Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w24 июль 30 б.—31 б. 2 абз.
  • Уҡыусыларҙың һорауҙары

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Уҡыусыларҙың һорауҙары
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
w24 июль 30 б.—31 б. 2 абз.
Ожмахта кешеләр тормошҡа кинәнә. Артҡы планда символик ҡаланан — Яңы Иерусалимдан йылға аға. Йылғаның ике ярында ла ҡуйы ағастар үҫә.

Уҡыусыларҙың һорауҙары

Ишағыя 60:1-ҙә ниндәй ҡатын тураһында һүҙ бара һәм «күтәрел», «яҡтырып тор» тигән һүҙҙәр нимәне аңлата?

Ишағыя 60:1-ҙә: «Эй ҡатын, күтәрел, яҡтырып тор, сөнки яҡтылығың килде. Йәһүәнең даны һине яҡтырта», — тип әйтелә. Контекстан күреүебеҙсә, «ҡатын» — был Сион, йәғни Иерусалим (ул ваҡытта Йәһүҙиәнең баш ҡалаһы) (Ишағ. 60:14; 62:1, 2)a. Был аяттағы ҡалаға ҡарата мөрәжәғәт итеү бөтә халыҡҡа өндәшеүҙе аңлата. Ике һорау тыуа. Беренсенән, ҡасан Иерусалим «күтәрелгән» һәм «яҡтыра» башлаған? Икенсенән, был пәйғәмбәрлектең ҙурыраҡ үтәлеше бармы?

Иерусалим ҡасан һәм нисек «күтәрелгән» һәм «яҡтыра» башлаған? Израилдәр 70 йыл дауамында Вавилон әсирлегендә булған. Шул йылдарҙа Иерусалим һәм ундағы ғибәҙәтхана емерек хәлдә ятҡан. Ләкин Мидия һәм Фарсы һуғышсылары Вавилонды еңеп алғас, израилдәргә туған ерҙәренә ҡайтырға һәм хаҡ ғибәҙәт ҡылыуҙы торғоҙорға рөхсәт ителгән (Езра 1:1—4). Б. э. т. 537 йылда Алланың бөтә 12 ҡәбиләһенән булған тоғро хеҙмәтселәре Иерусалимға килгән (Ишағ. 60:4). Улар Йәһүәгә ҡорбан килтергән, байрамдар үткәргән һәм ғибәҙәтхананы торғоҙа башлаған (Езра 3:1—4, 7—11; 6:16—22). Шулай итеп Йәһүәнең даны яңынан Иерусалимды, йәғни Алла халҡын яҡтырта башлаған. Ә Алла халҡы, үҙ сиратында, Йәһүәне белмәгән башҡа халыҡтар өсөн рухи яҡтылыҡ булып киткән.

Ләкин Ишағыяның пәйғәмбәрлеге боронғо Иерусалимда өлөшләтә генә үтәлгән. Израилдәрҙең күбеһе Алланы тыңламай башлаған (Ниҡ. 13:27; Мал. 1:6—8; 2:13, 14; Матф. 15:7—9). Һуңыраҡ улар хатта Ғайса Мәсихте кире ҡаҡҡан (Матф. 27:1, 2). Һөҙөмтәлә б. э. 70 йылында Иерусалим һәм ундағы ғибәҙәтхана икенсе тапҡыр емерелгән.

Йәһүә, шулай булыр тип, алдан пәйғәмбәрлек иткән (Дан. 9:24—27). Тимәк, Ишағыя китабының 60-сы бүлегендәге торғоҙолоу тураһындағы пәйғәмбәрлек ерҙәге Иерусалимда тулыһынса үтәлмәгән. Был Йәһүәнең ниәтенә инмәгән.

Был пәйғәмбәрлектең ҙурыраҡ үтәлеше бармы? Эйе, һәм ул башҡа символик ҡатын — «күктәге Иерусалим» менән бәйле. Илсе Павел уның тураһында: «Ул беҙҙең әсәбеҙ», — тигән (Гал. 4:26). Күктәге Иерусалим — тоғро рухи заттарҙан торған Йәһүә ойошмаһының күктәге өлөшө. Уның балалары — Ғайса һәм изге рух менән майланған 144 000 мәсихсе күктә йәшәйәсәк. Майланғандар — «изге халыҡ», «Алланың Израиль халҡы» (1 Пет. 2:9; Гал. 6:16).

Күктәге Иерусалим ниндәй мәғәнәлә «күтәрелгән» һәм «яҡтыра» башлаған? Уның балалары — ерҙә йәшәгән майланған мәсихселәр «күтәрелгән» һәм «яҡтыра» башлаған. Әйҙәгеҙ, Ишағыя китабының 60-сы бүлегендә яҙылған һүҙҙәр майланған мәсихселәрҙә нисек үтәлгәнен ҡарап сығайыҡ.

Ни өсөн майланған мәсихселәргә «күтәрелергә» кәрәк булған? Б. э. II быуатында мөртәттәр сүп үләне кеүек тиҙ үҫә башлағас, майланғандар рухи ҡараңғылыҡта ҡалған (Матф. 13:37—43). Шулай итеп улар Бөйөк Вавилондың — ялған диндең бөтә донъя империяһына эләккән. Унда улар «был замандың һуңғы көндәре» тип аталған ваҡытҡа тиклем әсирлектә ҡалған (Матф. 13:39, 40). Был осор 1914 йылда башланған. 1919 йылда майланғандар азат ителгән һәм шунда уҡ «яҡтыра», йәғни ашҡынып Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләй башлағанb. Шул ваҡыттан алып был рухи яҡтылыҡҡа бөтә халыҡтан булған кешеләр килә. Улар араһында Ишағыя 60:3-тә иҫкә алынған «батшалар», йәғни күктәге тормош өсөн һайланғандар (Асыл. 5:9, 10).

Киләсәктә майланған мәсихселәр Алла яҡтылығын тағы ла яҡшыраҡ сағылдыра башлаясаҡ. Ерҙәге тормошон тамамлағас, майланғандар күктә йәшәр өсөн тереләсәк. Улар унда «яңы Иерусалим», йәғни 144 000 батшаларҙан һәм руханиҙарҙан торған Мәсихтең кәләше булып китәсәк (Асыл. 14:1; 21:1, 2, 24; 22:3—5).

Ишағыя 60:1-ҙәге пәйғәмбәрлектең үтәлешендә Яңы Иерусалимға төп роль бирелгән. (Ишағыя 60:1, 3, 5, 11, 19, 20-се аяттарҙы Асылыш 21:2, 9—11, 22—26-сы аяттар менән сағыштырығыҙ.) Ерҙәге Иерусалим боронғо Израилдә батша идара иткән ҡала булған кеүек, Яңы Иерусалим да Мәсих менән бергә яңы донъяның хөкүмәте булып китәсәк. Ниндәй мәғәнәлә Яңы Иерусалим «Алланан [төшә]»? Был һүҙҙәр майланғандарҙың ерҙә йәшәүсе кешеләр хаҡында ҡайғыртасағын аңлата. Алланы хөрмәт иткән кешеләр Яңы Иерусалимдың «яҡтыһы эсендә йөрөр». Улар хатта гонаһтан һәм үлемдән азат ителәсәк (Асыл. 21:3, 4, 24). Һөҙөмтәлә Ишағыя һәм башҡа пәйғәмбәрҙәр әйтеүенсә, «бар нәмәне яңынан торғоҙоу ваҡыттары» етәсәк (Ғәм. 3:21, ЯДТ). Был бөйөк торғоҙолоу Ғайса Батша булып киткәс башланған һәм уның Меңйыллыҡ идара итеүенең аҙағында тамамланасаҡ.

a Изге Яҙманың ҡайһы бер тәржемәләрендә Ишағыя 60:1-ҙәге һүҙҙәр «Сионға» йәғни «Иерусалимға» әйтелгән булған. Улай булғас, ни өсөн «Яңы донъя» тәржемәһендә был аятта «ҡатын» тигән һүҙ ҡулланыла? Сөнки еврей телендәге «күтәрел» һәм «яҡтырып тор» тигән ҡылымдар, шулай уҡ «һине» тигән алмаш ҡатын-ҡыҙ тураһында кеүек әйтелә.

b 1919 йылдағы рухи торғоҙолоу тураһында шулай уҡ Йәзәкил 37:1—14-тә һәм Асылыш 11:7—12-лә әйтелә. Йәзәкилдең пәйғәмбәрлеге бөтә майланған мәсихселәргә ҡағыла. Улар оҙаҡ ваҡыт рухи әсирлектә булған, шунан рухи яҡтан торғоҙолған. Ә Асылышта Йәһүә халҡы менән етәкселек иткән майланғандарҙың бәләкәй төркөмөнөң рухи терелеүе тураһында әйтелә. Бер ни тиклем ваҡыт дауамында улар Йәһүәгә хеҙмәт итә алмаған, сөнки ғәҙелһеҙ суд ҡарары арҡаһында төрмәгә эләккән. 1919 йылда Ғайса уларҙы «тоғро һәм аҡыллы хеҙмәтсе» итеп билдәләгән (Матф. 24:45; «Саф ғибәҙәт торғоҙолған!» тигән китаптың (тат.) 118-се битен ҡарағыҙ).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу