Тоғро ағай-ҡәрҙәштәргә ҙурыраҡ яуаплылыҡ тапшырығыҙ
«Ишеткәндәреңде башҡаларҙы ла өйрәтерлек ышаныслы кешеләргә ышанып тапшыр» (2 ТИМ. 2:2).
1, 2. Күп кешеләр үҙ эштәренә нисек ҡарай?
КЕШЕЛӘР йыш ҡына үҙҙәрен эшләгән урыны йә дәрәжәһе буйынса баһалай. Был уларҙың үҙ-үҙҙәрен ни тиклем хөрмәт итеүенә тәьҫир итә. Ҡайһы бер мәҙәниәттәрҙә танышҡан саҡта кешеләр хатта бер-береһенән: «Ҡайҙа эшләйһегеҙ?» — тип һорай.
2 Ҡайһы берҙә Изге Яҙмала, кешеләр тураһында әйтелгәндә, уларҙың һөнәре лә иҫкә алына. Мәҫәлән, унда «һалым йыйыусы Матфей», «күн оҫтаһы Симон» һәм «ҡәҙерле табип Лука» хаҡында һөйләнелә (Матф. 10:3; Ғәм. 10:6; Кол. 4:14). Ә кемдер Йәһүәнән алған хөрмәтле вазифалары менән билдәле булған. Шулай итеп, Изге Яҙмала Дауыт батша, Ильяс пәйғәмбәр һәм илсе Павел хаҡында әйтелә. Улар Алла тарафынан бирелгән вазифаларын бик ҡәҙерләгән. Беҙгә лә Алла ойошмаһында алған вазифаларыбыҙҙы ҡәҙерләргә кәрәк.
3. Ни өсөн олораҡ ағай-ҡәрҙәштәргә йәшерәктәрҙе өйрәтергә кәрәк? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)
3 Күбебеҙгә хөрмәтле вазифаларыбыҙҙы үтәү бик оҡшай, һәм беҙ уларҙы артабан да үтәргә теләр инек. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Әҙәм көндәренән алып кешеләр ҡартая һәм бер быуын икенсеһен алмаштыра (Вәғ. 1:4). Беҙҙең көндәрҙә мәсихселәрҙең быға бәйле үҙенсәлекле ауырлыҡтары тыуа. Йәһүә халҡы башҡарған эш үҙенең күләме һәм ҡатмарлылығы менән таң ҡалдыра. Яңы проекттар башлар өсөн яңы ысулдар үҙләштерергә кәрәк, ә бының өсөн йыш ҡына даими үҙгәреп торған технологиялар ҡулланыу талап ителә. Ҡайһы бер олоғайған мәсихселәргә шундай үҙгәрештәр артынан өлгөрөү еңел түгел (Лука 5:39). Улай булмаған хәлдә лә, барыбер йәшерәк ҡәрҙәштәрҙең көс-ҡеүәте күберәк (Ғиб. һүз. 20:29). Шуның өсөн олораҡ ағай-ҡәрҙәштәргә йәшерәктәрҙе өҫтәмә вазифалар алыуға әҙерләргә кәрәк, шулай итеп улар зирәклек һәм яратыу сағылдырыр. (Зәбур 71:18-ҙе уҡығыҙa.)
4. Ни өсөн ҡайһы берәүҙәргә үҙ вазифаларын башҡаларға тапшырыуы ауыр? («Ни өсөн ҡайһы берәүҙәр үҙ вазифаларын башҡаларға тапшырмай?» тигән рамканы ҡарағыҙ.)
4 Хакимлыҡҡа эйә булғандарға үҙ вазифалырын йәшерәктәргә тапшырыу еңел булмаҫҡа мөмкин. Ҡайһы берәүҙәр яратҡан билдәләнеүен юғалтырға ҡурҡа. Кемдер, бар эштәрҙе контроль аҫтында тота алмаҫмын йә йәштәр эште яҡшы башҡара алмаҫ, тип борсола. Башҡалар иһә, кемделер өйрәтер өсөн ваҡытым юҡ, тип уйларға мөмкин. Икенсе яҡтан, йәш ағай-ҡәрҙәштәр, әлегә яуаплы вазифалары булмаһа, сабыр булырға тейеш.
5. Был мәҡәләлә ниндәй һорауҙар ҡараласаҡ?
5 Был мәҡәләлә беҙ ике мөһим һорауҙы ҡарап сығырбыҙ. Беренсенән, олораҡ ағай-ҡәрҙәштәр йәшерәктәргә үҙ өҫтөнә ҙурыраҡ яуаплылыҡ алырға нисек ярҙам итә ала, һәм ни өсөн шундай ярҙам мөһим? (2 Тим. 2:2) Икенсенән, ни өсөн йәштәргә, тәжрибәлерәк ағай-ҡәрҙәштәргә ярҙам иткәндә һәм уларҙан өйрәнгәндә, дөрөҫ ҡараш һаҡларға кәрәк? Тәүҙә, әйҙәгеҙ, Дауыт батшаның үҙ улын яуаплы бер эшкә нисек әҙерләгәнен ҡарап сығайыҡ.
ДАУЫТ СӨЛӘЙМӘНДЕ НЫҒЫТҠАН ҺӘМ УҒА ЯРҘАМ ИТКӘН
6. Дауыт нимә эшләргә теләгән, һәм Йәһүә ниндәй яуап ҡайтарған?
6 Йылдар буйы эҙәрләүҙән йәшеренеп йөрөгәндән һуң, Дауыт батша булып киткән һәм ҙур матур йортта йәшәй башлаған. Ул, Израилдә Йәһүәгә бағышланған йорт, йәғни ғибәҙәтхана булмауы арҡаһында борсолоп, шундай бина төҙөргә булған. Дауыт Натан пәйғәмбәргә былай тигән: «Мин үҙем эрбет ағасынан һалынған йортта йәшәйем, ә Йәһүәнең килешеү һандығы сатырҙа тора». Натан: «Бар, күңелең теләгәнсә эшлә, сөнки Алла һинең менән», — тип яуаплаған. Әммә Йәһүә башҡаса уйлаған. Ул Натан аша Дауытҡа: «Мин торасаҡ йортто һин һалмаясаҡһың», — тигән. Алла Дауытты, һине артабан да фатихалаясаҡмын, тип ышандырһа ла, ғибәҙәтхананы Сөләймән төҙөйәсәк, тигән. Дауыт быға нисек ҡараған? (1 Йыл. 17:1—4, 8, 11, 12; 29:1)
7. Дауыт Йәһүәнең күрһәтмәләрен нисек ҡабул иткән?
7 Дауыт, ғибәҙәтхана төҙөгән өсөн дан миңә булмағас, мин был эшкә булышлыҡ итмәйәсәкмен, тип уйламаған. Билдәле булғанса, аҙаҡтан был мөһабәт бинаны Дауыттың түгел, ә Сөләймәндең ғибәҙәтханаһы тип атағандар. Бәлки, Дауыт теләге тормошҡа ашмағанға бойоҡҡандыр, әммә ул, быға ҡарамаҫтан, төҙөлөшкә әүҙем булышлыҡ иткән. Ул эшселәр йыйған, шулай уҡ тимер, баҡыр, көмөш, алтын туплаған һәм эрбет бүрәнәләр әҙерләгән. Унан һуң Дауыт Сөләймәнде бындай һүҙҙәр менән дәртләндергән: «Хәҙер иһә, улым, Йәһүә һинең менән булһын. Һин уңышлы булырһың һәм Йәһүә Аллаңа йорт төҙөрһөң, сөнки ул үҙе һинең турала шулай тигән ине» (1 Йыл. 22:11, 14—16).
8. Ни өсөн Дауыт, Сөләймәнгә белем һәм тәжрибә етмәй, тип уйлай алған? Һәм ул нимә эшләгән?
8 1 Йылъяҙма 22:5-те уҡығыҙb. Дауыт, Сөләймәндең был етди эште башҡарып сығыр өсөн белеме һәм тәжрибәһе етерлек түгел, тип уйлай алған. Сөнки ғибәҙәтхана «ғәйәт мөһабәт» булырға тейеш булған, ә Сөләймән ул ваҡытта «йәш һәм тәжрибәһеҙ» булған. Әммә Дауыт Йәһүәнең Сөләймәнгә был йөкләмәне үтәргә ярҙам итәсәген белгән. Шуға күрә Дауыт бөтә иғтибарын үҙ сиратында нисек ярҙам итә алыуына туплаған: ифрат ҙур күләмдә төҙөлөш өсөн кәрәкле материалдар әҙерләгән.
БАШҠАЛАРҘЫ ӨЙРӘТЕҮҘӘН ШАТЛЫҠ ТАБЫҒЫҘ
Йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәрҙең үҙ өҫтөнә өҫтәмә вазифалар алыуын күреү бик шатлыҡлы (9-сы абзацты ҡарағыҙ.)
9. Олораҡ ағай-ҡәрҙәштәр үҙ вазифаларын башҡаларға тапшырыуҙан нисек ҡәнәғәтлек таба ала? Миҫал килтерегеҙ.
9 Олораҡ ағай-ҡәрҙәштәр, вазифаларҙы йәшерәктәргә тапшырырға кәрәк булғанда, бойоғорға тейеш түгел. Сөнки йәш ағай-ҡәрҙәштәр үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға өйрәтелгәндә, был барыһына ла бик ҙур файҙа килтерә. Яуаплы ир-аттар үҙҙәре өйрәткән йәш ағай-ҡәрҙәштәрҙең, кәрәкле тәжрибә туплап, яуаплы вазифалар үтәүен күреп ҙур ҡәнәғәтлек кисерергә тейеш. Миҫал өсөн, улы машина йөрөтөргә өйрәнгән атай тураһында уйланайыҡ. Бала сағында улы атаһын күҙәтә генә. Улы үҫә төшкәс, атаһы уға машинаны йөрөткән саҡта быны нисек эшләгәнен аңлата башлай. Ә, балиғ булып, водитель праваһы алғас, улы үҙе руль артына ултыра, һәм атаһы үҙ тәжрибәһе менән бүлешеүен дауам итә. Тәүҙә улар машинаны сиратлашып йөрөтә, әммә атаһы олоғайған һайын, руль артына улы йышыраҡ ултыра башлай. Аҡыллы атай быға шатлана һәм улын контроль аҫтында тотоуҙы кәрәк тип һанамай. Шуның шикелле, олораҡ ағай-ҡәрҙәштәр йәшерәктәрҙе теократик вазифалар үтәргә өйрәтә алғандары менән ғорурлана.
10. Муса данға һәм хакимлыҡҡа нисек ҡараған?
10 Олораҡ мәсихселәр көнсөллөк тойғоһона бирелеүҙән һаҡланырға тейеш. Муса, Израиль лагерендә ҡайһы бер ирҙәрҙең үҙҙәрен пәйғәмбәр кеүек тота башлағаны хаҡында ишеткәс, быға нисек ҡараған? (Һандар 11:24—29-ҙы уҡығыҙc.) Мусаның ярҙамсыһы Ешуа уларҙы туҡтатырға теләгән. Ул, күрәһең, был кешеләр Мусаның абруйын төшөрә һәм хакимлығын ҡаҡшата, тип уйлаған. Әммә Муса уға былай тигән: «Әллә һин минең өсөн борсолаһыңмы? Кәрәкмәй, мин Йәһүәнең бөтә халҡының пәйғәмбәрҙәр булыуын һәм Йәһүәнең үҙ рухын уларға биреүен теләр инем!» Муса был хәлдәрҙә Йәһүәнең ҡулын күргән. Үҙенә дан эҙләү урынына, ул Йәһүәнең бөтә хеҙмәтселәренең дә шундай уҡ рухи бүләктәр алыуын теләгән. Муса кеүек, беҙ ҙә үҙебеҙгә бирелә алған вазифалар башҡаларға бирелгәндә ҡыуанмайбыҙмы ни?
