23-сө йыр
Минең көсөм — Йәһәвә
(Ишағия 12:2)
1. Шәфҡәтле Йәһәвә, ҡеүәтебеҙ.
Ҡотҡарыу һәм шатлыҡ беҙ табабыҙ.
Кешеләр тыңлаймы-тыңламаймы —
Яҡшы хәбәреңде таратабыҙ.
(ҠУШЫМТА)
Йәһәвә Алла, көс-ҡеүәтебеҙ,
Исемеңде беҙ хөрмәтләйбеҙ.
Аллабыҙ шәфҡәтле, Ул ҡеүәтле
Ышыҡ урыныбыҙ, Манарабыҙ.
2. Дөрөҫлөктө хәҙер беҙ күрәбеҙ.
Яҡтылыҡта шатлыҡ беҙ табабыҙ.
Һүҙеңде өйрәндек һәм һайланыҡ:
Батшалыҡ яғына беҙ баҫабыҙ.
(ҠУШЫМТА)
Йәһәвә Алла, көс-ҡеүәтебеҙ,
Исемеңде беҙ хөрмәтләйбеҙ.
Аллабыҙ шәфҡәтле, Ул ҡеүәтле
Ышыҡ урыныбыҙ, Манарабыҙ.
3. Үтәлә, йә Хоҙай, ихтыярың.
Беҙ һиңә ышанып ныҡ торабыҙ.
Шайтан ҡурҡытһа ла, һин — Ярҙамсы.
Батшалыҡҡа тоғро, ныҡ ҡалабыҙ.
(ҠУШЫМТА)
Йәһәвә Алла, көс-ҡеүәтебеҙ,
Исемеңде беҙ хөрмәтләйбеҙ.
Аллабыҙ шәфҡәтле, Ул ҡеүәтле
Ышыҡ урыныбыҙ, Манарабыҙ.
(2 Иш. 22:3; Мәҙ. 17:3; Ишағ. 43:12-не лә ҡара.)