Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • we 7—13 бб.
  • Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?
  • Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • Пәйғәмбәрҙәр ҙә илаған
  • Иларғамы, юҡмы?
  • Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен нисек тота
  • Асыу һәм ғәйеп тойғоһо
  • Тормош иптәшенең үлеме
  • «Һәр кеше ҡайғыны үҙенсә кисерә»
  • Артабан нисек йәшәргә?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
  • Ҡайғыны нисек кисереп сығырға?
    Йәштәрҙең һорауҙары
  • Ҡайғырыу насармы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2016
  • Башҡа кешеләр нисек ярҙам итә ала?
    Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
Башҡаларын асырға
Ғәзиз кешегеҙҙе юғалтҡанда
we 7—13 бб.

Хистәргә бирелеү дөрөҫмө?

ЯҠЫН кешеһен юғалтҡан бер ир былай тип яҙа: «Англияла үҫкәнгә, мине кешеләр алдында тойғоларымды күрһәтмәҫкә өйрәттеләр. Шуға күрә, ауыр булғанда, миңә атайым (үткәндә хәрби кеше) теш араһынан ғына: „Етәр, илама!“ — ти торғайны. Әсәйебеҙҙең дә, исмаһам, бер генә тапҡыр булһа ла, балаларын, ә беҙ дүрт бала инек, үбеп йәиһә ҡосаҡлап алғанын хәтерләмәйем. Атайым үлгәндә, миңә 56 йәш ине. Уны юҡһынып ҡайғырыуҙан йөрәгем өҙгөләнә ине. Әммә ниңәлер, тәүҙә илай алманым».

Ҡайһы бер халыҡтарҙа кешеләр шатлыҡтарын һәм хәсрәттәрен йәшермәй. Ә башҡа илдәрҙә, мәҫәлән, Европаның төньяғында һәм Бөйөк Британияла, кешеләрҙе, айырыуса ир-аттарҙы, тойғоларын күрһәтмәҫкә өйрәтәләр. Уларға «егет булһа — ебеп тормаҫ, ебеп торһа — егет булмаҫ» һәм «эсеңдәген тышҡа сығарма» тигән әйтемдәр тура килә. Ләкин яҡын кешенең үлгәненә ҡайғырып, хистәрҙе күрһәтеү оятмы? Изге Яҙмала нимә әйтелә?

Пәйғәмбәрҙәр ҙә илаған

Изге Яҙма китабын еврейҙар яҙған, ә улар хис-тойғоға бирелеүсәнлек менән айырылып торған. Был китапта ҡайғырыуҙарын йәшермәгән кешеләрҙең күп кенә миҫалдары бар. Мәҫәлән, Дауыт батша, улы Амнон үлгәс, «әсенеп... илаған» (2 Ишмуил 13:28—39). Ул хатта, батша булырға теләп үҙенә ҡаршы фетнә күтәргән мәкерле улы Әбессәләм һәләк булғас та, ҡайғырып ныҡ илаған. Изге Яҙмала уның әсенеүҙәре хаҡында былай тиелә: «Был хаҡта ишеткәс, батшаның күңеле тетрәнеп китте, һәм ул ҡапҡа өҫтөндәге бүлмәгә менде лә ары-бире йөрөп: „Улым Әбессәләм, улым, Әбессәләм улым! И-их, һинең урыныңа мин үлгән булһам икән, Әбессәләм улым, улым минең!“ — тип ҡабатлай-ҡабатлай иланы» (2 Ишмуил 18:33). Дауыт һәр атай кеше шикелле ҡайғырған. Ғәҙәттә, ата-әсәләр балалары урынына үҙҙәре үлергә әҙер. Ысынлап та, баланың ата-әсәһенән алдараҡ үлеүе тәбиғи түгел!

Ә Ғайса пәйғәмбәр, дуҫы Лазарь үлгәс, ниндәй хистәр сағылдырған? Ҡәбергә яҡынлашҡас, ул илап ебәргән (Яхъя 11:30—38). Һуңыраҡ Магдалалы Мәрйәм Ғайсаның ҡәбере янында үкһеп илаған (Яхъя 20:11—16). Әлбиттә, Изге Яҙмалағы терелеүгә өмөт тураһында белмәгән кешеләрҙән айырмалы рәүештә, Алланың хеҙмәтселәре өмөтһөҙлөккә бирелмәй. Ләкин хатта ундай өмөтө булған кеше лә, башҡалар кеүек, ҡайғыра һәм яратҡан кешеһен юғалтҡанға бойоға (1 Фессалоникаларға 4:13, 14).

Иларғамы, юҡмы?

Ә беҙҙең көндәрҙә кешеләр ундай осраҡта үҙҙәрен нисек тота? Тойғоларығыҙҙы башҡалар күрһә, оялаһығыҙмы? Белгестәр ниндәй кәңәш бирә? Йыш ҡына уларҙың ҡараштары — Изге Яҙмалағы фекерҙәрҙе ҡабатлау ғына. Улар кәңәш иткәнсә, күңелебеҙ тулғанда, хистәрҙе эстә тотмаҫҡа, ә, киреһенсә, тышҡа сығарырға кәрәк. Был кәңәш Аллаға иман иткән Әйүп, Дауыт, Иремия кеүек пәйғәмбәрҙәрҙең миҫалдарын иҫкә төшөрә. Изге Яҙмала, улар хистәрен бер ҙә йәшермәгән, тип яҙылған. Тимәк, башҡаларҙан ситләшеү аҡыллы булмаҫ ине (Ғибрәтле һүҙҙәр 18:1). Әлбиттә, төрлө халыҡтарҙа ҡайғы-хәсрәтте төрлөсә кисерәләр, был шулай уҡ дини ҡараштарға ла бәйле булырға мөмкинa.

Ә һеҙҙең илағығыҙ килһә? Илау кеше өсөн тәбиғи. Хәтерләйһегеҙҙер, Лазарь үлгәс, Ғайса «бик ныҡ көйөнгән» һәм уның «күҙҙәренән йәш тәгәрәгән» (Яхъя 11:33, 35). Был осраҡ ғәзиз кешебеҙҙе юғалтҡанда илауҙың бер насарлығы ла юҡ икәнлеген күрһәтә.

Ҡайғырған кешеләр

Яҡын кешенең үлгәненә ҡайғырып илау — тәбиғи хәл

Энн исемле бер әсәй кешенең осрағы ла быны раҫлай. Уның Рейчел исемле ҡыҙы ҡапыл үлеп киткән. Энндың ире: «Аптырарлыҡ хәл, ҡыҙыбыҙҙы ерләгәндә башҡалар үкереп илаһалар ҙа, беҙ Энн менән иламаныҡ», — тип әйтә. Энн былай тип аңлата: «Шулай, әммә ҡыҙыбыҙҙы ерләгәндән һуң, ирем өсөн дә, үҙем өсөн дә күпме күҙ йәше түктем мин. Бер нисә аҙна үткәс, мин өйҙә яңғыҙ ҡалдым һәм, булған хәлдең ни тиклем аяныс икәнлеген кинәт аңлағас, көнө буйы иланым. Ләкин был миңә ысынлап та ярҙам итте, һәм ҡайғым баҫыла башлағандай булды. Минең балам үлгәненә ҡайғырып илауым тәбиғи ине. Яҡындарын юғалтҡан кешеләрҙе илап эс бушатыуҙан тыйыу урынһыҙ тип һанайым. Башҡаларға: „Ярай инде, илама“, — тип әйтеүе еңел, әммә был һүҙҙәр бер нисек тә ярҙам итмәй».

Ҡайһы берәүҙәр үҙҙәрен нисек тота

Ҡайһы берәүҙәр, яҡындары үлгәс, үҙҙәрен нисек тота? Хуанита исемле бер әсәнең биш тапҡыр балаһы төшкән. Унан һуң ҡабат ауырға ҡалғас, ул аварияға юлығып хәстәханаға эләккән. Ул бик ныҡ борсолған. Ике аҙна үткәс, ваҡытынан алда уны тулғаҡ тота башлаған һәм бәләкәс кенә, туғыҙ йөҙ грамлыҡ ҡына, Ванесса тыуған. Хуанита: «Мин шул тиклем бәхетле инем. Ниһайәт, мин әсәй булдым!» — тип иҫенә төшөрә.

Әммә уның бәхете оҙаҡҡа һуҙылмаған: дүрт көндән һуң Ванесса үлгән. «Күңелемдә шундай бушлыҡ ине. Мин, әсәй булдым ғына тигәндә, ҡабат баламды юғалттым. Йөрәгем әрней ине, үҙемде кәмселекле кеше итеп тойҙом. Өйгә, Ванесса өсөн әҙерләнгән бүлмәгә ҡайтып, уға алынған бәпес кейемдәрен күреү айырыуса ауыр булды. Бер нисә ай мин уның тыуған сағы тураһындағы иҫтәлектәр менән генә йәшәнем. Бер кемде лә күргем килмәй ине», — тип иҫенә төшөрә Хуанита.

Хуанита был юғалтыуҙы сиктән тыш ауыр кисергән тип әйтеп буламы? Күптәргә шулай булып күренһә лә, Хуанита хәлендә ҡалған кешеләр, балабыҙ оҙаҡ йәшәмәһә лә, бергә ғүмер иткән кешебеҙҙе юғалтҡандай иланыҡ, тип аңлаталар. Улар әйтеүенсә, ата-әсә баланы тыуғансы уҡ ярата башлай. Әсәй менән бала араһында үҙенә күрә айырым бер бәйләнеш тыуа. Шуға күрә уның өсөн сабый үлеме ҡабатланмаҫ шәхестең китеүенә тиң. Башҡаларға шуны аңларға кәрәк.

Асыу һәм ғәйеп тойғоһо

Башҡа бер әсәнең улы тыумыштан йөрәк ауырыуы менән яфаланған һәм алты йәшендә ҡапыл ғына үлеп киткән. Үҙ тойғоларын ул бындай һүҙҙәр менән аңлата: «Ул ваҡытта мин төрлө хистәр кисерҙем: тәүҙә ышана алмай ҡатып ҡалдым, үҙемде ғәйепләнем, унан һуң, баланың хәле ни тиклем ауыр икәнлеген аңлап еткермәгәнһегеҙ, тип ирем менән табипты ғәйепләй башланым, уларға асыуландым».

Ҡайһы саҡта кешеләр ҡайғырыуҙарын асыуланып күрһәтә. Улар, табиптар менән шәфҡәт туташтары ҡарап еткермәгән, тип асыуланырға мөмкин. Йәиһә улар, туғандар менән дуҫтар дөрөҫ әйтмәй һәм дөрөҫ эшләмәй, тип зарлана ала. Һаулығын ҡайғыртманы, тип мәрхүм булған яҡынына асыуланған кешеләр ҙә бар. Стелла былай тип иҫенә төшөрә: «Иремә ныҡ асыулана инем, сөнки, минеңсә, барыһы башҡаса була алыр ине. Эйе, ул ҡаты ауырыны, әммә шулай ҙа табиптарҙың киҫәтеүҙәренә һис тә ҡолаҡ һалманы». Ә ҡайһы берәүҙәр мәрхүмгә, уның үлеме күп матди ауырлыҡтар һәм бала мәшәҡәттәре өҫтәне, тип үпкәләргә мөмкин.

Ҡайһы бер кешеләргә асыуланғандары өсөн оят, улар тыуған хистәре арҡаһында көйөнәләр. Башҡалар яҡындарының үлемендә үҙҙәрен ғәйепләй. «Мин уны табипҡа алдараҡ алып барған булһам», «мин уны башҡа табипҡа күрһәткән булһам» йәки «мин уны үҙ һаулығын ҡайғыртырға дәртләндергән булһам, ул үлмәҫ ине», — тип уйлай улар.

Бер ҡатын үҙ балаһы менән ҡосаҡлашыуҙарын иҫенә төшөрә

Бала үлеме күңелдә тәрән яра ҡалдыра, шуға күрә ата-әсәнең хәленә инеп, кәрәкле ярҙам күрһәтеү бик мөһим

Башҡалар иһә, айырыуса үлем көтмәгәндә килһә, тағы ла нығыраҡ ғазаплана. Улар мәрхүмгә асыуланған ваҡыттарын йәки уның менән бәхәсләшкәндәрен иҫтәренә төшөрә башлай. Йәиһә улар, яҡыныма ҡулдан килгәнсә ярҙам итә алманым, тип үҙ-үҙҙәрен бөтөрә.

Күп әсәләр балаларын юҡһынып оҙаҡ ваҡыт ҡайғыра. Бала үлеме ата-әсәнең, айырыуса әсәй кешенең, тормошонда юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырғанын белгестәр ҙә раҫлай.

Тормош иптәшенең үлеме

Тормош иптәшенең үлеме, бигерәк тә ир менән ҡатын күп ваҡыттарын бергә үткәргән булһа, тәрән күңел яраһы ҡалдыра. Бергәләп эшләү, юл йөрөү һәм ял итеүҙәр хәҙер инде юҡ, элек таяныс булған кеше лә юҡ.

Юнис исемле ҡатын ире инфарктан үлгәндән һуң кисергән тойғолары тураһында былай ти: «Беренсе аҙнала мин ҡаушап ҡалдым, эсемдә бөтә нәмә ҡатҡан кеүек булды, мин хатта еҫтәрҙе һәм ризыҡтың тәмен дә һиҙмәй инем. Шулай ҙа мин барыһын да аңлай инем. Табиптар иремә дарыуҙар һәм төрлө аппараттар менән ярҙам итергә тырышҡанда, мин гел уның янында булдым, шуға күрә үҙ-үҙемде ирем үлмәне тип ышандырманым. Әммә көсһөҙлөгөмдән йәнем әрнене, әйтерһең дә, мин упҡынға осоп барған машинаны күрә тороп та, бер нәмә эшләй алмағанмын».

Юнис илағанмы? Ул былай тип әйтә: «Эйе, бигерәк тә ҡайғы уртаҡлашыу өсөн яҙылған йөҙләгән открытканы уҡығанда иланым. Уларҙың һәр береһен күҙ йәштәрен түгеп уҡыным. Открыткалар миңә һәр көндөң аҙағынаса йәшәргә көс бирҙе. Ләкин кешеләр хәлемде һорашҡанда, нимә тип яуап бирергә лә белмәй инем. Әлбиттә, миңә бик ауыр ине».

Юнис был ҡайғыны нисек кисерә алған? «Мин аңһыҙ рәүештә эстән генә, артабан йәшәргә кәрәк, тип ҡарар иттем. Шулай ҙа тормошто шул тиклем яратҡан иремдең шатланып йәшәй алмағанын күҙ алдыма килтереү миңә һаман да ауыр», — ти Юнис.

«Һәр кеше ҡайғыны үҙенсә кисерә»

Бер китаптың авторҙары бындай кәңәш бирә: «Башҡалар һеҙгә нимә хис итергә һәм нисек эш итергә өйрәтеп торһа ла, уларҙың һүҙҙәрен йөрәгегеҙгә яҡын алмағыҙ. Һәр кеше ҡайғыны үҙенсә кисерә. Тирә-яҡтағылар һеҙ сиктән тыш ныҡ йәки аҙ ҡайғыраһығыҙ тип уйларға һәм бының тураһында хатта һеҙгә әйтергә мөмкин. Уларҙы кисерегеҙ һәм әйткәндәрен онотоғоҙ. Янығыҙҙағы кешеләр йәки бөтә йәмғиәт уйлап сығарған ҡалыптарға һыйырға тырышып, һеҙ күңелегеҙ һауығыуына ҡамасаулайһығыҙ» («Leavetaking—When and How to Say Goodbye»).

Әлбиттә, төрлө кешеләрҙең кисерештәре лә төрлө. Беҙ ҡайғы кисереүҙең ниндәйҙер төрө яҡшыраҡ тип әйтергә теләмәйбеҙ. Ләкин хәл үҙгәрмәһә һәм кеше яңы шарттарға күнегә алмаһа, ҡурҡыныс янарға мөмкин. Ул саҡта, бәлки, яҡын дуҫтарҙың ярҙамы кәрәк булыр. Изге Яҙмала: «Ысын дуҫтың яратыуы һис ҡасан һүрелмәй, бәхетһеҙлеккә осрағанда уға ҡәрҙәшеңә таянғандай таянып була», — тип әйтелә (Ғибрәтле һүҙҙәр 17:17). Шуға күрә ярҙам эҙләргә, күңел бушатырға һәм иларға ҡурҡмағыҙ.

Яҡыныңды юғалтыу арҡаһында бойоғоу — тәбиғи хәл. Башҡа кешеләр ҡайғырыуығыҙҙы күрһә, бер насарлыҡ та юҡ. Әммә тағы шундай һорауҙар тыуа: «Артабан нисек йәшәргә? Үҙемде ғәйепле тойоу һәм асыуланыу дөрөҫмө? Был хистәрҙе нисек еңергә? Юғалтыу ҡайғыһын нисек кисерергә?» Киләһе бүлектә ошо һәм башҡа һорауҙарға яуап бирелә.

a Ҡайһы бер йолалар буйынса, ҡайғы килгәндә кешеләр, башҡалар күрһен тип, булған хистәрен арттырып күрһәтә. Шундай осраҡтарҙа ҡулланырлыҡ принципты Ғайса пәйғәмбәр былай тип аңлатҡан: «Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде» (Матфей 6:16). Башҡа йолаларҙа, үлгәндән һуң кешенең ниндәйҙер өлөшө йәшәүен дауам итә, тигән ышаныу сағыла. Ләкин Изге Яҙмала: «Үлеләр бер нәмә лә белмәй», — тип әйтелгән (Вәғәзсе 9:5). Был йолалар Алла Һүҙенә ҡаршы килгәнгә күрә, Йәһүә шаһиттары уларҙың береһен дә тотмай.

Уйланыр өсөн һорауҙар

  • Төрлө халыҡтарҙа ҡайғырыуҙы нисек күрһәтәләр?

  • Изге Яҙмала ҡайғырыуҙарын йәшермәгән ниндәй кешеләрҙең миҫалдары бар?

  • Ҡайһы берәүҙәр үлем хәбәрен нисек ҡабул итә? Ә һеҙ ундай осраҡта нимә хис иттегеҙ?

  • Ни өсөн тормош иптәшенең үлемен кисереү айырыуса ауыр?

  • Йән ғазаптары нисек үтә? Ҡайғырыуҙан оялырға кәрәкме?

  • Ҡайғырғанда нимәләр булғылай? (9-сы биттәге рамканы ҡарағыҙ.)

  • Ни өсөн һау булып күренгән баланың ҡапыл үлеүен ата-әсә үтә ауыр кисерә? (12-се биттәге рамканы ҡарағыҙ.)

  • Бала төшөү һәм үле бала тыуыу күп әсәләргә нисек тәьҫир итә? (10-сы биттәге рамканы ҡарағыҙ.)

Ҡайғы кисереү

Ҡайғы кисереү ниндәйҙер бер расписание йәки билдәләнгән программа буйынса бармай. Ауыр кисерештәр бер-береһенә өҫтәлергә һәм дауамлығы менән айырылып торорға мөмкин. Һәр кеше үҙенсә ҡайғыра һәм төрлө хистәр кисерә. Түбәндә уларҙың ҡайһы берҙәре килтерелә.

Беренсе кисерештәр: башта — шаңҡыу, ышанмау, булған хәлде кире ҡағыу, ҡаушап ҡалыу, ғәйеп тойғоһо, асыуланыу.

Киҫкен кисерештәрҙең була алған симптомдары: хәтер юғалтыу һәм йоҡлай алмау; хәлһеҙлек; кәйефтең тиҙ үҙгәреп тороуы; яңылыш фекер йөрөтөү; ярһып илау; аппетит боҙолоуҙан ябығыу йәки таҙарыу; һаулыҡтың насарланыуы; һүлпәнәйеү; эшкә һәләтлелектең кәмеүе; үлгән кешене һиҙгән, күргән һәм ишеткән кеүек тойолоу; бала үлһә, тормош иптәшен сәбәпһеҙ ғәйепләү.

Ҡайғыға күнегә башлау осоро: мәрхүмде юҡһынып һағышланыу; уның менән бәйле шатлыҡлы, ҡайһы берҙә хатта көлкөлө саҡтарҙы иҫкә алыу.

Бала төшөү йәки үле бала тыуыу — әсә өсөн ҡайғы

Монна исемле ҡатындың балалары булһа ла, ул тыуасаҡ балаһын түҙемһеҙлек менән көткән. Сабый әле тыуғансы, Монна уның менән уйнаған, һөйләшкән һәм уның тураһында хыялланған.

Әсә менән ҡарындағы бала араһында бик тиҙ тығыҙ бәйләнеш тыуа. Монна былай ти: «Ҡарынымдағы сабыйым Рэйчел Энн ҡорһағым өҫтөндә ятҡан китапты тибеп төшөрә ине, ә төндәрен йоҡларға ирек бирмәне. Мин уның еңелсә генә төртөп алыуҙарын һаман да иҫләйем, улар шундай наҙлы ине. Уның һәр хәрәкәтенән мине аңлатып бөтөргөһөҙ һөйөү хистәре солғап ала торғайны. Мин баламды шул тиклем яҡшы белә инем, хатта ул сирләһә йә берәй ере ауыртһа, быны һиҙә инем».

Монна былай тип дауам итә: «Табип миңә аҙаҡҡы сиккә тиклем ышанырға теләмәне. Ул мине борсолмаҫҡа күндерә ине. Әммә мин баламдың үлеп барғанын һиҙә инем кеүек. Ул бер мәл ҡапыл әйләнеп ятты, ә иртәгәһенә инде үле ине».

Монна менән булған хәл һирәк осрағандарҙан түгел. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, бөтә донъя буйынса ауырға ҡалған ҡатындарҙың 10—20 процентының балаһы төшә. Был һандар йыл һайын миллионлаған бала төшкәнен күрһәтә.

Бала төшөү йә үле бала тыуҙырыу ҡатын кеше өсөн онотолмаҫлыҡ фажиғә икәнен башҡалар ғәҙәттә аңлап еткермәй. Мәҫәлән, инде илле йәштән уҙған Вероника балаһы төшкән бөтә осраҡтарҙы, айырыуса үле бала тыуҙырғанын иҫендә тота. Уның алты килограмға еткән был сабыйы йөклөлөктөң туғыҙынсы айында әле иҫән булған. Тыуырға ике аҙна ҡалғас, ул үлгән. «Әсә өсөн үле бала тыуҙырыуҙың нимә икәнен һүҙ менән генә аңлатып булмай шул», — ти Вероника.

Ҡайһы ваҡыт хатта башҡа ҡатын-ҡыҙҙар ҙа был әсәләрҙең хистәрен аңламай. Үткәндә балаһы төшкән бер ҡатын былай ти: «Элек әхирәттәрем кисергәнде үҙем аша үткәргәс, уларҙы бөтөнләй аңламағанымды белдем. Мин уларға ҡарата шундай вайымһыҙ һәм иғтибарһыҙ булғанмын. Хәҙер башҡалар миңә шулай булып күренә».

Ҡайғырған ир менән ҡатын бер-береһен ҡосаҡлап тора

Ҡайғырған әсә ирем юғалтыуҙы ауыр кисермәй тип уйлаһа, ҡыйынлыҡтар тыуырға мөмкин. Бер ҡатын былай тип аңлата: «Ул ваҡытта иремдән күңелем ҡайтты. Уның өсөн барыбер кеүек ине. Мин кисергән ҡайғыны ул аңлай алманы. Ул ҡайғыма ҡарағанда ҡурҡыуҙарыма күберәк ҡыҙғаныу күрһәтте».

Бәлки, ирҙең үҙен шулай тотоуы тәбиғиҙер, сөнки ул, йөклө әсә һымаҡ, ҡарындағы бала менән физик һәм эмоциональ бәйләнеште һиҙмәй. Ләкин ул да юғалтыуҙы үҙенсә кисерә. Ир менән ҡатын төрлөсә ҡайғырһа ла, уларға бер-береһенең хистәрен белеү бик мөһим. Улар үҙ кисерештәрен бер-береһе менән уртаҡлашырға тейеш. Әгәр ир ҡайғырыуын йәшерһә, ҡатын уны ҡаты күңелле кеше тип һанай башларға мөмкин. Шуға күрә күңел бушатып иларға оялмағыҙ, бер-берегеҙҙе ҡосаҡлап йыуатығыҙ. Бер-берегеҙгә мохтаж булыуығыҙҙы күрһәтегеҙ. Ирҙәр, ҡайғы уртаҡлашыуығыҙҙы күрһәтергә оялмағыҙ.

Баланың ҡапыл үлеүе. Ҡайғыны нисек кисерергә?

Баланың ҡапыл үлеүе — ысындан да ҡот осҡос ҡайғы. Һау-сәләмәт булып күренгән бала бер ваҡыт уянмай. Бала ата-әсәһенән алдараҡ үлер тигән уй кемдең башына килһен инде? Эйе, был һис көтөлмәгән хәл! Әсәһе сикһеҙ яратҡан бала кинәт уның сикһеҙ хәсрәтенә әйләнә.

Ата-әсәне ғәйеп тойғоһо ғазаплай башлай. Ҡайһы берҙә улар, нимәнелер ҡарап еткермәгәнбеҙ, тип баланың үлеме өсөн үҙҙәрен яуаплы һанай. Улар үҙ-үҙҙәренән: «Нисек балабыҙҙы үлемдән һаҡлай алманыҡ?» — тип һорайb. Ҡайһы саҡта ир, үҙе лә һиҙмәйенсә, һис бер нигеҙһеҙ ҡатынын ғәйепләй башларға мөмкин. Ул эшкә киткәндә, бала иҫән-һау ине, ә эштән ҡайтыуына карауатында үлеп ята! Ҡатыны ҡайҙа ҡараған? Был ваҡытта ул ҡайҙа булған? Ир менән ҡатындың мөнәсәбәттәре боҙолоп китмәһен өсөн, ошо үкендергес һорауҙарға аныҡ яуап алырға кәрәк.

Фажиғә көтмәгән, уйламаған хәлдәр арҡаһында була. Изге Яҙмала былай тиелә: «Мин ҡояш аҫтында шуны ла күрҙем: һәр ваҡытта ла йүгерештә — етеҙҙәр, ә һуғышта көслөләр еңмәй, һәр саҡта ла аҡыллыларҙа — икмәк, зирәктәрҙә байлыҡ булмай, һәм һәр мәлдә лә белемле кешеләр уңышҡа ирешмәй, сөнки уларҙың һәммәһе лә көтөлмәгән ваҡытта осраҡлы хәлгә эләгә» (Вәғәзсе 9:11).

Ғаиләлә бала үлһә, тирә-яҡтағылар нисек ярҙам итә ала? Шундай юғалтыу кисергән бер әсә былай ти: «Бер әхирәтем килде лә, бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, өйөмдө йыйыштырҙы. Башҡалары беҙгә ашарға бешерҙе. Ҡайһы берҙәре иһә мине ҡосаҡланы, һүҙһеҙ генә ҡосаҡлап алды. Минең был турала һөйләшкем килмәне. Булған хәлде йөҙ ҡат аңлатырға теләмәй инем. Миңә бөтмәҫ һорашыуҙар һис тә кәрәкмәй ине. Әллә мин нимәнелер дөрөҫ эшләмәнемме?! Мин — әсә; әлбиттә, балаҡайымды ҡотҡарып ҡалыр өсөн мин һис шикһеҙ барыһын эшләр инем».

b Ғәҙәттә 1—6 айлыҡ сәләмәт балаларҙың бер сәбәпһеҙ кинәт үлеү осраҡтарын «һау булып күренгән баланың ҡапыл үлеү синдромы» тип атайҙар. Баланы йоҡлатҡанда, уны эсенә түгел, ә арҡаһына йәки ҡырын ятҡырып һалһаң, ҡай саҡ уны бындай үлемдән һаҡлап була тип һанала. Әммә, баланы дөрөҫ ятҡырып ҡына, ҡапыл үлеү синдромының бөтә осраҡтарынан һаҡланып булмай.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу