Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 36 дәрес 88 б.—89 б. 1 абз.
  • Ифтахтың вәғәҙәһе

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ифтахтың вәғәҙәһе
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул үҙ атаһын һәм Йәһүәне һөйөндөргән
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Тоғро булыу Алланың хуплауына килтерә
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Ифтах өсөн иң мөһиме Йәһүәнең фекере булған
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2021
  • Йәһүәгә биргән вәғәҙәләребеҙҙе үтәү бик мөһим
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 36 дәрес 88 б.—89 б. 1 абз.
Ифтах ҡаршыһына ҡыҙы сыҡҡанын күреп үҙ кейемен йырта

36-СЫ ДӘРЕС

Ифтахтың вәғәҙәһе

Изра́илдәр, ҡабат Йәһүәне ҡалдырып, ялған илаһтарға табына башлай. Әммә уларға амонда́р һөжүм иткәс, ул илаһтар бер нисек тә ярҙам итә алмай. Изра́илдәр күп йылдар дауамында интегә. Ахыр сиктә, улар Йәһүәгә: «Беҙ гонаһ ҡылдыҡ. Беҙҙе дошмандарҙан ҡотҡарсы!» — тип ялбара. Шунан һуң улар боттарын юҡҡа сығара һәм яңынан Йәһүәгә хеҙмәт итә башлай. Йәһүә уларҙың ғазапланыуын күрә һәм йәлләй.

Халыҡты амондарға́ ҡаршы һуғышҡа алып барыр өсөн, Ифта́х исемле һуғышсы һайлана. Ул Йәһүәгә бындай вәғәҙә бирә: «Әгәр беҙгә ошо һуғышта еңергә ярҙам итһәң, өйөмә ҡайтҡанда мине ҡаршыларға сыҡҡан беренсе кешене һиңә бирәсәкмен». Йәһүә Ифтахты́ң доғаһын ишетә һәм уға еңергә ярҙам итә.

Ифта́х еңеү менән ҡайтҡанда, беренсе булып уның ҡаршыһына ҡыҙы — берҙән-бер балаһы сыға. Ул дөңгөр ҡаға, шатланып бейей. Ифтахҡа́ нимә эшләргә һуң? Ул, вәғәҙәһен иҫендә тотоп: «Юҡ, юҡ, ҡыҙым! Һин йөрәгемде яраланың. Мин бит Йәһүәгә вәғәҙә бирҙем. Уны үтәр өсөн, мин һине изге сатырҙа хеҙмәт итергә ебәрергә тейешмен», — ти. Әммә ҡыҙы уға былай ти: «Атаҡайым, Йәһүәгә һүҙ биргәнһең икән, уны үтә. Тик иптәш ҡыҙҙарым менән тауҙарҙа йөрөп килергә ике айға ғына ебәрсе мине. Унан һуң мин Шилоға́ китермен». Ифтахты́ң ҡыҙы изге сатырҙа ғүмер буйы тоғро хеҙмәт иткән. Йыл һайын әхирәттәре уның янына, Шило́ ҡалаһына барып йөрөгән.

Ифтах ҡыҙының әхирәттәре уның хәлен белешер өсөн, изге сатырға, килгән

«Атаһын йәки әсәһен Миңә ҡарағанда нығыраҡ яратыусы Миңә лайыҡ түгел» (Матфей 10:37)

Һорауҙар. Ифта́х ниндәй вәғәҙә биргән? Ифтахты́ң ҡыҙы атаһының вәғәҙәһенә нисек ҡараған?

Хөкөмсөләр 10:6—11:11, 29—40; 1 Самуил 12:10, 11.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу