Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 12 дәрес 34 б.
  • Яҡупҡа мираҫ бирелә

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҡупҡа мираҫ бирелә
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Яҡуп менән Ғаяз татыулаша
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 12 дәрес 34 б.
Яҡуп бер тәрилкә ашты Ғаяздың мираҫына алмаштырған

12-СЕ ДӘРЕС

Яҡупҡа мираҫ бирелә

Исхаҡ һәм Рабиға ике игеҙәк улдары, Яҡуп һәм Ғаяз менән

Исха́ҡ 40 йәшендә Рабиғаға́ өйләнә. Ул уны бик ныҡ ярата. Ваҡыт уҙыу менән уларҙың ике игеҙәк улы тыуа.

Оло улына — Ғая́з, ә кесеһенә Яҡу́п тигән исем ҡушалар. Ғая́з оҫта һунарсы була һәм күп ваҡытын ҡырҙа үткәрә. Яҡу́п иһә өйҙә булырға ярата.

Боронғо заманда, атай кеше үлеп китһә, ерҙең һәм аҡсаның ҙурыраҡ өлөшөн оло улына биргәндәр. Был мираҫ тип аталған. Исхаҡты́ң ғаиләһендә мираҫҡа шулай уҡ Йәһүә Ибраһимға́ биргән вәғәҙәләр ҙә ингән. Ғая́з был вәғәҙәләр хаҡында уйлап та бирмәгән, ә Яҡу́п өсөн улар бик мөһим булған.

Яҡуп һәм Ғаяз

Бер көн Ғая́з һунарҙан бик арып ҡайта. Ул, Яҡу́п бешергән аштың тәмле еҫен һиҙеп: «Асыҡтым! Ашарға бир әле!» — ти. Яҡу́п: «Бирермен, тик башта, мираҫты бирәм, тип вәғәҙә ит», — тип яуап бирә. Ғая́з: «Ул мираҫтың ни кәрәге бар? Үҙеңә ал уны! Ә миңә ашарға бир!» — ти. Нисек уйлайһың, Ғая́з дөрөҫ эшләгәнме? Юҡ. Ғая́з бик ҡиммәтле нәмәне бер тәрилкә ашҡа алмаштырған.

Исха́ҡ ҡартая, һәм оло улына фатихаһын бирергә ваҡыт етә. Әммә Рабиға́ бәләкәй улына, Яҡупҡа́, фатиха алырға ярҙам итә. Ғая́з был хаҡта белеп ҡалғас, бик ныҡ асыулана һәм туғанын үлтерергә була. Яҡупты́ ҡотҡарыр өсөн, Исха́ҡ менән Рабиға́ уға: «Лава́н бабайыңа ҡас һәм, Ғая́з ағайыңдың асыуы баҫылғансы, шунда йәшәп тор», — ти. Яҡу́п, ата-әсәһенең әйткәнен тыңлап, өйҙән сығып ҡаса.

«Әгәр кеше бөтөн донъяға эйә булып, йәнен һәләк итһә, бынан уға ни файҙа? Ул, үҙ йәнен кире ҡайтарыр өсөн, нимә бирә алыр икән?» (Марк 8:36, 37)

Һорауҙар. Ғая́з ниндәй кеше булған? Яҡу́п ниндәй кеше булған? Ни өсөн Ғая́з түгел, ә Яҡу́п фатиха алған?

Башланмыш 25:20—34; 27:1—28:5; Еврейҙарға 12:16, 17.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу