ҺЕҘҘЕҢ ИҒӘНӘЛӘР НИМӘГӘ ТОТОНОЛА?
«Ғайса бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр». Камера артында
2024 ЙЫЛДЫҢ 1 ОКТЯБРЕ
Быйыл Йәһүә шаһиттарының иң көтөп алған ваҡиғаларының береһе — «Ғайса бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр» тигән видеопостановканың 1-се эпизодының сығыуы булды. Миллионлаған кеше уны ҡараны инде. Ә был 18 эпизодтың беренсеһе генә! Камера артында ниндәй эш алып барыла, һәм һеҙ был масштаблы проект өсөн ниндәй өлөш индерәһегеҙ?
Актерҙар һәм ижади төркөм тураһында хәстәрлек
«Ғайса бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр» тигән видеопостановканың күп өлөшө Австралазия филиалында төшөрөлә. Һәр күренеште төшөргән ваҡытта сәхнәлә 50-нән алып 80-гә тиклем кеше булаa. Актерҙар һәм төшөрөү төркөмө өсөн төшкө аш, киске аш һәм ҡапҡылап алыр өсөн ризыҡ әҙерләнә. Көндәлек меню алдан планлаштырыла. «Беҙ сифатлы аҙыҡ-түлекте яҡшыраҡ хаҡҡа һатып алыр өсөн төрлө тәьмин итеүселәр менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ, — ти туҡланыу бүлегендә хеҙмәт иткән Эстер. — Ә уларҙы рациональ файҙаланыу һәм аҙыҡ-түлек ҡалдыҡтарын кәметеү өсөн, беҙ һатып алыу күләмен даими төҙәтәбеҙ». Көн һайын бер кешене ашатыр өсөн яҡынса дүрт АҠШ доллары тотонола.
Актерҙарға һәм төшөрөү төркөмөнә ризыҡ ҡына түгел, яҡлау ҙа кәрәк. «Ниндәй яҡлау?» — тип һорарһығыҙ. Австралияла ҡояшлы һәм йылы көндәр күп, әммә ультрафиолет нурланыш кимәле юғары. Тимәк, уның насар йоғонтоһонан һәм ҡояш эҫеһенән һаҡланырға кәрәк. Бының өсөн сәхнәлә һыуытыу системалары ҡуйыла һәм ҡояштан һаҡлаусы кремдар, сатырҙар һәм эсәр һыуҙың һәр ваҡыт ҡул аҫтында булыуы хаҡында хәстәрлек күрелә. Аудио- һәм видеояҙма бүлегендә хеҙмәт итеүсе Кевин былай тип аңлата: «Сәхнәлә ярҙам итеүселәрҙең күбеһе — Вефилдең штаттан тыш хеҙмәткәрҙәре. Улар баҫалҡылыҡ менән һәр эшкә тотона һәм уны шатлыҡ менән башҡара. Уларһыҙ беҙ был проектты тормошҡа ашыра алмаҫ инек!»
Тәбиғәттә төшөрөү
Ҡайһы бер күренештәрҙе Вефилдә, төшөрөү майҙансығында йә студияла төшөрһәң, улар ысынбарлыҡҡа оҡшамаясаҡ. Уларҙы тәбиғәттә төшөрөргә кәрәк. Беҙ боронғо ваҡыттарҙағы ваҡиғаларҙы төшөрәбеҙ, ә ул ваҡытта электр тапшырыу линиялары, асфальт юлдар һәм заманса йорттар булмаған. Шуға күрә төшөрөү төркөмө актерҙар менән бергә ҡаланан йыраҡ булған ергә бара. Өҫтәүенә, костюмдарҙы, реквизиттарҙы һәм ҡорамалдарҙы йыйып, шул урынға алып барырға һәм уларҙы һаҡлау хаҡында ҡайғыртырға кәрәк. Ойоштороу һәм техник һорауҙар өсөн яуаплы ҡәрҙәштәр генераторҙар, таҙа эсәр һыу һәм бәҙрәф булыуын тәьмин итергә тейеш. Актерҙар һәм төшөрөү төркөмөндәге ҡәрҙәштәр урындағы ҡунаҡсыл Йәһүә шаһиттарының өйҙәрендә, трейлерҙарҙа, ҡунаҡханаларҙа йәки башҡа урындарҙа урынлаша.
Башҡа ергә барып, видео төшөрөү еңел түгел
Нисек кенә булмаһын, тәбиғәттә үткәрелгән төшөрөүҙәр йыш ҡына ҡиммәткә төшә, күп ваҡытты ала, һәм бар ҡатнашыусылар ҙа арый. Шуға күрә 2023 йылда Етәксе кәңәшмә 2,5 миллион АҠШ доллары торған видеостенаны һатып алыуҙы хупланы. Был технология виртуаль мөхит булдырырға мөмкинлек бирә, һәм ул ысын кеүек күренә. Бындай эффектҡа юғары сифатлы видеоэкрандар һәм махсус яҡтылыҡ панелдәре ярҙамында өлгәшелә. Улар синхрон рәүештә эшләгәнгә күрә, яҡтылыҡ актерҙарға асыҡ һауалағы һымаҡ төшә. Һөҙөмтәлә күп осраҡта тәбиғәткә сығып төшөрөү кәрәк булмай. Австралазия филиалының комитетында хеҙмәт иткән Даррен былай тип бүлешә: «Видеостенабыҙ булғанға күрә, актерҙарыбыҙ ныҡ арымай, ә төшөрөү төркөмө ауыр кадрҙарҙы ҡабат-ҡабат төшөрә ала. Мәҫәлән, асыҡ һауала ҡояштың байыуын бер нисә минут эсендә генә төшөрөп була. Әммә видеостена ярҙамында беҙ ҡояш байыуын күпме кәрәк, шунса төшөрә алабыҙ».
Ҡәрҙәштәр күптән түгел һатып алынған видеостенаны көйләй һәм һынай
«Мин ҡорбандарға барҙым тип бөтөнләй уйламайым»
«Ғайса бәйән иткән һөйөнөслө хәбәр» тигән видеопостановканың һәр өлөшөндә йөҙәрләгән актерҙар ҡатнаша, ә кадр артында унан да күберәк кеше йәлеп ителә. Был ҡәрҙәштәргә проектта ҡатнашыу нисек тәьҫир иткән?
Был проектта ҡатнашыр өсөн Мельбурн ҡалаһынан 700-ҙән ашыу саҡрым юл үткән Эмбер бына нимә ти: «Самолеттан төшөүем булды, Вефилдәге ҡәрҙәштәр шунда уҡ минең хаҡта ҡайғырта башланы. Күп вефилселәр бергә ашап алырға йә сәй эсергә саҡырҙы. Ә проектта ҡатнышыусы бөтә ҡәрҙәштәр ҙә алсаҡ булды һәм яратыу сағылдырҙы. Шуға ла мин ҡорбандарға барҙым тип бөтөнләй уйламайым!»
Видеоматериалдар менән эшләүсе Дерек бына нимә ти: «Был проект башланғандан алып беҙгә күп бүлектәр ярҙам итте. Миңә был видеопостановка өсөн ваҡытын, аҡсаһын һәм көсөн йәлләмәгән ҡәрҙәштәр менән хеҙмәт итеү бәхете тейҙе. Улар игелекеле һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер! Йәһүә беҙҙе лә, уларҙы ла фатихаланы. Мин Йәһүәгә эштең һөҙөмтәһе генә мөһим түгел икәненә инандым. Эш барышында Алла кешеләргә һәм уларҙың был эшкә нисек ҡарауына ла иғтибар итә».
Был видеопостановканы төшөрөү һеҙҙең иғәнәләрегеҙ, шулай уҡ donate.jw.org сайты аша биргән иғәнәләрегеҙ ярҙамында мөмкин булды. Йомартлығығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!
a Австралазия филиалы Австралиялағы һәм Тымыҡ океандың көньяғында урынлашҡан башҡа илдәр һәм территорияларҙағы вәғәз эше хаҡында ҡайғырта; ул Сидней ҡалаһының (Австралия) ситендә урынлашҡан.