Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • gf 10 дәрес 16—17 бб.
  • Дөрөҫ динде нисек табырға

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Дөрөҫ динде нисек табырға
  • Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ялған динде кире ҡаҡ!
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Хаҡ динде нисек табырға?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Аллаға алып барған юлды нисек табырға?
    Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Аллаға нисек дөрөҫ итеп табынырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
Башҡаларын асырға
Һин Алланың дуҫы була алаһың!
gf 10 дәрес 16—17 бб.

10-СЫ ДӘРЕС

Дөрөҫ динде нисек табырға

Әгәр Алланың дуҫы булғың килһә, һиңә Алла ҡабул иткән динде тотор кәрәк. Ғайса, «ысын күңелдән табыныусылар» Аллаға «хәҡиҡәткә» ярашлы итеп табынасаҡтар, тип әйткән (Яхъя 4:23, 24). Аллаға табыныуҙың бер генә дөрөҫ юлы бар (Ефеслыларға 4:4—6). Дөрөҫ дин мәңгелек тормошҡа, ә ялған дин һәләкәткә алып бара (Матфей 7:13, 14).

Бер нисә ир үҙҙәре янында йәшәгән ағай-ҡәрҙәште күҙәтә

Дин тотҡан кешеләрҙе күҙәтһәң, һин ысын динде билдәләй алаһың. Йәһүә игелекле Алла булғанлыҡтан, уға ысын күңелдән табыныусылар яҡшы сифаттарға бай булырға тейеш. Яҡшы әфлисун ағасы емештәре яҡшы әфлисундар булған кеүек, ысын диндең емештәре — яҡшы кешеләр (Матфей 7:15—20).

Йәһүәнең дуҫтары Изге Яҙмаларҙы тәрән ихтирам итәләр. Улар Изге Яҙмалар Алланан икәнен белә. Улар Изге Яҙмаларҙа яҙылғандарға үҙ тормошо менән етәкселек итергә, проблемаларын хәл итергә һәм үҙҙәренә Алла тураһында белергә ярҙам итергә мөмкинлек бирәләр (2 Тимофейға 3:16). Улар нимә һөйләйҙәр, шуға ярашлы итеп йәшәргә тырышалар.

Йәһүәнең дуҫтары бер-береһен ярата. Ғайса, кешеләрҙе Алла тураһында өйрәтеп һәм ауырыуҙарҙы һауыҡтырып, уларҙы яратыуын күрһәткән. Ысын динде тотоусылар шулай уҡ башҡаларҙы ярата. Ғайса кеүек үк, улар ҙа ярлы кешеләрҙән йә башҡа милләт кешеләренән үҙҙәрен өҫтөн ҡуймай. Ғайса, кешеләр уның шәкерттәрен уларҙың бер-береһен яратыуынан танырҙар, тип әйткән (Яхъя 13:35).

Алланың дуҫтары Алла исемен — Йәһүәне — хөрмәтләйҙәр. Әгәр кемдер һиңә исемең менән өндәшергә баш тартһа, ул һинең яҡын дуҫың булырмы? Юҡ! Әгәр беҙҙең дуҫыбыҙ булһа, беҙ уны исеме менән атайбыҙ һәм башҡаларға уның тураһында яҡшы нәмәләр һөйләйбеҙ. Алланың дуҫы булырға теләүселәр ҙә уны исеме менән атарға һәм уның тураһында башҡаларға һөйләргә тейеш. Йәһүә беҙҙең шулай эшләүебеҙҙе теләй (Матфей 6:9; Римлыларға 10:13, 14).

Ғайса кеүек үк, Алланың дуҫтары кешеләрҙе Алла Батшалығы тураһында өйрәтә. Алла Батшалығы — ул ерҙе Ожмахҡа әйләндерәсәк күктәге хөкүмәт. Алланың дуҫтары Алла Батшалығы тураһындағы был ҡыуаныслы хәбәрҙе башҡаларға һөйләй (Матфей 24:14).

Йәһүә Шаһиттары Алланың дуҫтары булырға тырышалар. Улар Изге Яҙмаларҙы ихтирам итә һәм бер-береһен ярата. Шулай уҡ улар Алла исемен хөрмәтләй һәм уны ҡуллана. Улар башҡаларҙы Алла Батшалығы тураһында өйрәтә. Бөгөн ерҙә дөрөҫ динде Йәһүә Шаһиттары тота.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу