20-СЕ ЙЫР
Ҡәҙерле Улыңды бирҙең
1. Ғүмер ҙә, ваҡыт та
Бушҡа үтә ине.
Йолом да, өмөт тә
Һин бирҙең, Алла.
Беҙ ғүмерҙе һиңә
Арнайбыҙ, Йәһүә.
Һөйләрбеҙ бар ерҙә
Изге ниәтеңде.
ҠУШЫМТА
Берҙән-бер Улыңды
Беҙҙең хаҡҡа бирҙең.
Бергә йырларбыҙ мәңге
Һинең өсөн данлау йырын.
2. Сикһеҙ ҙур шәфҡәт тә
Беҙгә һин күрһәттең:
Беҙҙе бит һөйөп һин
Үҙ дуҫың иттең.
Бөйөк Улың Ғайса
Үлгән беҙҙең хаҡҡа.
Рәхмәт һиңә, Алла,
Ғәжәп бүләк өсөн.
ҠУШЫМТА
Берҙән-бер Улыңды
Беҙҙең хаҡҡа бирҙең.
Бергә йырларбыҙ мәңге
Һинең өсөн данлау йырын.
ЙОМҒАҠЛАУ
Беҙ мәңге маҡтарбыҙ һине, эй Йәһүә.
Ҡиммәт хаҡ биргәнһең, мең рәхмәт яуһын һиңә!
(Яхъя 3:16; 15:13-тө лә ҡара.)