Үлгән кешеләр ҡабат йәшәрме?
Һеҙ нимә тиерһегеҙ?
Эйе.
Юҡ.
Бәлки.
ИНЖИЛДӘ НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?
«Кешеләр... үленән тереләсәк» (Ғәмәлдәр 24:15, «Инжил. Изге Яҙманы тәржемә итеү институты»).
БЫНЫ БЕЛЕҮ ҺЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?
Берәй яҡынығыҙҙы юғалтҡанда, йыуаныс бирә (2 Коринфтарға 1:3, 4).
Үлемдән ҡурҡмайынса йәшәргә ярҙам итә (Еврейҙарға 2:15).
Үлгән яҡындарығыҙ менән яңынан осрашырға өмөт бирә (Яхъя 5:28, 29).
ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?
Эйе. Түбәндә быға кәмендә өс сәбәп килтерелә:
Алла — Йәшәү сығанағы. Изге Яҙмала Йәһүә Алла «йәшәү шишмәһе» тип атала (Зәбур 36:9; Ғәмәлдәр 17:24, 25). Бөтә нәмәне барлыҡҡа килтереүсе Алла, һис шикһеҙ, үлгәндәрҙе терелтә ала.
Боронғо заманда Алла үлгән кешеләрҙе терелткән. Изге Яҙмала ерҙә йәшәр өсөн тормошҡа ҡайтарылған һигеҙ кеше тураһында әйтелә. Улар араһында йәштәр һәм ололар, ир-аттар һәм ҡатын-ҡыҙҙар булған. Ҡайһы берәүҙәре үлгәндән һуң шунда уҡ терелтелгән, ә берәүһе үлгәндән һуң дүрт көн үткәс терелтелгән булған! (Яхъя 11:39—44).
Алла әле лә үлгән кешеләрҙе терелтергә теләй. Йәһүә Алла үлемде нәфрәт итә; ул уны дошман тип һанай (1 Коринфтарға 15:26). Уның был дошманды еңергә, кешеләрҙе терелтеп, үлемде юҡ итергә бик көслө теләге бар. Ул, хәтерендә һаҡлаған кешеләргә ҡабат йәшәү биреп, уларҙың яңынан ерҙә йәшәүен күрергә теләй (Әйүп 14:14, 15).
УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:
Ни өсөн беҙ ҡартаябыҙ һәм үләбеҙ?
Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. БАШЛАНМЫШ 3:17—19-ҙы һәм РИМДАРҒА 5:12-не ҡарағыҙ.