Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • hf 6 бүлек 18—21 бб.
  • Бала тыуыуы ғаиләгә нисек тәьҫир итә?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Бала тыуыуы ғаиләгә нисек тәьҫир итә?
  • Ғаилә бәхете нимәнән тора?
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • 1. БАЛА ТЫУЫУЫ ТОРМОШОҒОҘҘО НИСЕК ҮҘГӘРТӘСӘК?
  • 2. МӨНӘСӘБӘТТӘРЕГЕҘҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ
  • 3. БАЛАҒЫҘҘЫ ТӘРБИӘЛӘГЕҘ
  • Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә
    Ғаилә бәхете нимәнән тора?
Ғаилә бәхете нимәнән тора?
hf 6 бүлек 18—21 бб.
Шәфҡәт туташы ата-әсәгә яңы тыуған балалырын алып килгән

6-СЫ БҮЛЕК

Бала тыуыуы ғаиләгә нисек тәьҫир итә?

«Улдар — Йәһүәнән килгән мираҫ» (Мәҙхиә 127:3).

Бала тыуыуы ир менән ҡатынға ҙур шатлыҡ та, борсолоу ҙа килтерә ала. Ваҡыттары һәм көстәре күбеһенсә сабыйҙарын ҡарауға киткәнгә күрә, йәш ата-әсәнең аптырашта ҡалыуы ихтимал. Йоҡо туймау һәм яңы кисерештәр арҡаһында ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәрендә көсөргәнеш тыуырға мөмкин. Ир менән ҡатынға баланы ҡайғыртыр өсөн дә, никахтарын нығытыр өсөн дә үҙгәрештәр яһарға кәрәк буласаҡ. Изге Яҙмаларҙағы кәңәштәр нисек ярҙам итә ала?

1. БАЛА ТЫУЫУЫ ТОРМОШОҒОҘҘО НИСЕК ҮҘГӘРТӘСӘК?

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Мөхәббәт түҙемле һәм игелекле. Мөхәббәт... үҙ файҙаһын эҙләмәй, ярһымай» (1 Көринттәргә 13:4, 5). Әлбиттә, әле генә әсәй булып киткәс, бөтә иғтибарығыҙ балаға тупланған. Әммә ирегеҙ үҙен бер кемгә лә кәрәкмәгән итеп тоя башларға мөмкин, шуға күрә уның да иғтибарығыҙға мохтаж булғанын онотмағыҙ. Сабыр һәм игелекле булып, һеҙ ирегеҙгә үҙен кәрәкле итеп тойорға һәм бала үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерә алғанын күрергә ярҙам итерһегеҙ.

Атай кеше баланы ашатырға ярҙам итә һәм төнө буйы уны ҡарай

«Ирҙәр, ...ҡатындарығыҙҙы яҡшы аңларға тырышып бергә ғүмер итегеҙ» (1 Петер 3:7). Ҡатынығыҙҙың бала ҡарауға бик күп көс бирәсәген танығыҙ. Уға хәҙер күп нәмә тураһында борсолоп торорға кәрәк, шуға күрә ул үҙен тынысһыҙ, хәлһеҙ тойорға һәм хатта депрессияға бирелергә мөмкин. Ҡайһы саҡта ул һеҙгә асыуланырға мөмкин, ләкин тыныс булып ҡалырға тырышығыҙ, сөнки «ярһырға ашыҡмаған кеше көслө кешенән... яҡшыраҡ» (Ғибрәтле һүҙҙәр 16:32). Үтә күреүсән булығыҙ һәм уға кәрәкле ярҙам күрһәтегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 14:29).

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Атайҙар. Хатта төндәрен дә бала ҡарашып, ҡатындарығыҙға ярҙам итегеҙ. Ҡатынығыҙ һәм балағыҙ менән күберәк ваҡыт үткәрер өсөн башҡа эштәргә әҙерәк ваҡыт бүлегеҙ.

  • Әсәйҙәр. Ирегеҙ тәҡдим иткән ярҙамдан баш тартмағыҙ. Әгәр ул берәй нәмәне дөрөҫ эшләмәһә, уны тәнҡитләү урынына нисек дөрөҫ эшләргә икәнен ипләп кенә күрһәтегеҙ.

2. МӨНӘСӘБӘТТӘРЕГЕҘҘЕ НЫҒЫТЫҒЫҘ

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Икеһе бер тән булыр» (Башланмыш 2:24). Шуны иҫтә тотоғоҙ: ғаиләгеҙгә тағы бер кеше өҫтәлһә лә, һеҙ тормош иптәшегеҙ менән һаман да «бер тән» булып ҡалаһығыҙ. Мөнәсәбәттәрегеҙҙе нығытыр өсөн һәр мөмкинлекте ҡулланығыҙ.

Ҡатындар, ярҙам өсөн ирҙәрегеҙгә рәхмәтле булығыҙ. Һеҙҙең рәхмәт һүҙҙәрегеҙ уны «дауалай» ала (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Ирҙәр, ҡатындарығыҙҙы ни тиклем ныҡ яратҡанығыҙҙы һәм ҡәҙерләгәнегеҙҙе әйтеп тороғоҙ. Ҡатынығыҙҙың ғаиләгеҙ хаҡында нисек ҡайғыртҡанына иғтибар итеп, уны маҡтағыҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 31:10, 28).

«Һәр кем үҙенә түгел, ә башҡаларға файҙа эҙләһен» (1 Көринттәргә 10:24). Һәр ваҡыт тормош иптәшегеҙ өсөн иң яҡшыһын эшләгеҙ. Икәүҙән-икәү генә аралашыр өсөн ваҡыт бүлеп ҡуйығыҙ, бер-берегеҙҙе маҡтағыҙ һәм тыңлағыҙ. Енси мөнәсәбәттәр тураһында әйткәндә, үҙегеҙ хаҡында ғына уйламағыҙ, ә тормош иптәшегеҙҙең ихтыяждарын да иҫәпкә алығыҙ. «Бер-берегеҙҙе был яҡтан мәхрүм итмәгеҙ. Ни бары ике яҡтың ризалығы менән билдәләнгән ваҡытҡа ғына» (1 Көринттәргә 7:3—5). Тормоштоң был яғы тураһында асыҡтан-асыҡ һөйләшегеҙ. Түҙемле һәм аңлаусан булһағыҙ, никахығыҙ нығыясаҡ.

Бала йоҡлаған саҡта ир менән ҡатын бергә ваҡыт үткәрә

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Икәүҙән-икәү генә ҡалып бер-берегеҙ менән ваҡыт үткәрергә онотмағыҙ

  • Тормош иптәшегеҙҙе яратыуығыҙҙа ышандырып тороғоҙ, мәҫәлән, СМС-хәбәр ебәрергә йәки бәләкәй бүләк яһарға мөмкин

3. БАЛАҒЫҘҘЫ ТӘРБИӘЛӘГЕҘ

Әсәй кеше балаһына уҡый

ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? «Изге яҙмалар һиңә сабый саҡтан уҡ таныш. Улар һиңә... ҡотолоуға килтереүсе аҡыллылыҡ бирә ала» (2 Тимутегә 3:15). Балағыҙҙы нисек өйрәтерһегеҙ? Бының хаҡында алдан уйлағыҙ. Баланың тыуғансыға ҡәҙәр үк күп нәмәгә өйрәнергә иҫ киткес һәләте бар. Әле ҡарында булғанда, ул тауышығыҙҙы таный ала һәм ҡыуаныу, борсолоу йәки асыуланыу кеүек хистәрегеҙҙе тоя ала. Балаға сабый сағынан уҡ уҡығыҙ. Ул нимә уҡығанығыҙҙы аңламаһа ла, бындай ғәҙәт һеҙгә балала китапҡа һөйөү тәрбиләргә ярҙам итәсәк.

Тыуғандан уҡ балаға Алла тураһында һөйләгеҙ, ул әле бигерәк бәләкәй, тип уйламағыҙ. Балағыҙ һеҙҙең Йәһүәгә нисек доға ҡылғанығыҙҙы ишетһен (Ҡанун 11:19). Уның менән бергә уйнаған саҡтарҙа ла Алла барлыҡҡа килтергән нәмәләр хаҡында һөйләгеҙ (Мәҙхиә 78:3, 4). Үҫә барған һайын ул Йәһүәне яратҡанығыҙҙы күреп, үҙе лә уны яратырға өйрәнәсәк.

ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР

  • Балағыҙҙы тәрбиәләр өсөн аҡыллылыҡ һорап доға ҡылығыҙ

  • Балағыҙҙы нимәгә өйрәтергә теләйһегеҙ, шуны уға сабый сағынан уҡ ҡабатлап тороғоҙ

БАЛАҒЫҘ МӨНӘСӘБӘТТӘРЕГЕҘҘЕ НЫҒЫТА АЛА

Ваҡыт уҙыу менән һеҙ ата-әсә роленә эйәләшерһегеҙ. Бала тәрбиәләп, һеҙ түҙемлерәк, игелеклерәк булырға һәм күберәк яратыу күрһәтергә өйрәнерһегеҙ. Әгәр бер-берегеҙгә ярҙам итеп, бергәләп балағыҙ хаҡында ҡайғыртһағыҙ, мөнәсәбәттәрегеҙ нығыясаҡ. Мәҙхиә 127:3-тә: «Әсә ҡарынындағы бала — бүләк ул», — тип әйтелгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөгөн үҙегеҙ күрерһегеҙ.

ҮҘЕГЕҘҘӘН ҺОРАҒЫҘ

  • Һуңғы аҙна дауамында тормош иптәшемә уның ғаиләбеҙ хаҡына башҡарған эштәре өсөн рәхмәтемде нисек белдерҙем?

  • Тормош иптәшем менән бала тураһында түгел, ә бер-беребеҙ тураһында һуңғы тапҡыр ҡасан һөйләштек?

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу