Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • bm 24 бүлек 27—28 бб.
  • Паул йыйылыштарға хаттар яҙа

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Паул йыйылыштарға хаттар яҙа
  • Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Иман, тәртип һәм мөхәббәт тураһында кәңәштәр
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Ожмах юғалтыла
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
  • Алла кешене Ожмахҡа урынлаштыра
    Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
Изге Яҙмалар. Унда ниндәй хәбәр яҙылған?
bm 24 бүлек 27—28 бб.

24-СЕ БҮЛЕК

Паул йыйылыштарға хаттар яҙа

Паулдың хаттары мәсихсе йыйылыштарҙы нығыта

ЯҢЫ ойошторолған йыйылыштар Алла ниәтенең үтәлеүендә мөһим роль уйнарға тейеш булған. Ләкин мәсихселәр шунда уҡ эҙәрлекләүҙәргә дусар булалар. Улар ҡаршы килеүҙәргә һәм йыйылыш эсендә булған етди ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, тоғро ҡала алырҙармы? Инжилдәге 21 хатта яҡшы кәңәштәр һәм дәртләндереүсе һүҙҙәр бар.

Уларҙың ун дүртен — Римлыларға яҙылған хаттан алып Еврейҙарға яҙылған хатҡа тиклем — илсе Паул яҙған. Был хаттар йә берәй кешегә, йә билдәле бер мәсихсе йыйылышҡа яҙылған булған, шуға ҡарап уларға исемдәр ҙә бирелгән. Уларҙа ҡаралған ҡайһы бер темаларҙы ҡарап сығайыҡ.

Әхлаҡ менән тәртипкә ҡағылышлы киҫәтеүҙәр. Фәхешлек, зина ҡылыу һәм башҡа төрлө ауыр гонаһ ҡылыусылар «Алла Батшалығын мираҫ итеп алмаясаҡ» (Галаттарға 5:19—21; 1 Көринттәргә 6:9—11). Алланың хеҙмәтселәре һәр милләт кешеләренә бер тигеҙ ҡарап берҙәм йәшәргә тейеш (Римлыларға 2:11; Эфестарға 4:1—6). Уларға мохтажлыҡ кисергән ҡәрҙәштәренә теләп ярҙам итергә кәрәк (2 Көринттәргә 9:7). «Өҙлөкһөҙ доға ҡылығыҙ», — тип яҙа Паул. Мәсихселәргә Йәһүәгә доға ҡылғанда, күңелдәрен бушатырға кәңәш бирелә (1 Тессалуникиҙарға 5:17; 2 Тессалуникиҙарға 3:1; Филиппийҙарға 4:6, 7). Һәм Алла ишетһен өсөн, иман менән доға ҡылырға кәрәк (Еврейҙарға 11:6).

Ғаилә бәйләнештәрен нығытырға нимә ярҙам итә ала? Ирҙәр ҡатындарын үҙ тәндәрен яратҡандай яратырға, ҡатындар үҙ ирҙәрен тәрән хөрмәт итергә тейеш. Ә балаларға ата-әсәләрен тыңлау зарур, сөнки был Йәһүәне шатландыра. Ата-әсәләргә иһә, Алла кәңәштәрен ҡулланып, балаларын яратыу менән тәрбиәләргә кәрәк (Эфестарға 5:22—6:4; Көләсәйҙәргә 3:18—21).

Алла ниәтен аңлар өсөн ярҙам. Мәсих килгәнсе Муса ҡанунының күп яҡтары исраилдар өсөн яҡлау һәм етәкселек булып торған (Галаттарға 3:24). Ләкин Аллаға ғибәҙәт ҡылыр өсөн, мәсихселәрҙән был Ҡанунды үтәү талап ителмәй. Паул йәһүд булған мәсихселәргә яҙған хатында Муса ҡанунының ни өсөн бирелгәнен һәм Алла ниәтенең Мәсихтә нисек үтәлеп барғанын ентекле рәүештә аңлата. Ул шуны асыҡлай: Ҡанундың төрлө яҡтары киләсәктәге ваҡиғаларҙың прообраздары булып тора. Мәҫәлән, хайуандарҙы ҡорбанға килтереү Ғайсаның ҡорбан рәүешендә үлеүенең символы булған һәм уның үлеме нигеҙендә Алла кешеләрҙең гонаһтарын ысын мәғәнәһендә кисерә (Еврейҙарға 10:1—4). Ғайсаның үлеме арҡыры Алла Ҡанун килешеүен ғәмәлдән сығарған, шуға күрә уны башҡа үтәргә кәрәкмәй (Көләсәйҙәргә 2:13—17; Еврейҙарға 8:13).

Йыйылыштар ойоштороуға ҡағылышлы кәңәштәр. Йыйылышта яуаплы вазифалар башҡарырға теләгән ир-аттар юғары әхлаҡи нормалар буйынса йәшәргә һәм рухи яҡтан етлеккән кешеләр булырға тейеш (1 Тимутегә 3:1—10, 12, 13; Титусҡа 1:5—9). Йәһүәнең хеҙмәтселәренә бер-береһен дәртләндерер өсөн имандаштары менән даими рәүештә осрашып торорға кәрәк (Еврейҙарға 10:24, 25). Ундай осрашыуҙар нығытырға һәм өгөт-нәсихәт бирергә тейеш (1 Көринттәргә 14:26, 31).

Тимутегә икенсе хатын яҙғанда, Паул ҡабат Римда була; ул төрмәгә ябыла һәм уны суд көтә. Бер нисә кешенең генә уның янына килеп китергә батырсылығы етә. Паул ваҡыты аҙ ҡалғанын белеп: «Мин данлы көрәш алып барҙым, ярыш юлын тамамланым, иманды һаҡлап ҡалдым», — тип яҙа (2 Тимутегә 4:7). Күрәһең, тиҙҙән уны язалап үлтерәләр. Ләкин уның хаттары Алланың бөгөнгө хеҙмәтселәренә ошо көнгә тиклем етәкселек биреп тора.

Инжилдәге Римлыларға, 1 Көринттәргә, 2 Көринттәргә, Галаттарға, Эфестарға, Филиппийҙарға, Көләсәйҙәргә, 1 Тессалуникиҙарға, 2 Тессалуникиҙарға, 1 Тимутегә, 2 Тимутегә, Титусҡа, Филимунға, Еврейҙарға яҙылған хаттарға нигеҙләнгән.

  • Паулдың хаттарында әхлаҡ менән тәртипкә ҡағылышлы ниндәй киҫәтеүҙәр бар?

  • Паул Алла ниәтенең Мәсихтә үтәлеүе тураһында нимә асыҡлаған?

  • Паул йыйылыштар ойоштороуға ҡағылышлы ниндәй кәңәштәр биргән?

ВӘҒӘҘӘ ИТЕЛГӘН ТОҠОМ КЕМ УЛ?

Әҙәм менән Һауа гонаһ ҡылғас, Алла символик тел ҡулланып, йыланға былай тигән: «Һинең менән ҡатын араһына, һинең тоҡомоң менән уның тоҡомо араһына дошманлыҡ һаласаҡмын. Ул һинең башыңды ярыр, һин иһә уның үксәһен сағырһың» (Башланмыш 3:15, ЯД). Инжилдә «боронғо йылан» тип Иблис атала (Асыш 12:9). Ә Алла вәғәҙә иткән Тоҡом, йәки Ҡотҡарыусы, кем булған? Был сер Изге Яҙмалар аша әкренләп асыҡлана бара.

Эдендағы фетнәнән һуң яҡынса 2 000 йыл үткәс, Йәһүә вәғәҙә ителгән Тоҡом Ибраһим нәҫеленән буласаҡ тип әйтә (Башланмыш 22:17, 18). Быуаттар уҙа һәм илсе Паул шуны асыҡлай: Тоҡомдоң төп өлөшө Ғайса Мәсих буласаҡ (Галаттарға 3:16). Башланмыш 3:15 буйынса, Ғайса дошмандар тарафынан үлтерелгәндә, образлы әйткәндә, «үксәһенән сағыла». Ләкин Алла Ғайсаны рух итеп терелтә (1 Петер 3:18).

Алла шулай уҡ 144 000 кешене һайлаған, һәм улар Тоҡомдоң икенсе дәрәжәләге өлөшөн тәшкил итә (Галаттарға 3:29; Асыш 14:1). Улар күктәге Батшалыҡта Мәсихтең вариҫташтары булараҡ рухи заттар итеп терелтелә (Римлыларға 8:16, 17).

Ғайса, күктәге ҡеүәтле Батша, тиҙҙән Иблисте һәм уның тоҡомон, йәғни Шайтанға эйәргән ендәрҙе һәм яуыз кешеләрҙе юҡ итәсәк (Яхъя 8:44; Эфестарға 6:12). Уның идараһы бөтә тыңлаусан кешеләргә тыныслыҡ һәм шатлыҡ килтерәсәк. Ахыр сиктә Ғайса йыландың, йәғни Иблистең, «башын ярып», уны бөтөнләй юҡ итәсәк (Еврейҙарға 2:14).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу