Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w17 март 23—27 бб.
  • Яҙылғандарға ҡолаҡ һалырһығыҙмы?

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Яҙылғандарға ҡолаҡ һалырһығыҙмы?
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • КЕШЕ АҠЫЛЫНА ТАЯНЫУ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ
  • ЗЫЯНЛЫ АРАЛАШЫУҘЫҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕ
  • ЙӨРӘГЕГЕҘ ҒОРУРЛАНЫП КИТМӘҺЕН
  • ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТКӘНДӘ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ
  • АЛЛАҒА БЕР БӨТӨН ЙӨРӘК МЕНӘН ШАТЛАНЫП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ
  • Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт итегеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
  • Тыныс ваҡытты аҡыллы ҡулланығыҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2020
  • Йәштәр, һеҙ башҡаларҙың ышанысын нисек яулай алаһығыҙ?
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2021
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2017
w17 март 23—27 бб.
Иосафат Ахав батша менән сүриәлеләргә ҡаршы һуғыша

Яҙылғандарға ҡолаҡ һалырһығыҙмы?

«Был хәлдәрҙең барыһы ла... беҙҙе, ахырызаман яҡынлашҡан саҡта йәшәгәндәрҙе, иҫкәртеп яҙылған» (1 КОР. 10:11).

ЙЫРҘАР: 11, 29

АҪТА КИЛТЕРЕЛГӘН БАТШАЛАРҘЫҢ ХАТАЛАРЫНАН НИМӘГӘ ӨЙРӘНЕП БУЛА?

  • Аса һәм Иосафат

  • Езекия

  • Иосия

1, 2. Ни өсөн беҙ дүрт батшаның миҫалын ҡарап сығырбыҙ?

КҮҘ алдына килтерегеҙ: һеҙ юл буйлап китеп барғанда, алдағы бер кеше тайып йығыла. Шул ергә барып еткәс, һеҙ, моғайын, абайлыраҡ булырһығыҙ. Әгәр башҡаларҙың хаталарына анализ яһаһаҡ, был беҙгә ундай хаталарҙан арынырға ярҙам итер. Ошо ысулды рухи һорауҙарҙа ла ҡулланып була. Башҡаларҙың һәм Изге Яҙмала иҫкә алынған кешеләрҙең хаталары өҫтөндә уйланып, беҙ ҡиммәтле һабаҡтар ала алабыҙ.

2 Үткән мәҡәләлә Йәһүҙәлә идара иткән дүрт батшаның миҫалын ҡарап сыҡтыҡ. Улар Йәһүәгә бер бөтөн йөрәк менән хеҙмәт иткән. Шулай ҙа улар етди хаталар эшләгән. Уларҙың хаталары беҙҙе нимәгә өйрәтә ала һәм был хаталарҙы ҡабатламаҫҡа беҙгә нимә ярҙам итер? Нәсихәт итеп яҙылған миҫалдар өҫтөндә уйланып, беҙ үҙебеҙгә фәһем алырбыҙ. (Римдарға 15:4-те уҡығыҙ.)

КЕШЕ АҠЫЛЫНА ТАЯНЫУ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ

3—5. а) Асаның йөрәге тулыһынса Йәһүәгә тоғро булһа ла, ул ниндәй етди хата эшләгән? б) Баша Йәһүҙәгә ҡаршы сыҡҡанда, Асаны кешегә таянырға, күрәһең, нимә этәргән?

3 Әйҙәгеҙ, иң тәүҙә Асаның миҫалын һәм Алла Һүҙенең тормошобоҙға ниндәй йоғонто яһай алғанын ҡарап сығайыҡ. Хәбәшстандың миллионлаған ғәскәре Йәһүҙәгә ҡаршы сыҡҡанда, Аса Йәһүәгә таянған. Әммә Израиль батшаһы Баша Йәһүҙәнең сиге янында урынлашҡан Рама ҡалаһын нығыта башлағас, Аса башҡаса эш иткән (2 Йыл. 16:1—3). Сүриә батшаһы Бинһадат Израиль батшаһына һөжүм итһен өсөн, Аса, үҙенең зирәклегенә таянып, уға байлыҡтар ебәргән. Был план уңышлы булғанмы? Изге Яҙмала былай тиелә: «Баша, бының тураһында ишетеү менән, Раманы төҙөүҙән туҡтап, эштәрен ташланы» (2 Йыл. 16:5). Шулай итеп, тәү ҡарауға ул уңышҡа өлгәшкән һымаҡ тойолған.

4 Йәһүә Асаның шулай эш итеүенә нисек ҡараған? Алла уға үҙенең вәкиле Хананиҙы ебәргән. Ул Асаны Йәһүәгә таянмағаны өсөн хөкөм иткән. (2 Йылъяҙма 16:7—9-ҙы уҡығыҙa.) Ханани уға Алланың хөкөмөн иғлан иткән: «Хәҙерҙән башлап һиңә ҡаршы һуғыштар туҡтамаясаҡ». Баша сигенһә лә, Асаның идара итеү ваҡыты тамамланғансы, уның халҡы туҡтауһыҙ һуғыштарҙан интеккән.

5 Үткән мәҡәләнән күреүебеҙсә, Алла Асаны хуплаған. Батша камил булмаһа ла, Алла, йөрәген тикшереп, уның тулыһынса үҙенә тоғро булғанын күргән. (1 Бат. 15:14). Йәһүәнең ҡарашы буйынса, Асаның тоғролоғо, дөйөм алғанда, ныҡлы булған һәм Алланың талаптарына тура килгән. Шулай ҙа ул үҙенең аҡылһыҙ ҡылыҡтарының әсе эҙемтәләрен татыған. Баша батша янағанда, Асаны Йәһүәгә түгел, ә үҙенә һәм Бинһадатҡа таянырға нимә этәргән? Аса, Аллаға ярҙам һорап доға ҡылыуға ҡарағанда хәрби алымды ҡулланыу һуғышты еңер өсөн ҡулайлыраҡ булыр, тип ышанғанмы? Ә, бәлки, ул насар кәңәшкә ҡолаҡ һалып бындай ҡарар ҡабул иткәндер?

6. Асаның миҫалынан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Аңлатығыҙ.

6 Асаның миҫалы беҙҙе күпселек осраҡта нисек эш итеүебеҙ хаҡында уйланырға дәртләндерә. Тормошобоҙҙа йырып сыҡҡыһыҙ булып күренгән ауырлыҡтар тыуғанда, беҙ шунда уҡ Йәһүәгә ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ. Әммә ул хәтлем етди булмаған ауырлыҡтар менән осрашҡанда, үҙебеҙҙе нисек тотабыҙ? Беҙ уларҙы үҙ көсөбөҙ менән генә хәл итергә тырышабыҙмы? Әллә беҙ, Изге Яҙманан принциптар эҙләп һәм улар буйынса эш итеп, Алланың зирәклегенә таянабыҙмы? Әйтәйек, туғандарығыҙ һеҙҙең йыйылыш осрашыуҙарына һәм конгрестарға йөрөүегеҙгә ҡаршы тора. Бындай осраҡта, нисек яҡшыраҡ эш итергә, тип Йәһүәнән һорағыҙ. Ә әгәр һеҙ, эшегеҙҙе юғалтып, башҡа эш таба алмаһағыҙ, нимә эшләрһегеҙ? Эш биреүсе менән һөйләшкәндә, йыйылыш осрашыуҙарын ҡалдырырға теләмәүегеҙ хаҡында әйтерһегеҙме? Ниндәй генә ауырлыҡ менән осрашһаҡ та, мәҙхиә йырлаусының: «Юлыңды Йәһүәгә тапшыр. Уға өмөт бағла, һәм ул һинең хаҡҡа эш итер», — тигән кәңәше буйынса эш итеү мөһим (Зәб. 37:5).

ЗЫЯНЛЫ АРАЛАШЫУҘЫҢ ҺӨҘӨМТӘҺЕ

7, 8. Иосафат ниндәй хаталар яһаған һәм бының һөҙөмтәһе ниндәй булған? (Мәҡәлә башындағы рәсемде ҡарағыҙ.)

7 Ә Асаның улы Иосафат хаҡында нимә әйтеп була? Уның күп яҡшы сифаттары булған. Аллаға таянып, ул бик күп изгелек эшләгән. Әммә шулай ҙа Иосафат аҡылһыҙ ҡарарҙар ҡабул иткән. Ул төньяҡ батшалыҡта идара иткән яуыз Ахаб менән никах килешеүе төҙөгән. Миҡай пәйғәмбәр Иосафатты киҫәтһә лә, ул Ахаб менән сүриәлеләргә ҡаршы сығырға ризалашҡан. Был һуғышта уны саҡ үлтермәгәндәр. Бынан һуң Иосафат Иерусалимға ҡайтҡан (2 Йыл. 18:1—32). Шунда Яхый пәйғәмбәр унан: «Һин ямандарға ярҙам итергә һәм Йәһүәне күрә алмаусыларҙы яратырға тейеш инеңме һуң?» — тип һораған. (2 Йылъяҙма 19:1—3-тө уҡығыҙb.)

8 Иосафат үткәндәрҙән һабаҡ алғанмы? Аллаға тоғро хеҙмәт итеүен дауам итһә лә, ул, күрәһең, был осраҡтан бер нәмәгә лә өйрәнмәгән һәм Яхыйҙың һүҙҙәренә ҡолаҡ һалмаған. Иосафат, Алланың башҡа дошманы — Ахаб улы яуыз батша Ахазыя менән килешеү төҙөп, тағы ла аҡылһыҙ эш иткән. Иосафат менән Ахазыя бергә караптар төҙөй башлаған, әммә, караптар емерелгәнгә, уларҙың дөйөм планы тормошҡа ашмаған (2 Йыл. 20:35—37).

9. Зыянлы аралашыу беҙгә нисек тьәҫир итә ала?

9 Иосафаттың миҫалы беҙҙе үҙебеҙҙең тормошобоҙға анализ яһарға дәртләндерергә тейеш. Дөйөм алғанда, Иосафат яҡшы батша булған. Ул, дөрөҫ булғанды эшләп, «Йәһүәне бөтә йөрәге менән эҙләгән» (2 Йыл. 22:9). Шулай ҙа ул зыянлы аралашыу килтергән һөҙөмтәләрҙән ҡотола алмаған. Ғибрәтле һүҙҙәр 13:20-лә әйтелгәнсә, «зирәктәр менән йөрөүсе зирәк булыр, ә аҡылһыҙҙар менән аралашыусы зыян күрер». Бер яҡтан, беҙ кешеләргә хәҡиҡәт менән танышырға ярҙам итергә тейеш. Икенсе яҡтан, беҙгә шуны онотмаҫҡа кәрәк: Иосафат, Ахабҡа кәрәк булмаған ярҙам күрһәтеп, саҡ ғүмерен юғалтмаған. Шуның шикелле, кәрәкмәгәндә Аллаға хеҙмәт итмәгән кешеләр менән яҡын аралашһаҡ, үҙебеҙҙе ҡурҡыныс аҫтына ҡуябыҙ.

10. а) Никахҡа инергә теләүселәр Иосафат миҫалынан нимәгә өйрәнә ала? б) Зыянлы аралышыуға килгәндә, беҙгә нимәне иҫтә тоторға кәрәк?

10 Иосафат менән булған осраҡтан тағы ниндәй һабаҡтар ала алабыҙ? Ҡайһы ваҡыт ағай- йә апай-ҡәрҙәш Йәһүәне яратмаған кешегә романтик хистәр үҫтерә башлай. Ул, мәсихселәр араһында яраҡлы тормош иптәше табып булмай, тип уйларға мөмкин. Ә ҡайһы берәүҙәргә Йәһүә шаһиты булмаған туғандары баҫым яһай. Улар бер туҡтауһыҙ, һуң булмаҫ борон үҙеңә пар табырға кәрәк, тип тыҡыйҙар. Өҫтәүенә, ҡайһы бер мәсихселәр бер апай-ҡәрҙәштең бындай фекере менән килешә: «Беҙҙең яратыуға һәм яҡын мөнәсәбәттәргә ҙур ихтыяжыбыҙ бар, сөнки беҙ шулай барлыҡҡа килтерелгәнбеҙ». Мәсихселәргә ни эшләргә һуң? Иосафаттың миҫалын иҫкә төшөрәйек. Ғәҙәттә, ул Алланан кәңәш эҙләгән (2 Йыл. 18:4—6). Әммә, ул Йәһүәне яратмаған Ахаб менән яҡын аралаша башлағас, нимә булған? Иосафатҡа Йәһүәнең күҙҙәре «күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро» булғандарға төбәлгәнен иҫтә тоторға кәрәк булған. Хәҙерге көндә лә Йәһүә «бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә», һәм ул үҙенең көсөн беҙҙең файҙаға күрһәтергә әҙер (2 Йыл. 16:9). Ул беҙҙең хис-тойғоларыбыҙҙы аңлай һәм беҙҙе ярата. Ә һеҙ Алланың мөхәббәткә һәм яҡын мөнәсәбәттәргә ихтыяжығыҙҙы иң яҡшы юл менән ҡәнәғәтләндереренә ышанаһығыҙмы? Һис тә шикләнмәгеҙ, бер ваҡыт ул быны эшләйәсәк!

Хеҙмәттәше апай-ҡәрҙәшебеҙгә эсемлек алып килгән

Иманһыҙҙар менән бер тәртәгә егелеүегеҙ ни тиклем ҡурҡыныс икәнен иҫтә тотоғоҙ (10-сы абзацты ҡарағыҙ.)

ЙӨРӘГЕГЕҘ ҒОРУРЛАНЫП КИТМӘҺЕН

11, 12. а) Езекияның йөрәгендә нимә булғаны нисек күренгән? б) Ни өсөн Езекия Алланың асыуынан ҡотолған?

11 Езекияның миҫалынан йөрәгебеҙҙе күҙәтеп тороу ни тиклем мөһим икәне күренә. Бер мәл Йәһүә уның йөрәгендә нимә булғанын асып һалған. (2 Йылъяҙма 32:31-ҙе уҡығыҙc.) Езекия ҡаты ауырып киткәс, Йәһүә уның һауығыуын күрһәткән билдә биргән: күләгәне артҡа күсергән. Вавилон түрәләре, күрәһең, был билдә хаҡында белергә теләп, батшаға вәкилдәр ебәргән (2 Бат. 20:8—13; 2 Йыл. 32:24). Алла Езекияны «бер үҙен ҡалдырғас», батша вавилондарға «үҙенең бөтә ҡаҙнаһын» күрһәткән. Был аҡылһыҙ ҡылыҡ уның «йөрәгендә булғандың барыһын» асып һалған.

12 Изге Яҙмала Езекияның йөрәге ни сәбәптән ғорурланып киткәне хаҡында әйтелмәгән. Бәлки, ул ассириялыларҙы еңгәнгә йә Алла үҙен мөғжизәле рәүештә һауыҡтырғанға маһайып киткәндер. Ә, бәлки, уның «бик бай булып китеүе һәм ҙур данға ирешеүе» сәбәп булғандыр. Нисек кенә булмаһын, ғорурланып киткәнгә, Езекия «үҙенә ҡарата ҡылынған яҡшылыҡты тейешенсә баһаламаған». Ниндәй аяныс! Езекия элегерәк Йәһүәнән, бер бөтөн йөрәк менән йөрөгәнемде иҫеңә төшөрсө, тип үтенһә лә, ул уны бер аҙ ваҡытҡа күңелһеҙләндергән. Әммә һуңыраҡ Езекия үҙен баҫалҡыландырған, шуға күрә Йәһүә уға һәм уның халҡына ныҡ асыуланмаған (2 Йыл. 32:25—27; Зәб. 138:6).

13, 14. а) Ниндәй осраҡта Йәһүә, беҙҙе һынар өсөн, бер үҙебеҙҙе ҡалдыра ала? б) Башҡалар беҙҙе уңыштарыбыҙ өсөн маҡтағанда үҙебеҙҙе нисек тоторға?

13 Езекия тормошонан беҙ нимәгә өйрәнә алабыҙ? Иғтибар итегеҙ, Йәһүә, Синахирибты тар-мар итеп, Езекияны үлемесле сирҙән һауыҡтырғандан һуң күп тә үтмәҫтән Езекияның ғорурлығы асыҡ күренгән. Беҙҙең осраҡта ла, әгәр беҙ берәй нәмәлә уңышҡа өлгәшһәк, Йәһүә, беҙҙе һынап, йөрәгебеҙҙә булғанды өҫкә ҡалҡытып сығарыр өсөн, беҙҙең бер үҙебеҙҙе ҡалдыра аламы? Мәҫәлән, берәй ағай-ҡәрҙәштең күп кеше алдында оҙаҡ һәм тырышып әҙерләгән телмәр менән сығыш яһағанын күҙ алдына килтерегеҙ. Сығыштан һуң күптәр уны телмәр өсөн маҡтай. Ул маҡтауҙы нисек ҡабул итер?

14 Башҡалар беҙҙе маҡтағанда Ғайсаның кәңәшенә ҡолаҡ һалһаҡ, беҙ яҡшы эш итәбеҙ. Ул былай тигән: «Һеҙ ҙә ҡушылғандарҙың барыһы ла үтәлгәндән һуң: „Беҙ бары тик хеҙмәтселәр генә, нимә эшләргә тейеш булһаҡ, шуны эшләнек“, — тип әйтегеҙ» (Лука 17:10). Һәм ҡабат беҙ Езекияның миҫалынан һабаҡ ала алабыҙ. Уның ғорурлығы «үҙенә ҡарата ҡылынған яҡшылыҡты тейешенсә» баһаламауында күренгән. Әгәр Йәһүәнең беҙҙең хаҡҡа ни тиклем күп эштәр башҡарыуы хаҡында уйланһаҡ, йөрәгебеҙҙә Йәһүә яратмаған сифаттар үҫмәйәсәк. Беҙ, башҡалар менән аралашҡанда, Йәһүәгә рәхмәтле булыуыбыҙ хаҡында һөйләй алабыҙ. Ул беҙгә Изге Яҙма һәм изге рух биргән, ошолар аша ул үҙ халҡына ярҙам итеп тора.

ҠАРАРҘАР ҠАБУЛ ИТКӘНДӘ ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ

15, 16. Ни өсөн Иосия Алланың яҡлауынан мәхрүм булған һәм ғүмерен юғалтҡан?

15 Ә яҡшы батша Иосия менән булған осраҡтан беҙ ниндәй һабаҡ ала алабыҙ? Уның үлеменә килтергән ваҡиғалар хаҡында уйланайыҡ. (2 Йылъяҙма 35:20—22-не уҡығыҙd.) Мысыр батшаһы Нехо, һиңә ҡаршы бармайым тиһә лә, Иосия «уға ҡаршы сыҡҡан». Изге Яҙмала яҙылғанса, Нехо аша Алланың һүҙҙәре яңғыраған. Улайһа, ни өсөн һуң Иосия һуғышырға сыҡҡан? Изге Яҙмала был турала бер нәмә лә әйтелмәй.

16 Ләкин Иосия Нехо аша Алланың һүҙҙәре яңғырағанын нисек белә алған? Мәҫәлән, ул тоғро Иремия пәйғәмбәрҙән һорай алған (2 Йыл. 35:23, 25). Әммә бер ҡайҙа ла уның шулай эшләүе тураһында яҙылмаған. Бынан тыш, Нехо Кархемишҡа китеп барған. Ул Иерусалимға ҡаршы түгел, ә «бүтән батшалыҡҡа ҡаршы» яу менән барырға сыҡҡан. Өҫтәүенә, Иосияға Алла исемен яҡларға кәрәк булмаған, сөнки был батша Йәһүәне лә, уның халҡын да хурламаған. Шуның өсөн Иосия яғынан Нехоға ҡаршы һуғышыу аҡылһыҙ аҙым булған. Бында беҙҙең өсөн ниндәй һабаҡ бар? Берәй проблема менән осрашһаҡ, Йәһүәнең ихтыяры нимәлә икәнен аңларға тырышыу бик тә мөһим.

17. Иосияның хатаһын ҡабатламаҫ өсөн беҙгә нимә эшләргә кәрәк?

17 Берәй проблема тыуғанда, беҙ Изге Яҙмалағы ниндәй принциптарҙы ҡулланып булғаны тураһында уйланырға һәм бер сиктән икенсеһенә һуғылмайынса ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ҡайһы саҡта йыйылыштағы өлкәндәр менән кәңәшләшергә кәрәк. Бәлки, беҙ был һорау хаҡында һәр яҡлап уйлағанбыҙҙыр һәм хатта баҫмаларыбыҙҙа был хаҡта нимә әйтелгәнен тикшергәнбеҙҙер. Әммә өлкәндәр беҙ иғтибар итмәгән ҡайһы бер принциптар тураһында уйланырға ярҙам итер. Мәҫәлән, бер апай-ҡәрҙәш үҙенең вәғәзләү вазифаһын бик яҡшы белә, ти (Ғәм. 4:20). Әйтәйек, ул билдәле бер көндө хеҙмәткә барырға планлаштырған, ләкин Йәһүә шаһиты булмаған ире уның өйҙә ҡалыуын теләй. Ул, һинең менән бергә ваҡыт үткәрергә теләйем, сөнки һуңғы арала беҙ һирәк бергә булабыҙ, тип әйтә. Был апай-ҡәрҙәш, моғайын, тура килгән Изге Яҙмалағы шиғырҙар тураһында, мәҫәлән, Аллаға тыңлаусан булыу һәм шәкерттәр әҙерләү әмеренә буйһоноу хаҡында уйлайҙыр (Матф. 28:19, 20; Ғәм. 5:29). Әммә уға шулай уҡ иренә буйһоноу һәм аҡыллылыҡ сағылдырыу тураһында ла уйларға кәрәк (Ефес. 5:22—24; Флп. 4:5). Ул үҙенә бындай һорау бирә ала: «Минең ирем бөтөнләй вәғәзләүемә ҡаршымы йәки ул минең ошо көнгә генә планымды үҙгәртергә теләйме?» Алла ихтыярын саф выждан менән үтәр өсөн беҙ дөрөҫ ҡараш һаҡларға тейеш.

АЛЛАҒА БЕР БӨТӨН ЙӨРӘК МЕНӘН ШАТЛАНЫП ХЕҘМӘТ ИТЕГЕҘ

18. Был мәҡәләлә ҡаралған дүрт батшаның миҫалы хаҡында уйланыу һеҙгә ниндәй файҙа килтерер?

18 Беҙ ҙә камил түгел һәм ҡайһы саҡта мәҡәләлә иҫкә алынған дүрт батшаның хаталарын яһайбыҙ. Беҙ: 1) уйламайынса үҙебеҙгә йә башҡа кешеләргә таянырға мөмкин, 2) зыянлы аралашыуҙы һайларға мөмкин, 3) ғорурланып китергә мөмкин йәки 4) тәүҙә Алланың ихтыярына төшөнмәйенсә, ҡарар ҡабул итергә мөмкин. Йәһүә, был дүрт батшаның яҡшы сифаттарын күргән кеүек, беҙҙең дә яҡшы яҡтарыбыҙҙы күрә. Быны белеү бик шатлыҡлы! Бынан тыш, Йәһүә үҙен ни тиклем ныҡ яратыуыбыҙҙы һәм, беҙҙең бөтә тырышлыҡтар һалып, уға хеҙмәт итеүебеҙҙе белә. Шуға күрә, етди хаталарҙан ҡасырға ярҙам итер өсөн, ул беҙгә Изге Яҙма аша киҫәтеү булып торған миҫалдар биргән. Әйҙәгеҙ, был миҫалдар хаҡында уйланайыҡ һәм улар өсөн Йәһүәгә рәхмәттәр белдерәйек!

a 2 Йылъяҙма 16:7—9: «Шул саҡ Йәһүҙә батшаһы Аса янына әүлиә Ханани килеп, уға былай тине: „Аллаң Йәһүәгә түгел, ә Сүриә батшаһына таянғаның өсөн, Сүриә батшаһының ғәскәре һинең ҡулыңдан ҡотолдо. Хәбәштәр менән ливиялыларҙың ғәскәре ғәйәт ҙур ине түгелме һуң?! Уларҙың һуғыш арбалары, һыбайлылары күп ине. Әммә һин Йәһүәгә таянғанға, ул уларҙы һинең ҡулыңа тапшырҙы. Сөнки Йәһүә, үҙенең көс-ҡеүәтен күңелдәре тулыһынса үҙенә тоғро булғандар файҙаһына күрһәтер өсөн, бөтә ер йөҙөн күҙҙән кисерә. Был юлы һин аҡылһыҙ эш иттең. Бына, хәҙерҙән башлап һиңә ҡаршы һуғыштар туҡтамаясаҡ“».

b 2 Йылъяҙма 19:1—3: «Йәһүҙә батшаһы Иосафат иҫән-һау ғына Иерусалимға, үҙенең йортона ҡайтты. Илаһи күренештәр тапшырыусы Хананиҙың улы Яхый, батша ҡаршыһына сығып, былай тине: „Һин ямандарға ярҙам итергә һәм Йәһүәне күрә алмаусыларҙы яратырға тейеш инеңме һуң? Шуға күрә Йәһүәнең һиңә асыуы ҡабарҙы. Шулай ҙа Алла һиндә яҡшылыҡ та тапты: һин был ерҙе изге ағас бағаналарҙан таҙарттың, күңелеңде хаҡ Алланы эҙләүгә әҙерләнең“».

c 2 Йылъяҙма 32:31: «Әммә Вавилон түрәләренең вәкилдәре уның янына был ерҙә күрһәтелгән билдә тураһында һорарға килгәс, Алла, уны һынап, йөрәгендә булғандың барыһын белер өсөн, уның бер үҙен ҡалдырҙы».

d 2 Йылъяҙма 35:20—22: «Барлыҡ ошо хәлдәрҙән һуң, Иосия ғибәҙәтхананы торғоҙғас, Мысыр батшаһы Нехо Евфрат янындағы Кархемишҡа яу менән китте. Шунда Иосия уға ҡаршы сыҡты. Нехо, үҙ хәбәрселәрен ебәреп, уға былай тине: „Йәһүҙә батшаһы, һинең миндә ни эшең бар? Был юлы мин һиңә ҡаршы түгел, ә бүтән батшалыҡҡа ҡаршы барам, һәм мине Алла ашыҡтыра. Үҙең тураһында уйла, минең менән булған Аллаға ҡаршы төшмә, юғиһә ул һине һәләк итер“. Әммә Иосия сигенмәне, ә килеш-килбәтен үҙгәртеп, уның менән һуғышырға сыҡты. Ул, Алланың Нехо аша әйткән һүҙҙәрен тыңламайынса, Мегиддо үҙәненә һуғышырға килде».

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу