Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w16 май 4 б.
  • Ҡайғырыу насармы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Ҡайғырыу насармы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Ҡайғы кисереүселәргә ярҙам
    Уянығыҙ! 2018
  • Артабан нисек йәшәргә?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
    Йәштәрҙең һорауҙары
Башҡаларын асырға
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
w16 май 4 б.

БРОШЮРАНЫҢ ТЕМАҺЫ | ҒӘЗИЗ КЕШЕГЕҘ ҮЛГӘНДӘ

Ҡайғырыу насармы?

Һеҙҙең берәй ҡасан, ҡапыл ауырып китеп, тиҙ генә һауыҡҡанығыҙ булдымы? Йыш ҡына ундай хәлдәр тураһында беҙ хәтерләмәйбеҙ ҙә. Әммә ҡайғы менән хәл башҡаса. «Ҡайғыны „еңеп сығыу“ тигән төшөнсә юҡ», — тип яҙа үҙенең «Ҡайғыға батҡан йөрәкте нисек һауыҡтырырға» тигән китабында Алан Волфелт исемле бер психиатр («Healing a Spouse’s Grieving Heart»). Шулай ҙа ул былай тип өҫтәй: «Ваҡыт һәм яҡын кешеләрҙең ярҙамы ҡайғыны еңеләйтә».

Мәҫәлән, ырыу башлығы Ибраһимдың ҡатыны үлгәс, уның үҙен нисек тотҡанына иғтибар итәйек. Изге Яҙмала: «Ибраһим Сара янында һыҡтап иланы», — тиелә. «Һыҡтап илау» тигән һүҙбәйләнеш Ибраһимға ҡайғыһын кисереп сығыр өсөн бер ни тиклем ваҡыт кәрәк булғанын күрһәтәa. Ә хәҙер Яҡуп миҫалына күҙ һалайыҡ. Ул, яратҡан улы Йософто йыртҡыс талаған тип уйлап, «көн-төн йәш түк[кән]». Хатта яҡындары ла уны йыуата алмаған. Йылдар уҙғас та, уның күңеле һаман Йософтоң үлеме арҡаһында һыҡраған (Башланмыш 23:2; 37:34, 35; 42:36; 45:28).

Бөгөн дә мәрхүм ғәзиздәре арҡаһында ҡайғырған кешеләр тураһында шуны уҡ әйтеп була. Ике миҫал ҡарап китәйек.

  • «2008 йылдың 9 июлендә ирем Роберт вафат булды. Фажиғә булған ул көн ғәҙәттәгесә башланған ине. Эшкә китер алдынан, иртәнге аштан һуң ул мине һәр ваҡыттағыса ҡосаҡлап үпте лә, мин һине яратам, тине. Алты йыл үтте, әммә күңел ярам һаман да төҙәлмәй. Минеңсә, яратҡан ирем Робты юҡһыныуым бер ҡасан да үтмәҫ» (Гейл, 60 йәш).

  • «Һөйөклө ҡатынымдың үлеүенән һуң 18 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, мин һаман да уны һағынып ҡайғырам. Тәбиғәттең матурлығы менән һоҡланған саҡта уйҙарым гел уға илтә, уның быны күреп нисек шатланырын күҙ алдыма килтерәм» (Этьен, 84 йәш).

Шик тә юҡ, ундай саҡтарҙа оҙайлы әрнеү кисереү кеше өсөн тәбиғи. Һәр кеше үҙенсә ҡайғыра, шуға күрә башҡаларҙың юғалтыуҙы нисек кисереүен хөкөм итеү дөрөҫ булмаҫ ине. Шул уҡ ваҡытта, ғәзиз кешебеҙҙең үлеүен үтә ауыр кисерәбеҙ кеүек тойолһа, үҙ-үҙебеҙҙе лә ғәйепләмәйек. Ҡайғыны нисек кисереп сығырға һуң?

a Ибраһимдың улы Исхаҡ та оҙайлы ҡайғы кисергән. Ул, әсәһе Сара үлгәндән һуң өс йыл үтһә лә, һаман күңел әрнеүенән интеккән (Башланмыш 24:67).

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу