ФАЙҘАЛЫ КӘҢӘШТӘР
Төп фекерҙәрҙе ҡабатлағыҙ
Һеҙгә күптән түгел генә өйрәнгән мәғлүмәтте иҫкә төшөрөү ауырмы? Шундай хәл һәр беребеҙ менән булырға мөмкин. Шул саҡта нимә эшләргә? Төп фекерҙәрҙе ҡабатлағыҙ.
Өйрәнеү ваҡытында уҡығандарығыҙ өҫтөндә уйланыр өсөн, туҡтап, уйланып алығыҙ. Илсе Пауыл үҙенең хатында ҡәрҙәштәрен тап шулай эш итергә дәртләндергән дә. Ул: «Һеҙгә һөйләгәндәребеҙҙә иң мөһиме шул», — тигән (Евр. 8:1). Шулай итеп ул уҡыусыларға уның хаттарындағы фекерҙәр бер-береһе менән нисек бәйле булғанын күҙәтергә ярҙам иткән.
Һеҙ өйрәнеүҙең аҙағында берәй 10 минут ваҡыт бүлеп, төп фекерҙәр өҫтөндә уйлана алаһығыҙ. Уларҙы иҫкә төшөрә алмаһағыҙ, өҫтәмә исемдәрҙе йә төп һөйләмдәрҙе ҡарағыҙ (улар, ғәҙәттә, абзацтың башында яҙылған). Һеҙгә яңы мәғлүмәт осраһа, уларҙы үҙ һүҙҙәрегеҙ менән аңлатып ҡарағыҙ. Төп фекерҙәрҙе ҡабатлап, һеҙ хәтерегеҙҙе күнектереп кенә ҡалмаҫһығыҙ, ә материалды нисек ҡулланырға икәнен яҡшыраҡ аңларһығыҙ.