Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 9 дәрес 28 б.—29 б. 1 абз.
  • Ниһайәт уларҙың улы тыуа!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ниһайәт уларҙың улы тыуа!
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Алла уны «батша ҡыҙы» тип атаған
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • «Һин бик матур ҡатынһың»
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (таратыу баҫмаһы) 2017
  • Ибраһим менән Сара Алланы тыңлаған
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Һеҙ «нигеҙе ныҡлы ҡаланы» көтәһегеҙме?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 9 дәрес 28 б.—29 б. 1 абз.
Сара сатырҙа булғанда фәрештәләрҙең Ибраһим менән һөйләшкәнен ишетә

9-СЫ ДӘРЕС

Ниһайәт уларҙың улы тыуа!

Ибраһи́м менән Сараны́ң өйләнешеп бергә йәшәй башлауына инде күп йылдар үткән. Улар Ур ҡалаһындағы йәмле йортон ҡалдырып, сатырҙа йәшәй башлай. Әммә Сара́ зарланмай, сөнки ул Йәһүәгә таяна.

Сара́ бала табырға бик теләй һәм шуға ла Ибраһимға́: «Әгәр хеҙмәтсем Хәжә́р һинән бала тапһа, мин уны үҙ балам тип һанармын», — ти. Күпмелер ваҡыт үткәс, Хәжә́р бала таба, уға Исмәғи́л тип исем ҡушалар.

Сара балаға уҙған

Бер нисә йыл үткәс, Ибраһимға́ 99, ә Сараға́ 89 йәш булғанда, уларға ҡунаҡ килә. Ибраһи́м ҡунаҡтарға ағас төбөндә ял итеп, ашап алырға тәҡдим итә. Был ҡунаҡтар кем булған, беләһеңме? Был өс фәрештә булған! Улар Ибраһимға́: «Бер йылдан һуң һинең Сарана́н улың тыуыр», — ти. Сара́ сатырҙа була һәм был һүҙҙәрҙе ишетә. Ул, эстән генә көлөп: «Мин бала таба аламмы ни? Мин ҡарт бит инде!» — тип уйлап ҡуя.

Бер йыл үткәс, Йәһүәнең фәрештәһе әйткәнсә, Сараны́ң улы тыуа. Ибраһи́м уға Исха́ҡ тигән исем ҡуша. Был исем «көлөү» тигәнде аңлата.

Исхаҡҡа́ биш йәш тирәһе булғанда, Сара́ Исмәғилде́ң унан мыҫҡыллап көлөүен күреп ҡала. Улын яҡларға теләп, ул Ибраһимда́н, Хәжә́р менән Исмәғилде́ берәй ҡайҙа ҡыуып ебәр, тип үтенә. Башта Ибраһи́м ризалашмай. Әммә Йәһүә уға: «Сараны́ң һүҙен тыңла. Мин Исмәғи́л хаҡында ҡайғыртырмын. Әммә вәғәҙәләрем Исха́ҡ аша үтәләсәк», — ти.

Сара Исхаҡты ҡосаҡлай, ә Хәжәр менән Исмәғил сығып китә

«Ауырға ҡала алмаған Сара́ ла иманы аша бала табырлыҡ көскә эйә була һәм... бала таба, сөнки Алла тарафынан бирелгән вәғәҙәнең тоғролоғона ышана» (Еврейҙарға 11:11)

Һорауҙар. Сара́ Ибраһимды́ң фәрештәләр менән һөйләшеүенән нимә белеп ҡалған? Йәһүә Исхаҡты́ нисек яҡлаған?

Башланмыш 16:1—4, 15, 16; 17:25—27; 18:1—15; 21:1—14; Еврейҙарға 11:11.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу