Нимә ул Алла Батшалығы?
Һеҙҙеңсә, был...
уйҙырмамы?
күктәге хөкүмәтме?
башҡа берәй нәмәме?
ИЗГЕ ЯҘМАЛА НИМӘ ТИП ӘЙТЕЛӘ?
«Күктәр Аллаһы бер ҡасан да емерелмәйәсәк батшалыҡ урынлаштырасаҡ» (Данил 2:44, «Яңы донъя тәржемәһе»).
«Беҙгә улан бирелде. Уның елкәһендә хакимлыҡ булыр» (Ишағыя 9:6).
БЫНЫ БЕЛЕҮ ҺЕҘГӘ НИНДӘЙ ФАЙҘА КИЛТЕРӘ?
Шәхсән һеҙҙең тормошоғоҙҙо яҡшыртҡан ғәҙел хөкүмәт буласаҡ (Ишағыя 48:17, 18).
Яҡынлашып килгән яңы донъяла камил сәләмәтлек һәм бәхетле тормош буласаҡ (Асылыш 21:3, 4).
ИЗГЕ ЯҘМАҒА ЫШАНЫП БУЛАМЫ?
Эйе. Түбәндә быға кәмендә ике сәбәп килтерелә.
Ғайса пәйғәмбәр Алла Батшалығының нимә башҡарасағын күрһәткән. Ғайса Мәсих үҙ шәкерттәрен, Алла Батшалығы килһен һәм Алланың ихтыяры ерҙә лә үтәлһен, тип доға ҡылырға өйрәткән (Матфей 6:9, 10). Алла ихтыярының нисек үтәләсәген Ғайса үҙ эштәре менән күрһәткән.
Ерҙә йәшәгән саҡта Ғайса пәйғәмбәр астарҙы ашатҡан, ауырыуҙарҙы һауыҡтырған, үлеләрҙе терелткән! (Матфей 15:29—38; Яхъя 11:38—44). Киләсәктә Алла Батшалығының Идарасыһы булараҡ, Ғайса был Батшалыҡтың үҙ граждандары өсөн ниндәй ғәжәп эштәр башҡарасағын алдан күрһәткән (Асылыш 11:15).
Донъя хәле Алла Батшалығының тиҙҙән киләсәген раҫлай. Ғайса пәйғәмбәрлек иткәнсә, Батшалыҡ ергә тыныслыҡ килтерерҙән алда кешелек һуғыштарҙан, аслыҡтан һәм ер тетрәүҙәрҙән зыян күрер (Матфей 24:3, 7).
Бөгөн донъяның тап шундай хәлдә икәнен беҙ асыҡ күреп торабыҙ. Шуға күрә Алла Батшалығының тиҙҙән бөтә ауырлыҡтарҙы бөтөрәсәгенә беҙ һис тә шикләнмәйбеҙ.
УЙЛАНЫР ӨСӨН ҺОРАУ:
Алла Батшалығының идараһы аҫтында тормош ниндәй буласаҡ?
Изге Яҙмала был һорауға яуап бар. ЗӘБУР 37:29-ҙы һәм ИШАҒЫЯ 65:21—23-тө ҡарағыҙ.