1-се бүлеккә инеш һүҙ
Изге Яҙманың тәүге биттәрендә Йәһүә Алланың күктә һәм ерҙә иҫ киткес нәмәләрҙе барлыҡҡа килтереүе тасуирлана. Әгәр был китапты балағыҙ менән бергә уҡыһағыҙ, уны тәбиғәттәге төрлө-төрлө ғәжәп нәмәләрҙе күрергә өйрәтегеҙ. Баланың иғтибарын шуға йүнәлтегеҙ: кеше, хайуандарҙан айырмалы булараҡ, һөйләшергә, фекер йөрөтөргә, берәй нәмә уйлап сығарырға, йырларға һәм доға ҡылырға һәләтле. Балағыҙға барлыҡҡа килтергән нәмәләрҙә сағылған Йәһүәнең көсөн, зирәклеген, айырыуса яратыуын ҡәҙерләргә өйрәнергә ярҙам итегеҙ.