Эске тойғобоҙға таянып эш итеү гел дә дөрөҫмө?
Нимә яҡшы, ә нимә насар? Күптәр нисек ҡарарҙар ҡабул итә?
Йәмғиәттә ҡайһы бер эштәр асыҡтан-асыҡ хөкөм ителә. Мәҫәлән, кеше үлтереү, балаларҙы енси көсләү йә аҙҙырыу кеүек енәйәттәрҙе аҡлау, моғайын, бер кемдең дә уйына ла килмәҫ. Ә, әйтәйек, ғәҙеллек, игелек һәм ҡыҙғаныу кеүек сифаттар бөтә ерҙә лә юғары баһалана. Әммә енси мөнәсәбәттәр, балаларҙы тәрбиәләү йә намыҫлыҡ тураһында һүҙ барһа, күптәрҙән, был — шәхси эш, ниндәй генә һайлау яһаһаң да, барыһы ла дөрөҫ, тигән фекерҙәр ишетеп була. Кешеләр ҡарарҙар ҡабул иткәндә, йыш ҡына үҙ тойғоларына йә башҡаларҙың фекеренә таянып эш итә. Әммә шулай эш итеү һәр ваҡытта ла аҡыллымы?
ЭСКЕ ТОЙҒОБОҘ
Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ йыш ҡына дөрөҫ һәм дөрөҫ булмағанды айырырға ярҙам иткән эске тойғоға таянып эш итәбеҙ. Ғәҙәттә, уны выждан тип атайҙар (Римдарға 2:14, 15). Хатта бәләкәй балалар ҙа нимә ғәҙел, ә нимә ғәҙелһеҙ икәнен аңларға һәм ғәйеп тойғоһо кисерергә мөмкин. Тормош дауамында выжданыбыҙ ғаилә, йәштәштәр, уҡытыусылар, йәмғиәт, дин һәм мәҙәниәт йоғонтоһо аҫтында тәрбиәләнә. Шунан, ҡарар ҡабул иткәндә, выжданыбыҙ ҡарарыбыҙҙы йә хуплай, йә хөкөм итә.
Был дөрөҫ, ә был дөрөҫ түгел, тип әйтеп торған эске тойғо беҙҙе башҡалар менән ғәҙел эш итергә, уларҙы йәлләргә, ҡыҙғанырға һәм рәхмәтле булырға этәрә. Өҫтәүенә, был тойғо яҡындарыбыҙға зыян килтерә алған, шулай уҡ үҙебеҙҙә оят һәм ғәйеп хисе тыуҙыра алған эштәрҙән һаҡлап ҡала ала.
Эске тойғобоҙға таянып эш итеү гел дә дөрөҫмө? Бына Гарик исемле кешенең миҫалы. Йәш сағында ул үҙе дөрөҫ тип һанаған ҡараштар буйынса йәшәргә булған. Һөҙөмтәлә был яҡшыға килтермәгән. Ул былай тип бүлешә: «Мин бик түбән төштөм: әхлаҡһыҙлыҡ, наркотиктар, иҫерткес эсемлектәр һәм һуғышыу минең өсөн ғәҙәти нәмәгә әйләнде».
БАШҠАЛАРҘЫҢ ФЕКЕРЕ
Ҡарарҙар ҡабул иткәндә, беҙ үҙ тойғоларыбыҙға ғына түгел, башҡаларҙың фекеренә лә таянып эш итәбеҙ. Шулай эшләп, беҙ уларҙың тәжрибәһенән һәм белеменән файҙаланабыҙ. Туғандарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ һәм йәмғиәт дөрөҫ тип һанағанды эшләп, беҙ уларҙың хөрмәтен яулайбыҙ.
Башҡаларҙың фекеренә таянып эш итеү гел дә дөрөҫмө? Бына Присцилланың миҫалы. Йәш сағында ул, йәштәштәренән өлгө алып, әхлаҡһыҙ тормош алып барған. Әммә, башҡаларҙың ҡарашынан дөрөҫ булғанды эшләп, ул ысын бәхет кисермәгән. Присцилла былай ти: «Мин бүтәндәр эшләгәнде эшләнем, әммә үҙемде бик насар хис иттем. Был шундай ахмаҡлыҡ булған. Сөнки ундай тәртибем аяныс эҙемтәләргә килтереүе бар ине».
ГЕЛ ДӘ ДӨРӨҪ ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТЕРГӘ НИМӘ ЯРҘАМ ИТӘ АЛА?
Берәй ҡарар ҡабул иткәндә, беҙгә, әлбиттә, выжданыбыҙ һәм башҡаларҙың фекере ярҙам итә ала. Әммә был һәр ваҡытта ла яҡшы һөҙөмтәләргә килтермәй. Ни өсөн? Ҡайһы саҡта, ҡарарҙарыбыҙҙың нимәгә килтерәсәген аңлап етмәгәнгә, үҙебеҙгә йә башҡаларға зыян килтереүебеҙ бар (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:12). Өҫтәүенә, үҙебеҙҙең ҡараштарыбыҙ ҙа, башҡаларҙың ҡараштары ла ваҡыт үтеү менән үҙгәрергә мөмкин. Әйтәйек, элек насар булып һаналған тәртип бөгөн бик тә яраҡлы булып иҫәпләнә. Һәм, киреһенсә, элек яҡшы булғанды бөгөн насар тиҙәр.
Башҡаларҙың фекеренә таянып эш итеү гел дә дөрөҫмө?
Нимә дөрөҫ, ә нимә дөрөҫ түгел икәнен нисек билдәләргә? Әхлаҡи йүнәлеш биреүсе күрһәтмәләр бармы? Бөгөн уларға таянып эш итһәк, йылдар үтеү менән, ҡабул иткән ҡарарҙарыбыҙға үкенмәҫбеҙме?
Эйе, бәхеткә ҡаршы, бөтә кеше лә ҡуллана алған ышаныслы күрһәтмәләр сығанағы бар. Киләһе мәҡәләлә беҙ яҡшылыҡ менән яманлыҡты айырырға ярҙам иткән иң ышаныслы күрһәтмәне ҡайҙан табып булғанын белербеҙ.