Күҙәтеү манараһының ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
Күҙәтеү манараһының
ОНЛАЙН КИТАПХАНАҺЫ
башҡорт
ә
  • ә
  • ө
  • ү
  • ҙ
  • һ
  • ҫ
  • ң
  • ҡ
  • ғ
  • ИЗГЕ ЯҘМА
  • БАҪМАЛАР
  • ОСРАШЫУҘАР
  • w19 июль 25—29 бб.
  • Йәһүәнең фатихалары мин көткәндән ҙурыраҡ булып сыҡты

Был өҙөк өсөн видео юҡ.

Ғәфү итегеҙ, видеоны күсереп алғанда, хата килеп сыҡты.

  • Йәһүәнең фатихалары мин көткәндән ҙурыраҡ булып сыҡты
  • Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
  • Өҫтәмә исемдәр
  • Оҡшаш мәҡәләләр
  • ОЯЛСАНЛЫҠ МЕНӘН КӨРӘШӘМ
  • ГИЛЕАДТА АЛЫНҒАН ҠИММӘТЛЕ ҺАБАҠТАР
  • МИССИОНЕРҘАРҒА ТӘЖРИБӘ ТУПЛАУ ӨСӨН ЯҠШЫ УРЫН
  • КЕНИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТЕҮ
  • ЭФИОПИЯЛАҒЫ УҢЫШЛЫ ХЕҘМӘТ
  • ЙӘҺҮӘ ҮҪЕШ БИРҘЕ
  • Йәһүәнең бүләктәре һәм ҡиммәтле һабаҡтары
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2023
  • Алла ҡөҙрәте ярҙамында беҙ сигенмәйбеҙ
    Йәһүә шаһиттарының биографиялары
  • Ғүмер буйы Бөйөк Нәсихәтсебеҙҙән өйрәнәбеҙ
    Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2025
Күҙәтеү манараһы Йәһүә Батшалығын иғлан итә (өйрәнеү баҫмаһы) 2019
w19 июль 25—29 бб.
Манфред һәм Гейл Тонактар туй көнөндә

БИОГРАФИЯ

Йәһүәнең фатихалары мин көткәндән ҙурыраҡ булып сыҡты

Манфред Тонак һөйләне

«МИН пионер булырға тейешмен. Әммә пионерҙың тормошо ҡыҙыҡлы була аламы?» — тип уйлана инем. Германияла йәшәп, мин мауыҡтырғыс эш менән шөғөлләнә инем — Африкалағы экзотик ерҙәргә, мәҫәлән, Дар-эс-Салам, Элизабетвиль һәм Асмэра ҡалаларына аҙыҡ-түлек ебәрә инем. Ул ваҡыттарҙа, Африканың шул һәм башҡа күп ерҙәрендә Йәһүәгә тулы ваҡытлы хеҙмәт итермен, тип күҙ алдыма ла килтермәй инем!

Шиктәрҙән арынып пионер хеҙмәтен башлағас, мин үҙем көткәндән күпкә ҡыҙығыраҡ тормош юлына баҫтым (Ефес. 3:20). Әммә мине быға нимә этәрҙе? Әйҙәгеҙ, барыһын да баштан һөйләп бирәйем.

Мин 1939 йылда Берлинда (Германия) Икенсе бөтә донъя һуғышы башланғандан һуң бер нисә ай үткәс тыуғанмын. 1945 йылда, һуғыш тамамланып барғанда, хәрби самолеттар Берлин өҫтөнән осоп бомбалар яуҙыра ине. Шундай бер һөжүм ваҡытында бер бомба беҙҙең урамда шартланы, ләкин беҙ ғаиләбеҙ менән бомбанан һаҡланыу урынында йәшенеп ҡалдыҡ. Һуңыраҡ беҙ әсәйем тыуып үҫкән Эрфурт ҡалаһына күсеп киттек, унда беҙ хәүефһеҙлектә инек.

