8-СЕ ДӘРЕС
Миҫалдар ярҙамында өйрәт
Матфей 13:34, 35
МАҠСАТ Йөрәккә тәьҫир иткән һәм мөһим хәҡиҡәттәргә өйрәткән ябай ғына миҫалдар килтер.
БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ
Ябай миҫалдар һайла. Ғайсанан үрнәк алып, ҙур нәмәне бәләкәс нәмә ярҙамында, ә ҡатмарлы нәмәне ябай нәмә ярҙамында аңлат. Миҫалға кәрәк булмаған нескәлектәрҙе индермә. Миҫалдың бөтә өлөштәре һин аңлатҡан фекергә тура килһен, юғиһә тыңлаусыларың аптырашта ҡалыр һәм миҫал иғтибарҙарын икенсе яҡҡа йүнәлтер.
Тыңлаусыларың тураһында уйла. Тыңлаусыларыңа таныш булған, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарына һәм көндәлек тормошона бәйле, миҫалдар килтер. Берәйһен рәнйетә һәм уңайһыҙландыра алған миҫалдар һайлама.
Төп фекерҙәргә баҫым яһа. Нескәлектәрҙе түгел, ә төп фекерҙәрҙе аңлатыр өсөн миҫалдар килтер. Тыңлаусыларың миҫалды ғына түгел, ә уның нимәгә өйрәткәнен дә хәтерҙә ҡалдырһын.