27-СЕ ӨЙРӘНЕҮ МӘҠӘЛӘҺЕ
79-СЫ ЙЫР Уларҙы ныҡ булып ҡалырға өйрәтегеҙ
Өйрәнеүсегеҙгә хәҡиҡәт яғына баҫырға ярҙам итегеҙ
«Иманда ныҡ тороғоҙ, ҡыйыу һәм ныҡ булығыҙ» (1 КӘР. 16:13).
ТӨП ФЕКЕР
Беҙ өйрәнеүселәребеҙгә көслө иман үҫтерергә һәм хәҡиҡәт яғына баҫырға нисек ярҙам итә алабыҙ?
1, 2. а) Өйрәнеүсегә Йәһүә шаһиты булып китергә нимә ҡамасаулай ала? б) Был мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?
ИЗГЕ Яҙманы өйрәнгән ваҡытығыҙҙы иҫкә төшөрөгөҙ. Һеҙ Йәһүә шаһиты булып китергә шунда уҡ ҡарар иттегеҙме, әллә шиктәрегеҙ булдымы? Бәлки, һеҙ, туғандарым, дуҫтарым йә эштәге хеҙмәттәштәрем минең менән бүтән аралашмаҫ, тип ҡурҡҡанһығыҙҙыр. Ә, бәлки, Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәү ауыр булыр һәм мин улай йәшәй алмаҫмын тип уйлағанһығыҙҙыр. Шул саҡтарҙы иҫкә төшөрһәгеҙ, Йәһүә шаһиты булып китергә ҡыймаған өйрәнеүсегеҙҙең хистәрен аңлауы ауыр булмаҫ.
2 Ғайса шундай шиктәрҙең рухи үҫеште яйлата алғанын белгән (Матф. 13:20—22). Шуға күрә кешеләр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында уның артынан эйәрмәһә лә, ул уларҙы өмөтһөҙ тип һанамаған. Ул уларға 1) рухи яҡтан үҫергә нимә ҡамасаулағанын күрергә, 2) Йәһүәне нығыраҡ яратырға, 3) Йәһүәне тормошта беренсе урынға ҡуйырға һәм 4) ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән. Ғайса бик яҡшы уҡытыусы булған. Беҙҙең дә унан өлгө алғыбыҙ килә. Әйҙәгеҙ, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап ярҙамында өйрәнеүсебеҙгә Йәһүәнең яғына баҫырға нисек ярҙам итеп булғанын ҡарап сығайыҡ.
ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘГӘ РУХИ ЯҠТАН ҮҪЕРГӘ НИМӘ ҠАМАСАУЛАҒАНЫН КҮРЕРГӘ ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
3. Ниҡәдимгә Ғайсаның шәкерте булып китергә нимә ҡамасаулай алған?
3 Ниҡәдим Йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенең ағзаһы булған. Ғайса ерҙә ни бары ярты йыл тирәһе генә хеҙмәт итһә лә, Ниҡәдим уның Алланан ебәрелгәнен инде аңлаған (Яхъя 3:1, 2). Шулай ҙа «йәһүдтәрҙән ҡурҡҡанға» Ғайса менән йәшерен генә осрашырға булған (Яхъя 7:13; 12:42). Уға Ғайсаның шәкерте булып китергә нимәлер ҡамасаулаған. Күрәһең, ул хакимлығын һәм байлығын юғалтырға ҡурҡҡанa.
4. Ғайса Ниҡәдимгә нисек ярҙам иткән?
4 Ниҡәдим Муса ҡанунын белгән, әммә Йәһүәнең унан нимә көткәнен аңламаған. Ғайса уға нисек ярҙам иткән? Ул уға ваҡыт бүлергә, хатта уның менән төндә лә осрашырға әҙер булған. Ғайса Ниҡәдимгә уның шәкерте булып китер өсөн нимә эшләргә кәрәклеген аңлатҡан. Уға гонаһтарҙан тәүбә итергә, һыуға сумдырылырға һәм Алла Улына иманын эштәр менән күрһәтергә кәрәк булған (Яхъя 3:5, 14—21).
5. Өйрәнеүсегә рухи яҡтан нимә ҡамасаулағанын күрергә нисек ярҙам итеп була?
5 Өйрәнеүсегеҙ Изге Яҙманы яҡшы белһә лә, уға рухи яҡтан үҫергә нимә ҡамасаулағанын аңламаҫҡа мөмкин. Бәлки, уның эше ваҡытын күп алалыр йә туғандары уның Йәһүә шаһиты булып китеүен теләмәгәнгә күрә уға төрлөсә ҡамасаулайҙыр. Өйрәнеүсегеҙ менән ваҡыт үткәрегеҙ. Мәҫәлән, бергә кофе эсергә йә урамда йөрөп алырға була. Дуҫтарса аралашҡанда уға үҙ хистәре һәм ауырлыҡтары тураһында һөйләргә еңелерәк булыр. Өйрәнеүсегә нимәне үҙгәртергә кәрәклеген аңлатығыҙ һәм ул быны һеҙҙең күңелегеҙҙе табыр өсөн түгел, ә Йәһүәне шатландырыр өсөн эшләргә тейешлеген иҫенә төшөрөгөҙ.
6. Өйрәнеүсегә белгәндәрен ҡулланырға нисек ярҙам итеп була? (1 Кәринттәргә 16:13).
6 Йәһүә өйрәнеүсегеҙгә Изге Яҙмалағы нормалар буйынса йәшәргә ярҙам итәсәк. Ул быға ышанһа, уға белгәндәрен тормошта ҡулланырға күпкә еңелерәк булыр. (1 Кәринттәргә 16:13-тө уҡығыҙ.) Һеҙҙе мәктәптәге уҡытыусы менән сағыштырып була. Яҡшы уҡытыусы берәй фәнде аңлатып ҡына ҡалмай, ул сабырлыҡ менән уҡыусыһына үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итә. Шуның шикелле, беҙ ҙә Алла Һүҙен яҡшы өйрәткән уҡытыусы булғыбыҙ килә. Эйе, беҙ кешеләрҙе Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр менән таныштырабыҙ, әммә бынан тыш, беҙ уларға Йәһүәнең нормалары буйынса йәшәй алғандарына ышаныстарын да нығытабыҙ. Нисек яҡшы уҡытыусы булырға?
ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘГӘ ЙӘҺҮӘНЕ НЫҒЫРАҠ ЯРАТЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
7. Ғайса кешеләргә Алланы нығыраҡ яратырға нисек ярҙам иткән?
7 Алланы яратыу шәкерттәрен Яҙмаларҙан алған белемдәрен тормошта ҡулланырға дәртләндерәсәген Ғайса белгән. Шуға күрә уларға күктәге Аталарын нығыраҡ яратырға ярҙам иткән миҫалдар килтергән. Мәҫәлән, ул Йәһүәне балаларына яҡшы бүләктәр биргән атай менән сағыштырған (Матф. 7:9—11). Бәлки, Ғайсаны тыңлаған ҡайһы бер кешеләрҙең ундай шәфҡәтле аталары булмағандыр. Ғайса уларға юлдан яҙған улын ҡабул иткән атай кеше тураһында ҡисса һөйләгән. Был ҡиссаны тыңлаған кешеләрҙең хистәрен күҙ алдына килтерегеҙ. Ғайса тыңлаусыларына Йәһүәнең ерҙәге балаларына нисек ҡарағанын аңларға ярҙам иткән (Лука 15:20—24).
8. Өйрәнеүсегә Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға нисек ярҙам итеп була?
8 Ә һеҙ өйрәнеүсегеҙгә Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Яйы сыҡҡан һайын уның менән Алланың күркәм сифаттары тураһында һөйләшегеҙ. Һәр өйрәнеүҙә Йәһүәнең мөхәббәтен күрергә ярҙам итегеҙ. Әйтәйек, һеҙ өйрәнеүсе менән йолом тураһында һөйләшәһегеҙ, ти. Уға Йәһүәнең бөтә кешеләр өсөн генә түгел, ә шәхсән уның өсөн дә йолом түләгәнен аңлау мөһим (Рим. 5:8; 1 Яхъя 4:10). Өйрәнеүсе Йәһүәнең уны бик ныҡ яратҡанын аңлаһа, ул да Йәһүәне ярата башлар (Ғал. 2:20).
9. Майклды үҙ тормошон үҙгәртергә һәм Йәһүәнең хеҙмәтсеһе булып китергә нимә дәртләндергән?
9 Индонезияла йәшәгән Майклдың миҫалына иғтибар итәйек. Ул Йәһүә шаһиттарының ғаиләһендә үҫкән, ләкин һыуға сумдырылмаған. 18 йәшендә Майкл, сит илгә китеп, йөк машинаһының шоферы булып эшләй башлаған. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, ул кире ҡайтҡан, өйләнгән, әммә һуңыраҡ ҡабат сит илгә киткән. Шул ваҡытта уның ҡатыны һәм ҡыҙы Изге Яҙманы өйрәнә башлаған. Майклдың әсәһе үлеп киткәс, ул атаһы хаҡында ҡайғыртыр өсөн өйгә ҡайтҡан һәм Изге Яҙманы өйрәнергә ризалашҡан. «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптың 27-се дәресен өйрәнгәндә «Күберәк бел» тигән өлөштәге фекерҙәр уға ныҡ тәьҫир иткән. Майкл, Йәһүәнең Ғайса үлгәндә нисек әрнегәнен күҙ алдына килтергәс, илап ебәргән. Йәһүә менән Ғайсаның уны ныҡ яратҡанын аңлағас, йөрәге рәхмәт тойғоһо менән тулған. Ул үҙ тормошон үҙгәрткән һәм һыуға сумдырылған.
ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘГӘ ЙӘҺҮӘНЕ ТОРМОШТА БЕРЕНСЕ УРЫНҒА ҠУЙЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
10. Ғайса үҙ шәкерттәренә Йәһүәгә хеҙмәт итеүҙе беренсе урынға ҡуйырға нисек ярҙам иткән? (Лука 5:5—11). (Рәсемде лә ҡарағыҙ.)
10 Беренсе быуатта Ғайсаның ҡайһы бер шәкерттәре уның вәғәҙә ителгән Мәсих булыуын шунда уҡ аңлаған. Ә бына ашҡынып вәғәзләргә кәрәклегенә улар һуңыраҡ ҡына төшөнгән. Мәҫәлән, Ғайса Петер менән Әндрәйгә һәр ваҡыт үҙе менән йөрөргә тәҡдим иткәндә, улар инде уның шәкерттәре булған (Матф. 4:18, 19). Улар Яҡуп һәм Яхъя менән бергә балыҡ тотҡан, һәм был эш уларға күп аҡса килтергән (Марк 1:16—20). Петер һәм Әндрәй «ауҙарын ҡалдырғас», өйҙәгеләрен тәьмин итер өсөн, моғайын, башҡа ысул тапҡандыр. Был ирҙәрҙе үҙ тормоштарын үҙгәртергә һәм аҡса эшләүҙе түгел, ә Йәһүәне беренсе урынға ҡуйырға нимә дәртләндергән? Лука бәйән иткән һөйөнөслө хәбәрҙә әйтелгәнсә, Ғайса улар өсөн мөғжизә ҡылған һәм шулай итеп Алланың улар хаҡында ҡайғыртып торасағына ышанысын нығытҡан. (Лука 5:5—11-ҙе уҡығыҙ.)
Ғайса шәкерттәренә хеҙмәтте беренсе урынға ҡуйырға ярҙам иткән. Беҙ унан нимәгә өйрәнә алабыҙ? (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)b
11. Өйрәнеүсегеҙҙең иманын нығытыр өсөн нимә тураһында һөйләп була?
11 Беҙ, Ғайса һымаҡ, мөғжизә ҡыла алмайбыҙ. Ләкин өйрәнеүселәребеҙгә Йәһүәнең үҙ хеҙмәтселәре хаҡында нисек ҡайғыртҡаны тураһында һөйләй алабыҙ. Мәҫәлән, осрашыуҙарға йөрөй башлағанда Йәһүәнең һеҙгә нисек ярҙам иткәнен иҫкә төшөрөгөҙ. Бәлки, һеҙгә осрашыуҙар булған көндө эштән һуң ҡалып эшләй алмағанығыҙ тураһында эш биреүсегеҙ менән һөйләшергә тура килгәндер. Өйрәнеүсегеҙгә Йәһүәне беренсе урынға ҡуйғанда ниндәй фатихалар алғанығыҙ тураһында һәм был һеҙҙең иманығыҙҙы нисек нығытҡаны хаҡында һөйләгеҙ.
12. а) Ни өсөн өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡырырға кәрәк? б) Өйрәнеүсегеҙ видеояҙмаларҙан күберәк файҙа алһын өсөн, нисек ярҙам итеп була? Миҫал килтерегеҙ.
12 Шулай уҡ өйрәнеүсегеҙгә башҡа ҡәрҙәштәрҙең дә тормошонда булған осраҡтарҙы ишетеү файҙалы булыр. Шуға күрә өйрәнеүгә төрлө ҡәрҙәштәрҙе саҡырығыҙ. Улар Изге Яҙманы нисек өйрәнә башлағандары һәм Йәһүәне тормошта беренсе урынға ҡуйырға нимә ярҙам иткәне тураһында һөйләһен. Бынан тыш, «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса өйрәнеү үткәргән саҡта өйрәнеүсегеҙ менән бергә «Күберәк бел» тигән өлөштән, ә кәрәк булһа, «Өҫтәмә мәғлүмәт» тигән өлөштән видеояҙмалар ҡарағыҙ. Мәҫәлән, 37-се дәресте өйрәнгән саҡта «Йәһүә ихтыяждарыбыҙ тураһында ҡайғыртасаҡ» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ. Өйрәнеүсегә, әгәр ул Йәһүәне тормошта беренсе урынға ҡуйһа, ул уның хаҡында ҡайғыртасаҡ икәнен аңларға ярҙам итегеҙ.
ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘГӘ ҠАРШЫЛЫҠТАРҘЫ ЕҢЕП СЫҒЫРҒА ЯРҘАМ ИТЕГЕҘ
13. Ғайса үҙ шәкерттәрен ҡаршылыҡтарға нисек әҙерләгән?
13 Ғайса үҙ шәкерттәрен туғандарының ҡаршы килеүе тураһында ҡат-ҡат киҫәткән (Матф. 5:11; 10:22, 36). Ерҙәге хеҙмәтенең аҙағында Ғайса, шәкерттәрҙең ҡайһы берҙәрен хатта үлтерәсәктәр, тигән (Матф. 24:9; Яхъя 15:20; 16:2). Ғайса уларҙы хеҙмәттә аҡыл менән эш итергә өйрәткән. Мәҫәлән, уларға үҙ ҡараштары хаҡында бер кем менән дә бәхәсләшмәҫкә, шулай уҡ эштәрҙә һәм һүҙҙәрҙә һаҡ булырға кәңәш иткән. Быларҙың барыһы уларға вәғәз эшен дауам итергә мөмкинлек бирә алған.
14. Өйрәнеүсебеҙгә ҡаршылыҡтарға әҙерләнергә нисек ярҙам итә алабыҙ? (2 Тимәтигә 3:12).
14 Өйрәнеүсебеҙгә ҡаршылыҡтарға әҙерләнергә нисек ярҙам итә алабыҙ? Хеҙмәттәштәре, дуҫтары йә туғандары уның Изге Яҙманы өйрәнгәне тураһында белеп ҡалғас, уға нимә әйтә аласаҡтары тураһында һөйләгеҙ. (2 Тимәтигә 3:12-не уҡығыҙ.) Эштәге хеҙмәттәштәре шундай һайлау яһағаны өсөн унан мыҫҡыллап көлөргә мөмкин. Ә башҡалар, хатта яҡын туғандары ла, яңы ҡараштары өсөн тәнҡитләргә мөмкин. Өйрәнеүсе менән был теманы иртәрәк ҡарап сығыу уға ҡаршы килеүҙәргә яҡшыраҡ әҙерләнергә ярҙам итер. Ул үҙен нисек тоторға һәм ҡаршылыҡ менән осрашҡанда ниндәй яуап бирергә кәрәк икәнен белер.
15. Өйрәнеүсегә яҡындарының ҡаршы килеүҙәрен еңеп сығырға нимә ярҙам итер?
15 Өйрәнеүсенең туғандарына уның Изге Яҙманы өйрәнеүе оҡшамаһа, уға сәбәбе нимәлә икәнен аңларға ярҙам итегеҙ. Бәлки, туғандары уны алдайҙар тип ҡурҡалыр. Йә Йәһүә шаһиттарын насар кешеләр тип һанайҙыр. Хатта Ғайсаның туғандары ла уның нимә эшләгәнен күреп асыуланған (Марк 3:21; Яхъя 7:5). Шуға күрә өйрәнеүсегеҙҙе башҡалар менән, шул иҫәптән яҡын туғандары менән сабыр һәм әҙәпле булырға өйрәтегеҙ.
16. Өйрәнеүсене белемдәре менән бүлешкәндә үҙен әҙәпле тоторға нисек өйрәтеп була?
16 Өйрәнеүсенең туғандары уға Изге Яҙма тураһында һорауҙар бирергә мөмкин. Әммә уға белгәндәренең бөтәһен дә бер юлы һөйләп бирергә кәрәкмәй. Юғиһә артыҡ күп мәғлүмәт арҡаһында улар бүтән һөйләшергә теләмәҫ. Шуға өйрәнеүсегә әҙ-әҙләп һөйләргә һәм аралашырға әҙер торорға кәңәш итегеҙ (Кол. 4:6). Мәҫәлән, ул уларға jw.org сайтын күрһәтә ала. Шул саҡта улар Йәһүә шаһиттары тураһында ҡасан, күпме һәм нимә уҡырға икәнен үҙҙәре һайлар.
17. Өйрәнеүсене Йәһүә шаһиттары тураһындағы һорауҙарға яуап бирергә нисек өйрәтергә? (Фотоһүрәтте лә ҡарағыҙ.)
17 Беҙҙең jw.org сайтында «Йәһүә шаһиттары тураһында йыш бирелгән һорауҙар» тигән мәҡәләләр йыйынтығы бар. Улар ярҙамында һеҙ өйрәнеүсегеҙгә туғандарының йә хеҙмәттәштәренең һорауҙарына ябай ғына яуаптар бирергә өйрәтә алырһығыҙ (2 Тим. 2:24, 25). Шулай уҡ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китаптағы «Ҡайһы берәүҙәр былай ти» тигән рамканы ла ҡарап сығығыҙ. Өйрәнеүсегеҙ нимәгә ышанғанын аңлатһын. Уны үҙ һүҙҙәре менән һөйләргә дәртләндерегеҙ. Кәрәк булһа, яуапты нисек яҡшыртып булғанын әйтегеҙ. Быларҙың барыһы ла уға үҙ иманын ышаныс менән яҡларға ярҙам итер.
Һеҙ өйрәнеүселәрегеҙгә вәғәзләй башларға нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Өйрәнеү ваҡытында репетиция яһағыҙ. (17-се абзацты ҡарағыҙ.)c
18. Өйрәнеүсене йыйылыш менән бергә хеҙмәт итергә нисек дәртләндереп була? (Матфай 10:27).
18 Ғайса шәкерттәренә һөйөнөслө хәбәрҙе бөтә кешеләргә еткерергә ҡушҡан. (Матфай 10:27-не уҡығыҙ.) Өйрәнеүсегеҙ йыйылыш менән тиҙерәк вәғәзләй башлаһа, ул Йәһүәгә лә тиҙерәк таянырға өйрәнер. Һеҙ уға шундай маҡсат ҡуйырға нисек ярҙам итә алаһығыҙ? Йыйылышығыҙҙа киләһе кампания буласағы тураһында белдереү иғлан ителһә, өйрәнеүсегеҙҙе һыуға сумдырылмаған вәғәзсе булырға дәртләндерегеҙ. Өйрәнеүсегеҙгә тап ошо кампания ваҡытында вәғәзләй башлау ни өсөн еңелерәк булырын аңлатығыҙ. Шулай уҡ өйрәнеүсе аҙна уртаһында үткән осрашыуҙарҙа уҡыусыларҙың йөкләмәләре менән сығыш яһарға маҡсат ҡуя ала. Был уға үҙ ҡараштарын яҡшыраҡ аңлатырға ярҙам итер.
ӨЙРӘНЕҮСЕГЕҘГӘ ЫШАНЫСЫҒЫҘҘЫ БЕЛДЕРЕГЕҘ
19. Ғайсаның үҙ шәкерттәренә ышанғаны нимәнән күренә һәм унан нисек өлгө алып була?
19 Күккә күтәрелер алдынан Ғайса шәкерттәренә киләсәктә ҡабат улар менән бергә буласағы тураһында әйткән. Улар үҙҙәренең Ғайса менән бергә күктә буласағын аңламаған. Шулай ҙа Ғайса иғтибарын уларҙың шикләнеүҙәренә түгел, ә тоғро булыуҙарына туплаған (Яхъя 14:1—5, 8). Ул уларға ҡайһы бер хәҡиҡәттәргә, мәҫәлән, күктә йәшәү тураһындағы хәҡиҡәткә төшөнөр өсөн ваҡыт кәрәк икәнен белгән (Яхъя 16:12). Беҙ ҙә өйрәнеүселәрҙең Йәһүәне ҡыуандырырға теләгәненә ышанабыҙ һәм был хаҡта уларға әйтәбеҙ.
Өйрәнеүсегеҙ йыйылыш менән тиҙерәк вәғәзләй башлаһа, ул Йәһүәгә лә тиҙерәк таянырға өйрәнер
20. Малавиҙа йәшәгән бер ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ үҙенең өйрәнеүсеһенә ышанғанын нисек күрһәткән?
20 Беҙ өйрәнеүселәребеҙҙең дөрөҫ эш итергә теләгәндәренә шикләнмәйбеҙ. Малавиҙа йәшәгән Чифу́ндо исемле ҡыҙ ҡәрҙәшебеҙ «Һин мәңге йәшәй алаһың!» тигән китап буйынса Алина́фе исемле бер йәш католик ҡатын менән өйрәнеү башлаған. 14-се дәресте тамамлағандан һуң Чифундо өйрәнеүсеһенән табыныуҙа боттарҙы ҡулланыу тураһында нимә уйлағаны хаҡында һораған. Алинафеға был һорау оҡшамаған, һәм ул: «Был минең эшем!» — тип яуап биргән. Чифундо: «Алинафе өйрәнеүҙе ташлар микән?» — тип уйлап ҡуйған. Шулай ҙа ул сабыр булған, Алинафе менән өйрәнеүен дауам иткән һәм ваҡыт уҙыу менән уның барыһын да аңлаясағына өмөтөн юғалтмаған. Бер нисә айҙан һуң улар 34-се дәресте өйрәнгән саҡта Чифундо 6-сы пункттан «Изге Яҙманы өйрәнеү һәм хаҡ Алла, Йәһүә, тураһында белем алыу һиңә инде ниндәй файҙа килтерҙе?» тигән һорау биргән. Чифундо былай тип иҫенә төшөрә: «Алинафе шул тиклем күп нәмәләрҙе әйтеп бирҙе! Шул иҫәптән Йәһүә шаһиттарының Изге Яҙма хупламаған эштәрҙә ҡатнашмағаны тураһында әйтте». Күп тә үтмәҫтән Алинафе боттарға табыныуҙы ҡалдырған һәм һыуға сумдырылған.
21. Өйрәнеүсенең Йәһүә яғына баҫыу теләген нисек нығыта алабыҙ?
21 Шәкерттәр әҙерләүҙә төп эште Йәһүә башҡарһа ла, беҙ ҙә өйрәнеүсенең рухи үҫешенә үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ (1 Кәр. 3:7). Беҙ кешегә Йәһүәнең унан нимә талап иткәнен генә аңлатып ҡалмайбыҙ, ә Йәһүәне тағы ла нығыраҡ яратырға ярҙам итәбеҙ. Уны шулай уҡ Йәһүәне беренсе урынға ҡуйырға дәртләндерәбеҙ һәм ауырлыҡтар менән осрашҡанда Йәһүәгә таянырға өйрәтәбеҙ. Өйрәнеүсебеҙгә ышанғаныбыҙҙы күрһәтеп, уның Йәһүә яғына баҫа аласағына иманын нығытабыҙ.
55-СЕ ЙЫР Уларҙан ҡурҡмағыҙ!
a Ғайса менән осрашҡандан һуң ике ярым йыл үтһә лә, Ниҡәдим һаман да йәһүдтәрҙең Юғары кәңәшмәһенең ағзаһы булған (Яхъя 7:45—52). Бер белешмәлә әйтелгәнсә, Ниҡәдим Ғайсаның үлеменән һуң ғына уның шәкерте булып киткән (Яхъя 19:38—40).
b РӘСЕМДӘ. Петер һәм башҡа балыҡсылар Ғайсаға эйәрер өсөн балыҡ тотоу эшен ҡалдыра.
c ФОТОҺҮРӘТТӘ. Ҡыҙ ҡәрҙәш өйрәнеүсеһен башҡаларға шаһитлыҡ бирергә өйрәтә.