1-СЕ БҮЛЕК
Алла кәңәштәре никахты бәхетле итә
«Кешеләрҙе барлыҡҡа килтереүсе уларҙы башланғыстан уҡ ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙ итеп яратҡан» (Маттай 19:4).
Беренсе никахҡа Йәһүәa Алла нигеҙ һалған. Изге Яҙмалар китабында әйтелгәнсә, Алла беренсе ҡатын-ҡыҙҙы булдырып, уны «кешегә алып килгән». Әҙәм быға бик ныҡ ҡыуанып: «Был һөйәк минең һөйәгемдән, тәне минең тәнемдән», — тип әйткән (Башланмыш 2:22, 23). Йәһүә бөгөнгө ғаиләләрҙең дә бәхетле булыуҙарын теләй.
Өйләнешкәндә, кешеләр йыш ҡына һис ниндәй ауырлыҡ кисермәйенсә ғүмер итергә өмөтләнәләр. Ләкин ысынбарлыҡта бер-береһен ысын күңелдән яратып йәшәгән кешеләр ҙә ҡайһы ваҡыт ауырлыҡтар менән осраша (1 Көринттәргә 7:28). Был брошюрала һеҙ Изге Яҙмалар китабынан алынған принциптарҙы табырһығыҙ. Уларҙы ҡулланыу һеҙҙең ғаиләгеҙҙе һәм никахығыҙҙы бәхетле итә ала (Мәҙхиә 19:8—11).
1. ЙӘҺҮӘ ҺЕҘГӘ БИЛДӘЛӘГӘН РОЛДЕ ТАНЫҒЫҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Ир — ғаилә башлығы (Эфестарға 5:23).
Йәһүә Алла ир кешенән үҙ ҡатыны хаҡында наҙ менән ҡайғыртыуын көтә (1 Петер 3:7). Ул ҡатынды ир өсөн ярҙамсы итеп яратҡан. Алла, ир үҙ ҡатынын хөрмәт итер һәм яратыр, тип өмөтләнә (Башланмыш 2:18). Ҡатынын ысын күңелдән яратҡан ир уның теләктәрен үҙенекенән өҫтөн ҡуйып йәшәр (Эфестарға 5:25—29).
Йәһүә ҡатындан үҙ ирен тәрән хөрмәт итеүен һәм уға үҙенең ролен үтәргә ярҙам итеүен көтә (1 Көринттәргә 11:3; Эфестарға 5:33). Ҡатынға ире ҡабул иткән ҡарарҙар менән килешергә һәм уның менән хеҙмәттәшлек итергә кәрәк (Көләсәйҙәргә 3:18). Шул саҡта ҡатын ире ҡарашында ла, Йәһүә ҡарашында ла күркәм буласаҡ (1 Петер 3:1—6).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Тормош иптәшегеҙҙән, яҡшыраҡ ир йәки ҡатын булыр өсөн нимә эшләй алам, тип һорағыҙ. Яуабын иғтибар менән тыңлағыҙ һәм кәрәкле үҙгәрештәр яһарға тырышығыҙ
Сабыр булығыҙ. Бер-берегеҙҙе бәхетле итергә өйрәнер өсөн ваҡыт кәрәк
2. ХИСТӘРГӘ ИҒТИБАРЛЫ БУЛЫҒЫҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Тормош иптәшегеҙҙең мәнфәғәттәре тураһында ҡайғыртып йәшәргә кәрәк (Филиппийҙарға 2:3, 4). Йәһүә үҙ хеҙмәтселәренә «бөтә кешеләр менән йомшаҡ» мөғәмәлә итергә ҡуша, шуға күрә тормош иптәшегеҙҙе ҡәҙерләгәнегеҙҙе күрһәтегеҙ (2 Тимутегә 2:24). «Уйламайынса әйтелгән һүҙ ҡылыстай яралай, ә аҡыллының теле дауалай» (Ғибрәтле һүҙҙәр 12:18). Һүҙегеҙҙе уйлап һөйләгеҙ. Йәһүәнең рухы һеҙгә игелек һәм яратыу менән һөйләргә ярҙам итер (Галаттарға 5:22, 23; Көләсәйҙәргә 4:6).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Тормош иптәшегеҙ менән берәй етди һорау буйынса һөйләшер алдынан, уның ҡарашын иҫәпкә алырға һәм тыныс булып ҡалырға ярҙам һорап Аллаға доға ҡылығыҙ
Нимә һәм нисек әйтергә икәнлеген төптән уйлағыҙ
3. БЕРҘӘМ БУЛЫҒЫҘ
ИЗГЕ ЯҘМАЛАРҘА НИМӘ ӘЙТЕЛӘ? Никахлашҡандан һуң кешеләр «икеһе бер тән булып» китә (Маттай 19:5). Әммә улар ике төрлө кеше булып ҡала, шуға күрә ҡараштары ла төрлө булырға мөмкин. Шунлыҡтан «бер фекерҙә» булырға өйрәнергә кәрәк (Филиппийҙарға 2:2). Төрлө ҡарарҙар ҡабул иткәндә, берҙәмлек айырыуса зарур. «Кәңәшләшеп алғас, уй-ниәттәр тормошҡа аша», — тип әйтелә Изге Яҙмаларҙа (Ғибрәтле һүҙҙәр 20:18). Мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә, Изге Яҙмаларҙағы принциптар буйынса эш итегеҙ (Ғибрәтле һүҙҙәр 8:32, 33).
ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Тормош иптәшегеҙгә фекерегеҙҙе әйтеү менән генә сикләнмәгеҙ, хистәрегеҙ менән дә бүлешегеҙ
Берәй вәғәҙә бирер алдынан тормош иптәшегеҙ менән кәңәшләшегеҙ
a Изге Яҙмаларҙа яҙылғанса, Йәһүә — Алланың исеме.