Әхлаҡи ҡиммәттәр, ышаныслы компас кеүек, балаға тормошта дөрөҫ юлды табырға ярҙам итә
АТА-ӘСӘЛӘР ӨСӨН
7. Тормош ҡиммәттәре
БЫЛ НИМӘНЕ АҢЛАТА
Тормош ҡиммәттәре — ул һеҙ йәшәргә ҡарар иткән нормалар. Мәҫәлән, һеҙ бөтә яҡтан да намыҫлы булырға ҡарар иткәнһегеҙ, ти. Улайһа, моғайын, һеҙ балаларығыҙҙа ла шул сифатты тәрбиәләргә теләрһегеҙ.
Тормош ҡиммәттәренә шулай уҡ әхлаҡи нормалар ҙа керә. Мәҫәлән, эске ныҡлығы булған кеше эшсән, ғәҙел һәм башҡалар хаҡында ҡайғырта. Был сифаттарҙы кеше йәш саҡта тәрбиәләү еңелерәк.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Баланы тәрбиәләп, дөрөҫ юлға баҫтыр. Ул ҡартайғас та, унан ситкә тайпылмаҫ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 22:6).
НИ ӨСӨН БЫЛ МӨҺИМ
Хәҙерге технология заманында әхлаҡи ҡиммәттәр бигерәк мөһим. «Бөгөн, һәр ҡайһы мобиль яйланманы ҡулланып, насар йоғонтоға эләгергә мөмкин, — ти Карен исемле әсә кеше. — Балаларҙың, тыныс ҡына эргәбеҙҙә ултырып, телефондан сәс үрә торорлоҡ нәмәләр ҡарауы ихтимал!»
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Өлкәндәр[ҙең]... тойғолары тормош тәжрибәһе аша яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға һәләтле» (Еврейҙарға 5:14).
Әҙәп нормалары ла мөһим. «Рәхмәт» һәм «зинһар өсөн» тип әйтергә онотмағыҙ, башҡаларға иғтибарлы булығыҙ. Бөгөн яҡшы ғәҙәттәр алтынға тиң, сөнки кешеләр баш-аяғы менән үҙ гаджеттарына сумған.
ИЗГЕ ЯҘМАНАН ПРИНЦИП: «Башҡаларҙың һеҙгә нимә эшләүен теләһәгеҙ, уларға шуны уҡ эшләгеҙ» (Лука 6:31).
НИМӘ ЭШЛӘП БУЛА
Үҙ әхлаҡи ҡиммәттәрегеҙҙе билдәләгеҙ. Мәҫәлән, тикшеренеүҙәр буйынса, әгәр ата-әсәләре, никахҡа тиклемге енси мөнәсәбәттәр дөрөҫ түгел, тип өйрәткән булһа, үҫмерҙәрҙең үҙҙәрен был аҙымдан һаҡлау ихтималлығы арта.
КӘҢӘШ. Ағымдағы ваҡиғаларҙы тормош ҡиммәттәре тураһында һөйләшер өсөн ҡулланығыҙ. Мәҫәлән, яңылыҡтарҙа ҡурҡыныс енәйәт тураһында һөйләһәләр, балағыҙға: «Кешеләрҙең эсендә шул тиклем күп яуызлыҡ. Һинеңсә, ниңә кешеләр шундай булып киткән?» — тип әйтергә була.
«Әгәр балаларға нимә дөрөҫ, нимә юҡ икәнен берәү ҙә аңлатмаһа, дөрөҫтө һайлау уларға күпкә ҡатмарлыраҡ» (Брэндон).
Балаларығыҙҙы әҙәпкә өйрәтегеҙ. Хатта бәләкәй балалар ҙа «зинһар», «рәхмәт» тип әйтергә һәм башҡаларға хөрмәт күрһәтергә өйрәнә ала. «Балалар, үҙҙәренең ниндәйҙер ҙур нәмәнең — ғаилә, класс йә футбол командаһының өлөшө икәнен асығыраҡ аңлаған һайын, башҡалар хаҡында теләберәк ҡайғырта һәм уларҙың ихтыяждарын иҫәпкә ала», — тип әйтелә бер китапта («Родители без границ»).
КӘҢӘШ. Башҡаларға ярҙам итеү мөһим икәнен аңлаһындар өсөн, балаларығыҙға өй эштәре ҡушығыҙ.
«Бәләкәстән үк өй эштәрендә ярҙам итешһә, балаға үҙ аллы тормошҡа яраҡлашыуы еңелерәк буласаҡ. Был балала яуаплылыҡ тәрбиәләргә ярҙам итә» (Тара).