148-се йыр
Берҙән-бер Улыңды бирҙең
Тоғро, хаҡ, Аллабыҙ,
Булдыҡ беҙ өмөтһөҙ.
Йолом һин биргәнһең
Һәр кеше өсөн.
Һиңә ғүмерҙе беҙ,
Бирәбеҙ бағышлап.
Һөйләрбеҙ бар ерҙә
Һинең ниәтеңде.
(ҠУШЫМТА)
Берҙән-бер Улыңды
Беҙҙең хаҡҡа бирҙең.
Йырларбыҙ бергә мәңге
Һинең өсөн данлау йырын.
Беҙгә һин, Аллабыҙ,
Шәфҡәтлек күрһәттең.
Өмөт һин биргәнһең,
Иҫ киткес бүләк.
Беҙҙең өсөн үлгән
Һинең бөйөк Улың.
Уның аша беҙгә
Йәшәү бүләк иттең.
(ҠУШЫМТА)
Берҙән-бер Улыңды
Беҙҙең хаҡҡа бирҙең.
Йырларбыҙ бергә мәңге
Һинең өсөн данлау йырын.
(ЙОМҒАҠЛАУ)
Доға беҙ ҡылабыҙ, Аллабыҙ Йәһүә,
Рәхмәт беҙ әйтәбеҙ берҙән-бер Улың өсөн.
(Яхъя 3:16; 1 Яхъя 4:9-ҙы ла ҡара.)