ХЕҘМӘТ ИТЕҮ ОҪТАЛЫҒЫН ЯҠШЫРТАБЫҘ | ХЕҘМӘТТӘН ШАТЛЫҠ ТАП
Миҫалдар килтер
Ҡабат килеп китеүҙәр яһағанда йә Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәргәндә, беҙ кешегә төп фекерҙәрҙе аңларға ярҙам итергә тейеш. Яҡшы миҫалдар килтереп, беҙ уның йөрәгенә үтеп инәбеҙ һәм уға хәҡиҡәттәрҙе иҫтә ҡалдырырға ярҙам итәбеҙ.
Ҡабат килеп китеүгә йә Изге Яҙма өйрәнеүенә әҙерләнгәндә, нескәлектәргә түгел, ә төп фекерҙәргә иғтибар ит. Шунан һуң көндәлек тормошҡа бәйле булған берәй ябай миҫал һайла (Мт 5:14—16; Мк 2:21; Лк 14:7—11). Кешенең сығышын һәм шөғөлөн иҫәпкә ал (Лк 5:2—11; Ях 4:7—15). Хәҡиҡәтте аңлағандан уның күҙҙәре янып торғанын күргәндә, һин дә шатлыҡ кисерерһең.
«ШӘКЕРТТӘР ӘҘЕРЛӘҮ ЭШЕНӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ. ОҪТАЛЫҒЫҒЫҘҘЫ ЯҠШЫРТЫҒЫҘ: МИҪАЛДАР КИЛТЕРЕГЕҘ» ТИГӘН ВИДЕОЯҘМАНЫ ҠАРА ҺӘМ ТҮБӘНДӘГЕ ҺОРАУҘАРҒА ЯУАП БИР:
Ни өсөн өйрәнеүселәргә, Изге Яҙмалағы аяттарҙы аңлар өсөн, ярҙам кәрәк булырға мөмкин?
Римдарға 5:12-не аңлатыр өсөн Нита ниндәй миҫал килтерҙе?
Яҡшы миҫалдар кешенең йөрәгенә үтеп инә
Яҡшы миҫалдар тыңлаусыларыбыҙға нисек тәьҫир итә ала?
Ни өсөн вәғәздә беҙгә Йәһүәнең ойошмаһы биргән видеояҙмаларҙы һәм башҡа ҡоралдарҙы ҡулланырға кәрәк?