Манфред Тонак ата-әсәһе һәм һеңлеһе менән. Германия, яҡынса 1950 йыл

Ата-әсәйем һәм һеңлем менән. Германия, яҡынса 1950 йыл

Әсәйем хәҡиҡәтте табырға бик теләне. Ул фәлсәфәүи китаптар уҡыны һәм төрлө диндәрҙең тәғлимәттәрен тикшерҙе, әммә был уның рухи һыуһынын ҡандырманы. Яҡынса 1948 йылда беҙгә ике Йәһүә шаһиты килде. Әсәйем уларҙы керетте лә һорау артынан һорау бирә башланы. Бер сәғәт тә үтмәҫтән, ул миңә һәм һеңлемә, мин хәҡиҡәтте таптым, тип әйтте. Тиҙҙән беҙ әсәйем һәм һеңлем менән Эрфурттағы йыйылышҡа йөрөй башланыҡ.

1950 йылда беҙ кире Берлинға күстек һәм «Берлин, Кройцберг» йыйылышына ҡушылдыҡ. Унан һуң Берлиндың башҡа районына күсендек һәм «Берлин, Темпельхоф» йыйылышына йөрөй башланыҡ. Ваҡыт уҙыу менән әсәйем һыуға сумдырылды, әммә мин әле әҙер түгел инем. Ни өсөн?

ОЯЛСАНЛЫҠ МЕНӘН КӨРӘШӘМ

Бик оялсан булғанға, мин рухи яҡтан яй үҫтем. Вәғәзгә йөрөһәм дә, ике йыл буйы бер кешегә лә шаһитлыҡ бирмәнем. Әммә тиҙҙән хәл үҙгәрҙе, сөнки мин тоғролоғон иҫбат иткән ҡыйыу ҡәрҙәштәр менән аралаша башланым. Уларҙың ҡайһы берҙәре нацистарҙың концлагерҙарында йә Көнсығыш Германия төрмәләрендә ултырып сыҡҡан ине. Башҡалар иһә, үҙ азатлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, Көнсығыш Германияға Изге Яҙмаға нигеҙләнгән әҙәбиәт ташыған. Уларҙың үрнәге миңә көслө йоғонто яһаны. Мин шуны аңланым: улар Йәһүә һәм ҡәрҙәштәр хаҡына үҙ ғүмерен һәм азатлығын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға әҙер булған икән, миңә бигерәк тә оялсанлыҡ менән көрәшергә кәрәк.

1955 йылда мин махсус вәғәз кампанияһында ҡатнаштым, һәм оялсанлығым бер аҙ кәмене. «Информатор»ҙаa Нейтан Норр ҡәрҙәштең хаты баҫтырылған ине. Унда, был кампания тарихтағы иң ҙур күләмле кампанияларҙың береһе булырға тейеш, тиелгән ине. Норр ҡәрҙәш әйтеүенсә, был кампанияла бөтә вәғәзселәр ҙә ҡатнашһа, «ер йөҙөндә һөйөнөслө хәбәрҙе таратыуҙа был иң ғәжәп ай буласаҡ». Тап шулай булды ла! Ә күп тә үтмәҫтән, мин ғүмеремде Йәһүәгә бағышланым, һәм 1956 йылда беҙ атайым һәм һеңлем менән бергә һыуға сумдырылдыҡ. Әммә тиҙҙән миңә башҡа бер мөһим ҡарар ҡабул итергә тура килде.

Күп йылдар мин, пионер хеҙмәте — яҡшы маҡсат икәнен белһәм дә, тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға ашыҡманым. Тәүҙә мин Берлинда башҡа илдәр менән сауҙа итеү эше буйынса белем алырға ҡарар иттем. Шунан, пионер хеҙмәтен башлар алдынан, профессиям буйынса бер аҙ эшләп алырға һәм тәжрибә тупларға булдым. Шуға күрә 1961 йылда Гамбургта эшкә индем. Был ҡалала Германияның иң ҙур порты урынлашҡан ине. Был эшкә нығыраҡ сумған һайын, пионер хеҙмәтен башларға маҡсатымдан тағы ла нығыраҡ алыҫлаша барҙым. Пионер хеҙмәтенә тотонорға мине нимә дәртләндерҙе?

Ҡайғыртыусан ҡәрҙәштәр аша Йәһүә миңә тормошта нимә иң мөһиме икәнен аңларға ярҙам итте. Мин уға бының өсөн бик рәхмәтлемен. Бер нисә дуҫым, пионер хеҙмәтен башлап, миңә яҡшы үрнәк күрһәтте. Бынан тыш, концлагерҙа ултырып сыҡҡан Эрих Мундт ҡәрҙәш мине Йәһүәгә таянырға дәртләндерҙе. Ул концлагерҙа үҙ-үҙенә таянған ағай-ҡәрҙәштәрҙең һуңыраҡ рухи яҡтан көсһөҙләнгәне тураһында һөйләне. Әммә Йәһүәгә тулыһынса таянған ҡәрҙәштәр тоғро булып ҡалған һәм йыйылыштың терәктәре булып киткән.

Манфред Тонак, 1963 йыл

Пионер хеҙмәтен башлағанда. 1963 йыл

Шулай уҡ Мартин Пётцингер (һуңыраҡ Етәксе кәңәшмәнең ағзаһы булып хеҙмәт итте), ҡәрҙәштәрҙе нығытып, былай ти торғайны: «Ҡыйыулыҡ — иң яҡшы табыш!» Был һүҙҙәр тураһында уйланғандан һуң, мин, ниһайәт, донъяуи эшемде ҡалдырҙым да 1963 йылдың июнендә пионер хеҙмәтенә тотондом. Был ҡарар тормошомда ҡабул иткән ҡарарҙарҙың иң яҡшыһы булды. Яңы эш эҙләй башларға ла өлгөрмәнем, ике айҙан һуң мине махсус пионер итеп билдәләнеләр. Ә бер нисә йылдан һуң, Йәһүә мине тағы ла нығыраҡ ғәжәпләндерҙе: мине Гилеад мәктәбенең 44-се синыфында уҡырға саҡырҙылар.

ГИЛЕАДТА АЛЫНҒАН ҠИММӘТЛЕ ҺАБАҠТАР

«Билдәләнеүҙә тиҙ бирешмәгеҙ» тигән фекер Гилеад мәктәбендә алған иң ҡиммәтле һабаҡтарымдың береһе булды. Был фекерҙе Нейтан Норр һәм Лайман Суингл ҡәрҙәштәр ҡабатларға ярата торғайны. Улар беҙҙе, хатта ауыр булғанда ла, билдәләнеүебеҙҙе ҡалдырмаҫҡа өйрәтте. Норр ҡәрҙәш былай тине: «Һеҙ иғтибарығыҙҙы нимәгә тупларһығыҙ? Бысраҡлыҡҡа, бөжәктәргә һәм ярлылыҡҡамы? Йә ағастарға, сәскәләргә һәм кешеләрҙең бәхетле йөҙҙәренәме? Кешеләрҙе яратырға өйрәнегеҙ!» Бер көндө, ҡайһы берәүҙәрҙең үҙ билдәләнеүен ҡалдырғаны тураһында һөйләгәндә, Суингл ҡәрҙәштең күҙҙәре йәш менән тулды. Тынысланыр өсөн, ул хатта телмәрен туҡтатып торҙо. Был миңә бик ныҡ тәьҫир итте, һәм мин Мәсихте лә, уның тоғро ҡәрҙәштәрен дә бер ваҡытта ла көйөндөрмәҫкә ҡарар иттем (Матф. 25:40).

Манфред Тонак, Клод Линдсе һәм Генрих Денбостел миссионер хеҙмәтендә. Лубумбаши (Конго), 1967 йыл

Мин, Клод һәм Генрих миссионер хеҙмәтендә. Лубумбаши (Конго), 1967 йыл

Кемдең ниндәй илгә билдәләнгәне асыҡланғас, ҡайһы бер вефилселәр ҡайҙа хеҙмәт итәсәгебеҙ тураһында һораша башланы. Синыфташтарым ҡайҙа билдәләнгәне тураһында әйткәндә, улар шатлыҡ белдерҙе, әммә мин Конгоға билдәләнгәнемде әйткәс, улар шымып ҡалды һәм: «Абау, Конго... Йәһүә һиңә ярҙам итһен!» — тине. Ул ваҡытта яңылыҡтарҙа Конгола барған һуғыш, үлтереш һәм ҡан-ҡойош тураһында күп әйтелә ине. Әммә мин Гилеадта алынған һабаҡтарҙы иҫемдә тоттом. 1967 йылдың сентябрь айында сығарылыш көнө үтте. Күп тә үтмәҫтән, беҙ Генрих Денбостел һәм Клод Линдсе менән Конгоның баш ҡалаһы Киншасаға киттек.

МИССИОНЕРҘАРҒА ТӘЖРИБӘ ТУПЛАУ ӨСӨН ЯҠШЫ УРЫН

Киншасаға килгәс, беҙ өс ай француз телен өйрәндек. Шунан самолетта Лубумбаши ҡалаһына (элекке Элизабетвиль) остоҡ. Был ҡала Конгоның көньяғында, Замбия сигендә урынлашҡан ине. Беҙ ҡала үҙәгендә миссионерҙар йортонда йәшәй башланыҡ.

Лубумбашиҙа хәҡиҡәтте бер ваҡытта ла ишетмәгән кешеләр бик күп ине. Беҙ беренсе булып уларға хәҡиҡәтте һөйләү мөмкинлегенә бик шатландыҡ. Тиҙҙән беҙ шул тиклем күп Изге Яҙма өйрәнеүҙәре үткәрә башланыҡ, хатта барыһына ла өлгөрмәй инек. Беҙ шулай уҡ хөкүмәт вәкилдәренә һәм полиция хеҙмәткәрҙәренә вәғәзләй инек. Уларҙың күбеһе Алла Һүҙенә һәм эшмәкәрлегебеҙгә хөрмәт менән ҡараны. Күпселек кеше суахили телендә һөйләшә ине, шуға күрә беҙ Клод Линдсе менән был телде өйрәнә башланыҡ. Ә күп тә үтмәҫтән, суахили йыйылышына билдәләндек.

Хеҙмәтебеҙҙә күп ҡыҙыҡлы осраҡтар булды, әммә ауырлыҡтар ҙа тыуып торҙо. Беҙ йыш ҡына иҫерек һәм ҡоралланған һалдаттарға тап була инек, йә агрессив полиция хеҙмәткәрҙәре беҙҙе нахаҡҡа ғәйепләй торғайны. Бер көндө осрашыу ваҡытында ҡоралланған полицейскийҙар төркөмө миссионер йортона бәреп инде лә беҙҙе полиция бүлексәһенә алып китте. Унда беҙгә киске сәғәт унға тиклем бысраҡ иҙәндә ултырырға тура килде. Шунан беҙҙе ебәрҙеләр.

1969 йылда мине күсеп йөрөү хеҙмәтенә билдәләнеләр. Был хеҙмәттә төрлө хәлдәр булғыланы. Мәҫәлән, ҡайһы саҡта миңә, Африка саваннаһы аша үтеп, бысраҡ һуҡмаҡтар буйлап бейек үлән араһынан барырға тура килә торғайны. Бер ауылда ҡунғанда, карауатым аҫтына тауыҡ себештәре менән ояланы. Таң атмаҫ борон уның ҡысҡырып ҡытҡылдауынан уянған көндәремде бер ҡасан да онотмаясаҡмын. Шулай уҡ кистәрен ҡәрҙәштәр менән усаҡ янында йыйылып Изге Яҙмалағы хәҡиҡәттәр хаҡында аралашҡаныбыҙҙы йылылыҡ менән иҫкә алам.

Иң ҙур ауырлыҡтарҙың береһе ялған ҡәрҙәштәр менән бәйле ине. Улар «Китавала»b тип аталған хәрәкәткә булышлыҡ итә ине. Уларҙың ҡайһы берҙәре йыйылышҡа үтеп инде һәм хатта өлкәндәр булып китте. Әммә күпселек осраҡта ҡәрҙәштәр был «һыу аҫты таштарын» асыҡлай торғайны (Йәһ. 12, ЯДТ). Ахыр сиктә Йәһүә йыйылышты таҙартты, һәм был ифрат ҙур үҫешкә килтерҙе.

1971 йылда мине Киншасалағы филиалға саҡырҙылар. Унда мин корреспонденцияны һәм әҙәбиәткә заказдарҙы эшкәртеү, хеҙмәткә бәйле һорауҙарҙы хәл итеү кеүек төрлө эштәр башҡарҙым. Вефилдә мин насар инфраструктуралы ҙур илдә эшмәкәрлегебеҙҙе ойошторорға өйрәндем. Ҡайһы саҡ авиапочта аша ебәргән хаттарыбыҙ бер нисә ай буйы йыйылыштарға барып етмәй ине. Почтаны самолеттан кәмәләргә тейәйҙәр ине, ә кәмәләр, һыулы гиацинт ҡыуаҡлыҡтары араһында тотолоп, аҙналар буйы үтә алмай торғайны. Шулай ҙа, был һәм башҡа ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, эшебеҙ алға барҙы.

Мин һәр ваҡыт ҡәрҙәштәрҙең, әҙ генә әйберҙәр ҡулланып, ҙур конгрестар ойошторғанына һоҡлана торғайным. Сәхнәне улар термит ояларынан яһай ине, стеналарҙы һәм ултырғыстарҙы — оҙон үләндән, каркасты — бамбуктан, ә түбә менән өҫтәлдәрҙе — ҡамыштан. Төрлө конструкцияларҙы бер-береһенә беркетер өсөн, ағас ҡабығы ҡулланыла ине. Мин күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән ошо тапҡыр ҡәрҙәштәр менән һоҡлана инем һәм уларҙы ысын күңелдән ярата инем. Икенсе илдә хеҙмәт итергә билдәләнгәс, уларҙы бик һағына торғайным!

КЕНИЯЛА ХЕҘМӘТ ИТЕҮ

1974 йылда мине Найробиҙағы (Кения) филиалға күсерҙеләр. Эшебеҙ күп булды, сөнки Кениялағы филиал күрше ун илдә алып барылған вәғәз эше менән етәкселек итә ине, был илдәрҙең ҡайһы берҙәрендә эшмәкәрлегебеҙ тыйылған ине. Мин шул илдәргә бер нисә тапҡыр барып ҡайттым. Ә Эфиопияға йышыраҡ йөрөргә тура килде, сөнки унда ҡәрҙәштәр ҡаты эҙәрләүҙәр менән осраша ине. Дошмандар ҡәрҙәштәр менән ҡырыҫ мөғәмәлә итә ине, уларҙы төрмәгә ултырта ине, ә ҡайһы берҙәрен хатта үлтерҙе. Әммә ҡәрҙәштәр тоғролоҡ һаҡланы, сөнки уларҙың Йәһүә менән дә, бер-береһе менән дә мөнәсәбәттәре ныҡ булды.

1980 йылда тормошомда шатлыҡлы үҙгәреш булды — мин Канадала тыуып үҫкән Гейл Матесон исемле апай-ҡәрҙәшкә өйләндем. Гилеад мәктәбендә уҡығанда, беҙ Гейл менән бер синыфта булдыҡ. Беҙ оҙаҡ ҡына хат яҙыштыҡ. Гейл миссионер булып Боливияла хеҙмәт итә ине. 12 йылдан һуң беҙ Нью-Йоркта ҡабат осраштыҡ һәм, күп тә үтмәҫтән, Кенияла өйләнештек. Мин Гейлға рухи ҡарашлы булыуы һәм барыһы менән ҡәнәғәт була белеүе өсөн бик рәхмәтлемен. Ул әле лә минең тоғро ярҙамсым һәм яратҡан дуҫым.

1986 йылда беҙ Гейл менән күсеп йөрөү хеҙмәтен башҡарырға билдәләндек, шул уҡ ваҡытта мин филиал комитетында ла хеҙмәт иттем. Беҙ филиалыбыҙҙың ҡарамағында булған күп кенә илдәргә йөрөнөк.

Манфред Тонак конгреста сығыш яһай. Асмэра (Эритрея), 1992 йыл

Конгреста сығыш яһайым. Асмэра, 1992 йыл

1992 йылда Асмэрала (Эритрея) үткәрелгән конгресҡа әҙерләнеп йөрөгән саҡтар күңелемдә йылы хәтирәләр ҡалдырҙы. Ул ваҡытта унда эшмәкәрлегебеҙ әле тыйылмаған ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, беҙ бер ямаҡ амбар ғына таба алдыҡ, уның эсе тышына ҡарағанда ла ямағыраҡ ине. Конгресс үткәрелгән көндө мин бик ғәжәпләндем, сөнки ҡәрҙәштәр был амбарҙы Йәһүәгә табыныу өсөн лайыҡлы урынға әйләндергән ине. Күп ғаиләләр, матур япмалар алып килеп, йәмһеҙ урындарҙы оҫта ғына ҡаплап ҡуйғайны. Был конгреста 1 279 кеше булды.

Күсеп йөрөү хеҙмәтендә беҙ ҡайҙа туҡтарыбыҙҙы белмәй торғайныҡ. Беҙҙең океан буйындағы бай йортта ла, металл ҡалайҙарҙан яһалған һәм бәҙрәфтән 100 метр алыҫлыҡта торған бәләкәй генә өйҙә лә туҡтағаныбыҙ булды. Әммә, ниндәй генә шарттарҙа хеҙмәт итһәк тә, беҙҙең өсөн иң мөһиме ашҡыныусан вәғәзселәр һәм пионерҙар менән хеҙмәттәшлек итеү ине. Бүтән ергә билдәләнгәс, күп ҡәҙерле дуҫтарыбыҙҙы ҡалдырырға тура килде. Беҙ уларҙы бик һағына торғайныҡ.

ЭФИОПИЯЛАҒЫ УҢЫШЛЫ ХЕҘМӘТ

1980-се йылдарҙың аҙағынан алып 1990-сы йылдарҙың башына тиклем Кениялағы филиалдың ҡарамағында булған бер нисә илдә эшмәкәрлегебеҙ рәсми рәүештә танылды. Һөҙөмтәлә был илдәрҙә филиалдар һәм офистар төҙөлдө. 1993 йылда беҙ Аддис-Абеба ҡалаһындағы (Эфиопия) офиста хеҙмәт итергә билдәләндек. Быға тиклем Эфиопияла эшмәкәрлегебеҙ бер нисә тиҫтә йыл тыйылған ине.

Манфред һәм Гейл Тонактар Эфиопияла, 1996 йыл

Күсеп йөрөү хеҙмәтендә. Эфиопия, 1996 йыл

Йәһүә Эфиопияла вәғәз эшен мул итеп фатихаланы. Күп ҡәрҙәштәр пионер хеҙмәтен башланы. 2012 йылдан алып һәр йыл бөтә вәғәзселәр һанының 20 процентынан ашыу мәсихсе даими пионер булып хеҙмәт итә. Өҫтәүенә, теократик мәктәптәр үткәрелә башланы һәм 120-нән ашыу Батшалыҡ залы төҙөлдө. 2004 йылда Вефиль ғаиләһе яңы бинаға күсенде, һәм шул уҡ урында Конгресс залы төҙөлдө.

Йылдар дауамында беҙ Гейл менән Эфиопияла йәшәгән күп ҡәрҙәштәр менән дуҫлашып киттек. Беҙ улар сағылдырған йылылыҡ менән игелекте бик ҡәҙерләйбеҙ. Һаулығыбыҙ насарайғанға, беҙҙе Үҙәк Европа филиалына күсерҙеләр. Унда беҙҙең хаҡта яҡшы ҡайғыртһалар ҙа, беҙ Эфиопиялағы дуҫтарыбыҙҙы ныҡ һағынабыҙ.

ЙӘҺҮӘ ҮҪЕШ БИРҘЕ

Беҙ Йәһүәнең хәҡиҡәт орлоҡтарын нисек итеп үҫтергәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрҙек (1 Кор. 3:6, 9). Мәҫәлән, мин Конгоның Коппербелт провинцияһында Руанда шахтерҙарына вәғәзләй башлағанда, Руандала бер вәғәзсе лә юҡ ине. Хәҙер унда 30 000-дән ашыу ҡәрҙәш хеҙмәт итә. 1967 йылда Конгола (Киншаса) 6 000 тирәһе вәғәзсе булғайны. Ә хәҙер унда яҡынса 230 000 вәғәзсе, һәм 2018 йылда Иҫкә алыу кисәһенә бер миллиондан артыҡ кеше килде. Ҡасандыр Кения филиалы ҡарамағында булған илдәрҙә вәғәзселәр һаны 100 000-дән артты.

Манфред һәм Гейл Тонактар хәҙерге ваҡытта

50 йылдан ашыу элек Йәһүә төрлө ҡәрҙәштәр аша мине тулы ваҡытлы хеҙмәт башларға дәртләндерҙе. Һаман да оялсанлыҡ менән көрәшһәм дә, мин Йәһүәгә тулыһынса таянырға өйрәндем. Африкала туплаған тәжрибәм мине сабыр һәм ҡәнәғәт булырға өйрәтте. Беҙ Гейл менән иҫ киткес ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәгән һәм Йәһүәгә таянған ҡәҙерле ҡәрҙәштәребеҙ менән һоҡланабыҙ. Мин Йәһүәгә йомарт игелеге өсөн бик рәхмәтлемен! Йәһүәнең фатихалары мин көткәндән ҙурыраҡ булып сыҡты (Зәб. 37:4).

a Һуңыраҡ «Беҙҙең изге хеҙмәтебеҙ» тип аталды, ә хәҙер «Мәсихсе тормошобоҙ һәм хеҙмәтебеҙ» тигән эш дәфтәренә алмаштырылды.

b «Китавала» тигән атама суахили телендә «идара итеү, етәкселек итеү, хакимлыҡ итеү» тигәнде аңлатҡан һүҙҙән барлыҡҡа килгән. Был хәрәкәттең маҡсаты сәйәси ине. Улар, Бельгиянан айырылып, үҙ аллы дәүләт булдырырға теләй ине. «Китавала»ның ағзалары, Йәһүә шаһиттарының баҫмаларын алып, уларҙы уҡый ине һәм башҡаларға бирә ине. Улар, Изге Яҙманың тәғлимәттәрен боҙоп күрһәтеп, үҙҙәренең сәйәси ҡараштарын, хөрәфәттәргә нигеҙләнгән йолаларын һәм әхлаҡһыҙ йәшәү рәүешен аҡлай торғайны.

    Башҡорт телендә баҫмалар (2008—2025)
    Сығыу
    Инеү
    • башҡорт
    • Уртаҡлашыу
    • Көйләүҙәр
    • Copyright © 2025 Watch Tower Bible and Tract Society of Pennsylvania
    • Ҡулланыу ҡағиҙәләре
    • Конфиденциаль мәғлүмәт тураһында килешеү
    • Конфиденциаллек көйләүҙәре
    • JW.ORG
    • Инеү
    Уртаҡлашыу