11. Бер ағай-ҡәрҙәш вазифаларҙы башҡаларға тапшырыу тураһында нимә әйткән?
11 Күп ағай-ҡәрҙәштәр тиҫтәләгән йылдар буйына, көстәрен йәлләмәйенсә, Йәһүәгә хеҙмәт иткән һәм башҡаларҙы үҙ өҫтөнә ҙурыраҡ яуаплылыҡ алырға өйрәткән. Мәҫәлән, Питер исемле ағай-ҡәрҙәш 74 йылдан ашыу тулы ваҡытлы хеҙмәттә ҡатнашҡан, шул иҫәптән 35 йыл Европалағы бер филиалда хеҙмәт иткән. Ошо ваҡытҡа тиклем ул Хеҙмәт бүлегенең күҙәтеүсеһе булған. Хәҙер иһә Питерҙың вазифаларын уның менән бер нисә йыл хеҙмәттәшлек иткән Пол исемле йәшерәк ағай-ҡәрҙәш үтәй. Был үҙгәрештәргә нисек ҡарайһың, тигән һорауға Питер былай тип яуаплаған: «Үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ алырға өйрәтелгән һәм вазифаларын яҡшы үтәгән ағай-ҡәрҙәштәрҙең булыуы мине бик шатландыра».
ОЛОРАҠ ҺӘМ ТӘЖРИБӘЛЕРӘК ҠӘРҘӘШТӘРҘЕ ҠӘҘЕРЛӘГЕҘ
12. Ровоамдың миҫалы беҙҙе нимәгә өйрәтә ала?
12 Сөләймән үлгәс, батша тәхетенә уның улы Ровоам ултырған. Ровоамға үҙ вазифаларын үтәр өсөн кәңәш кәрәк булғанда, ул тәүҙә өлкәндәргә мөрәжәғәт иткән. Әммә Ровоам, уларҙың кәңәшен кире ҡағып, үҙе менән бергә үҫкән һәм үҙенә хеҙмәт иткән йәшерәк ир-аттар менән кәңәшләшкән. Бының эҙемтәләре бик аяныслы булған (2 Йыл. 10:6—11, 19). Был беҙҙе нимәгә өйрәтә? Олораҡ һәм тәжрибәлерәк ҡәрҙәштәрҙән кәңәш һорау һәм уларҙың кәңәштәре хаҡында төптән уйланыу аҡыллы булыр. Йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәр, тапшырылған йөкләмәләрҙе тап быға тиклем үтәлгән кеүек үтәргә кәрәк, тип уйларға бурыслы түгел. Әммә шул уҡ ваҡытта улар олораҡ ҡәрҙәштәрҙең кәңәштәрен кире ҡағырға ашыҡмаҫҡа тейеш.
13. Ағай-ҡәрҙәштәр олораҡтар менән нисек хеҙмәттәшлек итергә тейеш?
13 Ҡайһы бер оло йәштәге ҡәрҙәштәр йәшерәк ҡәрҙәштәрҙең күҙәтеүе аҫтында хеҙмәт итә. Йәшерәктәргә, хөрмәтле вазифаларға эйә булыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡарарҙар ҡабул итер алдынан зирәк һәм тәжрибәле ағай-ҡәрҙәштәрҙең кәңәшенә ҡолаҡ һалырға кәрәк. Питер урынына Хеҙмәт бүлегенең күҙәтеүсеһе итеп билдәләнгән Пол исемле ағай-ҡәрҙәш бына нимә ти: «Мин Питерҙың фекерен белер өсөн гел дә ваҡыт табырға тырыштым һәм хеҙмәттәштәремде лә быға дәртләндерҙем».
14. Павел менән Тимофейҙың хеҙмәттәшлеге беҙҙе нимәгә өйрәтә?
14 Әйҙәгеҙ, Тимофейҙың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Күп йылдар дауамында ул үҙенән күпкә олораҡ булған илсе Павел менән хеҙмәт иткән. (Филиптарға 2:20—22-не уҡығыҙ.) Павел Коринфтағы мәсихселәргә былай тип яҙған: «Һеҙгә Тимофейҙы ебәрҙем. Раббыла ул минең ҡәҙерле улым һәм мин уға таяна алам. Ул һеҙгә Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүешем хаҡында иҫегеҙгә төшөрөр. Һәр ерҙә, һәр берҙәмлектә мин ошолар тураһында өйрәтәм» (1 Кор. 4:17). Был һүҙҙәрҙән күренеүенсә, Павел менән Тимофей тығыҙ хеҙмәттәшлек иткән. Павел Тимофейҙы «Ғайса Мәсихкә эйәреп йәшәү рәүеше[нә]», йәғни Мәсих шәкерте булараҡ ҡулланған ысулдарына өйрәткән. Тимофей бик тырыш уҡыусы булған, һәм Павел уны яратҡан. Ул Тимофейҙың Коринфтағы ҡәрҙәштәрҙең рухи ихтыяждары хаҡында ҡайғырта аласағына бер ҙә шикләнмәгән. Павел беҙҙең көндәрҙә ағай-ҡәрҙәштәрҙе йыйылышта яуаплылыҡ алырға өйрәткән өлкәндәр өсөн яҡшы өлгө булып тора.
ҺӘР КЕМ ӨЛӨШ ИНДЕРӘ АЛА
15. Үҙгәрештәр менән осрашҡанда, Павелдың Римдағы мәсихселәргә биргән кәңәше беҙгә нисек ярҙам итә ала?
15 Беҙ ғәжәп осорҙа йәшәйбеҙ. Йәһүә ойошмаһының ерҙәге өлөшө бик тиҙ үҫә бара, ә ундай үҫеш һәр ваҡыт үҙгәрештәр менән бәйле. Был үҙгәрештәр беҙгә ҡағылһа, әйҙәгеҙ, баҫалҡылыҡ сағылдырып, беренсе сиратта үҙебеҙ тураһында түгел, ә Йәһүәнең ихтыяры хаҡында уйлайыҡ. Был берҙәмлегебеҙҙе нығыта. Павел Римдағы мәсихселәргә былай тип яҙған: «Һәр берегеҙгә әйтәм: үҙегеҙ тураһында тейешенән юғарыраҡ фекерҙә булмайынса, һәр кемегеҙ Алла биргән иман миҡдарынан сығып айыҡ фекер йөрөтөгөҙ. Тәнебеҙҙә ағзалар күп, бөтөн ағзалар ҙа бер үк эш башҡармаған кеүек, беҙ ҙә, күп булһаҡ та, Мәсихтә бер тән тәшкил итәбеҙ» (Рим. 12:3—5).
16. Оло һәм йәш ағай-ҡәрҙәштәр, шулай уҡ уларҙың ҡатындары йыйылыштағы тыныслыҡҡа һәм берҙәмлеккә өлөш индерер өсөн нимә эшләй ала?
16 Шарттарыбыҙ ниндәй генә булһа ла, әйҙәгеҙ, Батшалыҡ эше алға барһын өсөн, бар тырышлығыбыҙҙы һалайыҡ. Ололар, йәштәрҙе үҙегеҙ башҡарған вазифаларҙы үтәргә өйрәтегеҙ. Йәшерәк ағай-ҡәрҙәштәр, баҫалҡылыҡ сағылдырып һәм олораҡ ҡәрҙәштәрҙе ихтирам итеп, үҙ өҫтөгөҙгә яуаплылыҡ алырға әҙер булығыҙ. Ә һеҙ, ҡатындар, Прискилланан өлгө алығыҙ. Ул, төрлө үҙгәрештәр менән осрашырға тура килһә лә, һәр ваҡыт ире Акила янында булған һәм уға ярҙам итеп торған (Ғәм. 18:2).
17. Ғайса шәкерттәренең нимә эшләйәсәгенә ышанған, һәм ул уларҙы ниндәй маҡсат менән өйрәткән?
17 Ғайса Мәсих башҡаларҙы өйрәтеүҙә иң яҡшы өлгө ҡалдырған. Ул ерҙәге хеҙмәтенең тамамланасағын һәм эшен башҡалар дауам итәсәген белгән. Шәкерттәре камил булмаһа ла, Ғайса уларға ышанған һәм, мин башҡарған эштәрҙән тағы ла бөйөгөрәк эштәр башҡарасаҡһығыҙ, тип әйткән (Яхъя 14:12). Ғайса уларҙы төплө итеп өйрәткән, һәм шәкерттәре ул ваҡыттағы бөтөн донъяға һөйөнөслө хәбәрҙе тарата алған (Кол. 1:23).
18. Беҙҙе ниндәй киләсәк көтә, һәм хәҙерге ваҡытта беҙ нимә эшләй алабыҙ?
18 Мәсих үҙ ғүмерен ҡорбан итеп килтергәндән һуң, Алла уны күктәге тормошҡа терелткән һәм, уға тағы ла ҙурыраҡ вазифалар тапшырып, уны «бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк» ҡуйған (Ефес. 1:19—21). Хатта ғүмеребеҙ Армагеддон килгәнсегә тиклем өҙөлһә лә, тоғро булып ҡалһаҡ, Алла беҙҙе яңы донъяла мотлаҡ терелтәсәк. Унда бөтәбеҙҙе лә күп ҡыҙыҡлы эш көтә. Ә әлегә беҙ барыбыҙ ҙа иң мөһим эштә — һөйөнөслө хәбәрҙе вәғәзләү һәм шәкерттәр әҙерләү эшендә ҡатнаша алабыҙ. Әйҙәгеҙ, йәшме беҙ, оломо, Раббы эшендә бар көсөбөҙҙө һалып ҡатнашайыҡ! (1 Кор. 15:58)
a Зәбур 71:18: «Хатта, ҡартайып, сәсемә сал ингәс тә, эй Аллам, ҡалдырма мине. Һинең ҡөҙрәтең тураһында киләһе быуынға, бөйөклөгөң хаҡында киләсәк бар нәҫелдәргә һөйләгем килә».
b 1 Йылъяҙма 22:5: «Дауыт: „Улым Сөләймән әле йәш һәм тәжрибәһеҙ, ә Йәһүә өсөн төҙөләсәк йорт ғәйәт мөһабәт булырға, даны һәм зиннәтлелеге бөтә ерҙәргә билдәле булырға тейеш. Шуға күрә мин уның өсөн барыһын да әҙерләп ҡуйырмын“, — тиеп, үҙ үлеменә тиклем бик күп төҙөү материалы әҙерләп ҡуйҙы».
c Һандар 11:24—29: «Муса, сығып, Йәһүәнең һүҙҙәрен халыҡҡа еткерҙе. Шунан ул, халыҡ өлкәндәренән 70 ирҙе һайлап, уларҙы сатыр тирәләй баҫтырҙы. Шунда Йәһүә, болотта төшөп, уның менән һөйләште һәм, унда булған рухтың бер ни тиклем өлөшөн алып, 70 өлкәндең һәр береһенә бирҙе. Рух алыу менән, улар үҙҙәрен пәйғәмбәр кеүек тота башланы, әммә был бүтән ҡабатланманы. Ошо ир-аттарҙың икеһе һаман да туҡталыу урынында ине. Уларҙың исемдәре Илдад һәм Мидад ине. Сатыр янына килмәһәләр ҙә, уларға ла рух бирелде, сөнки улар исемлеккә индерелгән ине. Һәм улар туҡталыу урынында үҙҙәрен пәйғәмбәр кеүек тота башланы. Бер егет, йүгереп килеп, Мусаға: „Илдад менән Мидад туҡталыу урынында үҙҙәрен пәйғәмбәр кеүек тота!“ — тип хәбәр итте. Шунда йәштән үк Мусаға хеҙмәт иткән Нун улы Ешуа: „Хужам Муса, уларҙы туҡтат!“ — тине. Ә Муса уға: „Әллә һин минең өсөн борсолаһыңмы? Кәрәкмәй, мин Йәһүәнең бөтә халҡының пәйғәмбәрҙәр булыуын һәм Йәһүәнең үҙ рухын уларға биреүен теләр инем!“ — тип яуап бирҙе».