Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • fg 10 дәрес һорауҙар 1—4
  • Аллаға алып барған юлды нисек табырға?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Аллаға алып барған юлды нисек табырға?
  • Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Аллаға нисек дөрөҫ итеп табынырға?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Хаҡ динде нисек табырға?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Дөрөҫ динде нисек табырға
    Һин Алланың дуҫы була алаһың!
  • Диндәр менән нимә буласаҡ?
    Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
Башҡаларын асырға
Алланан килгән һөйөнөслө хәбәр
fg 10 дәрес һорауҙар 1—4

10-СЫ ДӘРЕС

Аллаға алып барған юлды нисек табырға?

1. Аллаға алып барған юл берәү генәме?

Ғайса өйрәтә

«Ялған пәйғәмбәрҙәрҙән һаҡланығыҙ» (МАТФЕЙ 7:15).

Алланы яратҡан кешеләрҙе Ғайса пәйғәмбәр бер юлға ғына, йәғни хаҡ дингә генә өйрәткән. Шул юлды мәңгелек тормошҡа алып барыусы юл менән сағыштырып була. «Уны аҙҙар ғына таба», — тигән Ғайса (Матфей 7:14). Алла үҙенең хәҡиҡәт Һүҙенә нигеҙләнгән табыныуҙы ғына ҡабул итә. Алланың бөтә ысын хеҙмәтселәре ул ҡабул иткән юл менән бара. Яхъя 4:23, 24; 14:6; Ефестарға 4:4, 5-те уҡығыҙ.

«Алла бөтә диндәрҙе лә хуплаймы?» тигән видеояҙманы ҡарағыҙ.

2. Ғайса ялған мәсихселәр хаҡында нимә тигән?

Бер дин етәксеһе сиркәүҙә һөйләй. Һуңынан ул һалдаттарҙы һуғышҡа ебәрә

«Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә» (ТИТҠА 1:16).

Ғайса, ялған уҡытыусылар мәсихселәр динен боҙор, тип иҫкәрткән. Тыштан улар Алланың ысын хеҙмәтсеһе булып күренә, үҙҙәрен Ғайсаның эйәреүселәре тип атай. Әммә һеҙ ул кешеләрҙең ысынында кем булыуын билдәләй алаһығыҙ. Нисек итеп? Тик хаҡ иман тотҡан кешеләр генә яҡшы сифаттар сағылдыра һәм яҡшы эштәр ҡыла. Матфей 7:13—23-тө уҡығыҙ.

3. Алланың ысын хеҙмәтселәрен нисек танырға?

Уларҙы айырып торған биш билдәгә иғтибар итәйек.

  • Улар Изге Яҙманың Алла Һүҙе булыуына ышана. Улар Изге Яҙмала яҙылғандарҙы үтәп йәшәргә тырыша. Ысын дин кеше тәғлимәттәренә нигеҙләнгән диндәрҙән шул яғы менән айырыла ла (Матфей 15:7—9). Алланың ысын хеҙмәтселәренең һөйләгәндәре эштәренә тап килеп тора. Яхъя 17:17; 2 Тимофейға 3:16, 17-не уҡығыҙ.

  • Ағай-ҡәрҙәш Изге Яҙмаға нигеҙләнеп телмәр һөйләй. Һуңынан ул Алла Батшалығы хаҡында вәғәзләй, афәттәр булған ерҙә ярҙам күрһәтә, ололарға ярҙам итә

    Алланың ысын хеҙмәтселәре уның исемен данлай. Муса һәм Дауыт кеүек пәйғәмбәрҙәр Алланың исеме Йәһүә икәнен белгән һәм уны ҡулланған (Сығыш 3:15; Зәбур 8:1). Ғайса ла кешеләргә Алла исемен асып уны данлаған. Ул кешеләргә Алланы белергә ярҙам иткән һәм уларҙы, Алла исеме изге ителһен, тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:9). Һеҙ йәшәгән ерҙә кем Алла исеме хаҡында һөйләй? Зәбур 148:5, 13a; Яхъя 17:26-ны уҡығыҙ.

  • Алланың ысын хеҙмәтселәре Алла Батшалығы хаҡында һөйләй. Алла Ғайсаны Батшалыҡ хаҡындағы һөйөнөслө хәбәрҙе һөйләргә ебәргән. Алла Батшалығы ғына кешеләрҙең проблемаларын хәл итә ала. Ғайса ғүмеренең аҙағына, һуңғы һулышына тиклем был Батшалыҡ хаҡында вәғәзләгән (Лука 4:43; 8:1; 23:42, 43). Ул әйткәнсә, уның шәкерттәре лә шулай эшләйәсәк. Ниндәй дин кешеләре башҡалар менән Алла Батшалығы хаҡында һөйләшә? Матфей 24:14-те уҡығыҙ.

  • Алланың ысын хеҙмәтселәре был яуыз донъя эштәренән ситтә тора. Улар сәйәси эштәрҙә, шулай уҡ ризаһыҙлыҡ белдереү акцияларында, ижтимағи хәрәкәттәрҙә ҡатнашмай (Яхъя 17:16; 18:36). Улар шулай уҡ әхлаҡи сафлыҡ һаҡлай, был донъяла таралған әшәке ғәҙәттәрҙе һәм ҡараштарҙы үҙләштермәй. Яҡуб 4:4-те уҡығыҙ.

  • Алланың ысын хеҙмәтселәре араһында ысын яратыу хөкөм һөрә. Алла Һүҙен өйрәнеп, улар бөтә милләт кешеләрен хөрмәт итергә өйрәнә. Ялған диндәр йыш ҡына һуғыштарҙы хуплай, ә Алланың ысын хеҙмәтселәре һуғыштарға бөтөнләй ҡаршы (Миҡай 4:1—3). Бының урынына улар башҡаларға ярҙам итер өсөн, уларҙы йыуатыр өсөн, үҙ ваҡытын, көсөн һәм аҡсаһын йәлләмәй. Яхъя 13:34, 35; 1 Яхъя 4:20-не уҡығыҙ.

4. Хаҡ юлды нисек табырға?

Ниндәй дин Алла Һүҙенә нигеҙләнеп өйрәтә, Алла исемен данлай, Алла Батшалығы ғына кешеләрҙең бөтә проблемаларын хәл итәсәк, тип һөйләй? Тағы кемдәр туғандарса яратыу күрһәтә һәм һуғыштарҙа ҡатнашмай? Был хаҡта нимә уйлайһығыҙ? 1 Яхъя 3:10—12-не уҡығыҙ.

Күберәк мәғлүмәт алыр өсөн, «Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?» тигән китаптың 15-се бүлеген ҡарағыҙ.

a Зәбур 148:5, 13: «Йәһүәнең исемен маҡтаһындар улар, сөнки ул бойорған, һәм улар барлыҡҡа килгән. Йәһүәнең исемен маҡтаһындар, сөнки бары тик уның ғына исеме ирешә алмаҫлыҡ бөйөк. Уның мөһабәтлеге ер менән күктән дә юғарыраҡ».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу