Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • ijwyp 81 мәҡәлә
  • Әгәр һиңә күңелһеҙ булһа, нимә эшләргә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Әгәр һиңә күңелһеҙ булһа, нимә эшләргә?
  • Йәштәрҙең һорауҙары
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Нимә белергә кәрәк?
  • Нимә эшләп була?
Йәштәрҙең һорауҙары
ijwyp 81 мәҡәлә
Үҫмерҙең электрон яйланмалары күп булһа ла, ул, карауатҡа ятып, түбәгә текәлгән

ЙӘШТӘРҘЕҢ ҺОРАУҘАРЫ

Әгәр һиңә күңелһеҙ булһа, нимә эшләргә?

Ҡайһы берәүҙәр өсөн, тышта биҙрәнән ҡойған кеүек ямғыр яуғанда, эшһеҙ өйҙә ултырыуҙан да насарыраҡ нәмә юҡ. «Шундай көндәрҙә, — тип һөйләй Роберт исемле бер егет, — нимә менән шөғөлләнергә лә белмәй, аптырап ултыраһың».

Шундай хистәр һиңә танышмы? Ул саҡта был мәҡәлә тап һинең өсөн.

  • Нимә белергә кәрәк?

  • Нимә эшләп була?

  • Йәштәштәрең нимә әйтә?

Нимә белергә кәрәк?

  • Электрон яйланмалар был осраҡта иң яҡшы сара булмаҫҡа мөмкин.

    Ваҡытты интернетта үткәреү шәп фекер булып күренергә мөмкин, әммә бер маҡсатһыҙ селтәр гиҙеү ижади һәләтте һүндерә, ә эс бошоуын иһә көсәйтә генә. «Экранға текәлгәс, инде бер нимә тураһында ла уйламауыңды аңлайһың», — тип һөйләй 21 йәшлек Джереми.

    Элена ла шундай уҡ фекерҙә: «Виртуаль донъя бер ваҡытта ла ысын тормошто алмаштыра алмай — ул һине ысынбарлыҡтан ситкә алып китә генә. Шуға ла интернеттан сыҡҡас, тормош тағы ла күңелһеҙерәк булып күренә».

  • Барыһы ла һинең мөнәсәбәтеңә бәйле.

    Һәр саҡ ни менәндер мәшғүл булыу күңелһеҙлектән ҡотолоуҙы аңлатмай әле. Эшеңде мауығып башҡарыуың мөһим. Карен исемле бер ҡыҙ былай тип иҫенә төшөрә: «Мәктәптә уҡығанда, дәрестәр гел муйындан булһа ла, миңә уҡыу шул тиклем күңелһеҙ ине. Ни генә әйтһәң дә, күңелгә ятҡан эш менән шөғөлләнге килә шул».

Һин белә инеңме? Әгәр «эшең юҡ» икән, был күңелһеҙләнеп ултырыр өсөн сәбәп түгел. Ысынын ғына әйткәндә, һинең буш ваҡытың — ул ижади эш һәм үҙ үҫешең өсөн иң уңайлы мәл.

Көршәктәге үҫемлектең һабағында гитара, ручка менән ҡағыҙ, палитра менән бумала «үҫә»

Буш ваҡыт — ул ижад итер өсөн уңайлы мәл

Нимә эшләп була?

Ҡыҙыҡһыныу даирәһен киңәйт. Яңы дуҫтар эҙлә, күңелеңә ятҡан берәй яңы шөғөл тап. Үҙең өсөн ҡыҙыҡлы берәй теманы тикшер. Ҡыҙыҡһыныу даирәһе киң кеше, хатта яңғыҙ саҡта ла, күңелһеҙләнеп ултырмай. Ғәҙәттә, уның менән булған кешеләргә лә күңелһеҙ булмай.

Изге Яҙмалағы принцип: «Ҡулыңдан килгәндең барыһын да тырышып эшлә» (Вәғәзсе 9:10).

«Мин яңыраҡ ҡытай телен өйрәнә башланым. Көн һайын шөғөлләнергә тырышам һәм, ниңә элегерәк башламаным икән, тип үкенәм. Миңә, үҙ алдыма маҡсат ҡуйып, шул йүнәлештә эш итеү оҡшай. Шулай итеп минең ваҡытым әрәм булмай, башым да гел файҙалы фекерҙәр менән тулы» (Мелинда).

Маҡсатыңа туплан. Ни ҙә булһа эшләгәндә, уны ни өсөн эшләүеңде аңлаһаң, һиңә күпкә ҡыҙығыраҡ булыр. Әгәр алдағы маҡсатты күрергә тырышһаң, хатта мәктәптә бирелгән эштәр ҙә ул тиклем ялҡытҡыс күренмәҫ.

Изге Яҙмалағы принцип: «Кеше өсөн... тырыш хеҙмәте менән йәненә рәхәтлек килтереүҙән яҡшыраҡ нәмә юҡ» (Вәғәзсе 2:24).

«Мәктәпте тамамлағанда, артта ҡалған дәрестәрҙе ҡыуып етер өсөн, мин көнөнә һигеҙәр сәғәт шөғөлләнә инем. Кемдер: „Ялҡытҡыс!“ — тип әйтер. Бер ҙә улай түгел, маҡсатҡа тупланыу ғына кәрәк. Мин ул саҡта сығарылыш имтихандары хаҡында уйланым, һәм был миңә этәргес булды» (Ханна).

Үҙең үҙгәртә алмаған шарттарға күнегергә тырыш. Хатта яратып эшләгән эштең дә мәшәҡәтле яҡтары була. Һәм иң ышаныслы дуҫтарҙың да планы ҡапыл үҙгәреп китергә мөмкин, ул саҡта инде һинең үҙеңә берәй шөғөл табырға кәрәк булып сыға. Шарттарға зарланып бойоғоп ултырғансы, һәр нәмәгә ыңғай ҡараш булдырырға тырыш.

Изге Яҙмалағы принцип: «Шат күңелле көн дә байрам итә» (Ғибрәтле һүҙҙәр 15:15).

«Әхирәтем миңә өйҙә ҡай ваҡыт яңғыҙ ҡала алыу мөмкинлегемә шатланырға кәңәш бирҙе. Ваҡытты яңғыҙ үткәреүгә һәм башҡалар менән булыуға тигеҙ бүлә белеү — ул бик кәрәкле һәләт һәм уны үҫтереү һәр кемгә файҙа килтерә» (Айви).

Йәштәштәрең нимә әйтә?

Ханна

«Элек мин, берәүҙәр гөрләп торған ҡыҙыҡлы тормош алып бара, тип, уларҙан көнләшә торғайным. Әммә һуңыраҡ уларҙың үҙем кеүек үк кешеләр икәнен аңланым. Тик улар ҡул ҡаушырып ултырмай, ә ниҙер эшләй. Һәм мин дә берәй эш менән шөғөлләнергә булдым. Хәҙер минең яратҡан шөғөлөм бар, шулай уҡ үҙем өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр хаҡында уҡыйым. Үҙебеҙҙе уратып алған тәбиғәт хаҡында күберәк белгән һайын, ул нығыраҡ мауыҡтыра, һәм бойоғоуҙың эҙе лә ҡалмай» (Ханна).

Кейлеб

«Үҫмер сағымда күңелһеҙ булып китһә, видеоуйынға әүрәй инем. Әммә үҫкәс, бының мәғәнәһеҙ ваҡыт юғалтыу икәнен аңланым. Тик тә ултырманың, эш тә ҡырманың булып сыға. Ваҡытты файҙалы үткәреү өсөн юлдар күп бит» (Кейлеб).

Микаела

«Мин элек нимә менән шөғөлләнергә лә белмәйенсә, күңелһеҙ йәшәй инем. Әммә аҙағыраҡ шуны аңланым: кешеләр миңә тартылһын өсөн, тәүге аҙымды үҙем яһарға тейешмен. Башҡалар менән ҡыҙыҡһыныу миңә ярҙам итте. Хәҙер инде яңғыҙ ҡалып „аптырап“ ултырыу эләкмәй тиерлек, ундай ваҡыт алтындай ҡәҙерле!» (Микаела).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу