Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • th 14 һабаҡ 17 б.
  • Төп фекерҙәргә баҫым яһа

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Төп фекерҙәргә баҫым яһа
  • Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Төп фекерҙәрҙе ҡабатлағыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2024
  • Яҡшы йомғаҡлау
    Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
Уҡыу һәм өйрәтеү оҫталығын яҡшырт
th 14 һабаҡ 17 б.

14-СЕ ДӘРЕС

Төп фекерҙәргә баҫым яһа

Изге Яҙмаға һылтанма

Еврейҙарға 8:1

МАҠСАТ Тыңлаусыларыңа фекерҙәреңдең ағышын күҙәтергә ярҙам ит һәм төп фекерҙәрҙең һәр береһе телмәрҙең маҡсаты һәм темаһы менән нисек бәйле икәнен асыҡ итеп күрһәт.

БЫҒА НИСЕК ӨЛГӘШЕРГӘ

  • Маҡсатыңды билдәлә. Маҡсатың хаҡында уйланып ал: һиңә тыңлаусыларыңа берәй нәмә һөйләп бирергә, уларҙы нимәгәлер инандырырға йә дәртләндерергә кәрәкме? Телмәреңде шуға нигеҙләнеп төҙө. Төп фекерҙәрҙең һәр береһе ҡуйылған маҡсатыңа ирешергә ярҙам итһен.

    Ғәмәли кәңәш

    Үҙеңдән һора: «Тыңлаусыларымдың ниндәй һорауҙары һәм ҡаршы төшөүҙәре булырға мөмкин? Улар ниндәй тәртиптә һорауҙар бирер һәм ризаһыҙлыҡ белдерер?» Шунан һуң шул уҡ тәртиптә телмәреңдең пункттарын да төҙө. Был тыңлаусыларыңа фекерҙәр ағышын күҙәтергә, мәғлүмәтте аңларға һәм үҙләштерергә ярҙам итер.

  • Темаға баҫым яһа. Телмәр дауамында, төп һүҙҙәрҙе ҡабатлап йә синонимдар ҡулланып, теманы иҫкә төшөр.

  • Төп фекерҙәрҙе асыҡ һәм ябай итеп аңлат. Темаға ҡағылған һәм бирелгән ваҡыт эсендә асыҡлап өлгөрәсәк фекерҙәрҙе генә төп фекерҙәр итеп билдәлә. Төп фекерҙәр күп булырға тейеш түгел. Уларҙың һәр береһен асыҡ итеп күрһәт, бер-береһенән паузалар ярҙамында айыр, һәм улар араһындағы күсештәр шыма булһын.

    Ғәмәли кәңәш

    Тыңлаусыларыңа фекерҙәр ағышын күҙәтергә уңайлыраҡ булһын өсөн, төп фекерҙәрҙе телмәрҙең башында әйтеп кит йә быны телмәрҙең аҙағында, ҡабатлау яһағанда эшлә.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу