒЫШ ВАҠЫТЫНДА ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНАМ

Кано ҡалаһында шарттар ҡурҡыныс ине. Граждандар һуғышы был ҙур ҡаланы бик ныҡ ҡыйратты. Ҡайһы саҡта хеҙмәттә булғанда урамда үлеп ятҡан кешеләрҙе күрә торғайныҡ. Канола бер нисә йыйылыш булһа ла, ҡәрҙәштәрҙең күбеһенә ҡасып китергә тура килде. Ҡалала 15-тән дә әҙерәк вәғәзсе ҡалған ине. Улар бик ныҡ бойоҡҡан һәм ҡурҡҡан ине. Беҙ — алты махсус пионер килгәс, улар бик шатланды. Беҙ уларға рухи эштәр тәртибен торғоҙорға ярҙам иттек. Улар рухланып китте һәм филиалға хеҙмәт итеү хисаптарын һәм шулай уҡ әҙәбиәткә заказ ебәрә башланы.

Беҙ урындағы ха́уса телен өйрәнә башланыҡ. Кешеләр уларҙың телендә һөйләшкәнебеҙҙе күреп, Батшалыҡ хаҡындағы хәбәрҙе теләберәк тыңлай ине. Ләкин ул ҡалала өҫтөнлөк алған дин кешеләренә вәғәзләүебеҙ оҡшамай ине. Шуға күрә беҙ үҙебеҙҙе һағыраҡ тоттоҡ. Бер тапҡыр ҡулына бысаҡ тотҡан бер ир хеҙмәттәшем менән мине баҫтыра башланы. Бәхеткә ҡаршы, беҙ унан шәберәк йүгерә инек, һәм ул беҙҙе ҡыуып етә алманы. Шундай көтөлмәгән хәлдәргә ҡарамаҫтан беҙ үҙебеҙҙе тыныс хис итә инек, сөнки Йәһүә беҙҙе һаҡлай ине (Зәб. 4:8). Йәһүә шаһиттарының һаны яйлап үҫә барҙы. Бөгөн Кано ҡалаһында 11 йыйылыш һәм унда 500-ҙән ашыу вәғәзсе хеҙмәт итә.

НИГЕРҘА БУЛҒАН ЭҘӘРЛӘҮҘӘР

Ниамейҙа (Нигер) махсус пионер булып хеҙмәт итәм

Кано ҡалаһында мин бер нисә ай ғына хеҙмәт итеп ҡалдым. 1968 йылдың август айында мине һәм тағы ике махсус пионерҙы Ни́гер республикаһының баш ҡалаһы Ниаме́йға билдәләнеләр. Тиҙҙән беҙ Нигер республикаһы ер шарында иң эҫе ер икәнен тойҙоҡ. Ләкин түҙә алмаҫлыҡ эҫелектән тыш, башҡа ауырлыҡ та бар ине. Беҙгә француз телен өйрәнергә кәрәк ине, сөнки француз теле был илдең рәсми теле ине. Беҙ Йәһүәгә таяндыҡ һәм телде яҡшы белмәһәк тә, урындағы бер нисә ҡәрҙәш менән вәғәзләй башланыҡ. Оҙаҡламай Ниамей ҡалаһында йәшәгән һәм уҡый белгән һәр кешенең тиерлек «Мәңгелек тормошҡа алып барған хәҡиҡәт» тигән китабы бар ине. Кешеләр үҙҙәренә был китапты алыр өсөн хатта беҙҙе эҙләй торғайнылар!

Тиҙҙән хөкүмәт Йәһүә шаһиттарына ҡаршы булыуын күрһәтте. 1969 йылдың июль айында беҙ, яҡынса 20 кеше, был илдә үткән беренсе район конгресына йыйылдыҡ. Ике яңы ағай-ҡәрҙәштең һыуға сумдырылыуын шатлыҡ менән көтә инек. Ләкин беренсе көндө үк полиция килеп, программаны туҡтатты. Махсус пионерҙарҙы һәм район күҙәтеүсеһен участкаға алып киттеләр. Унда беҙҙең барыбыҙҙан да һорау алдылар һәм икенсе көндө тағы килергә ҡуштылар. Ҡаршы килеүҙәрҙең көсәйгәнен күреп, беҙ бер ҡәрҙәштең йортонда һыуға сумдырылыу телмәрен ойошторҙоҡ һәм теге ике вәғәзсене йылғала йәшерен генә һыуға сумдырҙыҡ.

Бер нисә аҙнанан һуң сит ил эштәре министрлығы миңә һәм башҡа биш махсус пионерға илдән сығып китергә ҡушты. Беҙгә әйберҙәребеҙҙе йыйыр өсөн 48 сәғәт бирҙеләр. Шулай уҡ бөтә сығымдарҙы үҙебеҙ ҡапларға тейеш инек. Беҙ уларға буйһондоҡ һәм Нигерияның филиалына барырға булдыҡ. Унда яңы билдәләнеүҙәр алдыҡ.

Мине Нигериялағы Орисунба́ре тигән бер ауылға ебәрҙеләр. Унда бер нисә ҡәрҙәштән торған бәләкәй генә төркөм бар ине, һәм хеҙмәт бик яҡшы ине. Ләкин алты айҙан һуң филиал миңә кире Нигерға ҡайтырға тәҡдим итте. Мин аптырап киттем һәм тәүҙә бик борсолдом. Шул уҡ ваҡытта Нигерҙағы ҡәрҙәштәрҙе бик күргем килә ине.

Мин Ниамей ҡалаһына кире ҡайттым. Ҡайтыуымдың икенсе көнөнә Нигериянан бер бизнесмен, минең Йәһүә шаһиты икәнемде белеп, Изге Яҙма тураһында һорауҙар бирә башланы. Шулай итеп уның менән өйрәнеү башланды. Ваҡыт үтеү менән ул тәмәке тартыуын, күп эсеүен ташланы һәм һыуға сумдырылды. Мин Нигер республикаһының төрлө ерҙәрендә хеҙмәт иттем. Кешеләрҙең, яйлап ҡына булһа ла, йыйылышҡа ҡушылыуын күреү күңелле ине. Мин беренсе тапҡыр килгәндә, был илдә 31 Йәһүә шаһиты ине. Ә ҡайтып киткәндә, уларҙың һаны 69 ине.

«ГВИНЕЯЛА БАТШАЛЫҠ ЭШТӘРЕНЕҢ НИСЕК БАРҒАНЫН БЕҘ ТЕҮӘЛ БЕЛМӘЙБЕҘ»

1977 йылдың декабрь айында мин Нигерияға өс аҙналыҡ махсус курс үтергә ҡайттым. Уҡыу үткәндән һуң филиал комитетының координаторы Ма́лком Ва́йго миңә Сье́рра-Лео́нелағы филиалдан килгән хатты уҡырға бирҙе. Ҡәрҙәштәр Гвинеяла район күҙәтеүсеһе булып хеҙмәт итә алған ҡәрҙәште эҙләй ине. Уларға өйләнмәгән, һаулығы яҡшы булған, инглиз һәм француз телендә һөйләшкән пионер кәрәк ине. Вайго ҡәрҙәш мине тап шул хеҙмәткә әҙерләгәндәре тураһында, шулай уҡ был хеҙмәттең еңел булмауы тураһында әйтте. Шуға күрә ул миңә: «Барыһын да яҡшы итеп уйла», — тине. Ләкин мин шунда уҡ: «Йәһүә мине ебәрә икән, мин риза», — тинем.

Мин самолетта Сьерра-Леонеға остом һәм унда филиал комитетынан булған ҡәрҙәштәр менән осраштым. Уларҙың береһе миңә: «Гвинеяла Батшалыҡ эштәренең нисек барғанын беҙ теүәл белмәйбеҙ», — тине. Сьерра-Леонелағы филиал Гвинеялағы вәғәз эше өсөн яуаплы ине. Ләкин Гвинеялағы сәйәси ауырлыҡтар арҡаһында уларҙың урындағы йыйылыштар менән бәйләнештәре юҡ ине. Ҡәрҙәштәр унда инде бер нисә тапҡыр кемделер ебәрергә маташһа ла, бер нәмә лә килеп сыҡмай ине. Шуға күрә ҡәрҙәштәр миңә Гвинеяның баш ҡалаһы Ко́накриға барырға һәм йәшәүгә рөхсәт алып ҡарарға тәҡдим иттеләр.

«Мине Йәһүә ебәрә икән, мин риза»

Конакриға килгәс, мин Нигерия илселегенә барҙым һәм илсе менән осраштым. Мин уға Гвинеяла вәғәзләргә теләгәнем хаҡында әйттем. Ул миңә: «Был ҡурҡыныс: һине ҡулға алыуҙары йә тағы насарыраҡ эш итеүҙәре бар. Нигерияға ҡайт та, шунда вәғәзлә», — тине. Мин уға: «Мин ҡалырға йыйынам», — тип яуапланым. Шунда ул Гвинеяның эске эштәр министрына, миңә ярҙам итеүҙәрен һорап, хат яҙҙы. Министр мине йылы итеп ҡаршы алды.

Тиҙҙән мин Сьерра-Леонелағы филиалға ҡайттым һәм Йәһүәнең минең барып ҡайтыуымды нисек фатихалағанын һөйләнем. Ҡәрҙәштәр миңә Гвинеяла йәшәргә рөхсәт биргәндәрен белеп ҡалғас, бик шатланды!

Израэль ағай-ҡәрҙәш йылмайып үҙ әйберҙәрен күтәреп китеп бара.

Сьерра-Леонела район хеҙмәтендә

1978 йылдан алып 1989 йылға тиклем мин Гвинеяла һәм Сьерра-Леонела район күҙәтеүсеһе булып, шулай уҡ Либе́рияла район күҙәтеүсеһенең урынбаҫары булып хеҙмәт иттем. Тәүҙә мин йыш ҡына ауырыным. Ҡайһы саҡта берәй төпкөл ауылда хеҙмәт иткәндә ауырып китә торғайным. Ләкин ҡәрҙәштәр мине дауаханаға алып барыр өсөн мөмкин булғандың барыһын эшләй ине.

Бер тапҡыр мин малярия менән бик ҡаты ауырыным. Етмәһә, мине эсәк ҡорттары бик ныҡ йонсотто. Хәлемдең бик насар булыуын күреп, ҡәрҙәштәр, үлеп китһә, уны ҡайҙа ерләрбеҙ икән, тип уйланғандар. Һуңынан һауыҡҡас, мин был хаҡта белдем. Ҡурҡыныстарға ҡарамаҫтан мин артабан да хеҙмәт итергә әҙер инем. Йәһүә менән мин бер нәмәнән дә ҡурҡмайым. Ул бит хатта үлгәндәрҙе лә терелтә ала. Мин быға бик ныҡ ышана инем.

БЕРГӘЛӘП ЙӘҺҮӘГӘ ТАЯНАБЫҘ

Израэль менән Доркастың туй көндәре.

Туй көнөбөҙ 1988 йыл

1988 йылда мин До́ркас исемле кеселекле һәм рухи яҡтан көслө апай-ҡәрҙәште осраттым. Ул пионер булып хеҙмәт итә ине. Беҙ өйләнештек һәм район хеҙмәтен бергә дауам иттек. Доркас бигерәк ҡайғыртыусан һәм фиҙаҡәр. Ҡайһы саҡта йыйылыштарға барыр өсөн беҙ бөтә әйберҙәребеҙҙе күтәреп 25 километр йәйәүләп атлай торғайныҡ. Ә тағы ла йырағыраҡ йыйылыштарға батҡаҡ һәм соҡор-саҡырлы юлдарҙан үтә алған ниндәй генә булһа ла транспортта барырға әҙер инек.

Доркастың ҡыйыулығы мине һәр ваҡыт таң ҡалдыра ине. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта юлда барғанда крокодилдар мыжғып торған йылғалар осрай ине. Бер көндө беҙгә йылға аша үтергә тура килде, ә ағас күпер ватыҡ ине. Шуға күрә йылға аша кәмәлә йөҙөргә булдыҡ. Доркас кәмәнән сығам тип баҫҡайны ғына, һыуға йығылды. Ул да, мин дә йөҙә белмәйбеҙ, ә йылға крокодилдар менән тулы. Бәхетебеҙгә ҡаршы, бер нисә егет һыуға һикерҙе һәм Доркасты ярға алып сыҡты. Шул ҡурҡыныс осраҡтан һуң беҙ йоҡлай алмай яфаландыҡ, әммә хеҙмәтебеҙҙе дауам иттек.

Джагифт менән Эрик бала саҡтарында Батшалыҡ залы янында тора.

Йәһүәнең бүләктәре: Джагифт менән Эрик

1992 йылдың башында беҙҙе бүләк көтә ине. Беҙ оҙаҡламай атай-әсәй булып китеүебеҙҙе белдек. Беҙҙең махсус хеҙмәтебеҙ шуның менән тамамланыр микән? Беҙ: «Йәһүә беҙгә бүләк эшләгән!» — тигән фекергә килдек. Шуға күрә ҡыҙыбыҙға Джа́гифт тигән исем ҡуштыҡ («Йәһ бүләге» тип тәржемә ителә). Дүрт йылдан һуң улыбыҙ Эрик тыуҙы. Йәһүәнең был бүләктәре беҙҙе һаман да шатландыра. Джагифт бер ни тиклем ваҡыт Конакриҙа тәржемә итеү офисында хеҙмәт итте, ә Эрик — хеҙмәт ярҙамсыһы.

Израэль менән Доркас ҡыҙҙары Джагифт һәм улдары Эрик менән Батшалыҡ залы янында тора.

Һуңыраҡ Доркасҡа махсус хеҙмәтен ҡалдырырға тура килде. Ләкин ул балаларҙы тәрбиәләгән ваҡытта ла даими пионер хеҙмәтен ҡалдырманы. Ә мин махсус пионер булып ҡалдым. Балалар үҫкәс, Доркас яңынан махсус пионер булып хеҙмәт итә башланы. Беҙ хәҙер Конакриҙа миссионер хеҙмәтен башҡарабыҙ.

ЙӘҺҮӘ — ЫШЫҠ УРЫН

Мин һәр ваҡыт Йәһүә йүнәлткән юлда йөрөнөм. Беҙ ҡатыным менән уның яҡлауын һәм нығытыуын күп тапҡыр тойҙоҡ. Аҡсаға һәм мал-мөлкәткә түгел, ә күктәге Атабыҙға таяныу беҙҙе күп проблемаларҙан һәм борсолоуҙарҙан һаҡлап ҡалды. Беҙ Доркас менән «Ҡотҡарыусыбыҙ» Йәһүә генә ысын яҡлау биргәненә үҙ тормошобоҙҙа инандыҡ (1 Йыл. 16:35). Мин Йәһүәнең уға таянған һәр кемдең ғүмерен ныҡ һаҡлағанына бер ҙә шикләнмәйем (1 Сам. 25:29).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу