Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • T-32 1—4 бб.
  • Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?
  • Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
    Киләсәктә беҙҙе нимә көтә?
  • Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
    Ғазаптар ҡасан да булһа бөтөрмө?
  • Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?
    Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?
  • Изге Яҙма ниндәй китап ул?
    Изге Яҙмалар ниндәй китап ул?
Башҡаларын асырға
Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?
T-32 1—4 бб.

Ғаилә тормошон нимә бәхетле итә?

Һеҙҙеңсә...

  • мөхәббәтме?

  • аҡсамы?

  • башка берәй нәмәме?

ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?

«Алла һүҙен тыңлаған һәм үтәгән кешеләр бәхетле» (Лука 11:28, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).

БЫЛ ҺҮҘҘӘРГӘ ҠОЛАҠ ҺАЛҺАҒЫҘ, ҒАИЛӘГЕҘҘӘ...

ысын мөхәббәт булыр (Ефестарға 5:28, 29).

тәрән хөрмәт хөкөм һөрөр (Ефестарға 5:33).

һәр кем үҙен тыныс, имен хис итер (Марк 10:6—9).

Бәхетле ғаиләнең тормошо: әсәй ҡыҙы менән, ир ҡатыны менән, ата-әсә улдары менән ваҡыт үткәрә

ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?

Эйе. Түбәндә быға кәмендә ике сәбәп килтерелә:

  • Алла — Ғаиләгә нигеҙ һалыусы. Инжилдә, «һәр ғаилә үҙенә... исемде» Йәһүә Алланан ала, тип әйтелә (Ефестарға 3:14, 15). Башҡаса әйткәндә, ғаилә ҡоролошон Йәһүә Алла булдырған. Ни өсөн быны белеү мөһим?

    Әйтәйек, һеҙҙең берәй тәмле ризыҡ ашағандан һуң уны нисек бешергәндәрен белгегеҙ килә, ти. Быны кемдән һорарһығыҙ? Әлбиттә, шул ризыҡты әҙерләгән кешенән.

    Тап шулай уҡ, ғаилә тормошон нисек бәхетле итергә икәнен белер өсөн, ғаиләгә нигеҙ һалыусы Йәһүә Алланан һорарға кәрәк (Башланмыш 2:18—24).

  • Алла һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. Йәһүә Алланың кәңәштәрен тотоп йәшәгән ғаиләләр аҡыллы эш итә. Ни өсөн? Сөнки уның Һүҙендә: «Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта», — тип әйтелә (1 Петр 5:6, 7). Йәһүә Алла беҙгә иң яҡшыһын ғына теләй, уның кәңәштәре һәр саҡ файҙа килтерә! (Ғибрәтле һүҙҙәр 3:5, 6; Ишағыя 48:17, 18).

УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:

Бер йәш ғаилә мәсихсе өлкәндән кәңәш ала; улар Изге Яҙманы бергә уҡый

Яҡшы ир, яҡшы ҡатын йә яҡшы ата-әсә булыр өсөн нимә эшләргә?

Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. ЕФЕСТАРҒА 5:1, 2-не һәм КОЛОССТАРҒА 3:18—21-ҙе ҡарағыҙ.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу