Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w25 май 2—7 бб.
  • Тоғро фәрештәләрҙән өлгө алығыҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тоғро фәрештәләрҙән өлгө алығыҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ФӘРЕШТӘЛӘР БАҪАЛҠЫ
  • ФӘРЕШТӘЛӘР КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТА
  • ФӘРЕШТӘЛӘР СЫҘАМЛЫҠ ҺАҠЛАЙ
  • ФӘРЕШТӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ САФЛЫҒЫ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА
  • Фәрештәләр кемдәр улар?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Алланың фәрештәләре беҙгә ярҙам итә
    Бөйөк Остаздан өйрән
  • Фәрештәләр һеҙгә нисек ярҙам итә ала?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Фәрештәләр хаҡында хәҡиҡәт
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
w25 май 2—7 бб.

19-СЫ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ

6-СЫ ЙЫР Күктәр Алла данын иғлан итә

Тоғро фәрештәләрҙән өлгө алығыҙ

«Шөкөрана ҡылығыҙ Раббыға, эй һеҙ, Уның фәрештәләре» (ЗӘБ. 102:20).

ТӨП ФЕКЕР

Беҙ тоғро фәрештәләрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

1, 2. а) Беҙ фәрештәләрҙән нимә менән айырылып торабыҙ? б) Фәрештәләр менән беҙҙең ниндәй уртаҡ яҡтарыбыҙ бар?

ЙӘҺҮӘ беҙҙе үҙенең ҙур, берҙәм ғаиләһенә саҡырған. Уның ғаиләһе донъяның бөтә ерҙәрендә йәшәгән төрлө ҡәрҙәштәрҙән, шулай уҡ миллионлаған тоғро фәрештәләрҙән тора (Дан. 7:9, 10). Фәрештәләрҙе иҫкә алғанда беҙ, бәлки, иң тәүҙә уларҙың беҙҙән ни тиклем ныҡ айырылып торғаны тураһында уйлайбыҙҙыр. Алла уларҙы кешеләрҙе бар иткәндән күпкә алдараҡ барлыҡҡа килтергән (Әйүп 38:4, 7). Фәрештәләр беҙгә ҡарағанда күпкә ҡеүәтлерәк. Улар шул тиклем изге һәм тәҡүә, хатта камил булмаған кешегә быны күҙ алдына килтереүе лә ауыр (Лука 9:26).

2 Ләкин беҙҙең фәрештәләр менән уртаҡ яҡтарыбыҙ ҙа күп. Мәҫәлән, беҙҙең, фәрештәләрҙеке кеүек, һайлау иркебеҙ бар һәм беҙ Йәһүәнеке кеүек күркәм сифаттар күрһәтә алабыҙ. Бынан тыш, һәр беребеҙҙең исеме, Йәһүәнән алған йөкләмәһе бар. Шулай уҡ һәр беребеҙ үҙенсәлекле. Өҫтәүенә, беҙ ҙә, фәрештәләр ҙә Барлыҡҡа килтереүсебеҙгә табыныуға мохтаж (1 Пет. 1:12).

3. Беҙ тоғро фәрештәләрҙән нимәгә өйрәнә алабыҙ?

3 Фәрештәләр менән оҡшаш яҡтарыбыҙ күп булғанға, беҙ уларҙан күп нәмәгә өйрәнә алабыҙ. Әйҙәгеҙ, тоғро фәрештәләрҙең нисек баҫалҡылыҡ, яратыу, сыҙамлыҡ күрһәткәнен һәм йыйылыштың сафлығы хаҡында нисек ҡайғыртҡанын ҡарап сығайыҡ. Шулай уҡ уларҙан нисек өлгө алып булғанын беләйек.

ФӘРЕШТӘЛӘР БАҪАЛҠЫ

4. а) Фәрештәләрҙең баҫалҡы булыуы нимәлә күренә? б) Ни өсөн фәрештәләр баҫалҡы? (Зәбур 88:8).

4 Фәрештәләр көслө, зирәк һәм тәжрибәле булһа ла, улар баҫалҡы һәм Йәһүәгә тыңлаусан (Зәб. 102:20). Улар үҙ йөкләмәләрен ни тиклем яҡшы башҡарыуы хаҡында бер ҡасан да маҡтанмай һәм үҙ көстәрен башҡаларҙың иғтибарын йәлеп итер өсөн ҡулланмай. Улар Йәһүә ихтыярын шатланып үтәй һәм башҡалар быны күрмәй ҡалыр тип бер ҙә борсолмай (Баш. 32:24, 29; 2 Бат. 19:35)a. Фәрештәләр Йәһүә генә лайыҡ булған данды үҙҙәренә алыуҙан баш тарта. Улар баҫалҡы, сөнки Алланы ярата һәм уны тәрән хөрмәт итә. (Зәбур 88:8-ҙе уҡығыҙ.)

5. Илсе Яхъя үҙен дөрөҫ тотмағанда, бер фәрештәнең баҫалҡы булғаны нимәнән күренә? (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)

5 Фәрештәләрҙең баҫалҡы булыуын күрһәткән бер миҫалға иғтибар итәйек. Б. э. яҡынса 96 йылында бер фәрештә (уның исеме билдәле түгел) илсе Яхъяға иҫ киткес күренеш күрһәткән (Асыл. 1:1). Яхъя был күренеште нисек ҡабул иткән? Ул фәрештәгә баш эйергә тип, уның аяҡтарына йығылған. Әммә фәрештә шунда уҡ уға: «Ҡара уны, улай эшләмә! Мин — һинең һәм... имандаштарыңдың хеҙмәттәше. Аллаға баш эй!» — тип әйткән (Асыл. 19:10). Ни тиклем баҫалҡы булған был фәрештә! Ул үҙенә дан һәм танылыу эҙләмәгән. Ул шунда уҡ бөтә иғтибарҙы Йәһүәгә йүнәлткән. Шул уҡ ваҡытта ул Яхъяға өҫтөн ҡарамаған. Әлбиттә, фәрештә, Яхъяға ҡарағанда, Йәһүәгә күпкә оҙағыраҡ хеҙмәт иткән һәм ҡеүәтлерәк булған. Әммә ул, үҙен кесе итеп тотоп, мин һинең хеҙмәттәшең, тип әйткән. Яхъя үҙен дөрөҫ тотмаһа ла, фәрештә уны ҡаты итеп тәнҡитләмәгән. Киреһенсә, ул оло йәштәге илсе менән ипле һәм игелекле итеп һөйләшкән. Моғайын, ул Яхъяның хистәргә бирелгәнен аңлаған.

Фәрештә илсе Яхъяға үҙенә табынырға рөхсәт итмәй.

Фәрештә Яхъя менән аралашҡанда үҙен баҫалҡы итеп тотҡан. (5-се абзацты ҡарағыҙ.)


6. Баҫалҡы булыуҙа фәрештәләрҙән ниндәй өлгө алабыҙ?

6 Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ үҙебеҙҙе кесе итеп тотабыҙ. Беҙ ҙә маҡтанмайынса һәм үҙебеҙгә айырым иғтибар көтмәйенсә Йәһүәгә тырышып хеҙмәт итергә теләйбеҙ (1 Кәр. 4:7). Йәһүәгә күп йылдар хеҙмәт итһәк тә йә хөрмәтле вазифаларға эйә булһаҡ та, үҙебеҙҙе башҡаларҙан яҡшыраҡ тип һанау дөрөҫ булмаҫ. Киреһенсә, беҙгә күберәк тапшырылған һайын, беҙ тағы ла баҫалҡыраҡ булырға тейешбеҙ (Лука 9:48). Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ башҡаларға хеҙмәт итергә теләйбеҙ һәм үҙебеҙҙе уларҙан өҫтөн ҡуйырға тырышмайбыҙ.

7. Кемдеңдер хатаһына иғтибар иткәндә йә уға кәңәш биргәндә, нисек үҙебеҙҙе баҫалҡы тота алабыҙ?

7 Тағы ниндәй осраҡта баҫалҡы булыу мөһим? Ҡайһы саҡта имандашыбыҙҙың йә балабыҙҙың дөрөҫ эш итмәүен күргәндә, уға кәңәш бирергә кәрәк. Әммә шуны онотмайыҡ: кәңәште тура әйтеү ҡаты итеп әйтеүҙе аңлатмай. Беҙ кешене рәнйетергә йә кәмһетергә теләмәйбеҙ. Фәрештәнең илсе Яхъя менән ни тиклем игелекле итеп һөйләшкәнен иҫкә төшөрәйек. Баҫалҡылыҡ беҙҙе, Изге Яҙманан кәңәш биргәндә, кешенең хистәрен иҫәпкә алырға һәм ихтирамлы булырға дәртләндерә (Кол. 4:6).

ФӘРЕШТӘЛӘР КЕШЕЛӘРҘЕ ЯРАТА

8. а) Фәрештәләрҙең кешеләрҙе яратыуы нимәнән күренә? (Лука 15:10). б) Фәрештәләр беҙгә вәғәзләргә нисек ярҙам итә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

8 Фәрештәләр кешеләрҙе түбән заттар тип һанамай һәм беҙҙең менән нимә булғанына битараф түгел. Улар кешеләрҙе ярата. Йәһүәнең юғалған һарығы — гонаһ ҡылыусы — уға ҡайтҡанда йә кемдер, үҙ тормошон үҙгәртеп, хәҡиҡәткә килгәндә улар шатлана. (Лука 15:10-ды уҡығыҙ.) Шулай уҡ фәрештәләр кешеләргә Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе еткерергә ярҙам итә (Асыл. 14:6). Улар туранан-тура вәғәзләмәһә лә, беҙҙе Йәһүә тураһында белергә теләгән кешегә алып килә ала. Әлбиттә, ошо осраҡта фәрештәләр ҡатнашҡан, тип теүәл әйтеп булмай. Йәһүә башҡаса ла эш итә ала. Мәҫәлән, күп кенә осраҡтарҙа ул, кешеләргә ярҙам итер өсөн йә үҙ хеҙмәтселәрен уларға ебәрер өсөн, изге рухын ҡуллана (Илс. 16:6, 7). Шулай ҙа хеҙмәттә яныбыҙҙа фәрештәләрҙең булыуына ышана алабыҙ, сөнки улар беҙгә ярҙам итер өсөн ебәрелгән. («Йәһүә уларҙың доғаларына яуап биргән»b тигән рамканы ҡарағыҙ.)

Бер пар урамда күсмә стенд менән китеп бара. Уларҙан өҫтәрәк ике фәрештә. Улар ҡыҙ ҡәрҙәштең иғтибарын эскәмйәлә ултырған бойоҡҡан ҡыҙға йүнәлтә.

Бер пар стенд менән вәғәзләгәндән һуң өйгә ҡайтып бара. Ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ бер бойоҡҡан ҡыҙҙы күреп ҡала. Ул фәрештәләрҙең беҙҙе Аллаға мохтаж булған кешеләргә йүнәлтә алғанын аңлай. Ҡыҙ ҡәрҙәштең теге бойоҡҡан ҡыҙға игелекле һүҙҙәр әйтергә теләге тыуа. (8-се абзацты ҡарағыҙ.)


Йәһүә уларҙың доғаларына яуап биргән

Ошо өс осраҡта фәрештәләрҙең ҡатнашыуы ихтимал.

  • Перу илендә бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ үҙенең 12 йәшлек ҡыҙы менән телефон аша вәғәзләгән. Ҡыҙыҡай бер ҡатынға шылтыратҡан. Теге ҡатын Аллаға доға ҡылғаны һәм ярҙамға берәй кемде ебәреүен һорағаны тураһында әйткән. Ул ҡыҙыҡайҙың шылтыратыуы уның доғаларына яуап булыуына бер ҙә шикләнмәгән. Ул Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм оҙаҡламай йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған.

  • Румынияла йәшәгән бер ҡатын күпмелер ваҡыт Йәһүә шаһиттары менән Изге Яҙманы өйрәнгән, әммә һуңынан өйрәнеүҙе ҡалдырған. Һуңыраҡ ул Италияға күсенгән һәм бер ғаиләлә эшләй башлаған. Ул яңынан Изге Яҙманы өйрәнергә теләгән. Ләкин урындағы Йәһүә шаһиттарын таба алмаған. Шуға күрә ул Йәһүәнән ярҙам һорап доға ҡылған. Күп тә үтмәҫтән уның эш биреүселәре уны магазинға әйберҙәр һатып алырға ебәргән, әммә уға магазиндың хужаһы менән аралашмаҫҡа кәңәш иткән. Улар, ул — Йәһүә шаһиты һәм һәр ваҡытта ла һатып алыусылар менән Изге Яҙма тураһында һөйләшә, тигән. Ул магазинға килгәс, беҙҙең ир ҡәрҙәшебеҙ, әлбиттә, уға вәғәзләй башлаған. Ҡатын был һөйләшеүҙә үҙенең доғаларына яуап күргән. Ул яңынан Изге Яҙманы өйрәнә башлаған һәм рухи яҡтан тиҙ үҫкән. Уның үрнәге улдарының береһен бик һоҡландырған, ул да Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй башлаған.

  • Йәһүә шаһиттары булған бер ғаилә машинаһын һатырға булған. Бер пар машинаны ҡарарға килгәс, ҡәрҙәштәребеҙ уларға вәғәзләгән. Кешеләргә Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәрҙе һөйләргә ваҡытыбыҙ күберәк булһын өсөн, сығымдарҙы ҡыҫҡартырға булдыҡ, тигән улар. Теге ир кеше: «Мин кисә: „Аллам мин эсемдә шундай бушлыҡ тоям, тик һин генә миңә ярҙам итә алаһың. Миңә берәй кемде ярҙамға ебәрсе“, — тип доға ҡылдым», — тигән. Ул Йәһүә шаһиттарын осратыуында үҙенең доғаһына яуап күргән. Ул ҡатыны менән Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан һәм ике ҡыҙы уларға ҡушылған. Хәҙер улар бөтә ғаиләһе менән йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй.

9. Кешеләрҙе яратыуҙа фәрештәләрҙән ниндәй өлгө алып була?

9 Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ ҙә кешеләрҙе яратабыҙ. Кемдеңдер йыйылышҡа ҡайтыуы тураһында ишеткәндә, беҙ фәрештәләр кеүек шатлана алабыҙ. Беҙ ҡәрҙәштең уны ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы һәм Йәһүәгә кире ҡайтҡанына шат булыуыбыҙҙы тойоуын теләйбеҙ (Лука 15:4—7; 2 Кәр. 2:6—8). Шулай уҡ ысын күңелдән хеҙмәт итеп, беҙ фәрештәләрҙән өлгө алабыҙ (Вәғ. 11:6). Фәрештәләр беҙгә һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләргә ярҙам иткән кеүек, беҙ ҙә имандаштарыбыҙға хеҙмәттә ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, һеҙ бик үк тәжрибәле булмаған йә оло йәштәге һәм һаулығы насар булған ҡәрҙәш менән бергә хеҙмәт итә алыр инегеҙме?

10. Сара ҡәрҙәштән нимәгә өйрәнеп була?

10 Шарттарыбыҙ арҡаһында беҙ Йәһүәгә элеккесә хеҙмәт итә алмаһаҡ, нимә эшләргә? Ул ваҡытта беҙ фәрештәләр менән хеҙмәттәшлек итер өсөн яңы ысулдар эҙләй алабыҙ. Һиндостанда йәшәгән Сараc исемле ҡәрҙәшебеҙ менән танышайыҡ. Ул 20 йыл тирәһе пионер булып хеҙмәт иткән. Әммә шунан ныҡ итеп ауырып киткән. Сара йөрөү генә түгел, хатта карауатынан да тора алмаған. Уға эмоциональ яҡтан бик ауыр булған. Ләкин ҡайғыртыусан рухи ғаиләһенең яратыуы һәм Изге Яҙманы даими уҡыу Сараға әкренләп шатлығын ҡайтарған. Әлбиттә, уға үҙ хеҙмәтен тулыһынса үҙгәртергә кәрәк булған. Сара ултырып хат яҙа алмағанға, телефон аша ғына вәғәзләгән. Ул кешеләргә ҡабат шылтыратҡанда, улар Изге Яҙма тураһында һөйләшергә теләгән таныштарының телефон номерҙарын ебәргән. Шулай итеп ул бер нисә ай эсендә 70 өйрәнеү тапҡан. Ул был өйрәнеүҙәрҙе үткәреп өлгөрә алмағанға ҡайһы берҙәрен башҡа вәғәзселәргә тапшырған. Уның өйрәнеүселәренең күбеһе хәҙер йыйылыш осрашыуҙарына йөрөй. Фәрештәләрҙең Сара һәм башҡа тоғро мәсихселәр менән хеҙмәттәшлек иткәндә ни тиклем шат булыуын күҙ алдына килтерегеҙ!

ФӘРЕШТӘЛӘР СЫҘАМЛЫҠ ҺАҠЛАЙ

11. Тоғро фәрештәләр нисек иҫ киткес сыҙамлыҡ күрһәтә?

11 Тоғро фәрештәләр ғәжәйеп сыҙамлыҡ күрһәтеүҙә лә беҙҙең өсөн өлгө булып тора. Улар инде меңәрләгән йылдар буйы ғәҙелһеҙлекте һәм яуызлыҡты түҙә. Улар Шайтандың һәм уға эйәргән башҡа күп фәрештәләрҙең Алланың дошманы булып киткәнен күргән (Баш. 3:1; 6:1, 2; Йәһ. 6). Изге Яҙмала бер фәрештәнең күп көндәр дауамында көслө ен менән көрәшкәне тураһында яҙылған (Дан. 10:13). Шулай уҡ фәрештәләр, Әҙәм менән Һауа ваҡытынан башлап, күпселек кешенең Йәһүәгә хеҙмәт итергә теләмәгәнен күргән. Быға ҡарамаҫтан, был тоғро рухи заттар Аллаға шатланып һәм ашҡынып хеҙмәт итеүен дауам итә. Улар Йәһүәнең үҙ ваҡытында бөтә яуызлыҡты юҡ итәсәген белә.

12. Сыҙам булып ҡалырға нимә ярҙам итер?

12 Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ сыҙам ҡалабыҙ. Фәрештәләр кеүек, беҙ ҙә ғәҙелһеҙлектең күп булыуын күрәбеҙ. Ләкин Алланың яуызлыҡты үҙ ваҡытында юҡ итәсәгенә шикләнмәйбеҙ. Шуға күрә улар кеүек беҙ ҙә төшөнкөлөккә бирелмәйбеҙ һәм игелек ҡылыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ (Ғал. 6:9). Алла барыһын да йырып сығырға ярҙам итергә вәғәҙә итә (1 Кәр. 10:13). Түҙемле һәм шатлыҡлы булып ҡалыр өсөн, Йәһүәгә изге рух һорап доға ҡылыу мөһим (Ғал. 5:22; Кол. 1:11). Әгәр һеҙ бөгөн ҡаршылыҡтар менән осрашһағыҙ, нимә эшләргә? Хафаға төшмәгеҙ, Йәһүәгә ышанығыҙ. Ул ярҙам итәсәк һәм һеҙҙе нығытасаҡ (Евр. 13:6).

ФӘРЕШТӘЛӘР ЙЫЙЫЛЫШТЫҢ САФЛЫҒЫ ХАҠЫНДА ҠАЙҒЫРТА

13. Был һуңғы көндәрҙә фәрештәләргә ниндәй йөкләмә бирелгән? (Матфай 13:47—49).

13 Был һуңғы көндәрҙә Йәһүә фәрештәләргә мөһим бер йөкләмә биргән. (Матфай 13:47—49-ҙы уҡығыҙ.) Бөтә донъя буйынса миллионлаған кеше һөйөнөслө хәбәрҙе ҡабул итә. Берәүҙәр Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәй башлай һәм мәсихсе булып китә, ә икенселәре баш тарта. Фәрештәләргә «яуыздарҙы тәҡүәләрҙән айырырға» йөкләмә бирелгән. Икенсе һүҙҙәр менән әйткәндә, улар йыйылыштың сафлығы хаҡында ҡайғырта. Был, әлбиттә, йыйылыштан киткән кешенең бер ҡасан да кире ҡайта алмаясағын, шулай уҡ йыйылышта бер ҡасан да ауырлыҡтар булмаясағын аңлатмай. Әммә беҙ бер ҙә шикләнмәйбеҙ, йыйылыштарыбыҙ саф килеш ҡалһын өсөн, фәрештәләр бар көсөн һала.

14, 15. Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ йыйылыштың әхлаҡи һәм рухи сафлығы тураһында нисек ҡайғыртабыҙ? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)

14 Фәрештәләрҙән өлгө алып, беҙ йыйылыштың сафлығы хаҡында ҡайғыртабыҙ. Беҙ йыйылыштарҙың әхлаҡи һәм рухи яҡтан саф булып ҡалыуын теләйбеҙ. Шуға күрә үҙебеҙҙе насар йоғонтонан һаҡларға тырышабыҙ. Беҙ Йәһүәне яратҡандар менән генә дуҫлашабыҙ һәм унан йыраҡлаштырған бөтә нәмәнән ситтә торабыҙ (Зәб. 100:3). Шулай уҡ имандаштарыбыҙға Йәһүәгә тоғро булып ҡалырға ярҙам итә алабыҙ. Мәҫәлән, ҡәрҙәштең етди гонаһ ҡылғаны тураһында белеп ҡалһаҡ, нимә эшләрбеҙ? Беҙ ул кешене яратабыҙ, шуға уны аҡһаҡалдар менән һөйләшеп алырға өндәрбеҙ. Әгәр ул быны эшләмәһә, беҙ үҙебеҙ был хаҡта һөйләрбеҙ. Беҙ көсһөҙләнгән ҡәрҙәштең мөмкин тиклем тиҙерәк ярҙам алыуын теләйбеҙ! (Яҡ. 5:14, 15).

15 Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы саҡта етди гонаһ ҡылған мәсихселәрҙе йыйылыштан ситләштерәләр. Шул саҡта беҙ улар менән аралашмайбыҙ (1 Кәр. 5:9—13)d. Был сара йыйылыштың сафлығын һаҡларға ярҙам итә. Бынан тыш, йыйылыштан ситләштерелгәндәр менән аралашмаһаҡ, беҙ уларға игелек ҡылабыҙ. Ни өсөн шулай тип әйтеп була? Сөнки ул Йәһүәгә ҡайтырға кәрәк икәнен тиҙерәк аңлар. Әгәр инде ҡайтһа, беҙ Алла һәм уның фәрештәләре менән бергә шатланырбыҙ (Лука 15:7).

Фотоһүрәттәрҙә: 1) ике ҡыҙ ҡәрҙәш паркта эскәмйәлә ултырып, кофе эсә; уларҙың береһе икенсеһенә нимәнелер әйтә, ә тегеһе икенсе яҡҡа ҡарай; 2) һуңыраҡ әхирәте менән һөйләшкән ҡыҙ ҡәрҙәш Батшалыҡ залында ике аҡһаҡалға нимәлер һөйләй.

Ҡәрҙәштең етди гонаһ ҡылғаны тураһында белһәк, нимә эшләргә кәрәк? (14-се абзацты ҡарағыҙ.)e


16. Һеҙ ҡайһы яҡтан фәрештәләрҙән өлгө алырға теләйһегеҙ?

16 Беҙ Йәһүәгә фәрештәләр тураһында һөйләгәне өсөн һәм улар менән хеҙмәттәшлек итергә мөмкинлек биргәне өсөн бик рәхмәтле. Әйҙәгеҙ, баҫалҡы булыуҙа, кешеләрҙе яратыуҙа, сыҙам булыуҙа һәм йыйылыштың әхлаҡи һәм рухи сафлығы хаҡында ҡайғыртыуҙа фәрештәләр кеүек эш итәйек. Әгәр беҙ уларҙан өлгө алһаҡ, Йәһүәнең ғаиләһендә мәңгегә ҡала алырбыҙ.

ФӘРЕШТӘЛӘРҘЕҢ ӨЛГӨҺӨ НИСЕК БЕҘГӘ...

  • баҫалҡы булырға ярҙам итә?

  • кешеләрҙе яратырға ярҙам итә?

  • йыйылыштың сафлығы хаҡында ҡайғыртырға ярҙам итә?

123-СӨ ЙЫР Алла урынлаштырған тәртипкә буйһонабыҙ

a Изге Яҙмала йөҙәрләгән миллион фәрештә тураһында әйтелә, әммә тик Миҡаил менән Ябраил ғына исемдәре менән телгә алына (Дан. 12:1; Лука 1:19).

b Башҡа осраҡтар тураһында уҡыр өсөн, «Күҙәтеү манараһы баҫмаларының индексын» (урыҫ) ҡулланығыҙ. «Фәрештәләр» тигән теманы «фәрештәләрҙең ҡатнашыуы (миҫалдар)» тигән өҫтәмә исемде асығыҙ.

c Исем үҙгәртелгән.

d Етәксе кәңәшмәнең 2024 йылдың 2-се мөрәжәғәтендә былай тип аңлатылды: йыйылыштан ситләштерелгән мәсихсе осрашыуға килһә, һәр вәғәзсе, Изге Яҙма нигеҙендә өйрәтелгән выжданы буйынса эш итеп, уның менән һаулыҡ һорашырғамы-юҡмы икәнен үҙе хәл итә ала.

e ФОТОҺҮРӘТТӘРҘӘ. Ҡыҙ ҡәрҙәш етди гонаһ ҡылған әхирәтен аҡһаҡалдар менән һөйләшеп алырға өндәй. Әхирәте быны эшләмәгәнгә, ваҡыт үтеү менән ул үҙе белгәндәре тураһында аҡһаҡалдарға хәбәр итә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу