Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lr 48 бүлек 250—256 бб.
  • Һин Алланың яңы донъяһында йәшәй алаһың!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Һин Алланың яңы донъяһында йәшәй алаһың!
  • Бөйөк Остаздан өйрән
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк?
    Изге Яҙма. Һорауҙар һәм яуаптар
  • Яңы донъя инде яҡын!
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2021
  • Алла кешеләр өсөн нимә эшләргә теләй?
    Изге Яҙма беҙҙе нимәгә өйрәтә?
  • Беҙ мәңге йәшәй алабыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2022
Бөйөк Остаздан өйрән
lr 48 бүлек 250—256 бб.

48-СЕ БҮЛЕК

Һин Алланың яңы донъяһында йәшәй алаһың!

АЛЛА Әҙәм менән Һауаны Эден баҡсаһына урынлаштырған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар Алланы тыңламаған һәм үлгән. Шуға ҡарамаҫтан, Йәһүә уларҙың балаларына, шул иҫәптән беҙгә, ожмахта мәңге йәшәргә мөмкинлек биргән. Изге Яҙмала бындай вәғәҙә яҙылған: «Тәҡүәләр ерҙе мираҫ итеп аласаҡ һәм унда мәңге йәшәйәсәк» (Зәбур 37:29).

Изге Яҙмала шулай уҡ «яңы күк» һәм «яңы ер» тураһында әйтелә (Ишағыя 65:17; 2 Петр 3:13). Әлеге замандағы «күк[тәр]» — ул бөгөнгө хөкүмәттәр, ә «яңы күк» — ул Ғайса Мәсих һәм уның менән бергә күктә идара итеүселәр. Яңы күк, йәғни Алланың тәҡүә хөкүмәте бөтә ер өҫтөнән идара итә башлағас, ниндәй ғәжәп тормош буласаҡ!

Ә нимә һуң ул «яңы ер»? ~ «Яңы ер» — ул Йәһүәне яратыусы яҡшы кешеләр. Изге Яҙмала «ер» тигән һүҙ ҡайһы саҡта, беҙҙең планетаны түгел, ә унда йәшәгән кешеләрҙе аңлата (Башланмыш 11:1, ЯДТ; Зәбур 66:4; 96:1). Шуның өсөн дә яңы ер — ул яңы планета түгел, ә ерҙәге ожмахта йәшәйәсәк тәҡүә кешеләр.

Әлеге яуыз донъя һәм бөтә яуыз кешеләр мәңгегә юҡҡа сығасаҡ. Хәтереңдәме, беҙ, Нух көндәрендә Туфан яуыз кешеләрҙең барыһын да ағыҙып алып киткән, тип уҡығайныҡ. Шулай уҡ беҙ әлеге яуыз донъяның Армагеддонда һәләк буласағы хаҡында белдек. Ә хәҙер, әйҙә, Армагеддондан һуң Алланың яңы донъяһында тормош ниндәй буласаҡ икәне тураһында һөйләшәйек.

Һин Алланың иҫ киткес яңы донъяһында, ожмахта, йәшәргә теләр инеңме? ~ Бер табип та беҙгә мәңге йәшәргә ярҙам итә алмай. Беҙҙе үлемдән ҡотҡарырҙай бер ниндәй ҙә дарыу юҡ. Аллаға яҡынлашһаҡ ҡына, беҙ мәңге йәшәй аласаҡбыҙ. Бөйөк Остаз быны нисек эшләргә кәрәк икәнен аңлатҡан.

Изге Яҙманы ал да, Яхъя китабының 17-се бүлегендәге 3-сө шиғырҙы ас. Бөйөк Остаз бына нимә тигән: «Һине, берҙән-бер хаҡ Алланы һәм Һин ебәргән Ғайса Мәсихте танып белеү — ана шул мәңгелек тормош».

Шулай итеп, Ғайсаның һүҙҙәре буйынса, мәңге йәшәр өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк? ~ Иң тәүҙә беҙгә күктәге Атайыбыҙ Йәһүә тураһында һәм беҙҙең өсөн ғүмерен биргән Улы тураһында белем алырға кәрәк. Бының өсөн беҙгә Изге Яҙманы өйрәнергә кәрәк. Был йәһәттән ошо китап, «Бөйөк Остаздан өйрән» тигән китап, беҙгә ярҙам итәсәк.

Әммә Йәһүә тураһында белем алыу беҙгә мәңге йәшәргә нисек ярҙам итәсәк? ~ Беҙгә, көн дә ашарға кәрәк булған кеүек үк, көн һайын Йәһүә тураһында белем алырға кәрәк. Изге Яҙмала: «Кеше икмәк менән генә түгел, Алланың ауыҙынан сыҡҡан һәр һүҙ менән йәшәр», — тиелә (Матфей 4:4).

Беҙгә шулай уҡ Ғайса Мәсих тураһында ла белем алырға кәрәк, сөнки Алла, беҙҙе гонаһтан ҡотҡарыр өсөн, уны ергә ебәргән. Изге Яҙмала: «Башҡа бер кемдән дә ҡотолоу килмәҫ», — тип яҙылған. Шулай уҡ: «Улына инанған кешенең мәңгелек тормошо бар», — тип тә әйтелә (Ғәмәлдәр 4:12; Яхъя 3:36). Ә Ғайсаға инаныу нимәне аңлата һуң? ~ Был Ғайсаға ысындан да ышаныуҙы һәм унан башҡа мәңгелек тормош алып булмай икәнен таныуҙы аңлата. Беҙ быға ышанабыҙ, шулай бит? ~ Шулай икән, әйҙә, көн һайын Бөйөк Остаздан өйрәнәйек һәм уның ҡушҡандары буйынса эш итәйек.

Бөйөк Остаздан өйрәнер өсөн яҡшы мөмкинлектәрҙең береһе — ошо китапты ҡат-ҡат уҡыу һәм, һүрәттәргә ҡарап, уйланыу. Һүрәттәргә килтерелгән һорауҙарға яуап бирергә тырыш. Шулай уҡ ошо китапты атай-әсәйең менән бергә уҡыу яҡшы булыр. Улар яныңда булмаһа, берәй оло кеше менән йә балалар менән уҡы. Әгәр берәйһен Бөйөк Остаз тураһында белем алырға дәртләндерһәң, ҡайһылай шәп булыр, шулаймы? ~ Шул саҡта улар ҙа Алланың яңы матур донъяһында мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнен беләсәк!

Изге Яҙмала: «Донъя... үтеп китә», — тип әйтелә. Әммә унда шулай уҡ Алланың яңы донъяһында мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк икәнлеге лә аңлатыла: «Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй» (1 Яхъя 2:17). Шулай итеп, яңы донъяла мәңге йәшәр өсөн нимә эшләргә кәрәк? ~ Эйе, Йәһүә һәм уның ҡәҙерле Улы, Ғайса Мәсих, тураһында белем алырға кәрәк. Шулай уҡ белгәнебеҙҙе тормошта ҡулланыу бик мөһим. Ошо китапты өйрәнеү һиңә был яҡтан ярҙам итер тип өмөтләнәбеҙ.

Балалар һәм ололар хайуандар менән Ожмахта рәхәтләнә

Беҙ Ишағыя 11:6—9-ҙан һәм Ишағыя 65:25-тән хайуандарҙың йыуаш буласағы һәм бер кемгә лә зыян килтермәйәсәге хаҡында беләбеҙ. Һүрәткә ҡара. Күрәһеңме, һарыҡ бәрәсе, кәзә бәрәсе, ҡаплан, быҙау, ҙур арыҫлан, ә улар янында балалар? Ә Изге Яҙмала иҫкә алынған һәм бында төшөрөлгән хайуандарҙың исемдәрен әйтә алаһыңмы? ~ Ҡара әле, малай йылан менән уйнап ултыра! Яңы донъяла бер кемдән дә ҡурҡырға кәрәк булмаясаҡ (Осия 2:18). Һин был турала нимә уйлайһың? ~

Төрлө-төрлө кешеләр Алланың яңы донъяһында татыулыҡ һәм тыныслыҡ менән рәхәтләнә

Ә хәҙер төрлө-төрлө кешеләр араһындағы татыулыҡҡа иғтибар ит. Бөтә кешеләр ҙә, Ғайса үҙенең шәкерттәрен өйрәткәнсә, бер-береһен ярата (Яхъя 13:34, 35). Һуғыш ҡоралдарынан кешеләр ер эшкәртеү ҡоралдары яһай. Изге Яҙмала, Алланың яңы донъяһында кешеләр именлектә рәхәтләнеп йәшәрҙәр, тип әйтелә. Был турала Зәбур 72:7; Ишағыя 2:4; 32:16—18; Йәзәкил 34:25-тә уҡып була.

Кешеләр Ожмахта йорттар төҙөй, ер эшкәртә һәм еләк-емеш ашай

Ошо һүрәттәге кешеләргә ҡара. Улар ерҙе эшкәртеп, уны гүзәл баҡса итә. Иғтибар ит, ниндәй матур йорт төҙөйҙәр улар. Күпме йәшелсә һәм еләк-емеш бында! Кешеләр ерҙең ҡәҙерен белеп, тәбиғәтте яратып йәшәйҙәр, шуға күрә ер Эден баҡсаһына оҡшаш ожмахҡа әйләнгән. Был ғәжәп үҙгәрештәр тураһында Зәбур 67:6; 72:16; Ишағыя 25:6; 65:21—24 һәм Йәзәкил 36:35-тә уҡып була.

Кешеләр Ожмахта һау-сәләмәт һәм бәхетле

Бында барыһы ла һау-сәләмәт һәм бәхетле. Элек аҡһаҡ булған кешеләр болан шикелле һикерә ала. Ҡасандыр һуҡыр булғандар хәҙер күрә. Ауырығандар һауыҡҡан. Ә үленән терелгән кешеләрҙе күрәһеңме? Быларҙың барыһы тураһында Ишағыя 25:8; 33:24; 35:5, 6; Ғәмәлдәр 24:15 һәм Асылыш 21:3, 4-тә уҡып була.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу