Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • lfb 48 дәрес 116 б.—117 б. 2 абз.
  • Тол ҡатындың улы терелә!

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Тол ҡатындың улы терелә!
  • Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Ул Аллаһында йыуаныс тапҡан
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
  • Яңғыҙлыҡ хисе һәм ҡурҡыу
    Балаларығыҙҙы өйрәтегеҙ
  • Йәһүә Ильясҡа көс өҫтәй
    Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
  • Ул уяу булған һәм көткән
    Имандарын өлгө итеп алығыҙ
Башҡаларын асырға
Изге Яҙма хикәйәләренән өйрәнәбеҙ
lfb 48 дәрес 116 б.—117 б. 2 абз.
Ильяс утын йыйып йөрөгән тол ҡатынды саҡыра

48-СЕ ДӘРЕС

Тол ҡатындың улы терелә!

Ике көршәк: береһе он менән, икенсеһе май менән

Ҡоролоҡ ваҡытында Йәһүә Ильясҡа́: «Саре́пта ҡалаһына бар. Ундағы бер тол ҡатын һине ашатыр», — тип әйтә. Илья́с ҡалаға килгәс, уның ҡапҡалары янында утын йыйып йөрөгән бер ярлы тол ҡатынды күрә. Илья́с эсергә һыу һорай. Ул һыу артынан киткәндә, Илья́с уға: «Зинһар, әҙ генә булһа ла икмәк алып килсе», — тип өндәшә. Әммә ҡатын: «Минең икмәгем юҡ. Оном да, майым да үҙемә һәм улыма бер бешерерлек кенә ҡалды», — тип яуап ҡайтара. Илья́с уға былай ти: «Әгәр миңә әҙ генә икмәк килтерһәң, Йәһүәнең вәғәҙәһе буйынса, ҡоролоҡ аҙағына тиклем оноң да, майың да бөтмәйәсәк».

Тол ҡатын өйөнә ҡайтып, Йәһүә пәйғәмбәре өсөн икмәк бешерә. Йәһүә вәғәҙә иткәнсә, ҡоролоҡ ваҡытында уның өйөндә ризыҡ һәр ваҡыт була. Оно ла, көршәктәге майы ла бөтмәй.

Әммә бер заман тол ҡатындың башына ҙур ҡайғы төшә. Уның бәләкәй улы ныҡ ауырып китә һәм үлә. Ҡатын Ильясты́ң ярҙам итеүен үтенә. Илья́с баланы әсәһенән алып өҫкә, үҙенең бүлмәһенә, менә. Ул баланы карауатҡа һала һәм доға ҡыла башлай: «Йәһүә, зинһар, был малайҙы терелт». Был ғәжәп үтенес булған. Ни өсөн? Сөнки, белеүебеҙсә, быға тиклем Йәһүә әле бер кемде терелтмәгән. Бынан тыш, был тол ҡатын да, уның улы ла Изра́иль халҡынан булмаған.

Малай терелә һәм тын ала башлай! Илья́с тол ҡатынға: «Ҡара, улың тере», — ти. Ҡатын ныҡ ҡыуанып, Ильясҡа́: «Һин ысындан да Алла кешеһе икән! Һинең әйткән һүҙҙәрең бөтәһе лә үтәлде!» — тип шатланып ҡысҡыра.

Ильяс тол ҡатынға уның терелтелгән улын алып килә

«Ҡоштарға ҡарағыҙ: улар сәсмәй ҙә, урмай ҙа, бураларға ашлыҡ та һалмай, шулай ҙа уларҙы Күктәге Атағыҙ туйындыра. Һеҙ ҡоштарҙан ҡәҙерлерәк түгелме ни?» (Матфей 6:26)

Һорауҙар. Саре́пта ҡалаһында йәшәүсе тол ҡатын Йәһүәгә ышанғанын нисек күрһәткән? Ильясты́ң Алланың хаҡ пәйғәмбәре булғанын беҙ ҡайҙан беләбеҙ?

1 Батшалар 17:8—24; Лука 4:25, 26.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу