Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 март 18—22 бб.
  • Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итегеҙ

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итегеҙ
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • АСАНЫҢ ЙӨРӘГЕ «ТУЛЫҺЫНСА ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО» БУЛҒАН
  • ИОСАФАТ ЙӘҺҮӘНЕ ЭҘЛӘГӘН
  • ЕЗЕКИЯ ДӨРӨҪ БУЛҒАНДЫ ЭШЛӘГӘН
  • ИОСИЯ ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАНУНДАРЫН ҮТӘГӘН
  • ЙӘҺҮӘГӘ БЕР БӨТӨН ЙӨРӘК МЕНӘН ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ
  • Яҙылғандарға ҡолаҡ һалырһығыҙмы?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Тыныс ваҡытты аҡыллы ҡулланығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Йәштәр, һеҙ башҡаларҙың ышанысын нисек яулай алаһығыҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
  • Аса һымаҡ, һин дә ҡыйыу була алаһыңмы?
    Мәсихселәр тормошо һәм хеҙмәте. Эш дәфтәре 2022
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 март 18—22 бб.
Аса, Иосафат, Езекия һәм Иосия

Аса, Иосафат, Езекия, Иосия

Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итегеҙ

«Эй Йәһүә, ...һинең алда тоғролоғомдо һаҡлап, бер бөтөн йөрәк менән йөрөгәнемде... иҫеңә төшөрсө» (2 БАТ. 20:3).

ЙЫРҘАР: 52, 32

ҺЕҘ НИСЕК ЯУАП БИРЕР ИНЕГЕҘ?

  • Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итеү нимәне аңлата?

  • Алла Йәһүҙәнең дүрт батшаһын хуплағанынан беҙ нимәгә өйрәнәбеҙ?

  • Һеҙ дүрт батшаның ҡайһыһынан өлгө алырға теләйһегеҙ һәм ни өсөн?

1—3. Йәһүәгә «бер бөтөн йөрәк менән» хеҙмәт итеү нимәне үҙ эсенә ала? Аңлатығыҙ.

КАМИЛ булмағанға, беҙ бөтәбеҙ ҙә хаталар яһайбыҙ. Бәхеткә күрә, беҙ тәүбә итһәк һәм иман менән Ғайса Мәсихтең йолом ҡорбаны нигеҙендә баҫалҡы ғына ғәфү үтенһәк, Йәһүә «ҡылған гонаһтарыбыҙға ҡарап яза бирмәй» (Зәб. 103:10). Ләкин, Дауыт Сөләймәнгә әйткәнсә, Йәһүә ғибәҙәтебеҙҙе ҡабул итһен өсөн, беҙ уға «бер бөтөн йөрәк менән» хеҙмәт итергә тейеш (1 Йыл. 28:9). Камил булмаған кешеләр өсөн был нимәне аңлата?

2 Был һорауға яуап табыр өсөн, Йәһүҙәнең ике батшаһының — Аса һәм Амазыяның миҫалдарын ҡарап сығайыҡ. Улар икеһе лә Йәһүә күҙендә дөрөҫ булғанды ҡылған, әммә Аса быны бөтә йөрәктән эшләгән (2 Йыл. 15:16, 17; 25:1, 2; Ғиб. һүҙ. 17:3). Улар икеһе лә, камил булмағанға, хаталар яһаған. Ләкин Аса, дөйөм алғанда, Алла юлдарынан тайпылмаған, сөнки ул Аллаға «тоғро йөрәк менән» хеҙмәт иткән (1 Йыл. 28:9, төш.). Амазыя иһә Йәһүәгә улай уҡ тоғро булмаған. Алла дошмандарын еңгәндән һуң, Амазыя, уларҙың илаһтарын үҙенә алып ҡайтып, уларға табына башлаған (2 Йыл. 25:11—16).

3 Аллаға «бер бөтөн йөрәк менән» хеҙмәт итеү уға һәр ваҡыт йән-тән менән бирелгән булыуҙы аңлата. Изге Яҙмала «йөрәк» тигән һүҙ, ғәҙәттә, кешенең эске донъяһына ҡарай. Ул холоҡ, теләктәр, уй-фекерҙәр, ҡараштар, һәләттәр, ниәттәр һәм маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала. Тимәк, Йәһүәгә бөтә йөрәктән хеҙмәт иткән кеше ике йөҙлө түгел. Ул Йәһүәгә исем өсөн генә ғибәҙәт ҡылмай. Ә беҙҙең хаҡта нимә әйтеп була? Камилһыҙ кешеләр булып та, ике йөҙлөләнмәйенсә, Аллаға йән-тән менән бирелгән булып ҡалһаҡ, тимәк, беҙ Йәһүәгә «бер бөтөн йөрәк менән» хеҙмәт итәбеҙ (2 Йыл. 19:9).

4. Был мәҡәләлә беҙ нимәне ҡарап сығырбыҙ?

4 Аллаға бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итеү үҙ эсенә нимәне ала икәнен аңлар өсөн, әйҙәгеҙ, Асаның һәм Йәһүҙәнең башҡа өс батшаһы Иосафат, Езекия һәм Иосияның миҫалдары хаҡында уйланайыҡ. Был батшалар Йәһүәгә йән-тән менән бирелгән булған. Улар дүртеһе лә хаталар яһаған, әммә Алла уларҙы хуплаған. Ни өсөн Йәһүә уларға бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт иткән кешеләргә ҡарағандай ҡараған? Һәм беҙ уларҙан нисек өлгө ала алабыҙ?

АСАНЫҢ ЙӨРӘГЕ «ТУЛЫҺЫНСА ЙӘҺҮӘГӘ ТОҒРО» БУЛҒАН

5. Аса ниндәй киҫкен саралар күргән?

5 Аса Израилдең ун ҡәбиләһе айырылғандан һуң барлыҡҡа килгән Йәһүҙә батшалығының өсөнсө батшаһы булған. Ул батшалығын боттарҙан таҙартҡан һәм ғибәҙәтханала фәхишәлек менән шөғөлләнгән ир-аттарҙы илдән ҡыуған. Ул хатта «үҙенең өләсәһе Мааханы, ...ҡәбәхәт бот яһағаны өсөн, юғары дәрәжәһенән мәхрүм» иткән (1 Бат. 15:11—13). Бынан тыш, Аса «йәһүдтәрҙе, ...Йәһүәгә хеҙмәт итеп, уның Ҡанунын һәм әмерҙәрен үтәргә өндәгән». Күренеүенсә, ул ҙур ашҡыныу менән хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ иткән (2 Йыл. 14:4).

6. Хәбәштәр Йәһүҙә батшалығына һөжүм иткәс, Аса үҙен нисек тотҡан?

6 Йәһүә Йәһүҙә батшалығын фатихалаған: Аса идараһының тәүге ун йылы дауамында халыҡ тыныслыҡтан кинәнгән. Унан һуң уларға ҡаршы хәбәш Зирәх сыҡҡан. Уның ғәскәрендә 1 000 000 һуғышсы һәм 300 һуғыш арбаһы булған (2 Йыл. 14:1, 6, 9, 10). Ошо үтә ауыр хәлдә Аса үҙен нисек тотҡан? Ул тулыһынса Йәһүәгә таянған. (2 Йылъяҙма 14:11-ҙе уҡығыҙa.) Йәһүә Асаның эскерһеҙ доғаһын ишеткән һәм, хәбәштәрҙең ғәскәрен тар-мар итеп, уға еңеү биргән (2 Йыл. 14:12, 13). Хатта батшалар тоғро булмағанда ла, Йәһүә үҙенең исеме хаҡына уларға дошмандарҙы еңергә ярҙам иткән (1 Бат. 20:13, 26—30). Әммә Аса Йәһүәгә таянған, һәм Йәһүә уның доғаһына яуап биргән. Ләкин һуңыраҡ Асаның тормошонда аҡылһыҙ эш иткән саҡтары ла булған. Бер саҡ ул ярҙам һорап Йәһүәгә түгел, ә Сүриә батшаһына мөрәжәғәт иткән (1 Бат. 15:16—22). Шулай ҙа Изге Яҙмала былай тиелгән: «Асаның йөрәге ғүмере буйы тулыһынса Йәһүәгә тоғро ине». Беҙ Асанан нисек өлгө ала алабыҙ? (1 Бат. 15:14)

7, 8. Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә, беҙ Асанан нисек өлгө ала алабыҙ?

7 Беҙҙең һәр беребеҙ, йөрәге тулыһынса Аллаға тоғромо, юҡмы икәнен белер өсөн, уны тикшерә ала. Үҙ-үҙегеҙгә бындай һорау бирегеҙ: «Мин ысын күңелдән Алла хуплаған эштәр ҡылырға, хаҡ ғибәҙәтте яҡларға һәм Алла халҡын боҙоҡ йоғонтонан һаҡларға теләйемме?» Күҙ алдына килтерегеҙ, Асаға Йәһүҙәлә батшабикә булып ултырған Маахаға ҡаршы сығыр өсөн күпме ҡыйыулыҡ кәрәк булған! Таныштарығыҙ араһында Мааха кеүек эш иткән кешеләр, моғайын, юҡтыр. Ләкин ҡайһы саҡ һеҙгә, Аса кеүек, ҡыйыулыҡ сағылдырырға кәрәк булыуы мөмкин. Мәҫәлән, туғанығыҙ йәки яҡын дуҫығыҙ, етди гонаһ ҡылып тәүбә итмәгәнгә, йыйылыштан сығарылған булһа, һеҙ тәүәккәллек менән эш итерһегеҙме? Уның менән аралашыуығыҙҙы туҡтатырһығыҙмы? Йөрәгегеҙ һеҙҙе нимәгә этәрер?

8 Асанан өлгө алып, һеҙ ҙә Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итеүегеҙҙе күрһәтә алаһығыҙ. Ҡаршылыҡтар менән осрашҡанда, хатта улар йырып сыҡҡыһыҙ булып күренһә лә, тулыһынса Йәһүәгә таянығыҙ. Ҡайһы берәүҙәрҙе, бәлки, мәктәптә Йәһүә шаһиты булғанға үсекләйҙәрҙер. Башҡаларҙан иһә, рухи эштәр өсөн отпуск алғанға һәм эштән һуң ҡалып күберәк аҡса эшләү мөмкинлегенән баш тартҡанға, мыҫҡыллап көлөүҙәре бар. Бындай осраҡтарҙа, Аса кеүек, Аллаға доға ҡылығыҙ. Ҡыйын булһа ла, һәр ваҡыт зирәк булығыҙ һәм дөрөҫ эш итегеҙ, ҡыйыулыҡ менән Йәһүәгә таянығыҙ. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: Йәһүә, Асаға ярҙам итеп, уны нығытҡан, һәм ул һеҙгә лә көс бирер.

9. Кешеләргә вәғәзләгәндә, беҙ йөрәгебеҙҙең бер бөтөн булыуын нисек күрһәтә алабыҙ?

9 Аса хаҡ ғибәҙәткә булышлыҡ иткән. Алла хеҙмәтселәре лә үҙ теләктәрен генә уйламайҙар. Асанан өлгө алып, беҙ башҡаларға «Йәһүәгә хеҙмәт итергә» ярҙам итәбеҙ. Йәһүәне ысын күңелдән яратҡанға һәм кешеләрҙең мәңге йәшәүҙәрен теләгәнгә, беҙ башҡаларға уның хаҡында һөйләйбеҙ. Йәһүә быға, һис шикһеҙ, шатлана!

ИОСАФАТ ЙӘҺҮӘНЕ ЭҘЛӘГӘН

10, 11. Һеҙ Иосафаттан нисек өлгө ала алаһығыҙ?

10 «Иосафат атаһы Аса юлынан йөрөнө» (2 Йыл. 20:31, 32). Атаһы кеүек, Иосафат халыҡты Йәһүәгә хеҙмәт итергә өндәгән. Ул, «Йәһүәнең ҡануны яҙылған китап» ярҙамында халыҡты өйрәтер өсөн, ҙур сара ойошторған (2 Йыл. 17:7—10). Төньяҡ Израиль батшалығының кешеләрен «Йәһүәгә кире ҡайтарыр өсөн», ул хатта таулы ергә, Эфраимға, барған (2 Йыл. 19:4). Иосафат «бөтә йөрәге менән хеҙмәт иткән» батша булған (2 Йыл. 22:9).

11 Бөгөн һәр беребеҙ Йәһүә алып барған ғәйәт ҙур өйрәтеү эшендә ҡатнаша ала. Һеҙ кешеләр менән ай һайын Алла Һүҙен өйрәнергә маҡсат ҡуяһығыҙмы? Уларҙы Аллаға хеҙмәт итергә дәртләндерер өсөн, йөрәктәренә үтеп инерлек итеп өйрәтәһегеҙме? Тырышлыҡтар һалып һәм Аллаға таянып, һеҙ, моғайын, Изге Яҙма өйрәнеүен башлай алырһығыҙ. Был хаҡта доға ҡылаһығыҙмы? Хатта үҙегеҙҙең буш ваҡытығыҙҙы сарыф итергә тура килһә лә, һеҙ Изге Яҙма өйрәнеүен үткәрергә әҙерме? Төньяҡ батшалыҡта йәшәүселәрҙе хаҡ ғибәҙәткә кире ҡайтарыр өсөн Эфраим еренә барған Иосафатҡа оҡшап, беҙ ҙә актив булмаған ҡәрҙәштәребеҙгә бара алабыҙ. Өҫтәүенә, өлкәндәр йыйылыш территорияһында йәшәгән һәм йыйылыштан сығарылып та, бәлки, гонаһ юлын ҡалдырған кешеләргә инеп сығырға тырыша.

12, 13. а) Ҡурҡыныс хәлгә эләккәндә, Иосафат үҙен нисек тотҡан? б) Ни өсөн беҙгә, Иосафат һымаҡ, үҙебеҙҙең көсһөҙлөгөбөҙҙө танырға кәрәк?

12 Йәһүҙиәгә ҙур дошман ғәскәре һөжүм итергә йыйынһа ла, Иосафат, атаһы Аса һымаҡ, Аллаға тоғролоҡ һаҡлаған. (2 Йылъяҙма 20:2—4-те уҡығыҙb.) Ул, ҡурҡыуға төшкән булһа ла, «Йәһүәне эҙләргә булған». Иосафат Аллаға мөрәжәғәт иткән һәм, баҫалҡылыҡ сағылдырып, үҙенең һәм халҡының «ғәйәт күп кешегә» ҡаршы торорға көсө етмәүен һәм нимә эшләргә белмәүен таныған. Ул, тулыһынса Йәһүәгә таянып: «Күҙҙәребеҙ һиңә төбәлгән», — тип әйткән (2 Йыл. 20:12).

13 Ҡайһы саҡта беҙ, Иосафат һымаҡ, нимә эшләргә белмәйбеҙ һәм хатта ҡурҡыуға ла биреләбеҙ (2 Кор. 4:8, 9). Әммә Иосафаттың нимә эшләгәнен онотмағыҙ. Ул халыҡ алдында әйткән доғаһында үҙенең һәм кешеләренең көсһөҙлөгөн таныған (2 Йыл. 20:5). Ғаиләгеҙҙең рухи именлеге өсөн яуаплы булһағыҙ, Иосафаттан өлгө алып, һеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығыр өсөн көс һәм кәңәш һорап, Йәһүәгә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Йәһүәгә ярҙам һорап үтенеүегеҙҙе туғандарығыҙ ишетер тип оялмағыҙ. Улар һеҙҙең Йәһүәгә таяныуығыҙҙы күрер. Алла Иосафатҡа ярҙам иткән, һәм ул һеҙгә лә һис шикһеҙ ярҙам итәсәк.

ЕЗЕКИЯ ДӨРӨҪ БУЛҒАНДЫ ЭШЛӘГӘН

14, 15. Езекия Йәһүәгә тулыһынса таянғанын нисек күрһәткән?

14 Езекия «бөтөн йәне менән Йәһүәгә йәбешкән» батша булараҡ танылған. Иосафаттан айырмалы рәүештә, уға боттарға табынған атаһының тиҫкәре йоғонтоһона ҡаршы торорға тура килгән. Езекия «бейеклектәрҙе юҡ иткән, изге таш бағаналарҙы емергән һәм изге ағас бағананы киҫеп ташлаған... шулай уҡ Муса яһаған баҡыр йыланды селпәрәмә» килтергән, сөнки израилдәр уға ботҡа кеүек табына башлаған. Езекия Йәһүәгә тулыһынса тоғро булған, «уға бер туҡтамай эйәргән һәм Йәһүәнең Муса аша биргән әмерҙәрен үтәп йәшәгән» (2 Бат. 18:1—6).

15 Хатта Ассирия, бөтә донъя державаһы, Йәһүҙәгә баҫып инеп, Иерусалимға юҡ итеү менән янағанда ла, Езекия бөтә күңеле менән Йәһүәгә таянған. Ассирия батшаһы Синахириб Йәһүәнән мыҫҡыллап көлгән, һәм Езекия еңелеп бирелһен өсөн, уны ҡурҡытҡан. Әммә Езекия Йәһүәгә доға ҡылған һәм уның ҡотҡарасағына ҙур ышаныс күрһәткән. (Ишағыя 37:15—20-не уҡығыҙc.) Алла, бер фәрештәһен ебәреп, уның доғаһына яуап биргән. Ул фәрештә Ассирияның 185 000 ғәскәрен ҡырып һалған (Ишағ. 37:36, 37).

16, 17. Һеҙ Езекиянан нисек өлгө ала алаһығыҙ?

16 Күпмелер ваҡыт үткәс Езекия, ауырып китеп, үлем хәленә еткән. Ул Йәһүәнән, тоғро хеҙмәтемде иҫеңә төшөрсө, тип үтенгән (2 Батшалар 20:1—3-тө уҡығыҙd.) Алла, батшаның доғаһына яуап биреп, уны һауыҡтырған. Изге Яҙманан белеүебеҙсә, хәҙерге ваҡытта, Йәһүә беҙҙе мөғжизәле рәүештә һауыҡтырыр һәм ғүмеребеҙҙе оҙайтыр, тип көтә алмайбыҙ. Шулай ҙа, Езекия кеүек, беҙ доғала «һинең алда тоғролоғомдо һаҡлап, бер бөтөн йөрәк» менән йөрөнөм, тип әйтә алабыҙ. Әгәр һеҙ ҡаты ауырып киткәнһегеҙ икән, Йәһүәнең һеҙҙе нығыта алыуына һәм быны эшләргә теләүенә ышанаһығыҙмы? (Зәб. 41:3)

17 Езекияның үрнәге хаҡында уйланыу беҙгә Йәһүә менән мөнәсәбәттәребеҙгә йә уға хеҙмәт итергә ҡамасаулаған нәмәләрҙән баш тартыу ни тиклем мөһим икәнен аңларға ярҙам итә. Һис шикһеҙ, беҙ күренекле кешеләрҙе илаһилаштырып, уларҙың тормоштарын социаль селтәрҙәрҙә күҙәтеп барған кешеләр һымаҡ булырға теләмәйбеҙ. Әлбиттә, интернет ҡайһы бер мәсихселәргә туғандары йә яҡын дуҫтары менән аралашырға мөмкинселек бирә. Әммә күп кешеләр социаль селтәрҙәрҙә саманан тыш күп ваҡыт үткәрә. Улар, хатта үҙҙәре менән таныш булмаған күренекле кешеләрҙең блогтарына яҙылып, уларҙың тормоштарын күҙәтеп тора. Йә сәғәттәр буйы был кешеләрҙең фотоларын ҡарай һәм уларҙың тормоштарында нимәләр булғаны хаҡында уҡый. Мәсихсе, ваҡытын социаль селтәрҙәрҙә уҙҙырып, әһәмиәтһеҙ эштәр менән мауығып китергә мөмкин. Ул хатта, фотоһы йә яҙыуы күп кешеләргә оҡшаһа, ғорурланырға һәм, үҙенең блогынан берәйһенең юйылғанын күрһә, бойоғорға мөмкин. Илсе Павел йәки Акила менән Прискилла беҙҙең көндәрҙә йәшәһә, улар көн һайын социаль селтәрҙәргә үҙ фотоларын индерер инеме йәки имандаштары булмаған кешеләрҙең тормоштары менән ҡыҙыҡһыныр инеме? Изге Яҙмала, «Павел бөтә ваҡытын... вәғәз һөйләүгә бағышланы», тип әйтелә. Акила менән Прискилла ла үҙ ваҡыттарын башҡаларға «Алла юлы тураһында тулыраҡ» аңлатыр өсөн ҡулланған (Ғәм. 18:4, 5, 26). Беҙ үҙебеҙгә бындай һорау бирә алабыҙ: «Мин берәүҙе лә кумир итмәйемме йә ҡиммәтле ваҡытымды буш эштәргә әрәм итмәйемме?» (Ефестарға 5:15, 16-ны уҡығыҙ.)

ИОСИЯ ЙӘҺҮӘНЕҢ ҠАНУНДАРЫН ҮТӘГӘН

18, 19. Һеҙ ниндәй яҡтан Иосиянан өлгө алырға теләйһегеҙ?

18 Езекияның ейәне Иосия батша ла Йәһүәнең ҡанундарын «бөтә йөрәге... менән» үтәгән (2 Йыл. 34:31). Үҫмер сағынан уҡ Иосия «Дауыт Аллаһын эҙләй башлаған», һәм 20 йәшендә Йәһүҙәне боттарҙан таҙартырға тотонған. (2 Йылъяҙма 34:1—3-тө уҡығыҙe.) Иосия Алла хуп күргән эштәрҙе башҡарғанда Йәһүҙәнең күп батшаларына ҡарағанда нығыраҡ янып торған. Әммә Муса ҡануны (күрәһең, был ҡанун төп нөсхә булған) табылып, уны Иосияға уҡығас, ул Йәһүәгә хеҙмәт иткәндә тағы ла күберәк көс һалырға кәрәклеген аңлаған. Ул башҡаларҙы Йәһүәгә хеҙмәт итергә дәртләндергән. Һөҙөмтәлә, Иосия йәшәгән ваҡыт дауамында халыҡ «Йәһүә юлынан тайпылмаған» (2 Йыл. 34:27, 33).

19 Иосия миҫалынан күренеүенсә, Йәһүәгә йәш саҡтан хеҙмәт итеү бик мөһим. Иосияға Алланың шәфҡәте хаҡында, бәлки, тәүбә иткән Менашше батша һөйләгәндер. Йәштәр, ғаиләгеҙҙә һәм йыйылышта Аллаға тоғро булған оло мәсихселәр менән йышыраҡ аралашығыҙ һәм уларҙан Йәһүәнең үҙҙәрен нисек фатихалағаны тураһында һорашығыҙ. Шуны ла онотмағыҙ: Алла Һүҙен уҡыу Иосияның йөрәгенә яҡшы тәьҫир иткән һәм эш итергә дәртләндергән. Изге Яҙманы уҡып, һеҙ, бәлки, Йәһүә өсөн күберәкте эшләргә теләрһегеҙ. Һөҙөмтәлә, һеҙ бәхетлерәк булып китерһегеҙ, Аллаға яҡынлашырһығыҙ һәм башҡаларға уға хеҙмәт итергә ярҙам итеү теләге менән янып торорһоғоҙ. (2 Йылъяҙма 34:18, 19-ҙы уҡығыҙf.) Изге Яҙманы өйрәнгән саҡта һеҙ, моғайын, Аллаға тағы ла яҡшыраҡ хеҙмәт итер өсөн үҙегеҙҙә нимә үҙгәртергә кәрәк икәнен күрерһегеҙ. Шул саҡта Иосия һымаҡ кисектермәйенсә эш итегеҙ!

ЙӘҺҮӘГӘ БЕР БӨТӨН ЙӨРӘК МЕНӘН ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

20, 21. а) Ҡарап сыҡҡан дүрт батшаның ниндәй уртаҡ яҡтары бар? б) Киләһе мәҡәләлә нимә ҡараласаҡ?

20 Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт иткән дүрт батшаның миҫалын ҡарап сығыу һеҙгә оҡшанымы? Улар Алланың ихтыярын ашҡынып үтәгән һәм ғүмер буйы уға тоғро булған. Йәһүҙәнең был батшаларына дошмандар янаһа ла, улар тулыһынса Йәһүәгә таянған. Әммә иң мөһиме, Аллаға хеҙмәт иткәндә, уларҙың этәргес теләге саф булған.

21 Мәҡәләнән күренеүенсә, был дүрт батша хаталар яһаған. Әммә йөрәктәрҙе тикшереүсе Алла уларҙың үҙенә тулыһынса тоғро булғандарын күргән. Беҙ ҙә камил түгел. Ләкин Йәһүә беҙҙе тикшергән саҡта уға бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итеүебеҙҙе күрәме? Был тема киләһе мәҡәләлә ҡараласаҡ.

a 2 Йылъяҙма 14:11: «Шунда Аса үҙенең Аллаһы Йәһүәгә ялбарып былай тине: „Эй Йәһүә, һин ярҙам иткән кешеләр күп һанлымы, көсһөҙмө — һинең өсөн бер ниндәй айырма юҡ. Эй Аллабыҙ Йәһүә, беҙгә ярҙам ит, беҙ бит һиңә таянабыҙ! Беҙ ошо ғәйәт ҙур ғәскәргә ҡаршы һинең исемең менән сыҡтыҡ. Эй Йәһүә, һин беҙҙең Аллабыҙ. Үлемле кешегә үҙеңдән өҫтөн сығырға бирмә“».

b 2 Йылъяҙма 20:2—4: «Шунда, Иосафатҡа килеп, былай тинеләр: „Диңгеҙ яғынан, Идумдан, һиңә ҡаршы ғәйәт күп кеше килә. Улар инде Хасасон-Тамарҙа, Эн-Гәдиҙә“. Шул саҡ Иосафат ҡурҡыуға төштө һәм Йәһүәне эҙләргә булды. Ул бөтөн Йәһүҙә ерендә ураҙа иғлан итте. Бөтә Йәһүҙә халҡы, Йәһүәнән ярҙам һорар өсөн, бергә йыйылды. Йәһүәнән күрһәтмәләр эҙләр өсөн, улар Йәһүҙәнең бөтә ҡалаларынан килде».

c Ишағыя 37:15—20: «Езекия Йәһүәгә былай тип доға ҡыла башланы: „Эй Израиль Аллаһы — Ғәскәрҙәр эйәһе Йәһүә, кирубтар өҫтөнән тәхеттә ултырыусы Хоҙай! Һин ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер хаҡ Аллаһы. Һин күктәрҙе һәм ерҙе булдырҙың. Эй Йәһүә, ҡолаҡ һалсы һәм мине ишетсе! Эй Йәһүә, күҙҙәреңде ассы һәм күрсе! Синахирибтың тере Алланы мыҫҡыллап әйткән бар һүҙҙәрен ишетсе. Эй Йәһүә, Ассирия батшалары ысындан да бөтә ерҙәрҙе һәм үҙ ерҙәрен дә һәләк итте. Уларҙың илаһтарын утҡа ташланылар, сөнки улар илаһтар түгел, ә кеше ҡулы яһаған нәмәләр, ағас һәм таш ҡына. Шуға күрә уларҙы юҡ иттеләр ҙә. Һәм хәҙер, эй Аллабыҙ Йәһүә, беҙҙе уның ҡулынан ҡотҡар. Шул саҡ ер йөҙөндәге бөтә батшалыҡтар һинең, эй Йәһүә, берҙән-бер Алла икәнеңде белерҙәр ине“».

d 2 Батшалар 20:1—3: «Шул көндәрҙә Езекия, ауырып китеп, үлем түшәгенә ятты. Бер ваҡыт уның янына Амуз улы Ишағыя пәйғәмбәр килде һәм уға былай тине: „Йәһүә: „Йортоңдағыларға һуңғы васыятыңды әйт, сөнки һин аяҡҡа баҫмаясаҡһың, ә үләсәкһең“, — ти“. Шунда ул, йөҙө менән стенаға табан боролоп, Йәһүәгә былай тип доға ҡыла башланы: „Эй Йәһүә, үтенәм һинән, һинең алда тоғролоғомдо һаҡлап, бер бөтөн йөрәк менән йөрөгәнемде һәм һинең күҙеңдә дөрөҫ булғанды ҡылып йәшәгәнемде иҫеңә төшөрсө“. Һәм Езекия үкһеп илап ебәрҙе».

e 2 Йылъяҙма 34:1—3: «Батшалыҡ итә башлағанда Иосияға 8 йәш ине, һәм ул Иерусалимда 31 йыл идара итте. Ул Йәһүәнең күҙендә дөрөҫ булғанды эшләне һәм, уңға ла, һулға ла тайпылмайынса, ата-бабаһы Дауыт юлынан йөрөнө. Идара итеүенең 8-се йылында, әле малай сағында, ул ата-бабаһы Дауыт Аллаһын эҙләй башланы, ә 12-се йылында Йәһүҙәне һәм Иерусалимды бейеклектәрҙән, изге ағас бағаналарҙан, һындарҙан һәм боттарҙан таҙарта башланы».

f 2 Йылъяҙма 34:18, 19: «Сәркәтип Шафан батшаға шулай уҡ: „Хилҡыя рухани миңә бер ҡулъяҙма бирҙе“, — тип әйтте һәм батша алдында уны уҡый башланы. Ҡанундағы һүҙҙәрҙе ишетеү менән батша өҫтөндәге кейемен йыртып ебәрҙе».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу