25-СЕ БҮЛЕК
Иман, тәртип һәм мөхәббәт тураһында кәңәштәр
Яҡуп, Петер, Яхъя һәм Йәһүд имандаштарын дәртләндереп хаттар яҙа
ЯҠУП менән Йәһүд — Ғайсаның бер әсәйҙән тыуған ҡустылары, ә Петер менән Яхъя — уның илселәре. Улар Инжилде тәшкил иткән хаттарҙың етеһен яҙған. Һәр хат яҙыусыһының исемен йөрөтә. Үҙ эсенә Алла тарафынан рухландырылған кәңәштәрҙе алған был хаттар мәсихселәргә Йәһүә менән уның Батшалығына тоғро булып ҡалырға ярҙам итә.
Иманығыҙҙы эштәр менән күрһәтегеҙ. «Мин Аллаға ышанам», — тип әйтеү генә аҙ. Ысын иман эштәр менән раҫлана. «Иман эштәр менән күрһәтелмәһә үле», — тип яҙған Яҡуп (Яҡуп 2:26). Һынауҙарҙа сыныҡҡан иман сыҙамлылыҡ тыуҙыра. Ундай ваҡыттарҙа бирешмәҫ өсөн, үтенесебеҙ яуапһыҙ ҡалмаясағына ышанып, Алланан аҡыллылыҡ һорарға кәрәк. Сыҙамлылыҡ күрһәткән кешеләр Алла хуплауына эйә була (Яҡуп 1:2—6, 12). Беҙ иманыбыҙҙа ныҡ тороп, сафлыҡ һаҡлаһаҡ, Йәһүә беҙҙең менән буласаҡ. Яҡуп былай тип әйткән: «Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуп 4:8).
Вәсүәсәләргә һәм әхлаҡһыҙ йоғонтоға бирешмәҫ өсөн, мәсихсенең иманы ныҡ булырға тейеш. Әхлаҡһыҙлыҡ хөкөм һөргән донъяның тәьҫире ни тиклем ҡурҡыныс булыуын аңлап, Йәһүд мәсихселәрҙе үҙ имандарын һаҡлар өсөн, бар көстәрен ҡуйып көрәшергә өндәгән (Йәһүд 3).
Тәртибегеҙ саф булһын. Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренең изге, йәғни бар яҡтарҙан да саф булыуҙарын көтә. Петер былай тип яҙа: «Бар эштәрегеҙҙә изге булығыҙ. „Изге булығыҙ, сөнки мин [Йәһүә] изге“, — тип яҙылған бит» (1 Петер 1:15, 16). Ғайса Мәсих — мәсихселәр өсөн лайыҡлы өлгө. Петер: «Мәсих, һеҙ тап уның эҙҙәре буйынса барһын өсөн, һеҙгә үрнәк ҡалдырып, һеҙҙең хаҡҡа ғазап сикте», — тип әйткән (1 Петер 2:21). Мәсихселәр Алла нормалары буйынса йәшәп, ғазаптарға дусар була алһалар ҙа, уларҙың «выждандары саф» булып ҡала (1 Петер 3:16, 17). Петер мәсихселәрҙе Йәһүәнең хөкөм көнөн һәм «ғәҙеллек хакимлыҡ иткән» яңы донъяны көтөп йәшәгәндә, изге тәртипле булырға һәм Аллаға бирелгәнлекте күрһәткән эштәр башҡарырға өндәй (2 Петер 3:11—13).
«Аллаға яҡынлашығыҙ, ул да һеҙгә яҡынлашыр» (Яҡуп 4:8)
Яратыу күрһәтегеҙ. Яхъя: «Алла — мөхәббәт ул», — тип яҙған. Яхъя әйткәнсә, Алла Ғайсаны «гонаһтарыбыҙҙы йолоп алыусы ҡорбан итеп» ебәреп, беҙгә бөйөк мөхәббәтен күрһәткән. Быны белеү мәсихселәрҙе нимәгә дәртләндерергә тейеш? Яхъя былай тип аңлата: «Ҡәҙерле ҡәрҙәштәр, Алла беҙҙе шулай ярата икән, беҙ ҙә бер-беребеҙҙе яратырға бурыслы» (1 Яхъя 4:8—11). Бындай яратыу күрһәтер өсөн мөмкинлектәрҙең береһе — ҡәрҙәштәребеҙгә ҡарата ҡунаҡсыл булыу (3 Яхъя 5—8).
Ә Йәһүәгә ҡарата яратыуҙарын мәсихселәр нисек күрһәтә ала? «Алланы яратыу — уның әмерҙәрен үтәү, ә уның әмерҙәре ауыр түгел», — тип яҙа Яхъя (1 Яхъя 5:3; 2 Яхъя 6). Изге Яҙмалар шуға ышандыра: Аллаға тыңлаусан булып йәшәгән кешеләр уның мөхәббәтендә ҡалып, «мәңгелек тормошҡа» эйә буласаҡтар (Йәһүд 21).
Инжилдәге Яҡуптың хатына, Петерҙың 1-се, Петерҙың 2-се хаттарына, Яхъяның 1-се, Яхъяның 2-се, Яхъяның 3-сө хаттарына һәм Йәһүдтең хатына нигеҙләнгән.