42-се йыр
«Хәлһеҙҙәргә ярҙам итәйек»
1. Хәлһеҙләнә кешеләр,
Алла ҡайғырта.
Шәфҡәтле Йәһәвәбеҙ
Көслө ярата.
Бойоҡҡанға күрһәт
Һин яратыу, шәфҡәт.
Уларҙы аңлайыҡ беҙ,
Бөтәбеҙ хәлһеҙ.
2. Хәлһеҙҙәрҙе Йәһәвә
Күреп, көс биргән.
Уларҙы йолом аша
Ул һатып алған.
Күҙ йәштәрен һөртөп,
Бергә булышайыҡ,
Уларҙың ҡайғыларын
Уртаҡлашайыҡ.
3. Ғәйепләргә уларҙы
Беҙ ашыҡмайыҡ.
Йөрәкте йылытырға
Беҙ һүҙ табайыҡ.
Булырбыҙ таяныс,
Уларға көс бирһәк.
Табырҙар улар беҙҙә
Һәр саҡ йыуаныс.
(Ишағ. 35:3, 4; 2 Көр. 11:29; Гал. 6:2-не лә ҡара.)