Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • yc 4 бүлек 10—11 бб.
  • Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән
  • Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Тоғро булыу Алланың хуплауына килтерә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ифтахтың вәғәҙәһе
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ифтах өсөн иң мөһиме Йәһүәнең фекере булған
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Йәһүәгә биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәү бик мөһим
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
yc 4 бүлек 10—11 бб.
Ифтах бәләкәс ҡыҙы менән ваҡыт үткәрә

4-СЕ БҮЛЕК

Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән

Израиль һуғышсылары дошмандар менән һуғышҡан арала Ифтах Йәһүәгә доға ҡыла

Ифтах Йәһүәгә ниндәй вәғәҙә биргән?

Ифтах һуғыштан ҡайта һәм уны ҡаршы алырға сыҡҡан ҡыҙын ҡосаҡлай

Еңел булмаһа ла, Ифтахтың ҡыҙы атаһының вәғәҙәһен үтәгән

Һин рәсемдәге ҡыҙҙы күрәһеңме?— Ул Ифтах исемле кешенең ҡыҙы. Изге Яҙмаларҙа уның исеме әйтелмәй, әммә беҙ был ҡыҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргәнен беләбеҙ. Әйҙә, уның тураһында һәм атаһы Ифтах тураһында беләйек.

Ифтах яҡшы кеше булған һәм ҡыҙына Йәһүә тураһында белем биреп күп ваҡыт үткәргән. Ул шулай уҡ көслө кеше һәм яҡшы етәксе булған. Шуға күрә исраилдар, дошмандарға ҡаршы һуғышҡанда, Ифтахтан үҙҙәре өҫтөнән етәкселек итеүен үтенгәндәр.

Ифтах һуғышта еңеү һорап Йәһүәгә доға ҡыла. Ул еңеү яулап ҡайтһа, уны ҡаршы алырға сыҡҡан беренсе кешене Йәһүәгә бирергә вәғәҙә итә. Был кеше ҡалған ғүмерен Алланың сатыры янында йәшәп һәм унда хеҙмәт итеп үткәрәсәк. Ул заманда кешеләр Аллаға табыныр өсөн сатырға йөрөгәндәр. Шулай итеп, Ифтах һуғышта еңә! Нисек уйлайһың, ул өйөнә ҡайтҡас, йортонан сыҡҡан беренсе кеше кем булған?—

Был уның ҡыҙы була! Ул Ифтахтың берҙән-бер балаһы. Хәҙер Ифтах уның менән айырылырға тейеш. Шуға ул бик ныҡ ҡайғыра. Әммә иҫләйһеңдер, ул бит үҙе вәғәҙә биргән ине. Ифтахтың ҡыҙы шунда уҡ: «Атайым, һин Йәһүәгә вәғәҙә биргәнһең икән, уны үтәргә тейешһең»,— тип әйтә.

Ифтах ҡыҙы изге сатыр өсөн утын йыя; уның дуҫтары уға килеп китә

Йыл һайын Ифтах ҡыҙының дуҫтары уға ҡунаҡҡа килгән

Ифтахтың ҡыҙы ла ҡайғыра. Алланың сатырында хеҙмәт иткәндә, ул кейәүгә лә сыға алмаясаҡ, бала ла таба алмаясаҡ. Ләкин ул атаһының вәғәҙәһен үтәргә һәм Алланы һөйөндөрөргә бик теләй. Был уның өсөн кейәүгә сығыуҙан һәм бала табыуҙан күпкә мөһимрәк. Шулай итеп, ул өйөн ҡалдырып, ҡалған ғүмерен Алланың сатыры янында йәшәп үткәрә.

Нисек уйлайһың, Ифтахтың ҡыҙы атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргәнме?— Эйе, һис шикһеҙ! Әгәр һин дә Йәһүәне яратһаң һәм уны тыңлаһаң, Ифтахтың ҡыҙы һымаҡ, ата-әсәйеңде һәм Йәһүәне һөйөндөрөрһөң.

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘЫ АСЫП УҠЫ

  • Ҡанун 6:4—6

  • Хөкөмсөләр 11:30—40

  • 1 Көринттәргә 7:37, 38

ҺОРАУҘАР:

  • Ифтах кем булған? Ул ниндәй вәғәҙә биргән?

  • Ни өсөн Ифтахтың ҡыҙына атаһының вәғәҙәһен үтәргә ауыр булған?

  • Ифтах ҡыҙының иң ҙур теләге ниндәй булған?

  • Һин Ифтахтың ҡыҙынан нимәгә өйрәнә алаһың?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу